Социаль селтәрҙә йыш ҡына билдәле кешеләрҙең блогын, көндәлектәрен уҡыйым. Ҡайһылары өсөн ҡыуанаһың, бәғзеләре менән бергә көйәһең, янаһың... Шуларҙың араһында ҡырҡ йәштәрҙәге мөләйем ҡатындың яҙмалары иғтибарҙы йәлеп итте. Ул – республикабыҙҙа билдәле йырсы, утты-һыуҙы кискән яңғыҙ әсә. Туҡһанынсы йылдарҙа «йәшел йылан» афәте йырсының ғаиләһен дә урап үтмәй. Сәлимә апайға үҙенең көслө рухлы булыуы, сабыр холҡо ғына был ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам иткәндер. Үҙе менән яҡындан танышып алғас, һөйләгәндәрен ғибрәт итеп һеҙгә еткерәм.
«Теүәл 24 йыл элек, 18 генә йәшемдә әсәй булдым. Бик ауыр осор ине. Илдә көрсөк. Эшһеҙлек. Беҙ иребеҙ менән үҙебеҙ ҙә бала ғына әле. Уға – 19, миңә 18 йәш. Был – студент мөхәббәте. Ғәлим сәнғәт училищеһының художество бүлегенең һуңғы курсында уҡый, ә мин вокал бүлегендә икенсе курстамын. Һомғол буйлы, ҡарағусҡыл йөҙлө матур башҡорт егетенә ғашиҡ булмайынса мөмкин түгелдер.
Барыһы ла ҡапыл ғына килеп сыҡты. Йәйен туй үткәргәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ирем сәнғәт училищеһын тамамлағас, мине үҙе менән Сибайға алып ҡайтырға булды. Филармонияла эшләй ине. Ҡыуана-ҡыуана Өфөнән документтарымды алып, Сибай педагогия колледжына уҡырға күстем. Әммә пландар көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Йөккә уҙғанымды белеп ҡалдыҡ. Табиптар февралгә срок ҡуйҙы.
Уйланыҡ-уйланыҡ та, уҡыуҙы һуңынан дауам итергә ҡарар иттек, иң мөһиме – баланы имен-һау табыу. Сибайҙа бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй башланыҡ. Һәр ял һайын ҡайным менән ҡәйнәмә ҡайтып йөрөнөк.
Ҡәйнәм бик егәрле, сос ҡатын ине. Бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырманы. Көнө буйы усаҡ тирәһенән китмәй ниҙер бешерә, самауыры һәр ваҡыт ҡайнап ултыра. Ул – был өйҙә донъя тотҡаһы, сөнки ҡайнымдың йөрәге ауырта, шунлыҡтан хужалыҡ эштәрендә булыша алманы.
Тағы ла ул саҡта ауылдарҙа көмөшкә һатыу бизнесы киң таралғайны. Бына ошо урында әкиәтем тамам, тиһәм дә булыр. Ысынлап та, көмөшкә бар донъябыҙҙы селпәрәмә килтерҙе. Был турала ғибрәт итеп һөйләйем.
Ҡәйнәм бик уҫал да ине. Тәүге көндән үк уның миңә ҡарата һалҡын ҡарашын тойҙом. Уның ҡылыҡтарына йәшлек менән артыҡ иғтибар бирмәгәнмен, күрәһең. Һуңынан ғына улын ҡыҙғаныуын, эргәһенән ебәрергә теләмәгәнен аңланым. Ғәлим менән фатирға йә өҫтөбөҙгә ниҙер һатып алырға булһаҡ, мотлаҡ ҡәйнәм менән кәңәшләшергә тейеш инек. Ирем дә әсәһенең һүҙенән сыға алманы. Ғөмүмән, ул үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала белмәне. Ҡәйнәмдең тормошобоҙҙо контролдә тотоуы, беҙҙең шәхси проблемаларыбыҙҙы үҙенсә хәл итергә маташыуы ялҡытты. Ҡыҫҡаһы, минең тулы булмаған ғаиләлә, атайһыҙ үҫеүемде үҙһенеп етмәнеләр.
Йөклөлөк осоро күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Матур ғына ҡыҙ таптым. Бала табыу йортонан иремдең ата-әсәһе һәм башҡа туғандары килеп алды. Шулай өсәү булып киттек. Юҡсыллыҡ заманы. Ярай әле күршеләребеҙ һәйбәт ине. Күршем, Надя исемле ҡатын, баланы йыуындырырға ла, йүргәккә төрөргә лә ярҙам итте. Барыһын да унан өйрәндем. Икенсе күршемә, Нина Васильевнаға, баламды ҡалдырып, һөт алыу өсөн эшкә йөрөнөм.
Бер ваҡыт иремдең ата-әсәһе беҙҙе ауылға алып ҡайтты. Унда еңелерәк. Ҡайнымдың шифалы үлән сәйҙәрен эсеп, бер аҙ кеше хәленә индем. Түрҙә ҡәйнәмдең самауыры шыжлай, ирем янымда... Барыһы ла һәүетемсә ине... Ине...
Бер ваҡыт ирем өйгә инде лә әсәһенә ниҙер шыбырланы. Ҡәйнәм, алан-йолан ҡаранып, бүлмәһендәге һандыҡтың йоҙағын асты ла, улына бер ярты сығарып бирҙе. «Атайың күреп ҡалмаһын», – ти үҙе. Мин бер ни ҙә өндәшә алмайым бит инде.
Ирем төндә генә иҫереп ҡайтып инде лә, йоҡомдан уятып, мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тотондо. Тауышҡа балам илай башланы, ҡайным-ҡәйнәм килеп торҙо. Бындай төндәр бер генә тапҡыр ҡабатланманы...
Юҡ, иремдең эскегә һабышыуында ҡәйнәмде ғәйепләргә теләмәйем. Йәшерен-батырыны юҡ, ул ваҡытта ауылдарҙа күптәр көмөшкә ҡыуҙы. Ҡайһы берҙәр «аҡбаш» менән сауҙа итә, бәғзеләр бесән осоронда, утын әҙерләгәндә генә уны өҫтәлгә сығарып ултырта. Әммә ҡайны-ҡәйнәмдең бер ваҡытта ла эсеп ултырғанын күрмәнем. Аҡса юҡлыҡтан ғына эшләп, һандыҡҡа йәшерәләр ине. Ҡәйнәм айырыуса уртансы улын, минең иремде, бик яратты. Ҡара малайым минең, тип һөйөп алыр ине. Хатта, минән ҡыҙғанып: «Улымды үпкәләтә күрмә», – ти торғайны. Ғәлимдең дә ҡулынан килмәгән эш юҡ, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торҙо, бар эшен эшләне.
Һуңынан төпкө бүлмәләге һандыҡ йышыраҡ асыла башланы. Ирем һораған һайын ҡәйнәм көмөшкә сығарып бирә. Минең һүҙҙәремә иғтибар итеүсе кеше юҡ. Мин кем шул тиклем? Бары тик уларға хеҙмәт итергә тейешле килен... Көйҙөм-яндым. Ошо арҡала һөтөм юғалды. Быны кисереүе бик ауыр булды.
Айлыҡ балам менән педиатрға барыуым әле лә хәтерҙә. Табип баламды үлсәгәс, инәнән тыумаға һалып әрләп ташланы. Уның һүҙҙәре әле булһа ла ҡолағымда сыңлай:
– Был нимә ул? Һинең башың... Баланы үлтерергә булдыңмы әллә? Сәпсим ауыраймаған бит! Имеҙмәйһеңме ни?!
Педиатр мине елтерәтеп, түшемде сығарып алды ла һауырға тотондо... Һөт урынына күҙ йәштәрем субырлап аҡты...
Шунда ер тишеге булһа, төшөп китер инем, валлаһи... Балаға ҡайҙан һөт табырға? Хәҙерге кеүек ул заманда ҡоро ҡатнашмалар, «Фруто-няня»лар тулып ятмай, булһа ла – алтын хаҡына. Ни эшләргә белмәйем. Ирем ҡайғынан тағы эскегә һабышты.
Минең ҡайғымды белеп ҡалғас, күршеләге инәйҙәр тағы ла йүгереп инде. Надя инәйҙең ейәнсәренән ҡалған шешәһе лә булған, шуны бирҙе. Икенсеһе һыйыр һөтөн йылытып килтерҙе. Ҡыҙым шешәне ҡарһалана-ҡарһалана тылҡырға тотондо. Бәпесем ныҡ ас булған, күрәһең, ашап алғас та ҡаты йоҡоға талды. Оҙаҡ йоҡланы...
Сибайҙа шәхси йорттарға яҡын урында йәшәнек. Йыш ҡына тәҙрәнән күршеләрҙең мал ҡарағанын күҙәтә торғайным. Бер ваҡыт башыма бер уй килде. Әгәр күршеләргә һыйыр һауырға ярҙам итһәм, миңә бер аҙ һөт бирмәҫтәрме? Өҫтәге Нина инәйгә баламды ҡалдырҙым да баяғы ауыл өйөндә йәшәгән ғаиләгә киттем. Һыйырығыҙҙы һауып торормон, балаға бер литр һөт бирһәгеҙ, еткән, тип тәҡдим иттем. Мәрйә инәй иҫәр кешегә ҡараған кеүек аптырап ҡараны ла, ризалашты. Ирле-ҡатынлы үҙҙәре генә йәшәй ине, балалары ла юҡ. Көн дә шуларға барып, һыйыр һауа башланым. Ҡыҙымды яҡшылап ашата башлағас, күҙгә күренеп матурайып, тулыланып китте. Киләһе барыуыбыҙҙа табиптар бының өсөн ҡыуанды, әммә ҡыҙымдың гемоглобины түбән ине. Сөнки әсә һөтөндәге витаминдар һыйырҙың ағында юҡ, был юлы йәшел алма ашатырға ҡушып ҡайтарҙылар. Аҙаҡтан ҡыҙым оҙаҡ ҡына эсе ауыртыуҙан ыҙаланды.
Бер көн магазинға икмәккә барырға булғас, ирем тәмәке алырға ҡушты. Кибеткә ингәс, иң тәүҙә күҙем йәшел алмаға төштө, уны алһам, тәмәкегә аҡса етмәй. Нимә эшләргә? Табиптарҙың тағы әрләйәсәген иҫемдә тотоп, алма алырға булдым. Ҡыуанысымдан йүгерә-атлай фатирға ҡайттым да Ғәлимгә тәмәкегә аҡса етмәгәнлеген әйттем. Быны ишеткән ирем тағы боларырға тотонмаһынмы. Бер тәмәке өсөн генә ғауға ҡуптарып, ҡайҙалыр сығып олаҡты. Тыныс ҡына йоҡларға ятҡас, йәнә иреш-талаш... Ҡыҫҡаһы, үҙәккә үтте.
Балам үҫә төшкәс, Сибайҙа уҡыуымды дауам иттем. Ҡыҙым менән сәнғәт училищеһына бергә йөрөп тигәндәй уҡыныҡ. Уны төркөмдәштәрем алмашлап тәрбиәләште. Ә ирем беҙҙе дәрестәрҙән йыш ҡына иҫерек ҡаршы ала ине. Шундай сираттағы бер байрамында миңә тәүгә ҡул күтәрҙе һәм өйҙән ҡыуып сығарҙы. Көҙгө һыуыҡ ямғыр яуа. Шәрә килеш урам уртаһында бер ярҙамһыҙ йәнемде йәлләп һыҡтаным һәм иремә бүтән әйләнеп ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем... Оҙаҡламай беҙ суд аша айырылыштыҡ.
Тиҫтә йылдар үткәс, ҡәйнәм шылтыратты. Ҡыҙыбыҙҙың тыуған көнө ине.
– Ғәйеп беҙҙә лә булды инде. Ярай, үҫтерҙең ҡыҙыбыҙҙы, уҡып та сыҡтың, ә хәҙер беҙ ҡартайҙыҡ. Ғәлим һаман эсеүен дауам итә. Ғаиләлә алйотһоҙ булмай, ти. Беҙҙәге алйот – шул Ғәлим, – тине ҡәйнәм.
Иң мөһиме – бөгөн барыһы ла артта ҡалды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡыҙымды имен-һау үҫтерҙем. Бөгөн инде ул – буй еткән аҡыллы, сабыр ҡыҙ. Әхирәтем дә, кәңәшсем дә минең. Бик рәхмәтлемен уға».
Ысынлап та, бөгөн был ғаилә бәхетле. Ауырлыҡтар әсәне генә түгел, уның балаһын да сыныҡтыра. Тап шуның өсөн дә, күрәһең, ҡасандыр үлем хәлендә йүргәктә ятҡан сабый – бөгөн Өфөләге уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе.
М. ЙӘНГИЛДИН.
*Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.