Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Февраль 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Филүс Ҡасимов

Тыуған көнөм: 24 ғинуар,1979 йыл.

Тыуған ерем: Салауат районының Ҡарағол ауылы.

Белемем буйынса мин: БДПУ. Музыка уҡытыусыһы.

Радиола нисек эш башланым: киске яңылыҡтарҙы ҡарап ултыра инек, Флүрә Мурзина теледикторҙар конкурсы иғлан ителеүе тураһында әйтте һәм туғаным өҙмәй ҙә ҡуймай шунда барып үҙемде һынап ҡарауымды үтенде, мин килдем. Ике көн буйы ҙур һынау аша үтеп, эшкә алындым.

Эшемдә иң оҡшағаны: коллектив, иреклек.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой:  Норд-Оста әсирлектә булғандарҙы азат итеүҙәрен ишеткәс, эфирға сығып «ура» ҡысҡырырға ултыра инем, ярай Әхәт ағай Мортазин тыйып, үҙе эфирға сығып, был яңылыҡты матур итеп халыҡҡа еткерҙе.

Рәхмәтлемен: мине яҡты донъяға тыуҙырған ата-әсәйемә, әлеге көнгәсә янымда булыусы бөтә кешегә.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: ваҡыты менән эфирға һуңлап ҡалыу тураһында төш керә.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: 20 йыл элек эфирҙа танышҡан Күгәрсен һәм Бүздәк районындағы тыңлаусы менән дуҫ-туған кеүекбеҙ инде хәҙер. Бүздәктән Клара апайым йыл һайын Өфөгә тыуған көнөмә килә.

Яратҡан йырым: күп кенә улар.

Китабым: «Бедный папа, богатый папа». Финанс белемен арттыра торған китаптарҙы уҡырға тырышам.

Эштән арып киткән саҡтарҙа: арымайым. Эштә бер төрлөлөк юҡ, эфирҙан тыш та саралар уҙғарабыҙ. Шуға күрә «День сурка» тигән кеүек төшөнсә юҡ беҙҙә.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: республика Башлығының Почет грамотаһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: