Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Февраль 2022, 07:00

“Гел дә алдаҡсылар осрай...”

Һәр кемдең бәхетле, һау-сәләмәт, уңышлы булғыһы килә. Һәм һөйөп-һөйөлөп йәшәү ҙә теләктәр исемлегенең иң түрен биләй.

 Бәләкәй бала ла, үҫмер ҙә, йәш кеше лә, урта йәштәрҙәге ир менән ҡатын да, өләсәй менән олатай йәшенә-дәрәжәһенә еткән кеше лә һөйөүгә мохтаж. Сөнки һөйөү беҙҙе йәшәтә, йәшәртә, илһамландыра, йәшәүгә мәғәнә өҫтәй. Яҡындарыңа, дуҫтарыңа, эшеңә, шөғөлөңә булған һөйөү ҙә бик мөһим, ләкин шулай ҙа ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт хисе һәр ваҡыт айырым иғтибар үҙәгендә. Үҙ ишеңде табып, ғаилә ҡороп, һөйөү бишегендә балалар үҫтереүгә бер ни етмәй. Ҡырҡ йәшкә тиклемге ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар һаны илебеҙҙә бер тигеҙ тиерлек (1 йәштән алып 29 йәшкә тиклемге бер мең ҡатын-ҡыҙға – 1050 ир-егет, 30 – 39 йәштә бер мең ҡатын-ҡыҙға 999 ир-егет тура килә), тимәк, һәр ҡаҙанға үҙ ҡапҡасы бар. Әммә әйләнә-тирәлә һөйөүгә сарсаған яңғыҙ ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙар туп-тулы. Һомғол буйлы, һылыу Әлфинә* лә улар иҫәбендә.

– Ҡыҙым беренсе синыфта уҡығанда ирем менән айырылыштыҡ, – тип һөйләй ул. – Уның менән яратыу булманы, нисектер шул ете йыл йәшәлде инде. Ҡыҙым атайһыҙ үҫмәһен, тигәйнем дә, һөйөү булмағас, бергә донъя көтә алманыҡ. Ун йыл тормошомдо тик ҡыҙыма бағыш­ланым, уның өсөн йәшәнем. Башкөлләй эшкә сумып, буш ваҡытымды ҡыҙым менән генә уҙғарып, шәхси тормошомдо онотҡайным. Балам мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс кенә яңғыҙлыҡтың ни тиклем әсе булыуын тойҙом. Буш өйгә ҡайтҡым килмәй, һуңғаса эштә йөрөйөм дә, һуңынан барыбер ҡайтырға тура килә. Ә тын өйҙә – бушлыҡ. Күңелдә лә бушлыҡ. Ҡай ваҡыт яңғыҙлыҡҡа түҙмәй, шулай уҡ йәш ғүмерем заяға үттеме ни, ни өсөн мин ошо хәлгә ҡалдым, тип тәгәрәп ятып илайым. Гел халыҡ араһында йөрөгәс, минең яңғыҙ булыуымды бер кем дә белмәне.

Көтмәгәндә “Бәйләнештә” селтәрендә бик һуң ғына берәү дуҫтарға өҫтәлде. Яҙышырға әллә ни яратмайым, шуға күрә телефон номеры менән алышып, һөйләшә башланыҡ. Бер уртаҡ таныш апай, мине маҡтап, танышырға өндәгән икән. Иртәгәһенә Хәсән менән осрашып, бер-беребеҙҙең уй-хыялдары тураһында һөйләшеп алдыҡ. Тәү күреүҙән үк бик ныҡ оҡшаттым. Нисектер яҡын, күптән эҙләгән кешем кеүек тойолдо. Хәсән беренсе ҡатыны менән 12 йыл элек айырылған, икенсеһе менән дә байтаҡ йәшәгән, әммә законлы айырылмағайны. Эштән сығып, шул ҡатыны янына китеп барған еренән мине күреп, кире тороп ҡалды. Танышыуыбыҙға дүртенсе көн тигәндә бергә йәшәй башланыҡ. Хыялыбыҙ бер үк ине – үҙ өйөбөҙҙә йәшәү. Яңғыҙ булһам да, гел өйҙәр ҡараным, их, үҙ өйөң, үҙ баҡсаң булһын ине, ҡасан ғына хыялым тормошҡа аша инде, тип теләнем. Йылдар буйына туплаған аҡсам булғас, бер ниндәй бурысҡа инмәйенсә, ҡаланың бик матур урынынан түбәһе ябылған бура һатып алдыҡ. Осоп-ҡунып йөрөнөк, бөтә эште икәүләп бергә башҡарҙыҡ һәм бер йылда өйгә барып керҙек. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла беҙ унда эш менән була инек, бына бит ул бәхет, тип ҡыуанып, дәртләнеп, илһамланып йәшәнем. Икебеҙ ҙә ут инде, Хәсәндең ҡулынан килмәгән эш юҡ, нимәгә тотонһа ла – булдыра торған алтын ҡуллы ир. Мин дә, был   ҡатын-ҡыҙ эше түгел, тип торманым, уның менән бергә иҙән дә һалыштым, торба ла үткәрештем, башҡа эштәргә лә ҡурҡмай тотондом. Гел бергә булдыҡ, быға тиклем бармаған донъяны ҡыуып етәйек тигәндәй, өтөп-ҡырып, яратышып, шаярышып эшләнек. Донъям түңәрәкләнгән һымаҡ ине.

Әммә яҙын ул кинәт үҙгәрҙе. Өйгә ҡайтһа, телефонын һүндерә, һөйләшергә кәрәк саҡта сығып китеп һөйләшә. Өй – һинеке, ти башланы. Нисектер һыуынды, һөйләшмәҫ булды. Аҙна һайын үҙ яғына ҡайтып китте. Ә бит беҙ, башҡа ваҡ-төйәк эштәрен өҫтөндә ятып эшләп тамамлап ҡуйырбыҙ, тип кәңәшләшеп, өйгә йәй башында күскәйнек.

Бер көндө эштә сағымда, бына һинеке танышыуҙар сайтында ултыра, тип миңә фото менән смс ебәрҙеләр. Көс-хәлгә эштең аҙағын көтөп алдым (смена төнгө  сәғәт ун икелә бөтә). Ҡайтҡас, ҡыҙып, һайла: йә мин, йә танышыуҙар сай­тындағы ҡатындар, тип ультиматум ҡуйҙым. Хәсән бер ни әйтмәй, төн уртаһында сығып китте. Икенсе көндө килеп, әйберҙәрен алды ла, үҙ яғына ҡайтты. Теүәл бер аҙна телефондан һөйләштек, тынысланам да, килермен, тине. Ә һигеҙенсе көндө мине бөтә ерҙә лә “ҡара исемлек”кә тыҡты. Һуңынан уның турала, 12 йыл элек айырылған ҡатыны менән йәшәй башлаған, тинеләр. Шуға тиклем көтә инем, бөгөн килмәһә, иртәгә килер, тип. Беренсе ҡатыны менән ҡауышҡанын ишеткәс, донъям түңкә­релде, ваҡыт туҡтаны. Бер ни күрмәй, бер ни ишетмәй, тере һөлдәгә ҡалдым. Ашауҙан яҙҙым, хатта һыу ҙа эсә алмай инем. Ярай ҙа ҡыҙым янымда булды, уға таянып, аяҡҡа баҫа алдым. Бер мин генәме, бар туғандар аптыраны уның кинәт шулайтып юғалыуына, бер ни аңлатмай ҡасыуына. Тыныслығымды урлаған Хәсәнде тыным менән тартып алырҙай хәлдә дүрт ай һөйөүҙең ғазаплы уттарында яндым. Иң ауыр саҡта психологҡа ла мөрәжәғәт иттем.

Ошондай хәлдә йөрөгәндә “Бәйлә­нештә” Шамил килеп инде. Уның да минең кеүек шаңҡып йөрөгән мәле ине. Йәйгеһен мәрйәне кәләш итеп алған булған, өс ай ҙа үтмәгән, айырылыш­ҡандар. Күптәнге таныштар кеүек, эй рәхәтләнеп һөйләштек уның менән. Ул Себерҙә, алыҫта йәшәһә лә, яҡын һымаҡ ине. Беренсе көндө үк, мине көтһәң, Яңы йылға һиңә ҡайтам, тине. Хәсән һүҙгә һаран булһа, хәбәрсән, алсаҡ Шамил менән рәхәт, уртаҡлыҡтар күп ине. Беҙ заманында бер үк уҡыу йортонда уҡығанбыҙ, бер үк йырҙарҙы яратабыҙ, икебеҙ ҙә бер үк мөхиттә ҡайнашабыҙ... Бик ауыр саҡта тормошома ҡояштай балҡып килеп ингән  Шамил менән һөйләшеп туйып булмай. Иртәнме ул, кисме – телефондан хисләнеп ҡысҡырып йырҙар йырлай, төрлөсә шаярта, күңелемде күрә. Хоҙай беҙҙе бушҡа осраштырмаған, тип матур пландар ҡорҙоҡ, көн дә осрашыу минуттарын иҫәпләнек. Ул, отпуск ал да, яныма кил, тип үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Улай йөрөп өйрәнмәгәс, беренсе танышыуға үҙем барырға ҡурҡтым.

Шамил менән аралаша башлағанға бер аҙна тигәндә Хәсән шылтыратты. Дүрт айҙан һуң беренсе тапҡыр! Йылы кейемем һиндә ҡалған, шуларҙы килеп алайым әле, тине. Һәм бер көндө килде. Хәсән гел дә кеше тупһаһында йәшәгән, уның үҙ торлағы юҡ ине. Шуға ла үҙ йорто тураһында хыялланды, өйгә күсеп сыҡҡас ҡыуаныуы! Бер йылда төҙөп сыҡҡан ошо сынъяһау донъяны һин нисек ташлап киттең, нисек хыялыңды тәүге ҡатыныңа алыштырҙың, тип һораным. Беренсе ҡатынын ул бит гел яманланы. Миңә, һин 100 процент ҡатын, тик телең генә әсе, тине. Мин бешеренергә оҫтамын, боронғо ҡатындар кеүек, икмәген дә һалам, һалма йәйеп, туҡмас та ҡырҡам, магазиндан һатып алмай, үҙем ярымфабрикаттар эшләп, туңдырғысҡа тултырам, ҡул эшен яратам.

Шамилдың, әү, тәтәйем, әү, бәпәйем, тип шылтыратыуҙарына иреп, татлы теленә ихлас ышандым. Тора-бара ул мине Себергә йәшәргә саҡырҙы. Ҡырҙа йәшәй алмайымдыр ул, тинем. Оҙаҡҡа түгел, бер өс йылдан Башҡортостанға күсеп ҡайтырбыҙ, тип ымһындырҙы.

Яңы йылға ике көн ҡалғас, остом яныңа, бәпәйем, тип ул ҡайтырға сыҡты. Юлда саҡта гел дә шылтыратып торҙо. Баш­ҡортостанға килеп еткәс, мин – тыуған еремдә, тип шатланып шылтыратты. Шул саҡта ул кемдәлер туҡталды. Машинам емерелде, бөгөн һиңә барып етә алмам, бәйләнеш алама, юғалтма, тине. Үҙе, нисәгә тиклем эшләйһең, тип һораны. Ә ул көндө эштән һорап, алдараҡ ҡайттым. Шамил килгән, мине эҙләп эшемә барған. Һин ҡайҙа, тип шылтырата. “Килде!” – тип шатланып, янына йүгерҙем. Матур гөлләмә тотоп, машинаһынан килеп төштө. Шулайтып аралаша башлағанға һигеҙ аҙна тигәндә күрештек. Оҙон юлдан һуң арыған, йонсоғайны, мин дә сменанан һуң ныҡ арығайным. Һағынып көтөп алған яҡын кешем килде бит, тип һөйөнөүем...

Иртә менән торғас та, үҙ яғыма ҡайтам, машинаны ремонтларға кәрәк, тине. Яңы йылды бергә ҡаршыларға киләһеңме, тип һорағайным, мин бит шылтыратмайынса, иҫкәртеүһеҙ йөрөйөм, тип көлдө. Үҙ яғына ҡайтҡас, уның пландары ҡырҡа үҙгәреп китте. Яңы йыл ҡаршыларға килмәне. Зарығып көткән Яңы йылым байрам булманы. Һин әллә кәләш алдыңмы, тип һорап яҙҙым. Ҡайҙан беләһең, ти. Һиҙенәм, тип яуапланым. Бәхетле бул, тип яҙҙы. Икенсе көндө түҙмәй, нимә уйлағанымды, кисерештәремде яҙып ебәрҙем. Донъяла төрлө хәл була бит, бушамай киттем, тине. Өсөнсө көнө, бер ни булмағандай, бәпәйем, тәтәйем, нимә үпкәләп ултыраһың унда, тип шылтыратты. Килде был. Эштә инем. Фатирым да бар минең, шуның асҡысын тотторҙом да, бара тор, тинем. Яңы йылда кем менән булғанын һораманым да. Тик, мин һине тәрбиәләй алмам, һин быға тиклем нисек булғанһың, шулай ҡалырһың инде ул, тип кенә әйттем.

Иртән ул, эштәр күп, тип ҡайтып китте лә, кисен тағы килде. Телефон аша һөйләшкән пландар тураһында ләм-мим өндәшмәне. Миңә, уҫалһың, тине.

– Мине кем наҙлап йөрөтһөн, донъя шулай ҡаты, уҫал булырға өйрәтә, – тинем. Ныҡ етди холоҡломон, килде-китте түгелмен шул.

– Ныҡ йәш күренәһең, ҡыҙы менән йөрөй, тип әйтерҙәр, – тип йылмайҙы.

– Эргәңдә йәш, матур ҡатын йөрөһә, ғорурланырға кәрәк, – тинем.

Хәсән менән төҙөгән йортҡа барып, күп итеп күстәнәстәр бирҙем. Бына, өй беҙҙе көтә, тинем. Ләкин ул ҡайтып китте лә, башҡаса яҙманы, шылтыратманы. Көткән өмөттәрем аҡланманы. Шуның менән беҙҙең мөхәббәт тарихы бөттө шикелле. Аҙаҡ ҡына уның йөрөмтәл булыуын аңланым – Шамилдың ҡатындары күп икән.

Бында ғына бөтә уй-кисерешемде яҙып бөтә, аңлата алмам. Ниңәлер гел дә алдаҡсылар осрай миңә. Ҡасан бәхетле булырмын икән? Ҡасан ул көн килер?

Ҡайһы бер ирҙәрҙең хәленән килмәгән эштәрҙе башҡарырға ҡурҡмай тотонған егәрле, шәп, нескә генә һылыу ҡатындың һорауҙарына миндә, үкенескә күрә, яуап юҡ. Ә шулай ҙа бәхетле булырға ынтылған кешенең мотлаҡ бәхетле булырына инанысым ҙур. Әлфинә лә тормош һабаҡ­тарын яҡшы үҙләштереп, кешеләрҙе танырға өйрәнһә, күңел йылыһын һәр үткенсегә өләшмәҫ ине. Ул үҙенең хазина булыуын, саф һөйөүгә лайыҡлы икәнен аңлаһа, үҙен дә, мөхәббәтен дә, ваҡытын да теләһә кемдәргә сарыфлап тәләфләмәҫ ине. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ул да, башҡа яңғыҙҙар ҙа үҙ ишен табып, бәхетле булһын!

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

*  Исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: