Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
9 Февраль 2022, 07:00

Һыранан тәмле ҡоймаҡ, "Йөрәк" печеньеһы һәм шарлотка рецепттары

Гәзитебеҙҙең 4 февраль һанында (№5)"Телеңде йоторлоҡ" рубрикаһында донъя күргән аш-һыу әҙерләү серҙәре.

Һыранан тәмле ҡоймаҡ

2 йомортҡа,  1 стакан һыра, 1 стакан һөт, 1 стакан он, 1 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ сода, тә­менә ҡарап тоҙ, 4  ҡалаҡ көнбағыш майы кәрәк.

Йомортҡаға һыра, һөт ҡойоп, тәменә ҡарап тоҙ, әҙләп-әҙләп он һалып, ныҡ итеп туғырға. Шыйыҡ булһа ла, өҫтәп он һалырға кә­рәкмәй. Ҡоймаҡ йоҡа һәм селтәрле килеп сығырға тейеш.

 

“Йөрәк”печеньеһы

2 йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр, ярты ҡап маргарин, 10 г ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, аш һеркәһе менән һүндерелгән 0,5 балғалаҡ сода, ванилин, он кәрәк.

Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Уны ныҡ йоҡа итмәй генә йәйеп, йөрәк формаһында ҡырҡырға. Өҫтөнә шәкәр һибеп, 180 градустағы мейескә оҙа­тырға.

 

Шарлотка

3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан ҡаймаҡ,    1 стакан он, 0,5 балғалаҡ сода, 3 уртаса алма, бер ус ҡыҙыл ҡарағат, бер ус ҡара ҡарағат (туңды­рыл­ған булһа ла ярай) кәрәк.

Йомортҡа менән шәкәрҙе ныҡ итеп туғырға. Аш һер­кәһе менән һүндереп, сода, он ҡушып болғатырға.

Әҙер ҡамырҙың яртыһын табаға ҡойорға. Уның өҫтөнә  йоҡа итеп туралған алманы һәм ҡара­ғатты һалырға. Өҫтөнә ҡалған массаны ҡойорға.

180 градус эҫелектәге мейестә 30 – 40 минут бешерергә.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: