Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Март 2022, 07:00

ЮЛ

(Хикәйә)

Әҙәм холҡо ҡыҙыҡ та инде. Күмәк булғанда, мыжғышып йөрөгәндә, башҡаларға артыҡ иғтибар итмәй. Ҡырмыҫҡа иләүендәге бөжәктәрҙәй булып йүгерешкәндә, янынан кем үткәнде лә аңғармай, үҙ уйҙары, хәсрәттәре менән саба бирә. Ә шул иләүҙән айырылып, саҡ ҡына бәләкәйерәк тупҡа тупланғанда, әҙәм тигәнең эргәһендәгеләргә күҙ һала, һынай, өйрәнә башлай. Әлеге юлсылар төркөмөндә лә шулай. Бер автобусҡа сығырҙарын белеп, бер-береһенә ҡараш ата башланылар, олораҡтар баштан-аяҡ һөҙөп байҡап сығырға ла аптыраманы. Бигерәк тә барыһының иғтибарын кәүҙәле генә фырт егет яуланы. Ҡара пальто өҫтөнә салт аҡ шарф һалған әлеге йәш кеше ялтыр ботинкалары, тәмле хушбуйы, ҡулындағы ҡупшы сумкаһы менән дә был автобусҡа ғына түгел, хатта автовокзалға тап килмәй ине. Дөрөҫөрәге, уға был урын йоҡмай. Был егет мотлаҡ үҙе кеүек «текә» автола йөрөргә тейеш. Һәм, шуны иҫбатлағандай, юл­даштарының уйын дәлилләп, тынысландырып ҡуйырға теләгәндәй, телефондан һөйләшә:
– Эйе-эйе, брат, тыңлайым. Эйе, юлға сығып барам. Юҡ шул... Сервисҡа индергәйнем, оҙаҡҡа һуҙҙылар. Автобуста! Ха-ха-ха! Ышанаһыңмы? Такси бармай... Был миҙгелдә кем унда машинаһын ҡыуһын инде? Тау-таш араһына... Алла тарафынан да онотолған яҡ бит ул. Юҡ-юҡ, ниндәй ял, ундай ҡырағай районда ял итеп ятырға башыма тай типкәнме инде? Эшем бөтөү менән һыҙам. Эйе... эйе...
Хәҙер инде күҙ өҫтөндә ҡаш булғандай юлдаштарының был төркөмгә осраҡлы ғына йәки сараһыҙҙан килеп ҡушылғанын аңлаған юлсылар һәр береһенең эсендә тыуған һорауға яуап алды. Ә егет йомшаҡ күн бирсәткәләр эсендәге йоҙроҡтарын ыуғылап, әленән-әле былай ҙа ни ғиллә менәндер ыҫпайлап һалынған сәсен һыпырғыланы һәм, беләгендәге шаҡмаҡ сәғәтенә ҡарай-ҡарай, башҡалар кеүек үк автобус көттө.
Бына бер ваҡыт асфальтта “соҡ-соҡ” иткән тауыштар ҡолаҡҡа салынды. Бындай туҡылдауҙы тик ҡатын-ҡыҙ һәм айырыуса йәш ҡатын-ҡыҙ ғына сығара алырын аңлағандар шул яҡҡа боролдо. Артҡа ҡайырылып ҡараусылар араһында теге егет тә бар ине.
– Был автобус ҡайһы яҡҡа бара? – йәш ҡыҙҙың аҙашып йөрөгәндәй булып аптыранған ҡарашы үҙенә тексәйгән йөҙҙәр буйлап йүгерҙе.
– Ә һиңә ҡайҙа кәрәк ине? 
Ҡыҙ район атамаһын әйтте. “Эйе, шунда”, – тиеште тороусылар. Ыңғай яуаптан ҡыҙыҡай еңел һулап, ҙур булмаған юл сумкаһын эргәләге эскәмйәгә ҡуйҙы. Уның өҫтөндәге асыҡ-зәңгәр плащынан бигерәк аяғындағы бейек үксәле матур итекбаштары хужабикәләренең юл йөрөп өйрәнмәгәнлеген күрһәтеп, ҡала ҡыҙын танытып тора ине. Оҙон юлға, етмәһә шул районға сығып барған берәү бейек үксә кейәме? Ундай үксәләр менән теге егеттең машинаһында ғына ултырып йөрөргә була. 
