Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Март 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Гөлнур Моталлапова

Тыуған көнөм:  1966 йылдың 25 феврале.

Тыуған ерем: Архангел районының Аҙау ауылы.

Белемем буйынса мин: Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын тамамланым.

Радиола нисек эш башланым:  1989 йылда радиоға музыкаль биҙәүсе булып килдем. Коллективта бик хөрмәтле, билдәле шәхестәр эшләй ине. Мине йылы ҡабул итеп, ярҙам ҡулы һуҙҙылар, шуныһы онотолмай.

Эшемдә иң оҡшағаны: яңы­нан-яңы шәхестәр менән аралашыу, артистар менән төрлө әҙәби әҫәр яҙҙырыу һәм, әлбиттә, яратҡан коллективым.

Рәхмәтлемен:  мине эшкә өй­рәткән режиссерҙар Альбина апай Закироваға, Эльвира Сәлимоваға. Билдәле дикторҙарыбыҙ Рәсимә Кәримоваға, Наилә Ғәләүетди­новаға, Әхәт Мортазинға, Александр Кузьменкоға һәм төрлө йылда эшләгән етәкселәремә.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: ауылда бер бабайым радионы ныҡ иғтибар менән тыңлай ине. «Һай, минең ҡыҙым маладис, бер урында Моталлапова, бер урында Галина булып, күп аҡса эшләй», – тип маҡтай ине.

Яратҡан йырым: улар бихисап.

Китабым:  Таңсулпан Ғарипо­ваның «Бөйрәкәй» романы һәм Мостай Кәримдең әҫәрҙәре.

Фильм:  совет киноһы.

Эштән арып киткән саҡтарҙа: ҡул эштәре менән шөғөлләнәм.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙа­нышым:  ейәнсәрем Әминә менән ейәнем Кәрим.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: