Тыуған ерем: Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы.
Белемем буйынса мин: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын музыкаль компьютер технологияһы буйынса тамамланым, музыка уҡытыусыһы.
Радиола нисек эш башланым: радиоға тиклем Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш башланым, бергә уҡыған дуҫ радиоға эшкә саҡырҙы һәм 2016 йылдан алып «Юлдаш» радиоһында эшләп йөрөйөм.
Эшемдә иң оҡшағаны: яҡшы коллектив, ижади урында эшләү.
Рәхмәтлемен: ата-әсәйемә, үҙемдең ғаиләмә, яҡындарыма, туғандарыма, дуҫ-иштәргә.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: эфир барышында компьютер туҡтаны һәм бер нәмә лә эшләтә алмай, хәтәр стресс кисерҙем.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: «Эфирығыҙға тәүге тапҡыр сығам, йыш шылтыратам, әммә эләгә алмайым», – тип бик тулҡынланып шылтыратыусы бер апай. Был беҙҙең радиоға шылтыратыусыларҙың күп булыуы тураһында һөйләй бит, тип бер аҙ ғорурланып ултырҙым, шул уҡ ваҡытта башҡаларға мөмкинлек бирмәй бер туҡтауһыҙ шылтыратҡан кешеләргә бер аҙ йән дә көйөп китте.
Яратҡан йырым: башҡорт халыҡ йырҙарынан алып заманса йырҙарға хәтлем бөтә йүнәлеш буйынса ла йырҙарҙы тыңлайым. Күңелгә ятһа, барыһы ла оҡшай.
Китабым: «Мастер и Маргарита», «Война и мир», «Ырғыҙ».
Фильм: «А зори здесь тихие», «Время», «Бабич».
Эштән арып киткән саҡтарҙа: мин бит тауыш режиссеры. Һәр саҡ пульт артындамын. Мөмкин булғанса тауышты кәметәм, тороп, кирелеп йөрөп алам да артабан эфир тулҡындарына көйләнәм.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: йырҙар яҙа башланым. Коллегалар әйтмешләй, һыҙҙырып баянда уйнайым.