Тыуған ерем: Хәйбулла районының боронғо башҡорт Степной ауылы.
Белемем буйынса мин: башҡорт филологияһы магистры.
Радиола нисек эш башланым: осраҡлы ғына рәүештә. Төркөмдәш ҡыҙҙар кастингҡа көсләп килтерҙе.
Эшемдә иң оҡшағаны: тура эфирҙар. Был эштең, минеңсә, иң ысыны, иң "тереһе".
Бер мәл эфирҙа: барыһы ла план буйынса китте. Шул хәтлем иҫемдә ҡалды, сөнки ундай мәл бер тапҡыр ғына булды.
Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: бер ҡунаҡ килер алдынан үтә ныҡ тулҡынландым. Ул – Өфөлә эшләгән стилист. Беренсе сәбәбе: мин модала бер ни ҙә аңламайым. Икенсеһе: ул минең буласаҡ кәләшем ине.
Рәхмәтлемен: уҡытыусыларыма, ата-әсәйемә, ғаиләмә, "тел асҡыстары" теләгән ҡартәсәмә.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: һәр иртә тәүҙә эшкә һуңлағанымды төшөмдә күреп уянам, унан һуң ысынлап уянып, уятҡысты һүндерәм.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: миллионлаған тыңлаусының һәр береһен иҫләйем, һәр береһен исемләп беләм. Ышанмайһығыҙмы? Бына улар: Рөстәм, Зөлфиә, Хәбир, Альбина, Зөһрә, Заһир, Таһир...
Яратҡан йырым: әлеге ваҡытта Филүс Гәрәевтың "Беҙ киләбеҙ" яҙмаһы. Иртәгә нисек булыр, белмәйем.
Китабым: Сыңғыҙ Айытматовтың "Тавро Кассандры". Иртәгә шулай уҡ булыр.
Фильм: "Звездные войны" киноэпопеяһы (аҙаҡҡы эпизодтарҙан башҡа).
Эштән арып киткән саҡтарҙа: мин мунсаға барам.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: яңыраҡ ҡына ҡыҙымды имгәкләп йөрөргә өйрәттем. Ул үҙе өйрәнде, әлбиттә, әммә беҙ ул ҡаҙанышты уртаҡ тип танырға килештек.