Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Февраль 2022, 07:00

Юлда табылған мөхәббәт

Быйыл балалары ата-әсәһенең парлашып татыу йәшәүҙәренең 35 йыллығын, юбилейын, Яңы йыл кисендә гөрләшеп ауылда үткәрәйек, тип зыҡ ҡупты.

Ҡалай йәтеш килеп сыға, бер юлы ике байрам. Аҙаҡ ейәндәренең каникулы башлана, бергәләп күңелле итеп ял итербеҙ, тип һөйөндөләр. Шуға ла атай-әсәй көҙҙән бирле буш ултырған өйҙәрен йылытып, бер аҙ тәртипкә килтерәйек, тип иртәрәк ҡуҙғалды. Ҡайтышлай баҙарға инеп сайыр еҫе аңҡып торған шыршы һайланылар, әллә нисә пакет аҙыҡ-түлек һатып алдылар. Мейескә яғып, өйгә нур индергәс, әсәһенең йырлап ултырған күмер самауырынан рәхәтләнеп сәй эстеләр.

– Үәт, Ҡыш бабай булдырған быйыл! Ҡар тау булып ята, бер айҙа бөтә донъяны тултырған даһа! Мин хәҙер йорт тирәһен бер аҙ таҙартып сығайым, – тип Наилы киң ағас көрәк тотоп, ҡар көрәргә сыҡты. Айгөл аш һалып ебәрҙе лә, шыршыны ултыртырға тип, тимер терәүҙе эҙләп алырға булды. Күптән был өйҙә Яңы йыл байрамдары уҙғаны юҡ. Ҡасандыр бер, бар донъяһын һыҙырып йыйыштырғанда, күҙенә салынғайны ла, хәҙер ҡайҙалыр инде, – бер Хоҙай белә. Ул келәткә сығып, иҫке шифоньерҙың тартмаларын ҡарай башлағайны, шунан терәүҙе лә, бер шыршы тәтәйен дә табып килтереп сығарҙы.

– Аһ!

Башына ҡан йүгерҙе, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Айгөл ҡыҫҡан йөрәген тотоп өйгә инде лә, дарыуын ҡабып тынысланғандай булғас, уйынсыҡты һаҡ ҡына йылы һыу менән һабынлап йыуып алды. Был урыны-урыны менән буяуы ҡупҡан, ялтырауығы тоноҡланған тәтәйҙә һаман кишер тотоп торған ҡуянды танып була ине әле. Ул тәҙрә төбөнә барып баҫты ла, ҡулындағы бәләкәй генә уйынсыҡты ике ҡуллап ҡыҫып, йән өрөргә теләгәндәй, тыны менән йылытып, өйөрөлөп-өйөрөлөп ябалаҡлап яуған ҡарға ҡарап, йәшлегенең иң ғибрәтле лә, ғүмерлек мөхәббәтен дә осратҡан бер Яңы йылына урап ҡайтты.

* **

Салауат медучилищеһының беренсе курсында уҡыған Айгөл менән Мәүә  1979 йылдың Яңы йылын ауылдарында, ата-әсәһе янында, ҡаршыларға, тип ике сәғәткә алданыраҡ ҡуҙғалырға тейешле өҫтәмә «Салауат-Өфө» поезына сыҡтылар.

– Иртән был ҡәҙәре һыуыҡ һымаҡ түгел ине, ибет. Ой, бармаҡтар ҙа өшөй башланы ул, – тип һыуыҡ семетә башлаған биттәрен шарҡылдап көлә-көлә, ҡулдары менән алмаш-тилмәш ҡаплап, уҡыуҙан һуң тура тимер юл вокзалына йүгерҙеләр. Әлдә кисә үк билет алып ҡуйғандар, бөгөн өлгөрмәҫтәр ине.  Иртәрәк өйҙә булабыҙ, тип шатланышып, аһылдашып вагонға килеп инеүгә, поезд ҡуҙғалып та китте. Башҡа ваҡыт вагон шыплап балыҡ тултырылған консерва һымаҡ тулы халыҡ булһа, бөгөн иһә бөтәһе лә урын алып ултырҙы.

Поезд шәп йөрөй торған булғас, бәләкәй станцияларҙа туҡтап тормай алға елдереүен белә. Бөгәсә кешеләрҙең дә кәйефе айырыуса күтәренке: бер-береһен байрам менән ҡотлап бер булдылар. Айгөл дә әсәһенең 50 йәшлек юбилейына тиҙерәк ҡайтып етергә ашҡына. Апай-ағайҙары кисә үк ҡайтҡан булырға тейеш, тип уйланы. Ваҡыт тиҙ үткәндәй тойолдо, станцияларына барып та еттеләр.

– Көн ҡапыл ныҡ һалҡынайтҡан. Балалар, яҡшылабыраҡ кейенегеҙ, – тип сығыр алдынан проводница уларҙы киҫәтте. Ҡыҙҙар үҙҙәренең станцияһына килеп төшкәс, башҡа вагондарҙан кемдәр төшөр икән, бәлки, бергә атларбыҙ, тип ҡарап торҙолар. Һөт һымаҡ томан аша бер нәмә күренмәне. Шул арала һөйләшкән тауыштар ҙа юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ахырҙа улар баш­тарындағы шәлдәрен биттәрен ҡаплабыраҡ уңайлы итеп ябынды, ҡулдарындағы бейә­ләйҙәрен йәтешләп кейеп алдылар. Ап-аҡ томан, күҙгә төртһәң дә күрерлек түгел. Һалҡын һауа тынды ҡурып бара. Сасҡау һыуыҡ, тиҙәр уларҙа бындай һауа торошон. Ай ҙа күренмәй, йондоҙҙар ҙа емелдәмәй. Ярар, йүгерә-атлай ҡайтһалар, ике сәғәтлек юл инде. Юлға төшөп алдылар. Эх, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тиҙәр, өс сәғәттән һуң «Күмертау-Учалы» поезына атаһы ат менән ҡаршы алырға килергә тейеш ине бит, тип үҙен эстән генә әрләп алды Айгөл. Бәлки, юлда ҡаршы осрар әле, тип ҡыйыу булырға тырышты, иптәшенә бер нәмә лә һиҙҙермәне. Улар йәйге юлды яҡшы белһә лә, әле нисектер дөрөҫ атламаған һымаҡ булдылар. Күрәһең, яңыраҡ көслө буран булған, аяҡ аҫты йомшаҡ, батып-батып китәләр.

– Бер аҙ сауҡалыҡ буйлап барабыҙ ҙа, шунан баҫыу ҡырлап яҡынса ике саҡрым атлаһаҡ, Түбәнге Төкөн ауылына барып төр­төләбеҙ. Унан Ағиҙел буйына тиклем ҡул һу­ҙымы ғына ҡала, – тип Айгөл әллә үҙен, әллә Мәүәне тынысландырырға теләп һөйләнде.

Ҡуйы томан аша бик оҙаҡ атланылар. Эх, арттан поездан төшкән кешеләр ҡыуып етһен ине!  Бара торғас, танауҙарын ҡаплап килгән бейәләйҙәре парланып килеп туңып ҡатты, быҫҡау йәбешкәк томанға шәлдәре, пальтолары ап-аҡ булды, керпектәренә аҡ бәҫ боҙ булып ултырҙы. Бер аҙҙан аяҡ аҫты һаламмы, тиреҫме, йомшаҡ нимәнелер тойҙо. Фермаға килеп сыҡтылармы әллә? Силос соҡорона осоп төшмәйек, тип һағыраҡ атларға тырыштылар. Кәртәгә барып төртөлдөләр. Ысынлап та, фермаға килеп сыҡҡандар шул! Күңелдәре йылынып китте. Кәртә буйлап килә торғас, тоноҡ ҡына янған электр бағанаһын күреп ҡалдылар. Яҡыныраҡ барһалар, бәләкәй генә ҡарауылсы өйөнөң тәҙрәһенән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ут төшә. Шатланып киттеләр. Соланында ут юҡ. Ишекте һәрмәп асып өйгә инделәр. Төтөн еҫе һеңгән өйҙөң уртаһында өҫтәл артында гәзит уҡып ултырған ҡарауылсы бабай ҡапыл ишек асылып китеүгә тертләп китте. Башын күтәреп ҡараһа, ҡар бабайы һымаҡ, ике бала мөлдөрәшеп ҡарап баҫып тора.

– Атаҡ-атаҡ! Балалар, һеҙ ҡайҙан?

Ҡыҙҙар ҡапыл нимә әйтергә белмәй, ҡаушап ҡалды

– Бына мейескә яҡынараҡ килегеҙ әле, – тип ҡыҙҙарҙың бейәләйҙәрен һыпырып систереп алып, эҫе плита ҡырына һалды. Мейескә ут өҫтәне.

– Беҙ поездан төшкәйнек... Салауаттан... Аҙаштыҡ беҙ. Тышта бигерәк һыуытҡан, ишшеү бер нәмә лә күренмәй.

– Өҫтөгөҙҙө һалып, бынау мейес буйындағы сөйҙәргә элегеҙ. Кейемдәрегеҙ кипһен. – Үҙе дер-дер ҡалтырап ултырған Мәүәнең туңып ҡатҡан итектәрен систереп, мейес башына ҡуйҙы ла, быймаһының галошын һалдырып, быймаһын Мәүәгә, галошын үҙе эләктереп алды. Бабайҙың күҙҙәре йәшләнде.

– Мейескә кәүҙәгеҙ менән терәлегеҙ, балалар! Һыуыҡ елегегеҙгә үтмәһен. Хәҙер-хәҙер, сәй эсерһегеҙ, – тип өтәләнеп, икеһенә ике көрөшкәгә эҫе сәй яһап тотторҙо. Бер аҙ йылынып ултырғас, ҡыҙҙар телгә килде.

– Бабай, беҙ әле ҡайҙа ул? Был ниндәй ауыл фермаһы?

– Үрге Төкөн.

– Әәә?! – Ҡыҙҙар ауыҙҙарын асҡан килеш һеңгәҙәп ҡалды.

– Әстәғин!  Кирегә табан дүрт саҡрым киткәнбеҙ бит! – тип ҡайғырыштылар.

– Ә һеҙ, балалар, үҙегеҙ ниндәй ауылдан булаһығыҙ һуң? – Яуапты ишеткәс, – алыҫ киткәнһегеҙ икән шул, – тип уфтанып бер булды. Ҡыҙҙар зәңкегән тубыҡтарын, ап-аҡ булған биттәрен ыуыштырып, хәтһеҙ йылынып ултырҙы.

– Бабай, рәхмәт һиңә, беҙ юлда булайыҡ инде, – тип, ҡайтырға йыйындылар.

– Әйҙәгеҙ, балалар, бер аҙ оҙатып ҡуяйым, – тине бабай, уларҙы йәлләп. – Бурандан һуң ауылды ситләтеп киткән юл юҡтыр ул, ишшеү был арала халыҡ та һалам ташыны. Буталсыҡ инде. Ошо юлдан сыҡмай Түбәнге Төкөнгә тиклем барып етерһегеҙ, аҙаҡтан үҙегеҙгә ауыл аша китәһегеҙ инде, – тип ҡатҡыл ат юлына төшөрөп, апаруҡ оҙатып, хәйерле юл теләп ҡалды ул.

Ауылды сыҡҡайнылар, арттан кемдеңдер шәп-шәп атлап килгән аяҡ тауышы ишетелде. Бынау йүнле кеше этен сығармаҫ көндә, үҙҙәре һымаҡ берәй студенттыр инде, Өфө поезынан төшкән булырға тейеш, тип фаразланылар. Шулай ҙа көтмәнеләр.

Ағиҙелде сыҡҡас, ҡуйы урман башлана. Ҡыҙҙар баҙап ҡалды, һеләүһендәр күбәйгән, тине бит халыҡ. Урман эсе һил, тыныс, шылт иткән тауыш та әллә ҡайҙан яңғырап ишетелә. Улар икенсе донъяға килеп сыҡҡан һымаҡ булды. Томан таралған, бөтә тирә-яҡ ап-асыҡ күренә, юл да ялтырап ята. Күктә йондоҙҙар емелдәшә. Ап-аҡ бәҫ менән ҡапланған ағастарҙың шығырлап ярылғаны ишетелә.

Шул ваҡыт уларҙы баяғы аяҡ тауышы хужаһы ҡыуып етте. Егет күрше ауылдан булһа ла, йәштәр бер-береһен белмәй булып сыҡты. Ул да еңелсә кейенгән: ҡулында – йөн бирсәткә, аяғында – ботинкалар, өҫтөндә – ҡыҫҡа модалы пальто. Үҙе лә ныҡ ҡына өшөһә лә, ҡыҙҙарҙы ташлап китә алманы. Ҡыҙ­ҙарҙың сумкаһын икеһен бергә ҡуша бәйләне лә бер ҡулына ҡайышты урап тотоп алды, икенсеһе менән Мәүәне етәкләп, һөйрәтеп тигәндәй алып китте. Айгөл быймала булғас, артыҡ бирешмәне, ә бына быуынһыҙ булған Мәүәне көсләп, этеп-төртөп тигәндәй, саҡ атлаттылар. Дүрт саҡрымдай араны сәғәттән артыҡ туҡтай-туҡтай барҙылар. Ауылдарына ҡайтып етеп, Мәүәне өйөнә индереп ата-әсәһенә тапшырғас, ай-вайына ҡарамай, егетте үҙҙәренә алып китте Айгөл.

Әллә ҡайҙан балҡып, нур сәсеп торған өйҙөң ҡапҡа төбөндә әсәһе баҫып тора ине. Ҡайтам, тигән ҡыҙын аталары, поездан төшмәне, тигәс, үҙенә урын таба алмай ҡапҡа төбөн инде нисәнсе тапҡырға ураны ул. Үҙенең юбилейын да, пенсияға сығыуын да, бер юлы Яңы йылды ҡаршыларға ла тип йыйылған өй тулы ҡунаҡтар ҡайғыһы ла киткәйне.

– Уф, Аллаҡайым! Балаҡайым, ҡайтып еттеңме? – тип шатланып ҡосаҡлап алды әсәһе. Был ваҡытта сәғәт төнгө 12-се, ә термометр 42 градус һалҡынды күрһәтә ине...

Өйгә ингәс, икеһен дә тиҙерәк сисендерә һалдылар, аяҡтарына мейестә торған йылы быйма кейҙерҙеләр, арҡаларына мамыҡ шәл яптылар, араҡы менән бит-ҡулдарын ышҡынылар. Ата-әсәһе шатлыҡтан ни алып, ни бирергә белмәне. Әсәһе ҡайнар мәтрүшкәле сәй, эҫе ҡаҙ һурпаһы, ә атаһы бер көрөшкә бал балы килтереп тотторҙо.

– Бөткәнсе эсеп ҡуйығыҙ әле, хәҙер ҡанығыҙ ҡыҙа башлар, һыуыҡ һыпырып ташлағандай булыр.

Нефть институтында уҡып йөрөгән Наил менән шулай танышып китте Айгөл. Бөтә балалары бергә йыйылғас, ата-әсәһенең күңелдәре түңәрәкләнде, Яңы йылды туған-тыумасалары менән күмәкләп гөрләшеп ҡаршы алдылар. Байрам табынына матур күлдәк кейеп ултырған зифа буйлы, оҙон толомло, ҡыйғас ҡашлы, йылмайып торған күҙле, бит остары алмаланып торған Айгөлдө күреп, егет таң ҡалды. Шампан шараплы бокалдарҙы зыңлатҡанда, уларҙың бармаҡтары яңылыш тейеп ҡалды, тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып китеүенә икеһе лә һиҫкәнде. Мәжлес буйы улар бер-береһенән йәшерен ҡараштарын алманылар. Бер аҙ ултырғас:

– Һеҙгә һыйығыҙға ҙур рәхмәт, мине лә әсәйемдәр юғалтҡандыр ул, ҡайтайым, – тип егет хафаланғас, ағаһы ат егеп, яҡшы толопҡа урап, елдереп кенә алып барып та килде.

Төндә йоҡларға ятҡас та, Айгөлдөң күңеленән Наилдың төҫө, ҡарашы китмәне. Иртәгәһенә ҡыҙ үҙе лә аңламаған бер тойғонан иҫәңгерәп йөрөнө: йә әсәһен йылмайып ҡосаҡлап алып үпте, йә бәләкәй туғандарын шаяртып, өйрөлтөп-өйрөлтөп әйләндереп бер булды. Тик юлда туңған емештәрҙең ҡарайып шиңеүе, әллә күпме шыршы уйынсығынан бер генә тәтәйҙең ватылмай ҡалыуы күңелен ныҡ ҡына ҡырҙы.

– Эй, балам, юҡҡа иҫең китмәһен. Баш иҫән булһа, мал табыла ул. Ашамаған мандаринмы ла күрмәгән тәтәйме, – тип әсәһе арҡаһынан тупылдатып яратты.

   – Әйҙә, клубҡа бергә барайыҡ, – тип Наил кис көнө ҡапҡа төбөнә килгәс, ул уңайһыҙланһа ла, кейенеп сыҡты. Шул көндән башлап улар дуҫлашып китте, гел бергә булырға тырышты. Тәүҙә бер-береһе араһында көн дә ялҡынлы мөхәббәт хаттары осто, унан уҡыуҙарын бөтөргәс, Айгөл эшләй башланы, ә һөйгәне армияға китте. Ҡыҙ ике йыл көтөп алды. Ғашиҡтар тап Яңы йылда өйләнешеп, бына утыҙ биш йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлынан бергә атлайҙар. Ҡапыл күңеле тулып киткән Айгөл һаман да ҡар таҙартып йөрөгән  Наилы янына иңенә шәшке тунын һалып ҡына йүгереп сыҡты.

– Ҡурсалаусым минең, белһәң ине һине нисек яратҡанымды! – тип ҡосаҡлап алды ла, иренең өҫтөнә ҡунған ҡарҙы наҙлап ҡына һыпырып төшөрөп, башын иренең түшенә терәне.

Яңы йыл кисендә бәхетле атай-әсәй гирлянда утында балҡып торған шыршы янында балалары, ейәндәре шау-гөр килеп күңел асҡандарына ҡарап һөйөндө. Ә Айгөлгә шыршының иң осонда эленеп торған, теге ваҡыт иҫән ҡалған берҙән-бер күренекһеҙ генә уйынсыҡ бигерәк тә ҡәҙерле булып тойолдо.

Бына ҡырҡ йылдан һуң да шундай бәхетле тойғоларҙы тағы ла бер тапҡыр кисереүенә Айгөл ҡыуанды ла, моңланды ла.

  

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.

 

Ғафури районы,

Урта Үтәш ауылы.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: