Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Март 2022, 07:00

“Йондоҙло табын” - Гүзәл ӘЙҮПОВА

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гүзәл ӘЙҮПОВА үҙенең аш-һыу серҙәре менән уртаҡлаша.

Өсбосмаҡ

Ярты литр йылымыс һөткә 50 г шәкәр, 10 г ҡоро сүпрә, самалап тоҙ, 5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 йомортҡа һалып, 50 мл һурпа ҡойоп бутарға. 1 кг он ҡушып, ҡамыр баҫырға ла, эслек әҙерләгәнсе ултыртып торорға.

Эслек өсөн 1 кг майлы итте ит үткәргестән үткәрергә. 6 – 7 картуфты, 3 һуғанды әрсеп, ваҡлап турарға. Уларҙы бергә ҡушып, 50 мл һурпа, тәменә ҡарап тоҙ, борос һалып, бутарға.

Ҡамырҙы бәләкәй өлөштәргә бүлеп, түңәрәк йәймәләр эшләргә. Эслекте һалғас, өсмөйөштәр бөрөргә. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 50 – 60 минут тирәһе бешерергә.

 

Бананлы коктейль

3 бананды әрсеп, блендер менән иҙергә. 1 л һөт, 1-әр ҡалаҡ шәкәр менән ванилин ҡушып, 2 минут туҡырға. Шунда уҡ бокалдарға ҡойоп, өҫтөнә ваҡланған 2 ҡалаҡ әстерхән сәтләүеге һибергә.

 

Һоло печеньеһы

2 йомортҡаға 1 стакан шәкәр һалып, блендер менән күперткәнсе туҡырға.  3 стакан “Геркулес”, 200 мл үҫемлек майы, 2 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 2 стакан он һалып, ҡамыр баҫырға. Ҡулды һалҡын һыу менән сылатып, печеньелар әүәләргә лә, махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға теҙергә. Өҫтөн көнбағыш йәки кунжут орлоғо менән биҙәргә.

Печенье 180 градуслы мейестә 15 минутта бешә.

 

   Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: