Махсус биттәр
24 Март 2022, 11:56

Бер балам да артыҡ түгел

Юлиә почта бүлексәһен бикләп кенә тора ине, өҫкө ҡаттан төшөп килеүсе әбейҙе күреп, туҡтап ҡалды. Яй ғына атлауына, сал сәстәренә ҡарап, уның ауырыу икәнен аңларға була ине.

– Һаумыһығыҙ, инәй. Һеҙҙең почтала йомошоғоҙ бармы әллә? Эш сәғәте бөттө, әлбиттә, шулай ҙа ҡабат аса алам.

– Юҡ, йомошом начальникта ине. Күрҙем, әйттем... Тик бында хәл ителмәй икән ул, Пенсия фондына барырға кәрәк.

– Эй, инәй, һуңғараҡ ҡалғанһығыҙ икән, иртәгә тағы килергә тура килә инде. Унда эш сәғәте киске 6-ла уҡ тамамлана. Ҡайҙа икәнен беләһегеҙҙер бит?

– Рәхмәт, ҡыҙым, беләм. Әллә ниңә үҙем һуҙмаңланым шул. Иртәнсәк иртә ҡуҙғалһам, был ваҡытҡа ҡалмаҫ инем... – Ҡапыл әбей сеңләп илап ебәрҙе. Юлиә тәүҙә нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды, аҙаҡ йыуатырға тотондо:

– Инәй, бер-бер хәл булдымы әллә? Тынысландыра торған дарыуығыҙ бармы? Һыу бирәйемме?

– Булды шул, балам. Ҡара ҡайғыға батып йөрөйөм. Дарыу ғына ярҙам итә алмаҫ. Ошолай бер аҙ һыҡтап алһам, яйлап тынысланам ул. Иғтибар итмә...

– Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ? Бәлки, оҙатып ҡуйырғалыр?

– Үҙем Янбулат ауылынан мин. Үткән аҙна район үҙәгендә йәшәгән ҡыҙым менән кейәүем ҡунаҡҡа алып ҡайтҡайны. Бөгөн уйлап ултырҙым-ултырҙым да, бында булғанда эшемде эш итеп ҡуяйым, тинем. Тик ҡасан тәнтерәкләп килгәнсе һуңға ҡалғанмын.

– Ҡыҙығыҙ ҡайһы тирәлә йәшәй? – Әбей адресын әйткәс, шатланып ҡуйҙы. – Бына бит, ҡалай йәтеш булды. Мин дә шул тирәлә йәшәйем, әйҙәгеҙ, оҙатып ҡуям. Исемегеҙ кем була?

– Сәймә әбейең булам.Тик мин үҙ яйыма, һәлмәк кенә йөрөйөм шул.

– Зыян юҡ, инәй. Ә ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ?

– Эй, балаҡайы-ы-ым, ҡайғылар йөрөтә шул, ҡайғылар... – тыңлаусы булғанда типтер, Сәймә әбей күңелен бушатырға теләп, тормошон һөйләй башланы. – Оло улым, Уралым, Чечня һуғышынан табутта ҡайтҡайны. Тәүҙә һорашманым да, белмәнем дә: пенсияма өҫтәмә түләү тейеш булған икән. Шуны яңы килгән ауыл хакимиәте башлығы документтар әҙерләп, ике йыл элек юллап бирҙе. Ай һайын килә, ҡул ҡуйып алам да, аҙна буйы ҡайғыларым яңырып, илап ултырам. Шуға әллә банкка күсерһәм, тип йөрөүем. Ятыр ине әле, үлһәм ҡәбер ташына, кәртәләүгә булыр ине. Эй, ҡайһы саҡ яҙмышыма үпкәләп тә ҡуям. Аҡсаһы кәрәкмәй миңә, улымды терелтәбеҙ тиһәләр, хәләл пенсиямдан да баш тартыр инем. Әмәлдәрем генә юҡ... Кеше ҡыҙыҡ бит ул, күңелдә нимә барын белмәйенсә, уйламай һөйләй бирә. Күрше Йәмлиха: “Ярай, балаларың күп, күңелеңде шулар менән баҫ. Башҡаларҙың берҙән-бер балаһы ла, иҫәплеһе лә үлә”, – ти бер көн, илап ултырһам. Ә миңә һәр балам ҡәҙерле, һәр береһе өсөн йөрәгем өҙөлә.

Барлығы 13 балаға ғүмер бирҙем мин. 17 йәшемдә үк Ғүмәр бабайың менән яратышып өйләнештек. Эй-й, ғүмер тигәнең һә тигәнсә үтә лә ҡуя. Тәүҙә Нәйлә тигән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Туғыҙ айҙа атлап китте, йәше тулыуға теле асылды. Бигерәк һөйкөмлө, шуҡ бала ине ул. Бер көндө сәсрәп ауырып китте. Дауаханаға алып барҙым, дарыуҙар ярҙам итмәй, табиптар аптырашҡа ҡалды. Шунда бер оло әбей ята ине. “Күҙ тейгән бит балағыҙға. Ваҡытында өшкөртөргә кәрәк булған, һуңлағанһығыҙ. Бынан һуң һаҡ булығыҙ, һәр балағыҙҙы һаҡлағыҙ”, – тине. Ике йәше тулмаҫ элек үк ожмах ҡошо булды балаҡайым. Шундағы илауыбыҙ, ғазапланыуыбыҙ. Күп тә үтмәй, ауырлы икәнемде белдем. Ҡайғым кәмемәне, бары тик тыуасаҡ сабыйым хаҡына сабыр булырға көс таптым. Нәйләмдең бер бөртөк кенә фотоһы ҡалды, ҡайһы берҙә шуның менән һөйләшеп тә алам. Улыбыҙ Илсур тыуғас, тормош йәмләнде. “Күпме ауырға ҡалам – шулай табам!” – тигәс, Ғүмәрем: “Әлбиттә. Ҡулдан эш килә, үҫтерербеҙ!” – тип яуапланы. Алтынсы сабыйым – Даниярым ике айлыҡ саҡта мәрхүм булды. Йөрәк сирле булып тыуғайны ул, табиптар дауаханала уҡ ҡалдырырға ла тәҡдим итте. Шәбәйер, тип өмөт иттем. Тик өмөтөм аҡланманы. Ҡалған 11-е берен бере тәрбиәләшеп, ҡыуышып буй еткерҙеләр. Маҡтанып әйтмәйем, эшкә шәп, тәртипле, намыҫлы булып үҫтеләр. Тыуған берен сәңгелдәккә һалдым, икенсеһе тыуһа, урындыҡҡа күсә барҙылар. Элек колхоз көслө ине бит, йорт һалырға ярҙам итте. Мунса бураһы ла бирҙеләр. Башҡа хужалыҡтарҙы бер һыйырға ҡалдырған саҡта райондан килгән вәкилде өйгә саҡырҙым. Килеп инеү менән балаларҙы алдына теҙҙем дә (ул саҡта һигеҙ инеләр), ошо йортта ун ауыҙ, көнөнә бер стакан һөт эскәндә лә, 3 – 4  литр китә. Унан тыш, майы, ҡаймағы, эремсеге, ите кәрәк!” – тинем. Өс һыйырға рөхсәт биреп китте. Ауылдаштар араһында көнләшеүселәр ҙә табылды. Ни тиһәң дә, ул мәлдә һәр ғаиләлә балалар күп булды. Кәм тигәндә өсәр ине бит. Оло ялан итеп баҡса сәстек, һыу буйы тулы беҙҙең ҡаҙ-өйрәк йөрөнө. Шуға табын да мул булды.

13 тапҡыр ауырға ҡалдым, ғазап ҡатыш шатлыҡлы бала табыу мәлен үткәрҙем. Һәр баламды нисек-нисек йөрөткәнмен, тапҡанмын, үҫтергәнмен – барыһын да исемләп хәтерләйем. Бер йәки ике бала табып, “ҡәҙерлебеҙ” тигәндәренә аптырап та ҡуям. Әсә кешегә һәр балаһы ғәзиз, ҡәҙерле. 11 баламдан 36 ейән-ейәнсәрем бар, 18 бүлә-бүләсәгә ҡартәсәй булдым. Һәр береһенең исемен, тыуған көнөн яттан беләм. Шатлыҡтарына һөйөнәм, эш боҙһалар, берҙәй көйөнәм. Йома көндө һәр береһен исемләп әйтеп, иҫәнлек-һаулыҡ, иман, аҡ юлдар теләп доға ҡылам. Ә ял көнө телефонды алам да, һәр береһенә теүәлләп шылтыратып, хәлдәрен беләм. Кейәүҙәр ҙә, килендәр ҙә ситтә ҡалмай. Өлгөргәндәре үҙҙәре шылтырата.

Тик бына иртә мәрхүм булғандары барыбер йөрәкте әрнетә. Уралым шулай ил һаҡларға тип китте лә, табутта ҡайтты. Өс кенә хаты килеп өлгөрҙө. Хәҙер ейәндәрем әрмегә саҡырыу алһа, төн йоҡоларынан яҙам. “Бында тыныс, борсолма, өләсәй!” – тигән булалар ҙа бит, күңелдә ҡурҡыу ҡалды. Кинйә малайымдан тыш, өс йыл элек алтынсы улым – Әмирем дә фажиғәле үлеп ҡуйҙы бит. Уныһы кеше ҡулынан үтте, шуға йәнем әрней.

– Үлтерҙеләрме ни, инәй? – Юлиә Сәймә әбейҙе йәлләп, етәкләп үк алды.

– Шулай шул. Юл ремонтлау ойошмаһында эшләй ине. Район үҙәгенә ингән ерҙә өс кеше күперҙе буяп йөрөгәндәр ҙә, ял итергә юл ситенә сыҡҡандар. Шунда бер иҫерек шофер бәрҙереп киткән. Минең бала шунда уҡ йән биргән, икеһе оҙаҡ ҡына ваҡыт дауаханала ятып сыҡты. Илмир исемлеһе ғүмерлеккә инвалид булып ҡалды.

– Шофер язаһын алдымы һуң?

– Ғәҙеллек юҡтыр ул, тип уйлап ҡуям ҡай саҡта. Ултыртманылар. Ул кеше әллә бер түрәнеңме, әллә бер эшҡыуарҙыңмы улы булып сыҡты. Тәүҙә, тейеш булмаған урында ултырғандар, тип ғәйепте егеттәргә япһарып маташтылар. Тәфтишсенең эш урынына барып, ләғнәт уҡып киттем. Аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, шоферҙың адвокаты килде. Ғәфү үтенеп һәм аҡса тәҡдим итеп. Ҡыуып сығарҙым. Иҫән ҡалған егеттәрҙең дә ғаиләһе аҡсанан баш тартҡан. Аҙаҡ ишетеүебеҙсә, аҡсаны судьяға биргәндәр. Бәлки, буш һүҙ булғандыр, кем белә... Һәр хәлдә ул шоферға биш йыл шартлы срок бирҙеләр. Йәнәһе лә, ауырый. Әлдә генә ул әҙәм юлыма осрағаны юҡ, үҙемде тота алмаҫ инем, йөҙөнә төкөрөр инем. Хөкөм ғәҙел булмаҫын алдан һиҙҙем, шуға судҡа ла барып торманым.

Аҡса тотоп килгән адвокат нимә тине, беләһегеҙме? “Һеҙҙең тағы ла туғыҙ балағыҙ, күмәк ейән-ейәнсәрегеҙ бар. Берәүҙең берҙән-бер балаһының яҙмышын боҙмағыҙ. Әсә кеше булараҡ, һеҙ уларҙың ҡайғыһын аңларға тейешһегеҙ”, – ти. 11 баламдың береһе булһа ла урамда һуғышып йөрөһә, кешегә ҡул күтәрһә, бәлки, аңлар инем. Оятымдан ер тишегенә инер инем, моғайын. Аллаға шөкөр, урамдан ғорур үтәм, кеше араһында йөҙөм аҡ. Береһен бер кеше яманлағаны, балаң шулай, тип әйткәне юҡ. Күмәк булһалар ҙа, мөхәббәтем, өгөт-нәсихәтем, кәрәк булһа, аҡыл сыбығым барыһына ла етте. Бер йәки бер нисә бөртөктәрен ҡәҙерләп, әпәүләп үҫтергәнсе, тәрбиә, аҡыл бирһендәрсе, тип уйлап ҡуям. Әлбиттә, артыҡ маҡтанырға ла ярамай: иртәгә нимә булырын алдан белеп булмай. Әммә кеше кеше ғүмерен ҡыйырға хаҡы бармы? Йәки ил башлыҡтарының аҡылһыҙ ҡылығы өсөн 18 – 21 йәшлек егеттәр, һөлөк кеүек ир-егеттәр, башын һалырға тейешме? Ай һайын аҡса түләп кенә әсә ҡайғыһы кәмемәй бит.

Юлиә әбейҙе йыуатырға кәрәкле һүҙҙәр таба алманы. Хәйер, ер йөҙөндә әсә ҡайғыһын баҫырлыҡ ниндәй һүҙҙәр бар һуң? Бары тик уның күңелендәге ауыр йөктө бер аҙ кәметеү өсөн һөйләгәндәрен тыңларға ғына ҡала. Ҡыҙ ҙа яңы танышының кисерештәрен күңеленән үткәрә-үткәрә тыңланы ла тыңланы.

 

                       Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас