Тыуған ерем: Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы.
Белемем буйынса мин: филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Радиола нисек эш башланым: 2002 йылдың сентябрь айында «Башҡортостан радиоһы»ның «Ижад» әҙәби берекмәһендә эш башланым.
Эшемдә иң оҡшағаны: берҙәм, ихлас, татыу коллектив булыуы.
Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: һәр тапшырыу, һәр герой һинең күңел түрен дә үҙ урынын биләй. «Мәғариф» темаһын яҡтыртҡан саҡта Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында булырға тура килде. Беҙҙе ҙур бер оркестр менән ҡаршы алыуҙары һис оноторлоҡ түгел.
Башҡортостандың һәр районын тиерлек урап сыҡтыҡ. Яҙмаларҙы алып ҡайтҡас та, монтажлап, эфирға сығарғансы шул геройҙарың менән йәшәйһең. Ҡайһы берәүҙәре яҡын кешеңә әүерелә. Һуңғы йылдарҙа социаль мәсьәләләргә бәйле темаларға күберәк иғтибар бүлергә тырышам. Мөмкинлектәре сикле булып та, тормошҡа-йәшәйешкә ынтылыштарын юғалтмаған Саҡмағош егете, спортсы, блогер Рөстәм Нәбиев, Әбйәлил районы Йәнекәй ауылынан бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһындағы тапшырыу радио тыңлаусылар араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы.
Рәхмәтлемен: яҙмышыма, матур тәрбиә биргәне өсөн ата-әсәйемә, улым Айнурға.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: бер- ике йыл хаттар бүлегендә зшләп алырға тура килде. Шул саҡта хаттарға бәйле мажаралы төштәрҙе йыш күрә инем.
Яратҡан йырым: күңелгә ятҡан, мәғәнәле йырҙар.
Китабым: В.Пикуль, “Нечистая сила”, шиғри йыйынтыҡтар,
Фильм: “Судьба человека”, “Вокзал для двоих”, “С легким паром” ...
Эштән арып киткән саҡтарҙа: йәйгеһен баҡсала рәхәтләнеп ерҙә соҡонам, мунса инеп ял итәм, ҡышын саңғыла йөрөүҙе хуп күрәм. Форсаты сыҡҡан һайын тыуған Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеп, үҙемә илһам алам.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: өс йәшлек ейәнсәрем Мәликәнең, Мәскәүҙә йәшәһә лә, таҙа итеп башҡортса һөйләшеүе, рухлы бала булып үҫеүе – минең өсөн ғорурлыҡ.