Ҡыҙ бәләкәй сумкаһынан көҙгө сығарып, алһыу тырнаҡлы нескә бармаҡ остары менән  тейер-теймәҫ кенә итеп күҙ-ҡашын, ашығып килеүҙән туҙа биреп киткән сәсен ипләне. Унан шул уҡ сумканан ҡап сығарып ҡыптырлатып асты ла, эсенән аҡ ҡына салфетка һурып алып, былай ҙа таҙа булған итекбаштарын, унан бәләкәй сумкаһын, унан ҙур сумкаһының тышын һөртө. Был мәшәҡәтте ул шундай бирелеп һәм ентекле башҡарҙы, әйтерһең, шуларында ниндәйҙер саң бөртөгө булһа, автобусҡа алмайҙар. Бер мәл хатта ҡыҙыҡай шул салфеткаһы менән итек-сумкаларын ғына түгел, ә вокзал эскәмйәһен дә, эскәмйә ҡырындағы ҡый урнаһын да һәм таш иҙәнде лә ышҡып йыуып ҡуйыр һымаҡ булып китте. Сөнки бик мауығып киткәйне. Әммә улай итмәне. Үҙ әйберҙәрен ялтыратҡас, керләнә төшкән сепрәген урнаға төшөрҙө. Ырғытманы, бәрмәне, ә ҡулын биҙрә эсенә тыға биреберәк, һаҡ ҡына итеп һалып ҡуйҙы. Мәғәнә белгәндәр сибәр юлсыларының әлеге ҡыланыштарынан уның таҙалыҡ һәм тәртип белгән бала булыуын самаланы.
Ҡыҙҙан һуң килгән юлсылар артыҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырманы. Сумкаларын яурын аша аҫып, тәмәке көйрәтеп йөрөгән ирҙәрҙең таушалған өҫ кейемдәре лә, устарын һыулап ҡына бармаҡ менән “таралған” сәстәренең өтөрәйеүе, ҡапыл-ҡапыл йыуынып таҫтамал менән тызып һөрткәндән нисек етте һылашҡан йөнтәҫ ҡаштарына, йоҡолары килеп иҫнәшеүенә бер ҡарауҙан уҡ вахтанан ҡайтып барыуҙары аңлашыла. Поезда ыҫланып килгәндәрме, әллә эсеүҙәнме – еҫләнгәндәр...
Арала тағы ла пакет өҫтөнә пакет, төйөнсөк өҫтөнә төйөнсөк тотҡан өс-дүрт инәй бар. Уларҙың, әйтерһең, ҡулдары бишәү. Ни эшләп шулай тейәнә икән ололар юлға? Шул ҡәҙәрем пакет-ҡумталарҙы ике усҡа ғына һыйҙырып булмаҫы билгеле лә инде. Ә улар нисектер итеп тота шуларҙы. Төйөнсөктәренең әле береһе, әле икенсеһе төшөп китә, пакеттары ҡолап ҡуя, шуларҙы туҡтауһыҙ ипләп-йыйнап баҫып торалар. Өҫтәрендә лә сыуаҡ көндәргә ҡарата самаһыҙ йылы кейем. Үәт, бына былар, исмаһам, урман-тау араһындағы көҙҙөң нимә икәнлеген белә. Шул яҡ кешеләрелер, күрәһең.
Инде автобустың шоферы килеп, кабинаһында кәрәк-ярағы менән була башлағас, шулай ҙа халыҡ инеп урынлашмағанда әле, төркөмгә тағы ла бер йәш ир килеп ҡушылды. Баштан-аяҡ ҡара-һоро спецовкала булып, аяҡтарына ла суҡмар башлы, бейек ҡуңыслы ботинкалар кейгән, арҡаһында – оло рюкзак. Түбәһенә спорт башлығын төрөп ултыртып алған. Киң эйәген ҡара төк баҫып, ярайһы һаҡал итеп күрһәтеп тора. Ҡарашында бер аҙ тартыныу һиҙелеп ҡала, билдәле инде – ауыл егете. Бына ул ҙур устарын ҡайҙа итергә белмәгәндәй тора торғас, ҡулдарын кеҫәләренә тыҡты ла, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрҙән ҡасып, ситкә боролоп баҫты.  
Кемдәрҙер уға бер генә ҡарап ҡуйһа, беҙҙең тәүге егет башҡаларға һиҙелерлек итеп юрамал оҙаҡ төбәлде. Тупаҫ ботинкаларынан алып еткән һаҡал-мыйығына тиклем байҡап сығып, ирен ситен ҡыйшайтып ҡуйҙы. Йәнәһе, йылмайҙы. Уның был баһаһын, әлбиттә, башҡалар ҙа һәм, иң мөһиме, теге сибәркәй күрҙе. Асылда, был ҡыланыш тап шул ҡыҙ өсөн башҡарылды ла инде. Шул бер генә ымы менән егет ауыл иренең үҙе менән сағыштырырлыҡ әҙәм түгеллеген иҫбатланы. Ир-егет араһындағы сәм, ярышыу, көс һынашыуҙың, ҡатын-ҡыҙ алдында үҙ өҫтөнлөгөн күрһәтеүҙең бер алымы ине был.
Ниһайәт, автобус ҡуҙғалып китте. Ҡала һәм ҡала янындағы ауылдарҙы үтеп, тауҙар яғына ҡарай елдерҙе лә елдерҙе. Ә ул тауҙары шылып барғандай алыҫайҙы ла алыҫайҙы. Ярты көн шул тауҙарҙы баҫтырып барып етеүгә китеп, төш ауғас ҡына ауыр һөйрәлеп үргә артыла башланылар.
Эстәге ҡайһы берәүҙәргә ҡайҙа һәм ни рәүешле барыуҙары мөһим дә түгел ине инде был ваҡытта. Арттағы алты-ете ир, ултырып бер аҙ йылынып алғас та, салонға әскелтем еҫ таралтып эсә башланы ла, бер-ике сәғәттән тартынмай сыҡылдатып сәкәштерә, кемуҙарҙан бауылдашып гәпләшә ине. Аҙаҡҡа ҡарай байрам яһаусылар артыҡ ныҡ шаулағас, инәйҙәрҙең береһе шелтә яһаны. Унда ла табын тынмағас, водитель ынтылып ҡарап ҡысҡырҙы:
– Харош, мужики! Ҡайтып еткәс, теләһә нимә эшләрһегеҙ! Хәҙер, бына, урманда ҡалдырып китәм өҫтәлегеҙҙе!
Был һөрәндән эскән халыҡ аҙыраҡ шыма төштө, әммә оҙаҡҡа түгел. Араларынан икәүһе эләгешеп, яман һүгенешеп даулашты ла китте. Уларҙы айырам типме, әллә эт ҡоторғанда бет ҡоторған типме, башҡалары ла тығылып, салон төбөндә ғауға ҡупты. Автобус туҡтаны. Водитель салонға үтеп, тыйып ҡараны:
– Етәрегеҙ! Етәр! Сығығыҙ! Давай, сығып бөтөгөҙ! Артабан китмәйбеҙ!
Тик уны ишеткән кеше булманы. Шул ваҡыт саҡ сыҙап ултырған әбейҙәрҙең береһе сәсрәп сыҡты:
– Кит-кит! Булыр-булыр ҙа шул хәттем булмаҫтар! Йыйын эскесе, йүнһеҙ абышҡалар! Аҡса эшләп ҡайтып килә берәүҙәр! Анда бахыр бисәләре, бала-сағаһы ултыралыр инде көтөп, ирем ҡайта, атам ҡайта, тип... Ә былары мал булышып килә... Йә инде!  
Уға икенселәре ҡушылды:
– Нишәп был ирҙәр вахтанан әҙәм һымаҡ ҡайта белмәй икән?!
– Шул хәтлем һыуһап киләләр микән? Сыҙамай юлда эсеүҙәрен әйт!
– Терегөйөктәр! Сама тигән нәмә бар ҙа һаң! Ҡасанан бирле күнеп ултырабыҙ, оят юҡ, ней юҡ. 
– Был башҡорт эсеп ҡырылып бөтөргә уйлайҙыр...
Башҡалары таралышһа ла, теге ике башлаусы һаман айырылыша алманы. Әтәсләнеп баҫып тора бирҙе. Водитель килеп, береһен этәрә биргәйне, тотто ла бер ғәйепһеҙ шоферға йәбеште. Ҡатын-ҡыҙ араһында тағы “сар-сор” ҡупты. Шул ваҡыт алдараҡ ултырған “ауыл ире” ҡалҡып баҫты һәм иҫеректең водителгә тотонған ҡулдарын һелкеп төшөрҙө лә тегенең алға һонолоп килгән түшенә усын ҡуйҙы:
– Бар. Ултыр.
Эскесе тызырайып тора бирһә лә, күҙе ҡаршыһындағы мыҡты әҙәмдең киң яурындары буйлап төшөп, ҙур йоҙроғонда туҡталғас, бер һүгенеп, “лып” ултырҙы. Ҡуҙғалып киттеләр.
(Дауамы бар).

Халыҡтың хырлап йоҡлаған мәлендә автобус бейек тауҙың түбәһенә етә алмай аҙапланды. Артҡа биреп төшкәндәй итте лә, ҡабаттан ынтылды, сигенде лә яңынан үрмәләне, әммә бер генә уйпат үткәрмәне лә ҡуйҙы. Сәбәбе лә бар – ямғыр һибәләй башлаған. Көн һарҡыуға һыуытып, ваҡ ямғыр уны тамам ҡотһоҙайтып, япрағы ҡойолоп бөткән шыҡһыҙ урман бөтөнләй бер сараһыҙлыҡҡа әүе­релткәйне был яҡ көҙөн. Автобус яман тазылдап үрҙе алырға маташты ла маташты. Арттағы иҫерек төркөмдән башҡаларҙың бары­һының да йоҡоһо осоп, борсолоп тәҙрәнән батҡаҡ юлды күҙәтте. Шофер бер сыҡты, бер инде, ахырҙа, арыптыр, тәмәке ҡабыҙып, тәҙрәһен асты.
– Йә, нимә, ошонда ҡунабыҙмы инде? – беҙҙең тәүге герой – тәтәй егет, шоферға төбәп өндәште. 
– Ҡунмаҫҡа ине... – руль артындағы оло ғына ир артыҡ ыжламай, нимәлер планлаштырып ултыра, буғай.
– Ҡунмаҫҡа булғас, давай, сыҡ, решай. Һин бит бында командир.
– Ә нимә тәҡдим итәһең? – водитель “ояһынан” һонолоп ҡараны.
– Лопату в руки – и вперед! Ҡом һип юлға, барҙыр бит ҡомоң. Өйрәтергә что ли?
Уның был тупаҫ бойороғонан эстәгеләр аптыранып ҡалды, әммә шул хәтлем күрмәлекле һәм текә егеткә ҡаршы өндәшергә ҡыйыу­лығы еткәндәй табылманы. Икенсе яҡтан, дөрөҫ тә әйтә бит, был осраҡта шул – “лопату в руки” инде...
Водитель сығып фар яҡтыһында соҡсона башлағас, баяғы “ауыл ире” тағы ҡуҙғалды. “Асып сығар” ти­гәнде аңғартып, ишекте ту­ҡыл­датты. Сығарғайны, үҙ йомошо менән урман яғына юлланамы тиһә, өлкән ирҙең ҡулынан көрәген алып, өндәште:
– Һин, ағай, давай газуй. Мин бында ҡайһы яғына кәрәк икәнде самалап ташлармын.
Ярҙам булғанға шатланып киткән шофер, кабинаһына һикереп менеп ултырып, тырҡылдап тоҡанды ла, ажғыртып газға баҫты...
Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде тыш­тағылар. Эстәгеләр әле тегеләй, әле былай һелкенеп, унда нимәләр ҡылынғанды самалап ултырҙы. Ярайһы ваҡыт үтте. Яуын көсәйҙе. Тик автобус соҡорҙы ашатлай алманы. Бер мәл лыс һыу булған “ауыл ире” ҡулын болғап ишекте астырҙы ла, эскә башын һоноп һөрәндәне:
– Мужики! Подъем! Әйҙәгеҙ, этәбеҙ автобусты!
Иҫеректәр уянмағас, үтеп, һәр береһен тигәндәй тартҡылап уятты:
– Давай-давай! Ҡайтҡығыҙ ки­ләме? Килһә, тороғоҙ. Аҙыраҡ көсәнгәндән үлмәҫһегеҙ.
Уның һүҙен ҡатындар ҙа ҡе­үәтләне:
– Ҡана, шулайтығыҙ әле, ҡустылар.
– Ҡыбырлап алығыҙ, айнығышып китерһегеҙ.
– Һай, шәптәр! Әйҙә тороғоҙ... Әйҙә, бар-бар...
Айнығып етмәгән вахтовиктар төркөмөн өйөрөп алып сығып барған ир эстәге хәл-ваҡиғаларҙы ишетмәгән-күрмәгәндәй булып, алдына тура ҡарап ултырған егеткә туҡтап төбәлде. Уның кемгә ҡа­рағанын барыһы ла аңланы. Тик егет үҙе генә аңғармағанға һалыша бир­ҙе. Ирҙең ирен ситендә әсе йылмайыу ишараты сағыла биреп ҡалды ла, ул ашығып алға атланы:
– Тә-әк! Таралмайбыҙ! Давай, һеҙ арттан! Һеҙ  - ҡабырғанан... Раз-два-три!!
– Раз! Два! Три - һо-оп!
– Раз! Два!
– Вот-вот-вот!
– Әйҙә-әйҙә!
– Һо-о-оп!!
– Булды-ыы!
– Һа-ай, малатсы!
Күшегеп өлгөргән ир-егетте ҡатын-ҡыҙ яу ҡайтарғандай данлап ҡаршы алды, әйтерһең, баяғы ыҙғыш икенселәр менән булған:
– Вәт, ҡустылар шәп итте!
– Үҙебеҙҙең ауыл егеттәре бит улар!
– Эй, хоҙайым, ирҙәрҙән яҙ­ҙырмаһын был донъяны Аллаһым. Эсһә-тысһа ла, ҡайҙа ла шул ир көсө кәрәк.
– Эйе, имен-һау булһындар, ҡа­лайтһалар ҙа йөрөп ятһындар, бар булғырҙары.
Артабанғы юлда салон терелеп, геүләп китте. Халыҡ ҡапыл ара­лашыуға, танышыуға күсте, кемдең кемгә нимә һөйләгәне лә аң­лашылманы:
– Улым, һин Кинйәғолдан Фатиманың малайыммы әллә? Әйтәм, шул атаңа оҡшаттым шул. Тас уның һымаҡ ярҙамсыл, уңған икәнһең.
– Мына, йылы сәй бар, әпәкәй ҙә...
– Аҡса эшләйем тип йөрөп, аслы-туҡлы, ҡарауһыҙ-тәрбиәһеҙ йонсоп бөттөгөҙ инде...
– Аръяғына нимә менән ҡайтаһың, апай? Әйҙә, апарып ҡуя, мине үҙәктә машина көтә.
– Ай, рәхмәт яуғыры!
Төн уртаһына ҡалып, ваҡытынан күпкә һуңлап, шулай ҙа тәғәйен нөктәһенә етеп туҡтаны автобус. Юл тамам булды. Юлсылар шаулашып төштө, сумка-маҙарын барлашты, хушлашты, ҡаршы алыусылар менән күреште. Фырт егет сығып баҫып яурындарын уйнатып физзарядка яһағандай итте лә, китә һалып бармай, шул тирәлә тапанды. Күҙ ҡырыйы менән генә самалап автобус ишегендә теге сибәркәй күренгәнде көттө. Бына, кеше ағымы араһында ҡыҙ ҙа пәйҙә булды. Егет килә һалып уның сумкаһын алды:
– Ҡанағыҙ, ярҙам итәйем.
Ҡыҙ уға аптырап ҡараны, сөнки бындайҙы уҡ көтмәгәйне. Егет был мәлде ысҡындырмаҫҡа тырышты:
– Һеҙ ҙә бында беренсе тапҡыр, буғай. Бигерәк ҡырағай яҡтар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе барыр уры­нығыҙға оҙатып ҡуяйым.
Тик ҡыҙ унан аша ҡарап кемделер эҙләне. Һәм, ниһайәт, табып, ихлас йылмайып тора бирҙе. Уның ҡарашы артынан эйәргән егеттең күҙҙәре, артта, автобус янында баҫып торған “ауыл ирен”ә төртөлөп, һөмһөрө ҡойолдо. Тапҡан бит! Тик ҡыҙҙың уның кәйефендә лә, үҙендә лә эше юҡ, тегегә ҡул болғаны. Уныһы эргәләренә килде.
– Һеҙ... ошо райондан бит, эйеме? – сибәркәй тотлоға биреп булһа ла башҡортса өндәше.
– Эйе. Ә һеҙ?..
– Мин... эшкә. Мәктәпкә.
– Ы-ы... бик яҡшы. Улайһа... уҡытыусылар йортона алып барып ҡуям, – был икәү башҡаларҙы онотоп, ары атлап китте, – Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙҙә халыҡ һәйбәт ул... тәбиғәт матур... Ә юл ул... бары юл ғына.
   

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: