Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Март 2022, 14:45

“Ҡәберҙәре йәнәш,   тип хис итәм”

“Һылыу, беҙҙең яҡтарға юлың төшһә, Зәкирә инәйҙе күреп кит әле. Һуғыш башланған көндә тыуған бала ул. Атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, тиҙәр ине. Өс йыл элек уны тапты бит...” – социаль селтәр аша ошо хатты алғас, аптырап ҡалдым.

 Республиканың төньяҡ-көн­байышында урынлашҡан районға ине был саҡырыу. Ул яҡтарға юлым һирәк төшә. Әммә юғалған яугирҙың табылыуы мине ҡанатландырып ебәрҙе. Эш сәфәрен көтөп тормай, күптән күрмәгән курсташымды сәбәп итеп, юлға сыҡтым.

“Инәйҙең үҙенә 80 йәш булғас, атаһына кәм тигәндә 100 була. Быға тиклем хәбәр бирмәй ҡайҙа йәшәне икән ул? Нисек табышҡандар?” – хәбәрҙе алғандан бирле башта мең һорау ҡайнаны. Шуға ла осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көттөм. Хат ебәргән Флүрә исемле ҡатын социаль хеҙмәткәр булып сыҡты. Ул мине машинаһы менән автовокзалдан ҡаршы алды ла, тура Зәкирә инәйҙәргә юл­ландыҡ. Күрешеү менән һорау­ҙарымды бирә лә башланым:

– Хатығыҙҙа аңлатып яҙмағанһығыҙ, инәйҙең атаһы ҡайҙа булған һуң быға тиклем?

– ....! Үәт, алйот мин! – Яңы ғына йылмайып торған ҡатын ҡаты итеп һүгенеп ҡуйҙы. – Ысынлап та, аңлатмағанмын бит, башһыҙ! Үҙе түгел, ятҡан ере табылды бит. Шунан инәй 2019 йылда ейәне менән Белоруссияға, ҡәберенә барып ҡайттылар.

Матур тарихҡа өмөт итеп килгәс, был һүҙҙәр кәйефемде төшөрҙө. Бына бит, хәлдең айышына төшөнмәү нимәгә килтерә. Шулай ҙа оло кеше менән осрашыуҙан баш тартманым, юлы­быҙҙы дауам иттек. Хужабикә беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды.

– Өфө ҡунағы килә, тигәс, хәлемдән килгәнсә табын әҙерләнем әле. Бына, бәрәңгенән, эремсектән һәм еләктән өс төрлө шәңге бешерҙем. Әсәйем дә үлгәнсе ошо ризыҡтан өҙөлмәне, мине лә ҡарап тороп бешерергә өйрәтте. “Атайың шәңге яратты, бер ултырғанда тиҫтәләп ашай торғайны. Бәһлеүән бит ул. Ҡайтып төшһә,  мотлаҡ төрләндереп бешер!” – тип васыят кеүек әйтә ине.

Ысынлап та, Зәкирә инәйҙең шәң­геләре бик тәмле ине. Сәйҙе яңырта-яңырта уның тарихын тыңланым.

– Әсәйем менән атайым 1939 йыл аҙағында бер-береһен яратып өйлә­нешә. 41-ҙең 21 июлендә ауылда ниндәйҙер байрам үтә. Атайым шунда көрәштә еңеп, быҙау менән бүләкләнә. Кистән табын йыялар. Йөрөү күберәк булып киткәндер инде, ауырлы әсәйем таңға табан ауырып китә һәм ошо йорт нигеҙендә мин тыуғанмын. “Гөлъя­малым, иртән үк самандан ике яҡлы өй күтәрергә әҙерлек башлайым!” – тип атайым шатлығынан осорҙай булып йөрөй. Ә төшкә табан ауылға һуғыш сығыуы тураһында хәбәр килә. Атайым, күрәһең, башҡаса күрмәҫен һиҙгәндер: һуғышҡа саҡырыу килгәнсе мине ҡулында ғына йөрөткән. Иҫ белә башлағанда һуғыш бөткәйне инде. Шулай ҙа асыҡҡан саҡтар хәтерҙә ҡалған. Илайым, әсәйем мине ҡосаҡлап илай. Ярай күршелә генә өләсәй булды: унда-бында булһа ла сохарый, картуф ҡабығы бешереп ашата ине. 1944 йылда атайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тура­һында хәбәр килгән. Уға тиклем әсәйем 23 хат алған, улар һаман һаҡлана. Һарғайып, туҙып бөтөп барһа ла, ҡомартҡы бит. Музейға ла һорап килделәр, бирмәнем.

– Анауындай батыр, бәһлеүән ир нисек юғалһын ул?! Тере, мотлаҡ ҡайтыр, – тип әсәйем ғүмер буйы көттө. Һуғыш йылдарының ауырлығы эҙһеҙ үтмәне: 50-һе тулыуға ҡаты ауырыуға дусар булып, иртә вафат булды. Һуңға табан: “Атайың ҡайтһа, һылыу Гөлъямал ни хәлгә төшкән, тип аптырар инде”, – тип ултырҙы.

80-се йылдарҙа хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ҡәберҙәре табылған, тигән мәҡәләләр гәзиттә йыш баҫыла башланы. Мин “Правда”, “Труд” гәзит­тәренә хат яҙып ҡараным, хәрби комиссариат аша Белоруссияға ла белешмәләр ебәрҙем. “Табылғандар исемлегендә юҡ”, – тигән хәбәр генә килде.

Күңелемде әрнеткән бер осраҡты ла һөйләп үтәйем әле. Мин тыуған көндә һуғыш башланған, тип әйттем бит инде. Ауыл советына барып, яҙҙырыу ҡайғыһы булма­ғандыр. Мәктәпкә барыр ваҡытым еткәс кенә документым юҡлығы асыҡ­ланды. Ә ата­йымдың тулы исеме Ғарифйән булһа ла, әсәйем менән өләсәйемдән баш­ҡалар уны Ғариф тип йөрөттө. Миңә лә документты Ғариф ҡыҙы тип бирҙеләр. Етмәһә, ике йылға кәметеп, тыуған йылымды 1943 йыл тип ҡуйғандар. Йылдар үтте, әсәйем мәрхүмә булды. 2010 йылдарҙа, һуғышта ҡат­нашыусыларҙың, һәләк булыу­сы­ларҙың ғаиләләренә аҡ­салата ярҙам бирелә, тигән хәбәр сыҡты. Баба­йымдың: “Беҙгә хеҙмәтһеҙ килгән аҡса йоҡмай ул, йөрөмә!” – тиеүенә ҡара­маҫтан, справкалар юлларға тотондом. Шул исемдәге ялғау яҙыл­мағанлыҡтан, бер ни ҙә килтереп сығара алманым. Уныһы ярай, ә бына урында ултырған бер бисәнең һүҙе һаман да ҡолаҡта сыңлай: “Ул 41-ҙә һуғышҡа киткән, һеҙ ике йылдан тыуғанһығыҙ. Үҙ атайығыҙҙы ауылдан эҙләгеҙ, моғайын, әсәйегеҙҙең кем менән йөрөүен белеүселәр барҙыр...” – тине. Илап ҡайттым да, башҡаса аҡса юллап йөрөмәйем, тип әйтеү әйттем.

Өмөтөмдө өҙөп бөткәйнем инде, 2018 йыл аҙағында мине ауыл хакимиәте башлығы үҙенә саҡырҙы. “Атайығыҙ, Ғарифйән бабайҙың һөйәктәре та­былған”, – тигәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. “Әсәйем гел әйтте, атайың хәбәрһеҙ юғала торған кеше түгел, ул бәһлеүән ине, тип! Хаҡлы булған бит”, – тинем дә илап ебәрҙем. Баҡһаң, һуғыш барған ерҙәрҙә ирек­мәндәр йыл һайын ҡаҙыныу-эҙләнеү эштәре алып бара икән. Байтаҡ һалдат ятҡан урынға барып сыҡҡандар. Кемдең медальоны, кемдең номерлы тимере булған, шуларға ҡарап, йыл дауамында тикшергәндәр. Береһе атайым булыуы асыҡланған. Архив материалдары аша табып, беҙгә шулай сыҡҡандар. Ҡартлыҡ бит, ҡайғы ғына түгел, шатлыҡ та ярамай. Дауаханаға эләктем. Аҙаҡ та ирекмәндәр беҙҙең менән бәйләнешкә инеп торҙо. Орша тигән ҡаланан 30 саҡрым алыҫ­лыҡтағы ҡәбергә һәйкәл ҡуйырға йыйын­ған­дарын әйткәс, шатлығымдан бер айлыҡ пенсия аҡсаһын күсерҙем. “Алдаҡсылар тоҙа­ғына эләккәнһең бит”, – тип әйтеүселәр ҙә осраны. Тик минең балалар бит наҙан түгел, тәүҙә бөтә документтарын тикшерҙеләр, ҡала хаки­миәте менән бәйләнешкә инделәр. Икенсенән, ғүмер буйы эшләүгә, биш бала үҫтереүгә ҡарамаҫтан, пенсиям бәләкәй минең, 15 мең һумдан саҡ арта. Ундай аҡса менән генә байый алмаҫтары көн кеүек асыҡ.

Иң тулҡынландырғаны – 2019 йыл­дың йәйендә балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, туғандар йыйылышып, тыуған көнөмә килеп төштөләр. Тәүҙә аптырап ҡал­ғайным, аҙаҡ улар, һөйләшеп, мине бүләкләргә йыйылыуын әйтте. Ҡыҫ­ҡаһы, мине, 78 йәшлек әбейҙе, улар Бело­руссияға сәйәхәткә ебәрҙе. Илгиз исемле ейәнем оҙата барҙы. Ун көн буйы һуғыш үткән ерҙәрҙе күреп йөрөнөк. Орша ҡалаһында ике көн булдыҡ, атайым ҡәбере янында әллә күпме илап, һөйләшеп ултырҙым. Ишеткәндер, тим. 18 һалдатты бергә ерләгәндәр. Һәйкәле лә төҙөлөп бөтөп килә ине. Былтыр уны тантаналы рәүештә асҡандар, интернеттан фотоһын һалдылар. Ҡайтыр алдынан ҡәберенән бер аҙ тупраҡ һалып алдым. Ҡайтҡас, әсәйем янына алып барып һалдым. Шунан бирле ҡәберҙәре йәнәш, тип хис итәм. Тик бына әсәйемдең ҡәбер тупрағын атайыма алып барырға башым етмәгән һис. Ярай, хатаны балалар төҙәтер, Алла бирһә. Пандемия үтһә, оло ейәнсәрем Илүзә ике балаһы менән барып күрергә ниәтләй. Васыят итеп әйтеп ҡуйғанмын.

Эй, балаҡайым, беҙҙең быуын үлеп бөтһә, һуғышты онотоп ҡуймаһалар ярар ине, тип ҡурҡам. Ярты ауыл атайһыҙ инек, әсәйҙәр йәшләй тол ҡалып, яңғыҙ ҡартайҙы. Ирҙәренә, иленә мөхәббәт менән, ғүмер буйы ғазапланып йәшәне бит улар. Әсә­йемдең илауҙарын төндәр буйы тыңлап, йоҡлай алмай ята торғайным. Тәүҙә уны туҡтатыр өсөн тороп ултыра инем. Үҫә килә, күңелен бушатһын, тип тыйманым. Ә һуғыш барған ерҙәрҙе күреп, күңелем әрнеүе артты ғына. Ундағы ҡәберлектәге исемлектәрҙең оҙонлоғон күрһәгеҙ! Музейҙарҙағы фотолар һуғыштан һуңғы күренештәрҙе мәңгеләштергән. Янған ауылдар, емерек ҡалалар, шартлауҙан һуң эшлектән сыҡҡан урман-яландар – ҡот осҡос. Мин, ғүмер буйы ауылда йәшәгән кеше, Өфөнән башҡа ҡала күргәнем юҡ ине. Быға тиклем ҡайғы күләмен шул ауылым миҫалында ғына баһалап йәшәнем: тол ҡатындар, аслыҡ, етемлек, улдарын юғалтҡан әсәйҙәр. Ә бына юлда йөрөп ҡайтҡандан һуң, СССР-ҙың күргән дөйөм юғалтыуы хаҡында уй баштан сыҡмай. Башҡорт, татар, рус, украин, әрмән, үзбәк, башҡалар – һәммә милләт бер булып илде яҡланы. Ә ата-әсәһенең ҡай­ғыларын күреп үҫкән ҙур түрәләр шул илде бүлгесләне, халыҡтар дуҫлығын юҡҡа сығарҙы. Шундай “аҡыллы баштар” дошмандарса ҡыланғас, муллыҡта үҫкән йәштәрҙән нимә көтөргә лә белеп булмай. Йә, Раббым, Үҙеңдән – ярҙам, тип доғалар ғына ҡылабыҙ. Илде имандан айыр­маһын. Әйткәндәй, беҙ ни өсөн ул һуғышта еңдек, беләһегеҙме? Сөнки ул саҡта дин, иман булған. Атайым менән әсәйем, комсомолда булһа ла, йәшертен генә мулла саҡыртып, никах уҡыт­ҡандар. Өләсәйем дә намаҙ уҡый торғайны. Эстән генә уҡып йөрө, кешегә әйтмә, тип бер доға өйрәткәйне. Балалыҡ менән онотҡанмын. Дингә ҡайтып, намаҙ тәртибен өйрәнә башлағас, иҫемә төштө: “Аятел-көрси” булған икән!

Зәкирә инәй менән булған был осрашыу күңелдә мәңгегә уйылып ҡалды. Ысынлап та, тарихты оноторға ярамай! Ил тип башын һалған, 74 йыл буйы хәбәрһеҙ юғалған тип һаналып, ҡәбере билдәһеҙ ҡалған һалдат хаҡына. Ә ундайҙар бит аҙ булмаған...

 

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: