Йыуаса
Әсәйем йыш ҡына күстәнәскә яңы һауылған һөт ебәрә. Уның менән сәй ҙә тәмле була, ҡамыр баҫып, тәмлекәстәр ҙә бешереп торам. Бигерәк тә йыуасаны әҙерләү тиҙ һәм уңайлы. 1 литр йылы һөткә 1 йомортҡа, ярты балғалак сода, 1 балғалаҡ тоҙ һәм самалап он иләп, йомшаҡ ҡына (ҡулға йәбешеп торған) ҡамыр баҫырға. Уны йәйеп дүрткел формаларға ҡырҡып, бер аҙ ҡабартырға. Суйын табаға мул ғына итеп май ҡойоп, йыуасаларҙы бешереп алырға.
Алмалы ҡоймаҡтар
2 стакан йылымыс һөткә 10 г ҡоро сүпрә, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ шәкәр һалып бутарға. Сүпрә ебегәс, 3 стакан он, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ һалып, ҡамыр бутарға. Уны йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға.
Ҡамыр ҡабарып сығыуға уртаса ҙурлыҡтағы 2 алманы әрсеп, орлоҡтарынан таҙартып, ҡырғыста ҡырырға. Был иҙмәне ҡамырға ҡушып бутарға. Ус аяһы ҙурлығындағы ҡоймаҡтарҙы майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырырға.
Бәшмәкле кәтлиттәр
200 г бәшмәкте, 1 һуғанды һәм 2 бүлкәт һарымһаҡты блендер менән ваҡларға. Уға ике тапҡыр үткәрелгән 300 г ит, 100 г бешкән дөгө ярмаһы, ҡырылған 50 г ҡаты сыр, ваҡлап туралған укроп, тәменә ҡарап тоҙ, ҡара борос өҫтәп, яҡшылап бутарға. Ҡулдарҙы даими һалҡын һыуҙа сылатып, был массанан кәтлиттәр әүәләргә һәм табаға теҙеп һалырға.
1 стакан томат һутына 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ 20 процентлы ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ шәкәр һалып, төйөр ҡалмаҫлыҡ итеп туҡырға. Был соусты кәтлиттәр өҫтөнә ҡойорға ла таба өҫтөн фольга менән матурлап ҡапларға. 180 градус эҫелектәге мейестә 50 – 60 минут тирәһе бешерергә. Табынға гарнир менән бирергә.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.