Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Март 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Венер Файзуллин

Тыуған көнөм: 10 апрель.

Тыуған ерем: Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы.

Белемем буйынса мин: эколог.

Радиола нисек эш башланым: беренсе тапҡыр кастингҡа бар­­­ғандан һуң мине “Юл­­даш-плюс” йәштәр интернет радиоһына саҡырҙылар. Әммә, ваҡыт юҡлығына һылтанып,   унда барманым. 2017 йылда Башҡортостан юл­даш телевидениеһында декорация ҡуйыусы булып эшләй инем. Бер кис ҡайтып килгәндә: “Ҡара эштә башҡа эшләмәйем”, – тип үҙемә һүҙ бирҙем. Шул уҡ кистә “Юлдаш”та эшләгән Гөлдәр исемле ҡыҙға шылтыратып, эш белештем. “Һорармын әле”, – тип яуап­ланы. Бер-ике аҙнанан һуң, “ЮлдашХит” концертының бүләкләү өлө­шөндә сәскә сығарырға тип, мине саҡырҙылар. Күп тә үтмәне, “Юлдаш” радиоһына эшкә урынлаштым.   

Эшемдә иң оҡшағаны: үҙеңде камиллаштырыу, коллектив һәм концерттар үткәреү.

Бер мәл эфирҙа: радио тың­лаусыларҙың ике төрө бар. Берәүҙәре шылтыратып, алып барыусы ҡуйған һорауға яуап бирә, тема буйынса үҙ фекерен белдерә. Икен­селәре иһә үҙ тауышын ишетеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Бер мәлдә миңә шуларҙың икенсе төрө килеп ҡу­шылды. Әңгәмә берәҙәк эттәр тура­һында бара. Тыңлаусы эфирға сығыу менән яҡындарына сәләм еткерә башланы. Әйтерен әйтте, маҡсатына иреште. Теманы иҫенә төшөрөп, “Ә һеҙҙә берәҙәк эттәр бармы?” –  тигән  һорауыма ул: “Бар, бар, ҡустым. Ана, диванда бот күтәреп ята, бер нәмә эшләмәй, эт, 30 йыл бергә торабыҙ”, – тине лә бәйләнеште өҙҙө.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: герой тигән төшөнсә бөгөнгө көндә һис тә аңлашылмай. Ғәҙәттә, үҙен аямаған, башҡаларҙы уйлап батырлыҡ күрһәткәндәрҙе герой тиҙәр. Әкиәт,  кино, театрҙа ҡуйылған спектаклдәрҙә лә герой, фантастика фильмында   донъяны ҡотҡарыусыларҙы хатта супергерой тип тә әйтәбеҙ. Хәҙерге заманда изге эш эшләүселәрҙе лә герой тип ҡуялар. Улай булғас, кем ул – ГЕРОЙ?

Рәхмәтлемен: юлымда килеп сығып аяҡ салған кешеләргә оло рәхмәтемде белдерәм. Улар булмаһа, мин булмаҫ инем. Белемле булыу мөһим түгел, аңлы булыу мөһимерәк. Сәм тигән әйбер мине алға әйҙәй. Тик сәм менән көнсөлөктө бутамағыҙ!

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш:   төштәр күрмәйем, сөнки ялҡау килә уларҙы ҡарарға.

Яратҡан йырым: Инсан – “Һа­ғышлы йырым”, Рөстәм Ғиззәтул­лин һәм Наҙгөл Отузова – “Йөрәгемде яраланым” һ.б.

Китабым: Һәҙиә Дәүләт­ши­наның “Ыр­ғыҙ” романы, Мостай Кәрим­дең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы.

Фильм: “1+1”.

Эштән арып киткән саҡта: тыу­ған яҡтарға юлға сығам, йә булмаһа, икенсе йүнәлештәге эштәр   төп эшемде һағындырта.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙа­нышым: 2018 йылда Башҡорт Асыҡ КВН лигаһының чемпионы булыу. Был ҡаҙанышҡа мин дүрт йыл барҙым.  Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышым ике бала атаһы  бәхетенә эйә булыуҙыр.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: