Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Февраль 2022, 07:00

"Йондоҙло табын" - Зөлфир БАСИРОВ

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән йырсы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙ­мәткәре Зөлфир БАСИРОВ бүлешә.

Ваҡ бәлеш

Бүлмә температураһындағы 200 мл кефирға 100 г аҡ май, яртышар балғалаҡ тоҙ, шәкәр, сода, 1 йомортҡа һалып туҡырға. 2 – 2,5 стакан он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Ул эслекте әҙерләгәнсе бер аҙ ял итә. Ҡамырҙы 6 – 8 өлөшкә бүлеп, бәләкәй йәймәләр эшләргә. Эслекте һалғас, уртаһында тишек ҡалдырып, ситтәрен бөрөп сығырға.

180 градус эҫелектәге мейестә    1 сәғәт тирәһе бешә.

Эслек өсөн ит үткәргес аша үткәрелгән тана итенә туралған картуф, һуған, самалап тоҙ, борос һалып бутарға.

 

Ҡарағат менән кекс

4 йомортҡаға 9 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡап ванилин (10 г) һалып, блендер менән күперткәнсе туҡырға. Туҡыуҙан туҡтамай ғына 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ майонез һа­лырға. Аҙаҡ 2 стакан он, 2 бал­ғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 1,5 стакан ҡара ҡарағат ҡушып, ҡалаҡ менән яҡшылап бутарға.

Ҡамырҙы кекс өсөн махсус һауыттарға һалып (берәүһенә, ғәҙәттә, 1 – 1,5 ҡалаҡ ҡамыр етә), 180 градус эҫелектәге мейестә 25 минут бешерергә.

 

“Королева” ватрушкаһы

300 г онға ярты ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, ярты стакан шәкәр,       1 ҡап ванилин ҡушып бутарға.   150 г аҡ май һалып, ҡул менән вал­сыҡтар хасил булғансы ыуырға.

Табаны майлап, он һибергә. Махсус ҡағыҙ йәйгәндә лә була. Өҫтөнә ҡамыр валсығын тигеҙләп һалырға ла, эслекте һыларға. Ватрушка 180 градуслы мейестә 40 минут бешә. Бер аҙ һыуынғас, уны һаҡ ҡына йәлпәк тәрилкәгә күсерергә һәм табынға бирер алдынан шәкәр оно һибергә.

Эслек өсөн 500 г эремсеккә      150 г шәкәр, 4 йомортҡа, ярты ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, 1 лимон һуты ҡушып бутарға. Әскелт тәм яратһағыҙ, лимондың тышын да ваҡ ҡырғыс аша үткәреп һалырға мөмкин.

 

Гөлнур ЮЛДАШЕВА

яҙып алды.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: