Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Февраль 2022, 07:00

Мөхәббәт гимны (Фәлсәфәүи хикәйә)

“Ҡояштың ҡыҙыулығы бөгөн максимумда”. Иртәнге яңылыҡтар эфирында көн торошо менән таныштырған диктор ауыҙынан сыҡҡан был һүҙҙәр бер аҙ сәйерерәк яңғыраны.

 Әйтерһең дә, ҡояш бер йылытҡыс прибор һәм уны кемдер берәү һүрән йә ҡыҙыуға бороп ҡуя. Декабрь башы, ә ҡояш бурҙат ҡыҙыл. Бөгөн һуңғы, иң ҡыҙыу бүлемгә ҡуйырға ҡарар иткәндәр.  Ә юҡ! Бар тәбиғәт, тереклек, кешелек бары тик Аллаһы Тәғәләбеҙ ҡарамағында икәнен инҡар итеүҙән түгел дә был уй. Кешеләр тарафынан уйлап сығарылған Ҡояш борғос барҙыр һымаҡ яңғыраны бит. Ҡәҙимге тигеҙ тауыш, бушлыҡҡа ҡараған вайымһыҙ ҡараш яңғыратты был яңылыҡты.

Яңылыҡ та түгел инде. Нисәмә йыл Ҡояш ҡыҙыуы арта, Ер шарында климат алмашыныуы бара. Мәңгелек боҙ ҡатламы иреүе кисектергеһеҙ. Был хәл бик әкрен аҙымдар менән бара, әлбиттә. Илдәрҙең ғалимдары өйрәнеп, даими күҙәтеү ҡағыҙҙарына теркәй. Ә башҡа нишләһендәр? Урыҫтар әйтмешләй, “процесс запущен”. Әҙәми зат, оҙайлы аслыҡтан һуң кинәт ашап күбенгән кеше һымаҡ, Ерҙең бар булған байлығын ҡабалан-ҡарһалан һоғондо ла, тәрилкә төбөндә ҡалған ҡалдыҡҡа ҡарап, аптырап  ултыра. Ул ҡалдыҡ фәлән-фәлән йылға етә, тип һанап сығарҙылар ҙа бит, әҙәмдәр үҙҙәре шул фәлән йылды йәшәрме?..

Шул ҡалдыҡҡа болашып былай ҙа йонсоған Кешелекте упҡынға этәләр. Һуғыштар хәҙер асыҡтан-асыҡ иғлан ителмәй. Боронғолар ниәт-теләктәрен ап-асыҡ ярып һалған: ишәйер өсөн ер кәрәк, йәшәр өсөн күп аҙыҡ кәрәк. Еңһәк, ғәфү, әфәнделәр, ерегеҙ беҙҙеке. Ә бөгөн? Изгелек тигән ебәккә төрөп тапшырған  баҫыу, ҡырыу, бөлдөрөүҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Һөйләшкәндәре – күҙ буяу. Килешеү түгел – өҫтөнлөк яулау, берен-бере фаш итеү.

Аҡ буҫтау йәйелгән өҫтәл тирәләй ултырып, өҫтәл уртаһына теге тәрилкәне ҡуйып, тип-тигеҙ генә итеп бүлеп булмаймы һуң? Йә ярай, тигеҙ булмаһын да. Илдәрҙең күләменә, кешеләре һанына  ҡарап, мәҫәлән. Ҡалдыҡ тигәс тә, ул бит – байлыҡ. Еребеҙ байлығы. Өҫтө-аҫты бер тигеҙ ҡиммәтле. Бисмилла итһәң, тағы әллә күпмегә етәһе бар. Юҡ, кешеләр ҡомһоҙ. Эсем күпһә күбер, әммә мин  мин булмам, күберәк һоғоноп ҡалмаһам. Бына шундай фәлсәфә бөгөнгө әҙәмдәрҙә. Башҡаса нисек аңларға  була, муҡса-муҡса алтын, тоҡ-тоҡ аҡса менән шыплап тултырған бүлмәһен ҡан ҡалтырап ҡарауыллап йәшәгән ҡап ҡорһаҡтарҙы? Ауырыу был... Сир... Үлемесле сир.

Ә Ҡояш үҙе лә риза тиһегеҙме әллә бындай киҫкенлеккә? Ер өҫтөн янғындар ялмап алһа ла, тегендә-бында һыуҙар ҡалҡһа ла, кешеләр бит ҡараштарын уға, Ҡояшҡа, күтәрә. “Нишләп аямайһың? Ни ғәйептән язалайһың? Мәрхәмәтлерәк булһаңсы!”  Был һүҙҙәр менән улар, Аллаһы Тәғәләгә ялбарам, тип уйлай. Ысынында бар ҡәнәғәтһеҙлеген уға, Ҡояшҡа, йүнәлтә.

Ә Ҡояш ғәйепле түгел. Ул да, үҙ сиратында, кешеләргә ғәйеп ташлап ҡарай. Күндермәксе, тәрбиәләмәксе була: “Һеҙгә, кешеләргә, йәннәттәй Ер бирелде. Шул Ергә аяҡ баҫҡанығыҙҙа үләндәр ҡуйы, зөмрәт йәшел ине, шишмәләр уҙышмаҡтан урғылды. Оло-оло йылғалар кисеп түгел, йөҙөп сыҡмаҫлыҡ иркен ине. Ярҙары уларҙың мәрмәр, һыуҙары зәм-зәм ине. Тупрағына шикләнмәй тамыр батырған ағастарының иртәгәһе ышаныслы ине. Һәр ботағында бер ҡош һайраны, икһеҙ-сикһеҙ йәшел болондарының һәр сәскәһендә бер күбәләк елпелдәне. Йәнлектәренең йыртҡысы ла, йыуашы ла берҙәй үрсене. Шул йәнлектәр, ҡоштар, күбәләктәр бөгөнгө кеүек һеҙҙе күреү менән ҡайһыһы ҡайҙа инеп йәшенмәй ине. Үҙҙәре килеп һыйына, усҡа, елкәгә ҡуна  ине бит. Еләк-емештән аяҡ баҫыр урын булманы. Ә тауҙар? Тауҙарҙың ниндәйен генә бирмәне һеҙгә Ҡөҙрәт?! Һуҙылып ҡына ятҡан тәпәшен дә, болот йыртып Күккә ашҡанын да, ташлыһын, балсыҡлыһын, ағын, һороһон, ҡарурманлыһын, яланғасын. Төрлөһө менән һеҙҙе, кешеләрҙе, бүләкләне. Йәнлектәренең көллөһөн йөрөтөп ҡуйҙы, ҡоштарының бихисап төрөн һауағыҙға осорҙо. Ер йөҙөнөң хозурлығына Йыһан баҡҡан беҙ көнләштек. Үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙең кистәрегеҙҙе һил, төндәрегеҙҙе ғишыҡлы иттек, таңдарығыҙҙы тыныс тыуҙырҙыҡ. Өшөгәндәрҙе йылыттыҡ, ҡайнарҙарҙы һыуыттыҡ. Ас итмәнек. Тәғәмегеҙ ҡул һуҙымында булды. Ризыҡтарығыҙ шифаның үҙе ине. Ә бөгөн? Бөгөн дә ҡул һуҙымында. Үҙегеҙгә үҙегеҙ  бөгөн ҡул һуҙымында. Үҙегеҙҙе алыштырған төрлө уңайлыҡ менән үҙегеҙҙе үк уратып алдығыҙ. “Шылҡ!” – бер уңайлыҡ, “шылҡ!” – икенсеһе.

Миңә бынан, баш осонан, яҡшы күренә. Таң менән  битеңә төшөп ҡытыҡлауым кәрәкмәй һиңә хәҙер. Күңел сәғәтен һеҙҙең күпселек һүндереп ҡуйған. Ер йөҙөнә һәр сабый Тәбиғәт тарафынан бүләк ителгән Сәғәт менән бергә тыуа. Әсә ҡарынындағы балаға Йән өрөлөү менән ул Сәғәт тә ваҡыт һанай башлай. Яңылышма, был Ғүмер сәғәте түгел. Был – бары Күңел сәғәте. Сабыйҙар нилектән үҙҙәренән-үҙҙәре таң менән уяна тиһең? Был ана шул һаман эшләп торған күңел сәғәте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемдә иртә, кемдә һуңыраҡ ул Сәғәт сафтан сыға. Һеҙ үҙегеҙҙең иғтибарһыҙлығығыҙ, ихтирамһыҙлығы­ғыҙ менән башына етәһегеҙ. Һеҙҙең  уйлап тапҡан йәнһеҙ уятҡыстарығыҙ  бар.

Улар, эйе, уңайлы, тыңлаусан. Кәрәк ваҡытҡа көйләнгән. Ә мине, Ҡояшығыҙҙы, үҙ мәнфә­ғәтегеҙгә көйләү ҡөҙрәте һеҙгә бирелмәгән. Шуғалыр, ахыры, зарланаһығыҙ...”

 

* * *

Аб-а-а-а, Гөлнәфисә! Йәнтәслимгә ҡыҙарған ҡояшты  машинаңдың козырегы артына  йәшергән арала ғына ниндәй фәлсәфә диңгеҙенә сумып сыҡтың ул? Эйе, һуңғы йылдарҙа ҡояш әүҙемлеге көсәйҙе. Иҫләмәйсе йәш саҡтағы бындай күҙ ҡамаштырған декабрь сағыулығын. Был ваҡытҡа әүәле тубыҡтан ҡар яуып ҡуя ине. Быйыл ни, һепертке башына эләгерлеге юҡ.  Ҡара ҡыштар йышайҙы. Теге ҡыш та шундай ине...

Ун биш йыл да булып киткән икән. Ун биш йыл. Күңелен әйләндереп кейеп, “быға тиклем” һәм “бынан ары” тип атарлыҡ ике төрлө иткән  декабрь көнө.  Ҡояш  тыйнаҡ. Янайыммы, һүнәйемме тигәндәй, яуайыммы, яумайыммы тигән вайымһыҙ болот мендәренә ҡыйшайған.

Һүрәндеке һүрән инде, ул ваҡытта шәфәҡтәр ҙә бөгөнгө һымаҡ баҙлап торманы. Ҡояштың һәүетемсә генә тау артына тәгәрәп барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалына ине.

Шундай  ҡәҙимге көндән һуң тыуған ҡәҙимге төн. Эшендә уҙған Яңы йыл кисәһенән ярты төндә ҡайттылар. Ире йәйелгән урынға шундуҡ тәгәрәне. Гөлнәфисә балалары эргәһендә ҡалған ҡәйнәһе менән сәй эсергә булды. Яңғыҙыма күңелһеҙ, һеҙҙе көттөм сәй эсергә, тигәне дөрөҫ булдымы әллә, ҡәйнәлегенә барып, ниндәй ҡиәфәттә ҡайтырҙар, тип көтәүәлләүеме...  Хәбәр һүтеп ярты төндө байтаҡ ауыштырып ебәргәндәр. Ире ҡырына барып ятҡанда, тегеһенең телефоны тауыш бирҙе бит. Хат килде. Ҡулына алған телефон экранында “Көтәм. Яратам. Һағындым. Ҡайҙа юғалдың?” тигән ҡыҫҡа хәбәр ине.

Иҫерек ирен елтерәтеп торғоҙоп, һорау алыу теләген  көскә баҫҡан ҡатын керпек ҡаҡмай үткәрҙе был төндө. Оҙон һандарҙы бер ҡарауҙан хәтеренә һеңдереү һәләте бар уның. Хат ебәргән телефон номеры ла мейеһендә уйылып ҡалды.

Күңелендә уйнаған дауылды өйҙәгеләренә, айырыуса иренә бер нисек тә һиҙҙермәҫкә тырышты ул. Өлкән улын мәктәп шыршыһына әҙерләне. Ике йыл рәттән айыу булыуҙан ялҡҡан бала Зорро костюмын тектертмәксе. Биш йәшлек тиктормаҫ ҡыҙының ярҙамынан маҙаһы күберәк. Тәтелдеге сыға. Бер ай ғына элек икенсе улының вафатынан һыны ҡатып ҡалған ҡатындың был төнгө сәләм  бөтөнләй  бәғерен ҡатырҙы. Һәр хәрәкәте һалмаҡ, теүәл һәм йәнһеҙ. Нисек эшләргә, ҡайҙа нимәне ҡуша тегергә, кемгә ниндәй яуап бирергә икәнлеген күңелендәге бер автомат өйрәтеп тора тиерһең. Уйҙарҙан уйылып төшөп китә торған ер булһа, әллә нисә төшөп менер ине.

Энәһе менән берәй бармағын сәнсеп алһасы, исмаһам. Ҡаны сыҡһа, күҙ йәштәре лә эйәрер ине әллә. Улары ла кипкән. Йоҡоһоҙлоҡтан төйөлмәгән мендәр, болармаған түшәк ҡалманы. Үлгән артынан үлеп булмай ҙа, ана шул үткәреп ебәреүҙәре. Бер нисә көндән ҡырҡын уҡытыр кәрәк. Кем килер, кем йыуатыр, кем ниндәй кәңәш биргән булыр? Кем, кем?.. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй тигәндәй, ни бынау хаты. Кеше иренә төндә сәләм ебәргән бисәнең нимә теләгәнен аңланы ул.  Их, ирҙәр... Бергә кисерә белмәйһегеҙ шул. Ситтә, сит ҡуйындың алдыҡ йылыһы йыуа тиме инде ҡайғыларҙы.

Башын көскә күтәреп килеп торҙо Гөлнәфисә бөгөн дә. Көндөҙ эшенә барып, унан ҡайтҡас, донъя мәшәҡәттәренә сумып, ҡалай ҙа йөрөй ул. Төндәр ауыр. Шыраулы  йомғаҡ булып береһе килеп инә лә мейегә, осон тоттороп та ҡуя. Һүт, йәнәһе.  Һүтә-һүтә, икенсе йомғаҡҡа тап була. Уныһы ла йомшаҡ та, матур ҙа түгел. Шул уҡ шырау. Уныһының осон тотоу менән, тегеһенә барып ялғана ла, әйҙә китә шунан буталыш, солғаныш. Тәгәрәгән ыңғайы, эреле-ваҡлы, йәмһеҙ, тәмһеҙҙәре осрай. Таң һыҙылыуға, ике-өс йомғаҡтан уҡмашҡан  имәнес,  ҡаты йомғаҡ башты туҡмап, күҙҙе соҡоп, быуындарҙың, йөрәктең хәлен ала.

Һөйләр кешең дә юҡ бит. Әсәйгә әйтер инең, йөрәге сырхау. Былай ҙа ҡыҙын йәлләп, илауламаған көнө юҡ. Үҙе йыуатыуға ҡалған. Апайға барып ҡапланыр инең, ул уҫалдан көт тә тор: килер, донъя ярып ғауғалар, кейәүен эт итеп әрләр ҙә ҡайтып  китер. Файҙаһы? Ярты тин. Унан һуң дерелдәп ҡалған йөрәкте тигеҙләп алыу үҙе бер ғазап. Туҡта! Әхирәте. Утты, һыуҙы бергә үткән бер бөртөк әхирәткәйе һуң? Төрлө сере батҡан, бер ерҙә лә юғалып ҡалмаған, һәр ваҡыт хаҡлы булмаһа ла, шул урында, шул ваҡытта урынлы кәңәш бирә белгән уттай әхирәте бар бит уның.

– Ғәзимәкәйем, килеп ет.

– Һиңә ҡыйынмы, рәхәтме?

– Ҡыйын...

– Көт!

Ике әхирәттең артабанғы аралашыуы киноға төшөрөлгән, китаптарҙа яҙылған сюжет буйынса бара. Илау, һыҡтау, йыуатыу, ер шарын тапап йөрөгән һәр ирҙең тетмәһен тетеп әрләү, үсәү һәм был ваҡиғанан еңеүсе булып сығыу юлын эҙләү. Эҙләү һәм, әлбиттә, табыу.

– Добрый день! Вам позвонили с компании “Орифлейм”. Поздравляем! Вы являетесь победителем предновогодней акции. Вы выиграли набор косметических средств от нашей компании на приличную сумму.

– Спасибо! Неожиданно.

– Дело в том, что ваш номер выпал случайно. Для отправки приза нам нужно знать ваши данные. Скажите нам, пожалуйста, фамилию, имя, отчество и ваш адрес проживания.

– Фәлән-фәлән-фәлән.

– Благодарю вас. Ждите!

Бындай уҡ уңышты көтмәгән әхирәттәр, бер-береһенә ҡарашып, бергилке шым ҡалды. Бар донъя­нан ҡәнәғәт ҡатындарҙың көлгәнен ишет­кәнегеҙ бармы? Күҙҙәренән йәштәре сыҡҡансы, тәгәрәгәнсе көлөп туйған әхирәттәр был тарихтың нимә менән бөтөрөн күҙалланы.

– Иреңә был турала һөйләмә. Теге бисә менән  икеһен бер-беренә ҡоторт. Иреңә, теге үҙе башлап әйтте, тиң, теге аҙғынға, ирем әйтте һинең турала, яманлап һөйләне, тиң. Шул кәрәк уларға. Әйҙә талашһындар.

– Ҡуй, кәрәкмәй, Ғәзимә. Айырылырмын ул. Ғәфү итә алмаҫмын. Йәшәп ҡараһын минһеҙ. Улымдың ҡырҡын ғына үткәрәйем.

Ҡырҡы үтте, йыллығы ла үтте. Ғүмер – аҡҡан һыу. Тереләр тереклеген итә. Ир хыянаты нимә бала ҡайғыларын үткәрә белгән сыҙам ҡатындарға. Иренең үтенгән ғәфүҙәре, биргән вәғәҙәләре, рәнйегән бәғер, кисереү, йәнде ҡыйып килеп торған сит хәбәрҙәр, тағы ярһыу, тағы яныу, тағы кисереү, ҡатыу, күнеү, оноторға маташыу. Һәм, ниһайәт, бер көн яһалған асыш: үҙ-үҙеңде яратыу һәм хөрмәт итеү – бына ҡатынлыҡтың төп талабы, ҡатын-ҡыҙҙың төп асылы.

Күңелендәге һиллектән, ебәк кенә йылы ерлектән урғылып сыҡҡан хисенең иренең бына нисә йыл яуапһыҙ ҡалып килгән һөйөү һүҙҙәренә яуап икәнен аңланы Гөлнәфисә. Барыһы ла урынына ултырҙы. Бар һорауға яуап табылды. Иң мөһиме, артабан йәшәргә көс, ышаныс табылды.

Ә призға килгәндә, бер генә кәлимә еткерҙе Гөлнәфисә көндәшенә. Булмышы шундай уның, асылмаған сер, әйтеп еткерелмәгән хәбәр, яртылаш эшләнгән эш күңелен өйкәй ҙә тора. Үҙ һүҙендә тора белгән, артығын талап итмәгән, әммә үҙенә тейешлене күрә белгән ҡатын был ваҡиғала ла нөктәне ҡуя белде.

– Сәләм! Приз көтәһеңме? Көтмә!

Был ҡылыҡтың әхлаҡи яғын уйларлыҡ түгел ине янған йөрәк, тапалған намыҫ.  Алданған ҡатындың әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы ҡулланырға мөмкин булған ғәмәлдәренең иң йомшағы ине был. Биғәйбә. Күҙ йәштәрен ярайһы түктергән аҙғындың артабанғы яҙмышы Хоҙай ҡулында ҡалһын.

 

* * *

“Һеҙгә, кешеләргә, Мөхәббәт тә ебәрелгәйне. Мөхәббәт, Һөйөү  үҙе үк сафлыҡты, аҡлыҡты аңлата. Бер тамсы ғына гонаһ тама икән, был халәтте Мөхәббәт тип атау – яҙыҡ. Мөхәббәткә йоғонған гонаһ нимә ул? Әҙәм һәм Һауа Ергә бер Мөхәббәттең ике яртыһы итеп ебәрелә. Ике! Өсөнсө берәү тураһында һүҙ юҡ. Юҡ! Һеҙ – кешеләр, ҡылған зиналарығыҙҙы, гонаһтарығыҙҙы аҡларлыҡ ғәмәл эҙләнегеҙ. Таптығыҙ ҙа, буғай. Йәнәһе лә, Оло һөйөү. Башты аша ҡаплаған, күҙҙәрҙе томалаған, бар булмышты буйһондорған һөйөү. Мин һеҙгә әйтәм, ул – хәрәм. Тимәк, һөйөү түгел. Мөхәббәттә бит ике яҡтың таҙалығы, ике яҡтың ризалығы, ике яҡтың сафлығы мөһим. МӨҺИМ. Бына ошо мөһимлекте һеҙ тәүге төнөгөҙҙә иҫбат итәһегеҙ. Йөрәгегеҙҙән ҡала, тәнегеҙ  ҡауышҡанда. Аҡ түшәккә тамған ҡыҙыл ҡан  ҡан ғына түгел ул. Ул – ҡатындың ғүмерлек тамғаһы. Сафлыҡ, тоғролоҡ, ғорурлыҡ тамғаһы.  Хәләллек тамғаһы. Ҡалҡаны. Абруйы.

Ә уйнашта һәр ваҡыт бер яҡта яңғыҙлыҡ була. Ул – ғашиҡ. Икенсе яҡта – күплек. Башын юғалтҡан ир (йә ҡатын) эргәһендә күплек. Ул күплеккә хәләле, балалары инә. Улар риза түгел һәм булмаясаҡ та. Тимәк, ике яҡтың ризалығы, ике яҡтың сафлығы юҡ. Тигеҙлек юҡ. Тигеҙлек булмаған ерҙә Мөхәббәт юҡ. Ә һеҙ, кешеләр, үҙегеҙҙе алдайһығыҙ. Оҫта итеп алдашырға һеҙҙе шайтан өйрәтте. Бына ҡайҙа өсөнсө! Ул һеҙҙең күҙҙе бәйләй. Ул һеҙҙе Мөхәббәттән айыра. Уның – шайтандың нимәгә һәләтле икәнен белгәнгә күрә лә “Беренсе йәр – Хоҙайҙан, икенсеһе – шайтандан” тигән әйтеү ҙә  төшөрөлдө һеҙгә. Ошо дөрөҫлөктө инҡар итеүҙән күпме йөрәк ярыла, ғаилә тарҡала, етем арта. Аңлау килә ул һәр берегеҙгә. Көн битен күрмәҫтәй булып ҡапланып илайһығыҙ. Һағыштарҙан һарғаяһығыҙ. Мине, Ҡояшығыҙҙы, күрә алмаҫ хәлгә етеп, упҡындарға осаһығыҙ. Был хәлдәр булмаһын өсөн Мөхәббәтте бысратмаҫҡа  ине. Ни бары...”

 

***

Ҡояш быйыл ҡыҙыу. Булһын. Күҙ ҡамашыу нимә ул. Күңел ҡамашырлыҡ бөгөнгө халәтенән риза булған Гөлнәфисә офоҡтарға хайран ҡалып, һауаның сафлығынан илһамланып, йырланы ла ебәрҙе:

Баҙарҙарға барһаң, аҡ тула ал,

Хаҡҡынаһын үҙем түләрмен.

Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә,

Йәнбикәм, Йәнбикәм,

Һинең өсөн үҙем үлермен.

Урмандарға керһәм, аҙашмамын,

Менгән атым аҡбуҙ ат булһа.

Ауыр юлдар үтеп, мин ҡайтырмын,

Йәнбикәм, Йәнбикәм,

Көтәм, тигән һүҙең хаҡ булһа.

Һөйәм, тигән һүҙең хаҡ булһа.

Бала сағында атаһы йырлаған был йырҙы тәүгә ишеткәндәй, шаңҡып ҡалды Гөлнәфисә. “Әжәл­дәрең етһә, әйт үҙемә, һинең өсөн үҙем үлермен”. Был бит Мөхәббәт гимны! “Күктән йондоҙ алып бирәм”, “Батшабикәм булырһың” һәм башҡа  тапалған  һүҙҙәр түгел. Һөйгәнең хаҡына иң ҡәҙерле бүләк – ғүмереңде бирергә әҙерлек – Мөхәббәттең иң юғары нөктәһелер ул. Йәнбикәләре өсөн йәндәрен йәлләмәҫ Йәнбирҙеләр тыуғанда, һинең аҫтыңда тормош дауам итер әле, Ҡояш. Ә һин ян ғына, балҡы!

 

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: