Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Март 2022, 07:00

Ҡайһы алма тәмлерәк?

Магнитогорск ҡалаһына тейеп, күстәнәскә емеш-еләк алырға магазинға индем. Банан, виноград, хөрмә һатып алғас, күҙ алма йәшниктәренә төштө.


– Ҡайһы алма тәмлерәк? – тип һатыусыға өндәштем.
Минең йәштәге һатыусы ирҙең башҡа милләттән икәне маңлайына яҙылған. Ул алмаларға күҙ йүгерткәс, абруйын һаҡлап торманы, эйелеп-бөгөлөп йылмайып, миңә текәлде:
–  Уларҙың барыһы ла үҙенсә тәмле, һылыу. Һеҙгә ниндәйерәк алма кәрәк?
– Һутлы һәм үтә ҡаты булмағаны, – тинем.
– Миңә лә шундайҙар оҡшай. Алмаларҙы ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла әйтәм. Һутлы һәм үтә ҡаты булмағандары оҡшай... 
– Ә миңә барыбер  һеҙгә нимә оҡшағаны, – тип иңбашымды һикерттем. Асыуым килдесе... 
– Һеҙҙең кеүек һылыуҙың ире лә, балалары ла барҙыр?
Шәхси тормошома һис бер рөхсәтһеҙ инергә әҙерләнгән иргә уҫал ғына яуаплап өлгөрмәнем, ишекте шар асып, магазинға ҡатын килеп инде. Ябай ғына кейемдә, таушалған сумка тотҡан, ҡарамаҡҡа 40 – 45 йәшлек уртаса кәүҙәле ҡатын тишә яҙып тәүҙә миңә, шунан һатыусыға ҡараны. Ир бер мәлгә генә юғалып ҡалғандай тойолдо, һәр хәлдә миңә тәғәйенләнгән майлы йылмайыуы юйылды. Күҙен алмаларға төбәп, ҡабалан ғына тоҡсайҙы ҡыштырлатты:
– Һайланығыҙмы? Ҡайһыһын тултырайым?
Мин ауыҙҙы асҡансы, ҡатын һүҙгә килде:
– Тағы үҙеңдекенә тотондоңмо?
Ир утлы ҡарашы менән уны өттө:
– Шым! Кеше бар!
“Мине бында юҡ тип иҫәпләгеҙ”, – тип әйтке килде инде, ләкин телде тешләп, йәшел алмаларға төрттөм:
– Миңә, зинһар, бер кило!  
Аҡса түләгәс, емештәрҙе алып сығып киттем. Ә теге ҡатын артымдан эйәрмәһенме!
– Ул һеҙгә бәйләндеме? – ҡолаҡ төбөндә тауышы ҡаты яңғыраны.
– Юҡ. Ә тейеш инеме? – туҡтап, ауыҙҙы йырҙым.
– Ул кәзә тәкәһе бит! – ҡатындың төкөрөгө сәсрәне. – Ыштанһыҙ килеп ингәнен онотҡан! Йәш бисә эҙләй үҙенә!
Ярһыған ҡатынды туҡтатмай, шып-шым уға йомшаҡ ҡарап торғас, ул һүҙен дауам итте:
– Һеҙгә ҡалай йылмая! Быяла ишек аша күрҙем. Ауыҙы ҡолағына еткән. Саҡ яланмай! Уға ышанып, алдана күрмәгеҙ! Минең хатаны ҡабатлап ҡуймағыҙ! 
– Тынысланығыҙ, – терһәгенә ҡағылдым. – Мин шундай өлкән, йәш бисә роленә бер нисек тә ярай алмайым... Теләһәгеҙ, машинама ултырып, һөйләшеп алайыҡ, урамда һыуыҡ.
Галина* тәүҙә миңә шикле ҡарай-ҡарай баш тартырға уйланы, шунан бер аҙ тынысланып, машина эсенә инеп ултырҙы. 
– Һеҙ психологмы әллә?
– Юҡ, – машинаны ҡабыҙҙым. – Салонды йылытайыҡ. Мине күптәр психолог тип уйлай, ләкин мин – ябай журналист.
– Минең турала яҙырға уйлайһығыҙмы? – Галина башлығын сисеп, автоматик рәүештә сәсен рәтләне. – Ҡуй, яҙмағыҙ.
– Яҙырлыҡ булһа, исем-шәрифтәрҙе үҙгәртеп яҙам, борсолмағыҙ.
Һүҙгә һүҙ эйәреп, ниһайәт, Галина тормошон бәйән итте:
– Был, – магазин яғына ымланы, – Кәрим, минең ир. Граждан ирем. Үзбәкстанда законлы ҡатыны бар. Мин икенсе ҡатыны булам инде... Әхирәтемә йәшәргә киткәйне, саҡ кире ҡайтартып алдым. Күҙе-башы уйнап тора шулай. Миңә йәш кәләш кәрәк, бала кәрәк, тип нервымды ашай...
Бер нисә йыл элек санузелға ремонт яһарға ниәтләп, гәзиттәге иғландар аша плиткә оҫтаһын эҙләп табып, саҡырғайным, шул Кәрим булып сыҡты. Яңы ғына илебеҙгә эш артынан килгән ир менән танышҡанда ул йүнләп русса ла белмәй ине. Аҙ һүҙле, ҡулдары эш белгән, ихтирамлы ир ванна менән бәҙрәфкә плиткә йәбештерҙе. Оҡшаны ул миңә. Нисектер унан йылылыҡ бөркөлөп тора. Аҡса туплағас, балконды ла һеҙҙән ремонтлатырмын, тип әйткәйнем, улайһа, мин буш ваҡытымда балконығыҙҙы ремонтлай башлайым, аҡсаһын яйлап түләрһегеҙ, тине. Һәм кистәрен ике-өс сәғәткә килеп, келәткә әйләнгән балконымды рәтләргә тотондо. 
Бер көндө сәй эсергә саҡырҙым. Һөйләшеп ултырғанда, ул, әйҙә, мин былау бешерәм дә, һине һыйлайым, тип тәҡдим итте. Ризалаштым. Бергә баҙарға сығып, ит, дөгө, тәмләткестәр һайлап һатып алдыҡ, ул ихласлап былау бешерҙе. Шул киске аштан һуң миңә массаж яһаны... Иртән, миндә ҡал да ҡуй, тинем. Һәм ул ҡалды. 
Мин 25 йәшемдә иремдән айырылғайным, эсеп һуғышыуы арҡаһында. Ҡыҙым кейәүгә сығып, айырым тора. Яңғыҙ йәшәүе ифрат ҡыйын. Ҡайҙа барам тиһәң дә  иш кәрәк. Яңғыҙ барһаң, мотлаҡ ҡырын ҡараусылар, төрттөрөүселәр табыла. Ирле кеше  ирле ул, яҡлаулы була, тел-теш тейҙереп бармайҙар. Ә яңғыҙға һәр кемдең көсө етә. Өйҙә лә бер туҡтауһыҙ ир ҡулы талап ителә, үҙеңдеке булһа, кешенекенә көнөң төшмәй, бер кемгә лә инәлеп йөрөмәйһең. Кәримдең ҡулы ла оҫта, теле лә татлы, уның нимәһен йәшерәһең – ҡосағы ла ҡайнар. Ул да, аҡса эшләйем тип, ғаиләһен тыуған ерендә ҡалдырып, Рәсәйгә килеп, ҡатын-ҡыҙ һөйөүенә һыуһап йөрөгән. Ир кешегә күп кәрәкме, ашарға әҙерләп, өҫтөн йыуып, түшәк йылытып торһаң – шул етә, эҫенә лә китә.
Кәрим, әйткәндәй, миңә тәүҙә “айым”, “йондоҙом” тип кенә иркәләп өндәште, тауышын күтәрмәне. Уларҙың теле бигерәк ныҡ татлы: һөйә башлаһа, ҡарлуғасым, һандуғасым, күгәрсенкәйемдән генә һалдыра. Беҙҙекеләр ғүмерҙә лә ундай һүҙҙәрҙе башына ла индермәҫ (үҙемдең тәүге ирҙән алып әйтәм). Етмәһә, Кәрим эсмәй, тартмай, намаҙ уҡый, шуға һаулығы ныҡ, дәрте саманан ашыу, ташып бара. 
Ҡыҫҡаһы, иретте мине балауыҙҙай, хатта нисек пропискаға индергәнемде лә аңламай ҡалдым. Матур ғына итеп йәшәп ятҡанда Рәйсә әхирәтем арабыҙға инде. Ул да, минең яңыртылған балконды күргәс, үҙенең балконын ремонтлатырға ҡыҙыҡты. Кәрим ни, шунда уҡ ризалашты. Ул гелән күберәк аҡса эшләү уйы менән янды. Эшләгән аҡсаһын даими рәүештә тыуған еренә оҙатты. Бер ҡасан да аҡсаһын миңә тотонманы, арлы-бирле аҙыҡ-түлек алғанын иҫәпләмәгәндә, минең аҡсаға йәшәнек һәм йәшәйбеҙ. Әммә мин уға ғашиҡ булып, быға иғтибар бирмәнем. Ирем бар, тип ҡыуандым. Рәйсәгә лә Кәрим менән бергә ҡултыҡлашып барып йөрөнөм. Рәйсә лә яңғыҙ ҡатын бит, ышаныс юҡ. Бер ваҡытта ла минең алда бер-беренә ҡарашҡандары, үҙ-ара ғына һөйләшкәндәре булманы. Ләкин барыбер минең өҫтән һүҙҙәре береккән: Кәрим тотто ла, мин уға алған кейемде ҡалдырып, бер пакет әйберен алып, Рәйсәгә күсеп сыҡты! 
Минән киткәненә ышанмай, артынан эйәреп барҙым. Нимә етмәй һиңә, ҡайт, тип инәлдем. Һин минең динде һайламаның, исламға күсмәнең, мин шуға ла Рәйсәгә өйләнәм, ул мосолман ҡатыны, беҙгә мәсеттә ижәп уҡыта алалар, Хоҙай алдында йөҙөм яҡты буласаҡ, ти. 
