Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Февраль 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Рания Билалова

Тыуған көнөм: Өлкәндәр көнөндә – 1 октябрҙә донъяға килгәнмен.

Белемем буйынса мин: филолог-уҡы­тыусы һәм академик хор етәксеһемен.

Радиола нисек эш башланым: 1995 йылда ул ваҡыттағы  Радио – 2-нән. "Белемле, актив, дәртле йәштәрҙе реклама агенты итеп эшкә саҡырабыҙ!" – тигән рекламаны ишетеп килдем. Бына 26 йыл инде алып барыусы булып эшләйем, әлхәмдүлиллаһ!

Эшемдә иң оҡшағаны: радиотыңлаусылар менән тура эфирҙа аралашыу, ҡотлау хаттарын уҡыу оҡшай.

Бер мәл эфирҙа: бер ваҡыт тауыш режиссеры ла, алып барыусы ла студияла бергә ултыра инек. Яңылыҡтар уҡырға Әхәт ағай килеп инде. Мин ситтә тыныс ҡына ултырам. Әхәт ағай яңылыҡтарҙы уҡып бөттө лә көн торошо менән таныштыра башланы. Мин дә эфир башларға тип торҙом да Әхәт ағайҙың арҡаһынан һөйҙөм... Сәсәп китмәһенме. Мин ҡурҡышымдан башымды тотоп, мөйөшкә барып сүгәләп ултырҙым... Әхәт ағай йүтәлләй-йүтәлләй уҡып бөттө. Мин шул ваҡыт, ҡурҡып ҡына тороп, башты аҫҡа эйеп, ғәфү үтендем. Ә Әхәт ағай: "Борсолма, үҙем яңылыш сәсәнем бит мин", – тип сығып китте. Шундай ябай ҙа, кешелекле, кеселекле булыуына хайран ҡалып, рәхмәтле булып эфирҙы башланым. Хәҙерге көндә Әхәт Мотаһар улын доғаларымдан ҡалдырмайым. Урыны йәннәттә булһын! Бик һәйбәт кеше ине. Бөтәбеҙ ҙә үҙен юҡһынабыҙ.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: "Үҙ юлым" тапшырыуын алып бара инем. 80 йәшлек апайҙың әсәһе­нең аяныс яҙмышы хәтеремдә ҡалды (исем-шәрифтәрен әйтергә баҙнат итмәйем). Ике бала менән ирен һуғышҡа оҙатҡан, «хәбәрһеҙ юғалды» тигәс тә, ғүмере буйы көткән... 30 йыл үткәс, ирен башҡа бер ауылда танып, уларға әйтеүҙәре, әсәһенең ике балаһы менән уны барып күреүҙәре бик тетрәндергес ваҡиға булып күңелдә ҡалды.

Рәхмәтлемен: Аллаһы Тәғәләгә, атай-әсәйемә, туғандарыма, етәк­селәремә, хеҙмәттәштәремә, дуҫтарыма.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: эфирға һуңға ҡалғанмын икән, тип күрәм. Был төш бер генә инмәне инде.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: улар хәҙер минең дуҫтарым инде: Өфөнән Рәмзә, Ҡырмыҫҡалынан Валерик.

Яратҡан йырым:  үҙемдең һүҙҙәремә Ленар Бикмурзин көй яҙған "Намаҙға баҫайыҡ" йыры.

 Китабым: Ҡөрьән Кәрим.

Эштән арып киткән саҡтарҙа: намаҙ уҡып алам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙаны­шым: Рәсәй Ислам университетына уҡырға инеүем.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: