Дуҫтар, ә һеҙ ҡурсаҡтарҙың башҡортса һөйләшкәнен ишеткәнегеҙ бармы? Эйе-эйе, йәнһеҙ ҡурсаҡ бала менән туған телебеҙҙә әңгәмә ҡора, хатта йырлай ҙа, көйләй ҙә белә. Ҡойоп ҡуйған башҡорт рухлы уйынсыҡ!
Бынан бер нисә йыл элек кенә милли форум-йыйылыштарҙа республикабыҙҙа башҡорт йәнһүрәттәре, ҡурсаҡтары етмәүе хаҡында фекерҙәр йыш яңғырай ине. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн был мәсьәлә беҙҙең өсөн әллә ни актуаль түгел. Бөгөн һәр өйҙә тиерлек сабыйҙар «Тамыр» телеканалының сериалдарын ҡарай, «Аҡбуҙат»ты, «Йәншишмә»не уҡып рухлана. Ошо тәңгәлдә Бөрйән ҡыҙы Руфиә Ханованы һәм уның башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтарын телгә алмау мөмкин түгел. Республикабыҙҙа күптәр уны тап «ХанТойс» башҡорт ҡурсаҡтары оҫтаханаһын асҡан йүнсел булараҡ белә. Ниәтем – уңған замандашым менән яҡындан таныштырыу.
– Башҡорт рухлы ҡурсаҡтар яһап, йөҙләгән сабыйҙы ҡыуандырған оҫта кем ул? Һеҙ ҡайһы яҡтан?
– Руфиә Ханова булам. Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында тыуып үҫтем. 12 йәшемдә Өфө иҡтисад лицей-интернатына уҡырға килдем дә ошонда ҡалдым. Баш ҡалала бухгалтер булып эшләйем. Ирем Фәнис менән Алтынай исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
– Һөнәрегеҙ буйынса тегенсе йә дизайнерһығыҙҙыр тип уйлағайным.
– Юҡ. Мин БДУ-ның физика һәм математика факультетын тамамланым. Шул мәлдән һандар донъяһы үҙенә йолоп алды. Үҙемде төрлө урында һынап ҡараным, әммә яратҡан эшемә барыбер кире ҡайттым. Һандарҙы иҫәпләү, матур итеп урынлаштырыу оҡшай. Ситтән тороп РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй финанс университетында уҡыным. Уны тамамлағанда ҡыҙыма бер йәш ине.
– Ғөмүмән, башҡорт ҡурсаҡтарын эшләү идеяһы нисек килеп тыуҙы? «ХанТойс» нимәне аңлата ул?
– Дүрт йыл элек көтөп алынған ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тормошобоҙҙо, ҡарашыбыҙҙы үҙгәртте, тип әйтһәм, аптырарлыҡ түгел инде, һәр бала үҙ өлөшө, үҙ дәресе менән килә. Декрет ялы мине яҙышырға өйрәтте, хатта уйҙарымды яҙып барыу өсөн «Инстаграм»да теркәлдем. Баламдың теле сығыр ваҡыт еткәс, рус телле мөхиттә сабыйыма үҙ телемде һәм мәҙәниәтемде нисек һеңдерергә, тигән уй борсой башланы. Тәүҙә үҙем радио һымаҡ күп итеп башҡортса хәбәр һөйләргә тотондом, бер заман «Китап» магазинының кәштәләрен аҡтарҙым.
Ошо рәүешле башҡортса йырлаған уйынсыҡ эшләү теләге тыуҙы. Атаһы Фәнис идеямды элеп алды ла, рус телле уйынсыҡтарҙы тиреп, эстәлеген өйрәнә башланы. Интернетты күп соҡоно. Инде ике ай үтеүгә ҡулымда башҡортса йырлаусы уйынсыҡ бар ине. Исемде үҙемдең фамилиям менән атаным, «ХанТойс» Хан уйынсыҡтары тигәнде аңлата («toy» – инглиз теленән тәржемәһе – уйынсыҡ).
– Бөгөн Өфөлә башҡорт уйынсыҡтарына ихтыяж бик ҙурҙыр? Социаль селтәрҙә һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡарағас, ошондай фекергә килдем.
– Эйе, ҡыҙыҡһыныусылар күп. Ҡайһы саҡ кеше бер нисә йыл күҙәтеп, һорауҙар биреп барып, уңайлы осраҡта һатып ала. Башлыса ата-әсәләр сабыйҙарына тыуған көнгә йә башҡа байрамға бүләк итә. Бер алғандар йыл дауамында бар туғандарына бүләк итеп сыға. Себерҙән вахтанан ҡайтып килгән атайҙар һатып алһа, күңелем үҫеп китә! Төнгө самолеттан төшөп, таңға килеп алыусылар бар, иҫкә төшһә, ҡыҙыҡ инде ул.
– Был уйынсыҡтарҙы балаларға нисә йәштән һатып алырға мөмкин?
– Иң кәрәк сағы, минеңсә, теле асыла башлағанда, фразаларҙы ҡабатларға өйрәнгәндә. Ҙурая килә, 3 – 4 йәштән йырҙарын ота башлайҙар. Ете йыр һыя бит инде, ошоларҙы иҫендә ҡалдырһа, бына нисә йырҙы ятлап ала! Яҡшы бит? Мәҫәлән, Алтынайыбыҙ уйынсыҡтың фразалары менән һөйләшеп китте. Әле дүрт йәш, башҡортса һәм рус телендә иркен аралаша, быға ҡыуанам.
– Кәсебегеҙ хаҡында тулыраҡ һөйләгеҙ әле. Уйынсыҡтарҙы ҡайҙан алаһығыҙ? Ирегеҙ ярҙам итәме?
– Әҙер уйынсыҡтар һатып алабыҙ. Мин биҙәүестәрен эшләйем, тауышын яҙҙырам. Батарейкаһын алмаштырыу һәм уйынсыҡты йыуыу өсөн артына замок ҡуям. Төрлө уйынсыҡ төрлөсә эшләнә. Мәҫәлән, ҡуянға махсус күлдәк тектереп алам. Тәүҙә Мәләүездән тегенсе Фәнзилә Бураҡанова тегә ине, хәҙер Өфөлә Альбина Шәһретдинова ярҙам итә. Әлбиттә, төп ярҙамсым – ирем, ул тауыш модуле алыу, яҡшы батарейкалар табыу өсөн яуаплы. Сит ил кешеләре менән әңгәмә алып бара. Ҡайһы саҡ курьер булып та китә. Бынан тыш, заказдар күбәйһә, Алтынайҙы ҡарау тулыһынса уның иңенә төшә.
– Уйынсыҡтарҙың төп маҡсатын, тәғәйенләнешен үҙегеҙ нимәлә күрәһегеҙ? Бөгөн бит күп бала өйҙә башҡортса һөйләшһә лә, мәктәпкә йә баҡсаға барһа, руссаға күсә. Был тәңгәлдә фекерегеҙ нисек булыр?
– «Ейәнемә башҡортса өйрәтмәйҙәр», – тип көйөнгән өләсәйҙәр йыш мөрәжәғәт итә. «Исмаһам, уйынсыҡта булған һүҙҙәрҙе белеп үҫһен, бер-ике йырҙы булһа ла башҡортса белһен ине», – тиҙәр. Аңлайым. Тағы ла: «Әхирәтем башҡорт булһа ла, сабыйын русса һөйләштерә», – тип борсолған һатып алыусылар бар. Минеңсә, иң мөһиме – мөхит кәрәк. Бында инде бала ҡосағынан төшөрмәй йөрөткән, башҡортса һөйләшкән һәм йырлаған уйынсыҡ ярҙамға килә.
«Тел үлә!» – тип оран һалыусылар аптырата. Юҡ, әгәр беҙ тере икән, ул да йәшәйәсәк. Мин ошо рәүешле телемде үҫтереүгә хәлемдән килгәнсә булышлыҡ иткем килә.
– Афарин, Руфиә! Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, уңыштар юлдаш булһын!
P.S. Ысынлап та, Руфиәнең фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Мөхит барҙа, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк. Тимәк, әлеге ҡурсаҡтар һәр миләттәшебеҙҙең йортонда булырға тейештер, минеңсә. Балаларыбыҙҙы туған теленән мәхрүм итмәйек!
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ әңгәмәләште.