Мин уның тыуған ерендә ҡатыны, балалары барлығын беләм, Кәримде, айырыл, тип йонсотмайым, ҡатыны менән һөйләшкәнендә шым ғына артты ҡыҫып ултырам, бер ни талап итмәйем, ә ул, Рәйсәгә өйләнәм, ти! Рәйсәне саҡ туҡмаманым, Кәрим араға инде. Элекке әхирәтте ҡарғап-ҡарғап, илап ҡайттым. Һалҡын түшәктә йоҡлай алмай, Рәйсәне лә, Кәримде лә төнө буйы әрләнем. Тыныс йәшәргә ирек бирмәнем барыбер уларға. Мин ыҙаланғанда, улар бәхетле йәшәргә тейеш түгел ине. Үсем, Рәйсә бала таба алманы. Ауыры төшөп, һаулыҡ йәһәтенән проблемаһы башланып, Кәрим типкеләнгән эт сүрәтендә кире ҡайтып килде. Үткәнде иҫләп, бер алама һүҙ әйтмәнем, һин дә мин ҡаршы алып, йәшәп киткәйнек тә, Кәрим мине ғәфү итмәне, башҡа ҡатындар менән сыуала. Минең күҙ алдында. Махсус рәүештә мине шулайтып кәмһетә. Мин бит Рәйсә тураһында ғына түгел, уның турала ла бар ергә ғәйбәт тултырҙым, яманатын һаттым, йәнәһе лә, ремонтты насар эшләй, алдаҡсы, ялҡау, бур һ.б., һ.б. Шуға ла Кәрим башҡа эш таба алмай, яҡташтары аша ошо магазинға эшкә инергә мәжбүр булды. Мине күрә алмаһа ла, барыбер өйөмә ҡайта, миндә йәшәй, бер ҡайҙа ла бара алмай. Мин уны ебәрмәйем дә. 
– Ә ҡайтҡыһы килһә? – был ҡатындың ҡылыҡтарына шаҡ ҡатып, шөрләңкерәп ҡуйҙым.
– Ҡайҙа? Тыуған яғынамы? Ҡайтармайым! – шулай тине лә Галина, кинәт илап ебәрҙе. Күҙ йәштәре атылып сыҡты! Күл иткәнсе илап бушанғас, ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп, уфтанды:
– Үҙем дә шуны уйлаһам... Уф, шул тиклем ҡыйын! Кәрим ҡайтып китһә, нисек артабан йәшәп китермен, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Мин унһыҙ йәшәй алмайым!
– Кәримдән башҡа ир бөткәнме ни?
– Ул берәү генә! 
– Һеҙ хаталанаһығыҙ, – тип баш сайҡаным.
– Миңә ҡарағыҙ – кем миңә ҡараһын?! Миңә 43 йәш! Ирҙән айырылғас, шәхси тормошто яйларға маташмаған, тиһегеҙме әллә?  Йыйын алкаштар ҙа эт ялҡауҙары осраны! 
– Кәримегеҙ ҙә принц түгел әле, ябай ир.
– Уның ыңғай яҡтары киреһенә ҡарағанда күберәк! Мин иҫләйем бит уның нисек итеп мине “айым”, “йондоҙом”, “ҡарлуғасым” тип атағанын, яндырғансы иркәләгәнен!
– Пропискаға инер өсөн тырышҡандыр...
– Юҡ! Бушты һөйләмәгеҙ! – Галина “гөлт” итеп ҡалды, ҡарашынан утлы уҡтар сәселде, хәҙер миңә ташлана икән, тип ҡот осто. 
– Улар йәшәргә торлаҡ, прописка өсөн, бушлай даими енси яҡынлыҡҡа инер өсөн әллә нимәләр вәғәҙә итеүе мөмкин, – ҡурҡһам да һаман үҙемдекен тылҡыным, – тел һөйәкһеҙ ҙә инде. Кеше һәр ваҡыт ҡайҙа ла уңайлыраҡ итеп урынлашырға тырыша. Һәм һөйөү вәғәҙәләре өсөн бер кемде лә яуапҡа тарттырып булмай. Улар бөгөн бында, иртәгә – үҙҙәрендә. Елгә ышанып булмаған кеүек, гастарбайтерҙарға ла ышанмаҫҡа ине. Һәр хәлдә арҡаны терәргә ашыҡмаҫҡа.
Галина мине башҡаса тыңлап торманы, ҡапыл ҡалҡынып, сыҡты ла китте. Машинаның ишеген шапылдатҡансы япҡанында йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Ишекте йәлләп. Ә ҡатынды тамсы ла йәлләмәнем. Үҙен-үҙе ихтирам итмәгән, яратмаған ҡатындың нимәһен йәлләйһең? Көҙгөләргә күҙ һалдым да, ипләп кенә газға баҫтым:
– Һы, ҡайһы алма тәмлерәк?.. Әлбиттә, үҙебеҙҙә үҫкәне! Алманың иң тәмлеһе – тик үҙебеҙҙә үҫкәне!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА. 
 * Исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: