Тултырма
Был ризыҡты әҙерләү өсөн малдың үпкә-бауыры, йөрәге, аҙ ғына эс майы кәрәк. Беҙ уны, ғәҙәттә, йылҡыныҡынан әҙерләйбеҙ. Үпкә-бауырҙы ит үткәргес аша үткәреп, бүрттерелгән дөгө ярмаһы, тоҙ, борос, һуған, һарымһаҡ ҡушып, бутарға. Ҡуйы булһа, 1 стакан тирәһе һыу ҡойорға. 1 – 2 сәғәт ултыртып торғас, фаршты таҙартылған эсәктәргә тултырырға. Ике яҡлап еп менән ныҡлап бәйләргә лә, һыулы кәстрүлгә һалып, талғын утта 2 сәғәт бешерергә. Ярылмаһын өсөн эсәкте ҡайнап сыҡҡансы һәм ҡайнағас, 5 – 6 урындан энә менән тишергә.
Табынға эҫе килеш, телемдәргә ҡырҡып, картуф йәки йәшелсә менән бирергә.
Ябай салат
Ҡабығы менән бешерелгән 3 картуфты әрсеп турарға, ваҡланған 100 г ыҫланған колбаса, 1 һуған, 100 г консерваланған ҡыяр, бер бәйләм укроп өҫтәргә. Барыһын бергә 4 ҡалаҡ үҫемлек майы һәм 1 ҡалаҡ гәрсис, самалап тоҙ, борос һалып бутарға.
Кокослы эремсек десерты
250 г аҡ эремсекте яҡшылап иҙергә. Әгәр эре бөртөклө булһа, иләк аша сығарырға мөмкин. 100 г ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ шәкәр оно, 1 балғалаҡ ванилин, 3 ҡалаҡ кокос онтағы һалып, блендер менән күпертергә. Килеп сыҡҡан тәмлекәсте матур һауыттарға һалырға ла (2 – 3 порция) өҫтөнә ҡырғыста ҡырылған 50 г ҡара шоколад һибергә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.