Хас та әкиәттәге Ҡарһылыу кеүек. Тик тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, эске булмышы менән дә ҡар-боҙҙан яһалған һымаҡ ул. Йөҙөндә ғүмерҙә лә йылмайыуҙың әҫәре булмаған, аҙ һүҙле Ләйлә хис-тойғоларын бик төпкә йәшергән. Уның артынан ир-егеттәрҙең ниндәйҙәре генә йөрөп ҡараманы – күңел ҡапҡалары бер кемгә лә асылманы, Ләйлә яңғыҙлыҡты иш итте.
Ошо туң ғына ҡыҙ ни өсөн кейәүгә сыҡҡыһы, бала тапҡыһы килмәгәнен аңлатып, мин нәфрәт эсендә үҫтем, тине:
– Һөйөүҙең ни икәнен белмәйем. Мине лә яратманылар, мин дә бер кемде лә яратмайым.
Ә яңыраҡ, көслө тетрәнеү кисереп:
– Мин ғүмер буйына атай-әсәйемде күрә алмай, бигерәк тә әсәйемә рәнйеп, тамуҡта ян, тип бәддоға уҡып йәшәнем, – тип иланы. – Ә уларҙың бер ғәйебе лә булмаған, мине уларға ҡаршы ҡотортҡандар ғына икән... Яңыраҡ атайым яғынан туғандарға барып, яҡындан танышып, әбейем атай-әсәйем тураһында һөйләгәс, туҡтай алмай илайым да илайым...
Атайымды яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем, ә әсәйемде бөтөнләй иҫләмәйем. Ҡайҙан иҫләйем инде, ул мунса эсендә аҫылынып үлгәндә, миңә ни бары ике генә ай булған. Бына шулай, имсәк баламды етем итәм, сабыйым сит ҡулдарға ҡала, тип уйламаған, мунсала мине сайындырып, атайыма, алып ҡайтып, ҡалаҡлап һыу эсер, йоҡлата тор, тигән дә, үҙе, йыуынғас, таҙа кейемен кейеп, тотҡан да башын элмәккә тыҡҡан. Әсәйем яғынан туғандар, һин уны ошо хәлгә алып барып еткергәнһең, тип атайымды ғәйепләгән, ҡартәсәй атайымды ҡарғап уҡ бөткән. Атайым үҙен яҡлап бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Йәш ир үҙен нисек яҡлаһын инде?! Бәлки, шул мәлдә ул, ысынлап та, үҙен ғәйепле лә һанағандыр...
Атайым менән әсәйем бик иртә өйләнешкән. Әбейемдең һөйләүенсә, улар етәкләшеп урамдан уҙғанда, кешеләр хатта туҡтап ҡарап торған – шул тиклем икеһе лә сибәр, ҡупшы, сағыу булған. Бер-береһенә ҡарашып туймаған ғашиҡтар ҡауышып, бергә йәшәй башлағас, әсәйем тағы ла нығыраҡ һылыуланған – аҡ йөҙөнә нур ҡунған.
“Был балаларға күҙ генә тейә күрмәһен, күгәрсендәй гөрләшеп кенә йәшәһендәр инде, тип теләнек, – тип һөйләне әбейем. – Һин тыуғас, һине ҡулдарынан төшөрмәй яраттылар. Бигерәк тә килен һине яратып, ашап алып бара, “сиҡ” итһәң дә, өҙөлөп төшөр ине. Килен аҫылынып үлде, тигәнде ишеткәс, шаҡ ҡаттыҡ, тиеү генә аҙ, телдән яҙҙыҡ, башыбыҙға һыйманы, нисек инде, шулай матур, татыу ғына йәшәп ят та, үл дә кит?! Етмәһә, үҙ иркең менән. Аптырағандың көнөнән ҡустыбыҙҙан, әллә арағыҙҙа бер-бер хәл булдымы, тип ҡат-ҡат һораныҡ, әллә киленде рәнйеттеңме, тип шикләнә лә башланыҡ. Юҡ, тип кенә башын сайҡаны һәм килендең бер туған ағаһы Ринатты күргәс, һүҙһеҙ уға йоҙроҡ менән ташланды. Береһенең бер тауыш-тыны сыҡмай, шып-шым тас та тос һуғыштылар. Саҡ айырып алдыҡ. Килендең зат-зәүере ҡустыбыҙҙы ҡарғай, һин генә уның башын ашаның, тип төрмә менән янай... Үҙ-үҙен үлтергән кешегә йыназа уҡымайым, тип мулла килмәне. Ололарҙан кемдер ясин сыҡты. Милиция, бәлки, ғәйебең барҙыр, тип ҡустымды тартҡыланы. Шул арҡала һине, бәпесте, ай-вайға ҡарамай, приютҡа алып киттеләр. Ҡустыбыҙға ҡарарлыҡ та түгел ине. Ҡара янғайны ул. Киленде ерләгәндән һуң айнымай, эшенә бармай, эсте лә эсте. Балаңдан тороп ҡалаһың, тиҙерәк өйләнергә кәрәк һиңә, тигәс, кейәүгә сыҡмай шиңгән, үҙенән байтаҡҡа өлкән ҡарт ҡыҙ менән ЗАГС-ҡа инде. Шунан һине приюттан алып ҡайттылар. Ҡустыбыҙ күҙ алдында эскегә һалышты. Кеше ишетмәгәндә генә зарлы йырҙар тыңлап, һөйөклө кәләшен һағынып, һағышланып тик йөрөр ине, бисара.
Бер көндө кисләтеп кенә беҙгә килеп инде. Һалмыш ине. Төн еткән, бар, ҡайтып йоҡла, тигәйнем, йоҡларға өлгөрөрмөн, әйтә торған һүҙемде генә әйтәйем дә, тип мине болдорға саҡырып сығарҙы. Болдорға ултырып, тәмәкеһен көйрәтеп, ауыр көрһөндө лә, Зиләмдең үлемендә минең ғәйебем юҡ, апай, тине. Беләм, һине бит бер кем дә ғәйепләмәй, тинем. Икебеҙ араһында ғына ҡалһын, йөрәгемде өтә, һөйләмәй башҡаса түҙә алмайым, ти: “Зиләнең ағаһы Ринат бөгөн аҫылынып үлгән. Барып мәйетенә төкөрөп киттем – шул шаҡшы Зиләмдең үлемендә ғәйепле. Зилә, был турала бер кемгә лә һөйләмә, тип яҙһа ла, нисек һөйләмәйһең? Шул шаҡшы Ринат Зиләне, бер туған һеңлеһен, алты йәштән ун ете йәшенә тиклем бисә итеп файҙаланып йәшәгән... Мин өйләнгәс, кәләшемдең ҡыҙ түгеллеген аңлаһам да, һыр бирмәнем. Ауылда йөрөмтәл тигән исеме сыҡманы, кем уның ҡыҙлығын алып өлгөрҙө икән, тип баш ватһам да, һораманым, шул тиклем ярата инем, урынһыҙ һорауым менән рәнйетеп, арабыҙҙы боҙоуҙан ҡурҡтым. Һигеҙ йәшкә өлкән бер туған ағаһылыр, тип башыңа индерәһеңме? Бәндә араһында һис ҡасан өнө-тыны сыҡмаған, кеше яратмаған, әшәке Ринат нәфсеһенә баш була алмай, ата-әсәләре эштә саҡта Зиләмде тотоноп әрәм иткән, гелән ҡурҡытып, туҡмап көсләп, йәнен ошолайтып ваҡлап-ваҡлап йолҡҡан да ырғытҡан, йолҡҡан да ырғытҡан, апай. Ҡурҡыу, ерәнеү, көсһөҙлөк, үпкә, рәнйеш эсендә йәшәгән Зиләм беҙ өйләнешкәндә ауырый ине. Башында шеш барлыҡҡа килгән булған. Башына сыҙай алмай ауырыны. Һинең менән төҙәләм ул, тип өмөтләнгәйне лә, ҡайҙан... Бала тапҡандан һуң сире оторо көсәйҙе генә. Ләкин ул үҙ-үҙенә ҡул һалыр тип уйламаным. Дауаланыр, бергә-бергә оҙаҡ йәшәрбеҙ, Ләйләнән башҡа тағы балалар табып үҫтерербеҙ, тигән хыялдарымды селпәрәмә килтерҙе. Бына, ул бит миңә һәм Ләйләбеҙгә хат яҙып ҡалдырғайны. Ҡыҙым, һине атайыңа ҡалдырам, ул һәйбәт кеше, һине матур итеп тәрбиәләп үҫтерер, тип яҙған. Ринатты өйгә, айырыуса Ләйләгә яҡын юлатма, ул мине шулайтты-былайтты, тик был турала башҡаларға ләм-мим, ояты ни тора, тип яҙған”. Ҡустымдың һөйләгәндәренән быуынһыҙ булып, янына сүгәләнем. Ул кеҫәһенән таушалып бөткән ике дәфтәр битен сығарып, миңә тотторғас, асырға ла ҡыймай ултырҙым, килендең яҡындары һине ҡарғап әрләгәндә нишләп ошоно йөҙҙәренә бәрмәнең, тип кенә әйтә алдым. Зиләмде йәлләнем, кеше аҙаҡ ғүмер буйы онотмай, уны сәйнәр, тип өндәшмәнем, ти ҡустым. Ярай, мин бушатынып киләйем, тип айҡала-сайҡала утынлыҡ яғына киткән ҡустымды оҙаҡ көттөм. Саҡырам, өндәшмәй. Һырттан ҡайтып китте, ахыры, тип өйгә инеп ятҡайным, күҙгә йоҡо эленмәй. Йоҡлап ятҡан иремде уятып, ҡустым килгәйне, утынлыҡ яғына китте лә батты, сығып ҡарайыҡ әле, күңелем тыныс түгел, тип фонарикты алып утынлыҡҡа барһаҡ, түмәр өҫтөндә йоҡлап ултыра. Ирем, тор, нишләп ултыраһың, тип иңбашына ҡағылғайны, муйынында кер бауын күрҙек – ултырған ғына килеш аҫылынғайны... Бер көндә үлгәс, ҡустымды Ринаттың үлемендә ғәйепләнеләр. Йәнәһе лә, һис бер сәбәпһеҙ, нәфрәтләнеп, Ринатты барып аҫҡан да, шунан үҙен-үҙе үлтергән. Шул саҡта инде мин, халыҡтың өнөн ҡапларҙай дәлил – ҡустым ҡалдырған хат ҡулымда булһа ла, килендең исемен рисуай итмәйем тип, телде тешләргә мәжбүр булдым”.
– Әбейем миңә ошоларҙы һөйләп, әсәйем яҙып ҡалдырған хатты биргәс, донъям түңкәрелде, – Ләйлә үкһеүен тыя алмай. – Атайым да үлгәс, мин үгәй әсә ҡулында тороп ҡалғайным бит. Ул мине яратманы, гел дә йәберләне. Ҙурайғас, нишләп, яратмағас, мин һеҙгә артыҡ йән булғас, йә туғандарға, йә балалар йортона бирмәнегеҙ, тип һорағайным, йорттан буш ҡалғым килмәне – сығып китеп ҡайҙа барайым, бынауындай иркен өйҙө ҡалдырып, тине. Һинең әсәйең йүнһеҙ ине, алама ине, тип гел әсәйемдең күләгәһен әрләне, әсәңә оҡшап, һин дә эшкинмәгән, ямаҡһың, әсәңдең юлын ҡыуаһың, тип ерле-юҡтан кәмһетте. Өйҙә әсәйемдең бер фотоһы ла юҡ, үгәй әсә ташлап бөткәйне. Зыяратҡа ла барырға рөхсәт итмәне, барғаныңды белһәм, ике аяғыңды өҙөп ырғытам да, эттәргә ашатам, тип ҡурҡытты. Туғандар менән дә аралашырға рөхсәт итмәне. Саҡ ҡына мәктәптән һуңыраҡ ҡайтһам да, синыфташ ҡыҙҙар менән урамдан көлөшөп килһәм дә, һепертке, күмер ҡыҫҡыс менән туҡманы. Мин шуға гел дә әсәйемә рәнйеп, күккә ҡарап, мине ташлап киттең, һинең арҡала мин ошо хәлдә ыҙаланып йәшәйем, мин һине яратмайым, күрә алмайым, тип уны әрләй инем. Әбейемдән әсәйемдең яңғыҙ һәм атайым менән бергә төшкән фотоларын алып, әсәйемдең һағышлы ҡарашын, иҫ киткес һылыулығын күреп, хайран ҡалдым... Ул шундай йәш кенә булған, объективҡа ҡурҡыу ҡатыш ҡыуаныс менән ҡарап төшкән – хас та ҡоралай балаһы. Мин, ысынлап та, әсәйемә оҡшағанмын икән... Икенсе фотоһүрәттә атайым менән әсәйем бер-береһенә һыйынышып ҡына ултыра. Икенсе донъяла ла шулайтып бер-береһенә һыйынышып ҡына йөрөйҙәрме икән, тип илауым...
Бөгөн йоҡлар алдынан, әсәй, мин һине ғәфү итәм, һин дә мине кисер, зинһар, ғәфү ит, тип илай-илай үтендем һәм шул мәлдә йылы ғына нимәлер өҫтән төштө лә, сәстәремде наҙлап һыйпап-һыйпап китте... Әсәйем ине бит ул... Әсәйем килеп, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән ҡағылып, башымдан һыйпап китте. Тик ғәзиз әсәйҙәр генә шулай итеп үҙ балаһын наҙлап, иркәләп, йомшаҡ ҡына итеп һөйә алалыр. Ниһайәт, мин дә ошо бәхетте татыным. Бер тапҡыр ғына булһа ла әсәкәйем, бәғеркәйем, минең башымдан һыйпап яратты...
Ләйләгә ҡушылып, көн дә иланы – кинәт кенә ергә ҡуйы томан төштө...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.