Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Март 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Фәрүәз Урманшин

Тыуған көнөм:  1970 йылдың 23 майы.

Тыуған ерем: Ғафури ра­йо­нының Юлыҡ ауылы.

Белемем буйынса мин:  халыҡ һәм эстрада йырҙарын баш­ҡарыусы.

Радиола нисек эш башланым: телевидениела эшләгәндә радиола ла диктор булырға тәҡдим иттеләр. Һуңынан бөтөнләйгә күстем.

Эшемдә иң оҡшағаны: ха­лыҡҡа тәүгеләрҙән булып яңы­лыҡтар еткереү, татыу, берҙәм коллектив, матур мөхит.

Бер мәл эфирҙа: микрофонды һүндерергә онотоп, һөйләнеп ултырғанмын.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға: тәүге тапҡыр студия микрофоны алдына ултырыу.

Рәхмәтлемен: мине эшкә са­ҡырған етәкселәргә, коллегаларыма.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш:  иртәнге эфирға йоҡлап ҡалыу.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы:  “Яңылыҡтар”ҙың сираттағы бер сығарылышында ҡайһы бер та­уарҙарға хаҡ артыуы тураһында мәғлүмәт уҡығайным. Һуңынан коллегама шылтыратып: “Ошо Фәрүәз хаҡтарҙы арттыра ла ултыра. Йәнем көйөп, радионы һүндереп ҡуйҙым”, – тигән бер тыңлаусым. Исем-шәрифтәре сер булып ҡалһын инде.

Яратҡан йырым: “Үҙ яғыма ҡайтһам”.

Фильм: “Ҡорос нисек сы­ныҡты”.

Эштән арып киткән саҡта: йырҙар тыңлайым.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙаны­шым: “Башҡортостан республи­каһының халыҡ артисы” исеме бирелеүе.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: