Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Февраль 2022, 14:54

Бер яҙмыш тарихы

Бер төркөм ҡыҙҙы Әүжәнгә урман ҡырҡырға алып килеп төшөрәләр. 16 йәшлек кенә әсәйем, кесемен, тип тормай, ололар менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Әммә оҙаҡламай ҡыҙҙарҙың күҙ алдында кешеләр күпләп ҡырыла башлай. Сөнки бер яҡтан – аслыҡ, икенсе яҡтан – ауыр эш. Йәш ҡыҙҙар ҙа ир-егет йөгөн тартып

Тәбиғәте менән көслө ихтыярлы, ҡорос характерлы һәм түҙемле... Ошо һүҙҙәр менән ҡылыҡһырларға мөмкин һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңенә алған Бөйөк Ватан һуғы­шының ҡаһарман һалдат­тарын, тыл ветерандарын. Улар һуғыш һынауҙарын үҙ иңендә күтәргән, шуларҙы йырып сығып, матур итеп донъя ҡороп, гөрләтеп йәшәгән. Һәр хәлдә  геройы­быҙ – Йомабикә инәйҙең күргән-кисергәне алдында бөгөнгө ҡайһы бер һынауҙарыбыҙ сүп кеүек кенә. Уның тетрәндергес, ҡабатланмаҫ яҙмыш тарихы – күптәргә ғибрәт тә, өлгө лә. Иғти­барығыҙға Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсинә Моратова һөйләгән тарихты тәҡдим итәбеҙ.
Йомабикә Әбделхәлим ҡыҙы Ғәзизова 1924 йылда Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән яҙмышы еңелдән булмай. Белем алыу кеүек мөмкинлектәр уға бөтөнләй эләкмәй. Әсәйемә һигеҙ йәш тулғас, уны беренсе класҡа бирәһе урынға олатай менән өләсәй өйҙә ултыртып ҡуя. Сөнки был ваҡытҡа кесе туғандары бер-бер артлы донъяға килә. Әсәйем шуларҙы ҡараша. Олатаһына оҡшап, үтә егәрле, ҡара тырыш, әрһеҙ була ул. Ата-әсәһе баҫыуҙа саҡта йорт тирәһендәге барлыҡ эште үҙ иңенә ала. Эш араһында мәктәпкә йөрөп, көскә өс класты тамамлай. Әсәйем башҡа балалар менән дүртенсе класҡа күрше ауыл мәктәбенә барырға ниәт итә, әммә уны  ебәрмәйҙәр.
– Һиңә күлдәк алғансы, балаларҙы ҡарап, өйҙә ултыр ҙа ҡуй, Йомабикә, – тип атаһы уның теләгенә ҡаршы төшә. 
1940 йылда ауылдағы йәш-елкенсәкте, ҡарт-ҡороно күпләп ФЗО-ға, урман ҡырҡырға оҙата башлайҙар. Әсәйемде, йәшең етмәгән әле, тип алмайҙар. Әммә был исемлеккә уның атаһы эләгә. Ул, олоғайып, сиргә һабышыу сәбәпле, ауыл хакимиәте менән һөйләшеп, үҙенең урынына өлкән ҡыҙы Йомабикәне ебәрә. 
Бер төркөм ҡыҙҙы Әүжәнгә урман ҡырҡырға алып килеп төшөрәләр. 16 йәшлек кенә әсәйем, кесемен, тип тормай, ололар менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Әммә оҙаҡламай ҡыҙҙарҙың күҙ алдында кешеләр күпләп ҡырыла  башлай. Сөнки бер яҡтан – аслыҡ, икенсе яҡтан – ауыр эш. Йәш ҡыҙҙар ҙа ир-егет йөгөн тартып миктәй, хәлдән тая. Бер мәл араларындағы сосораҡ ҡыҙ ҡасырға тәҡдим итә. Ҡышҡы һыуыҡ төндә өс-дүрт ҡыҙ төркөмдән айырылып, ҡайтырға сыға. Әсәйемдең был ваҡиғаларҙы илай-илай һөйләгәне хәтеремдә:
– Яҡынса ҡайһы яҡҡа йүнәлеш тоторға кәрәк икәнен беләбеҙ. Әммә юл алыҫ, ашарға юҡ, ауылдарға инергә шөрләтә. Төндә йүгерә-атлай киләбеҙ ҙә, көндөҙ кәбән төбөнә боҫоп ятабыҙ. Бер мәл асығыуҙан тамам хәлебеҙ бөттө, күҙ алдарыбыҙ ҡараңғылана башланы. Аңҡы-тиңке бара торғас, алыҫта бер ауыл күренде. Күңелгә йылы инде, ҡыуанышып, шуға ҡарай атлайбыҙ. Әммә хәл етмәй, арабыҙҙағы теге сосораҡ ҡыҙ, шунда етәйек инде, кешеләр ҡотҡарыр, тип беҙҙе һөйрәп тигәндәй алып бара. Ауылға яҡынайғас, аяҡтар үҙенән-үҙе шәберәк бара башланы. Ә барып етһәк – унда кәбән төптәре. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ бесәнгә ауҙыҡ та, һығылып-һығылып илайбыҙ. Тамсы ла көс юҡ... Йәнә сос әхирәтебеҙ беҙҙе торғоҙоп, ары атлата.
Көнөң бөтмәһә, йәшәрһең, тигәндәй, Аллаһы Тәғәлә насип иткәндер инде. Шул саҡ әсәйем бәлтәһенең йөйөнән бер бөртөк кенә бойҙай табып ала. Әҙләп кенә имеп барғас, бер аҙ хәл ингәндәй була. Мең ғазап сигеп, аҙашып, арып-талып, үҙҙәренең ауылына килеп етәләр. Әсәйемдең нисек ауылға инеүҙәре, уларҙы ҡаршы алыуҙары хаҡында һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡыҙҙарҙы ауылда бер кем дә танымай, уларҙы юлда осратҡан ҡарт-ҡоро ауыҙын асып, аптырап ҡарай.
– Өйҙөң ишеген астым да, ҡоланым. Әсәйем миңә арҡаһы менән ултырған, ниндәйҙер бер ҡатын беҙгә ингән, сыр-сыу килеп сабыйҙар уйнай. Урыҡ-һурыҡ ҡына уларҙың һөйләшкәнен ишетәм. «Уй, бынау мосафир инде лә ҡоланы, хәҙер нимә ашатып сығарабыҙ инде», – тип әсәйем ҡатынға өндәшә. Мине килеп ҡараған кеше юҡ. Бер мәл  иҙәндә уйнап йөрөгән балалар күреп ҡалып, битемде һыпырып ебәрҙе. «Уй, был Йомабикә апай бит», – тип ҡысҡырыша башланылар. Китте илаш-һыҡташ...
Әсәйемде шулай үлемдән ҡотҡа­ралар. Уға 18 йәш тулғас, әрмегә алына. Йәнә икенсе ҡалаға оҙаталар.
– Кем ете класс тамамлаған? Шулар бер аҙым алға атлағыҙ! – тип ҡыҙҙарҙы һайлайҙар.
Алдан әйтеп үтеүемсә, әсәйгә уҡыу эләкмәй бит инде. Ул, өс класс белемле кеше булараҡ, урынында тороп ҡала. Ата-әсәһенең ҡасандыр уны уҡырға бирмәүе шулай үлемдән ҡотҡарып ҡала. Әсәйем һөйләүенсә, ете класс белемле ҡыҙҙарҙы санитарға уҡытып, фронттың иң алғы һыҙығына оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Әсәйебеҙ иһә Пермь крайының Березники ҡалаһында ағас ҡырҡыу, тимер юлы төҙөү эштәрендә ҡатнаша, Бөйөк Еңеүҙе лә шунда ҡаршылай. Тиҙҙән ошонда тәүге мөхәббәтен, Баян исемле егетте осрата. Бер нисә йыл эшләгәс, йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. Әсәй ауырға ҡала, уға бер нисә ай ял бирелгәс, иренән һорап, Башҡор­тостанға ҡайтып китә. 1948 йылда иң өлкәнебеҙ – Һәҙиә апай донъяға килә. Әсәй, бала бер аҙ үҫкәс, Пермгә кире барырмын, тип ире менән хатлаша. Әммә бер ваҡыт яуап хаттары туҡтап ҡала. Ҡабат-ҡабат яҙып ҡарай, ә ире юғала. Аҙаҡ асыҡланыуынса, өләсәй барлыҡ хаттарҙы йыйып, йәшергән. 
– Йомабикә иренә сығып китһә, эргәләге Ҡыҙылға барам да аҫылынам, – тип күршеһенә инеп әйтә ул. Иң өлкән ҡыҙын юғалтыуҙан ҡурҡҡанмы, ни булғандыр... Ғаиләлә әсәйҙе бер кемдең дә сит тарафҡа ебәргеһе килмәй.
Бер саҡ күрше: 
– Йомабикә, һин китергә ашыҡма... Әсәйең күтәрә алмаҫ, иптәшең үҙе килһен, – тип уға кәңәш бирә.
Әсәй уйланған... Иренә Башҡор­тостанға килергә тәҡдим итеп, яңынан хат яҙып ҡарай. Әммә яуап йәнә килмәй. Башҡа йәр осратҡандыр, тип тағы ҡайғыға ҡала. Ауыр уйҙарынан миктәп, Пермгә барыу теләгенән яйлап төңөлә. Яҙмышы шулай ҡушҡандыр, күрәһең... 
Әсәй һары һағышҡа батып ултырмай, һауынсы булып эшкә сыға. Колхозды күтәреүҙә ҡатнаша. Тап шул эшләп йөрөгәнендә беҙҙең атайҙы осрата һәм уға кейәүгә сығып, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерәләр. Атайым да йәш сағында Пермдә эшләгән. Фронтҡа алынғандан һуң, бәләкәй буйлы  булыу сәбәпле, шунда шахтаға эшкә ебәрелгән. Бөгөн тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, матур тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйебеҙгә сикһеҙ рәхмәт­лебеҙ. Еңеү яҙын яҡынайтыуға улар ҙур өлөш индергән. Ҡәҙер­леләребеҙҙең ейәнсәренә лә шул тарафтарҙы күреү, йәғни шунда уҡыу насип булды – кесе ҡыҙыбыҙ Илүзә өләсәһе төҙөгән тимер юлынан йөрөп, олатаһы күтәреүҙә ҡатнашҡан ҡалаға барып, медицина университетын тамамланы. Беҙ ошоноң менән бәхетлебеҙ...

И. ХУЖАБИРГӘНОВ әҙерләне.

Читайте нас: