Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Февраль 2022, 11:00

“Бәләһенән баш-аяҡ, элекке һаулыҡ та юҡ”

Эскән килеш руль артына ултырған кеше – енәйәтсе,  тип иҫәпләгән Рәмил* юл-транспорт ваҡиғаһына тарығанға тиклем үҙе лә бер нисә тапҡыр иҫерек килеш машина йөрөткәне булған.

– Хәйер, иҫерек, тип, мин үҙемде иҫереккә һанаманым, бер-ике рюмка араҡы эскәндән һуң бер ни ҙә булмай, тип иҫәпләнем. Дуҫтар, хеҙмәттәштәр, туғандар менән күрешкәндә “осрашыу хөрмәтенә” тип тамаҡ сылатыу хатта изге ғәмәл кеүек ине. Мин үҙемде, русса әйтмешләй, “неприкасаемый” итеп тойҙом. Йәнәһе лә, бөтә бәлә-ҡаза башҡалар менән генә булыуы ихтимал, ә мине, яҡындарымды урап үтә. Был эрелек, мин-минлек тойғоһо ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер, әйтә алмайым. Әммә бер ҡурҡыныс көндө яҙмыш мине хәтәр итеп түпәләп, салҡан төшөрөп һалып ҡуйҙы...

Эш буйынса баш ҡалаға барырға йыйынғас, ҡатыным һикереп төштө:

– Мин дә һинең менән барам!

– Ҡуйсәле, юлда ыҙалап йөрөмә, – тинем. – Юлы   юлмы, етмәһә, көнө боҙолоп тора.

– Һинең менән бер ҡайҙа ла йөрөгәнебеҙ юҡ, шул эш тә эш, тип ғүмеребеҙ айырым үтеп бара, – тип үпкәләгәс, ярай, тик унда барыбер һинең яйыңа йөрөргә ваҡытым булмаясаҡ, эшем ныҡ күп, тип ризалаштым. Ҡатындарға бармаҡты тешләргә рөхсәт итһәң, беләкте умырып алырҙар: хәләл ефетем, әйҙә, балаларҙы ла үҙебеҙ менән бергә алып барайыҡ, тип мине өгөтләргә кереште, йәнәһе лә, уларға Өфөнө күрһәтеп, күмәкләп ял итеп ҡайтырбыҙ. 

Тәүҙә уның ыңғайына ҡабынып, балаларҙы ла алырға ризалаша яҙҙым. Ә шуға тиклем ике-өс аҙна элек Белорет районында аварияла һәләк булған ғаилә тураһында уҡып, этем ҡушҡанмы уларға бәләкәй балаларын үҙҙәре менән бергә йөрөтөргә, тип асыуланып ултырғанымды иҫләнем дә, өҙә һуҡтым:

– Юҡ, балалар өйҙә ҡалһын.

Ҡатындың ирендәре бәлшәйгәнен күреп, ҡәтғилекте бер аҙ йомшарттым:

– Отпускыла бергә барырбыҙ.

Өфөлә эштәрем менән булышҡан арала ҡатыным магазиндар буйлап йөрөп, әхирәте менән кафела ултырып, күңел асты. Уның артынан кафеға барғас, әхирәте, беҙҙә ҡунып ҡайтығыҙ, төнгә ҡарай юлға сыҡмағыҙ, тиһә лә, балалар өйҙә үҙҙәре генә ҡалды, тип ҡайтыу яғына юлландыҡ. Тауҙарға етәрәк ҡатыным миңә ҡарап:

– Шул тиклем рәхәт булып ҡалды, – тип ҡыуанып йылмайҙы, – рәхмәт һиңә!

Мин уға боролоп йылмайҙым да  шунда уҡ кире юлға ҡараным, һәм шул мәлдә беҙгә ҡаршы осҡан машинаны күреп, тормозға баҫтым, рулде ситкә борҙом. Әммә һуң ине – маңлайға-маңлай бәрелештек. Ҡатыным бар көсөнә ҡысҡырҙы. Мин ҡурҡып та, ниҙер уйлап, эшләп тә өлгөрмәнем, көслө бәрелеүҙән бар донъя зырлап әйләнде. Ауыртыныуҙы тойманым. Был хәл беҙҙең менән түгел, икенсе кешеләр менән булған һымаҡ ине, әйтерһең дә, мин ситтән аварияны ҡарап-күҙәтеп торам. Ҡат-ҡат һуғылғандан һуң бер мәлгә тынлыҡ урынлашты – ҡолаҡ тондо. Нишләп мин иҫемде юймайым ул, тип вайымһыҙ ғына уйланым. Шунан ғына аяғымдағы көслө ауыртыу йөрәкте урталай ярҙы, түҙмәй аҡырып ебәрҙем.

– Рәмил, тыныслан, Рәмил, хәҙер беҙҙе ҡотҡарырҙар, ярҙам итерҙәр, – тип ҡатыным иңбашыма тейҙе. Мин башымды уның яғына борғас, баш түбән булыуыбыҙҙы аңланым. Иҙелгән машинабыҙ юлдан осоп түңкәрелгәйне.

Ҡотҡарыусылар килеп, беҙҙе емерек машина эсенән ҡотҡарғанға тиклем ваҡыт бик оҙаҡ үтте. Мең үлеп, мең терелдек. Ҡанды күп юғалтыуҙан, баш түбән ҡыҫылып тороуҙан иҫемде юғалттым. Был минең өсөн яҡшы булды, юғиһә аңлатып бөткөһөҙ ҡыйын ине. Операциянан һуң реанимацияла иҫемә килдем. Ауыҙ эсендәге трубканы сығарырға маташтым, көс етмәне, ҡулдарҙы ла ҡыбырлата алманым... Бушлыҡҡа остом... Бер нисә көндән мине палатаға күсергәс, телде саҡ әйләндереп, ҡатыным тереме, тип кенә һорай алдым. Эйе, тигәнде ишеткәс, бер аҙ еңелерәк булып ҡалды. Ҡатынымды икенсе дауаханаға алып киткән булғандар. Аварияла  төрлө ауыр йәрәхәт алып (аяҡтар иҙелеп, мейе һелкенеп, ҡабырғалар һынып һ.б.), бер нисә операция үткәреп, саҡ өйгә ҡайта алдыҡ. Асыҡланыуынса, беҙгә бәрелгән ир ҙә ауыр яраланғайны. Ул иҫерек булған, юғары тиҙлектә килеп, боролоштан һуң беҙҙең юл һыҙатына килеп сыҡҡан.

Иҫерек килеш руль артына ултырып, беҙҙең ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйған, һаулығыбыҙҙы ҡаҡшатҡан, минең карьераны туҡтатҡан водитель, йүнәлгәс тә, суд ҡарары буйынса колонияға ебәрелде. Ул ултыра, ә беҙ әлегәсә реабилитация үтәбеҙ. Миңә эшемдән китергә тура килде. Тәүҙә етәкселек, көтәбеҙ, төҙәл, тиһә лә, һуңынан ипләп кенә эштән китеүемде һораны. Уларға үпкәм юҡ, сөнки айҙар буйына көтә алмағандарын яҡшы аңлайым. Яңыраҡ ҡына еңел эшкә төштөм, эш хаҡым байтаҡҡа түбән. Таяҡҡа таянып саҡ атлап йөрөйөм, гел башым ауырта, аяҡтар үҙәккә үтеп һыҙлай. Инвалидлыҡ бирҙеләр биреүгә, ләкин һау-сәләмәт булыуға етәме инде?! Машинабыҙҙы металлоломға тапшырҙыҡ. Авариянан һуң йәшәү сифаты, кимәле шунда уҡ аҫҡа төштө, түбән тәгәрәне. Әле водителгә ҡарата яңынан судҡа ғариза яҙырға йыйынам – матди һәм рухи зыянды ҡаплатырға теләйем. Ҡатыным быға ҡаршы, ул: “Кеше риза булып бирер тиһеңме ул аҡсаны, мотлаҡ рәнйеп бирәсәк, шуға ла кеше аҡсаһы кәрәкмәй”, – ти. Ләкин, минең уйымса, ул үҙенең ғәйебе өсөн беҙҙең алда шәхсән яуап тоторға тейеш. Уның колонияла ултырыуынан беҙгә бер фәтүә лә юҡ, аҡсалата түләһен.

Хәҙер осраған һәр кемгә, эсеп руль артына ултыра күрмәгеҙ, тип ҡат-ҡат тыҡып әйтеп йөрөйөм. Балаларҙы үҙебеҙ менән бергә алмағанға ҡыуанам. Улар беҙҙең менән бергә булһа, авария эҙемтәләре тағы ла ҡурҡынысыраҡ булыр ине. Сөнки беҙҙең ҡыҙ, мин тын ала алмайым, ти ҙә, һәр ваҡыт хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындыра ла ҡуя. Ул беҙҙең менән бергә машинала булып, хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡын­дырған булһа... Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс...

Авариянан һуң һаманғаса йүнәлеп бөтмәгән ир эске менән дуҫлығын тамам өҙгән. “Бәләһенән баш-аяҡ, элекке һаулыҡ та юҡ”, – ти ул.

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.   

*  Исеме үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: