Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, ти халыҡ әйтеме. Уныһы шулай, әммә өлөшөңә төшкән көмөшөң ниндәй була әле? Сөнки тормошта үрҙәге әйтемдең киреһен раҫлаған хәлдәр ҙә аҙ түгел. Сираттағы яҙмала әсе яҙмышлы тарихы һөйләнәсәк ҡатын республикабыҙҙың алыҫ райондарының береһенән булып сыҡты. Ул гәзитебеҙҙең төркөмөндә үҙе хаҡында һөйләргә теләк белдергәйне. Әлбиттә, уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдименән баш тартыу юҡ, шунда уҡ шылтыраттыҡ. Телефон осонда апайҙың ихлас, мөләйем тауышы ишетелде. Ул тәүҙә баҫмабыҙға ҡарата фекерен әйтте, социаль селтәрҙәрҙә даими уҡып барыуын белдерҙе.
– Һеҙҙең гәзитте яратам, айырыуса ошо «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһындағы ғибрәтле яҙмалар оҡшай. Әммә социаль селтәрҙә артист тормошо тураһында күберәк яҙа башланығыҙ, ауыл ерендә осто осҡа ялғап, һәүетемсә йәшәп ятҡан кешегә, мәҫәлән, миңә ул үтә ҡыҙыҡ түгел, – тип башланы һүҙен апай. – Минең һөйләгәндәрем йәш быуынға, айырыуса үҫмер ҡыҙҙарға ғибрәт булмаҫмы, тигәйнем. Бөгөн бит йәштәр үҙҙәрен бигерәк иркен тота, ҡайһылары ни ҡылғанын белмәй, башҡа һыймаҫлыҡ эштәр атҡарып ташлай. Үҙемдең уҡытыусылыҡ тәжрибәмдән сығып әйтәм быны. Йәшлек йәшлек менән, әммә сама белергә лә кәрәк.
Күңеле төпкөлөндә ятҡан йәшлек хәтирәләрен аҡтара башлағас, апайҙың тауышы үҙгәреп, ҡалтырап киткәндәй тойолдо. Ул берсә көйөндө, ара-тирә көлөп тә алды.
– Педагогия техникумында уҡып йөрөгән саҡ. Тәүге мөхәббәт. Бер ваҡыт әрмелә хеҙмәт иткән ағайым менән дуҫының телефоны аша һөйләшә башланыҡ. Ҡәҙерлебеҙ Чечняға эләккәйне. Ағайымдың хәлен белешеү өсөн бик уңай булды. Был номер телефонда шул килеш һаҡланып ҡалды, һуңынан бөтөнләй онотолдо. Ағайымдар әрменән ҡайтып төштө, шул йылда мин уҡыуҙы тамамларға йыйына инем. Бер нисә ай үткәс, теге телефон номеры шылтырата. Аптырабыраҡ трубканы алһам, унда – ағайымдың хеҙмәттәше Айрат. Шулай башланып китте беҙҙең һөйләшеүҙәр. Оҙаҡламай осраша башланыҡ. Мин, 18 йәшлек ҡыҙ, уға башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Матур хәрби форма кейгән, иғтибарлы, яғымлы егеткә күҙ һалған бер мин генә булмағанмындыр... Бәләкәстән тома етем ҡалып, ауыр һынауҙарға дусар булғанғамы, Айрат бик тыныс, түҙемле, аңлы кеше ине. Мөнәсәбәттәр етдиләнә төшкәс, уны тыуған ауылыма ҡунаҡҡа саҡырып, ата-әсәйем менән таныштырҙым. Яҡындарым бик оҡшатты. Әсәйем, етем булһа ла, үҙен бик ипле тота, тип үҙенсә фатихаһын бирҙе.
Уҡыуҙы тамамланым, эш эҙләй башланым. Райондағы бөтә мәктәпте йөрөп сыҡтым, урын табылмай ҙа ҡуя. Айрат, бында эш бар тип, үҙенең тыуған ҡалаһына саҡырып алды. Әсәйем, ҡыҙымды иргә түгел, эшкә ебәрәм, тине оҙатҡанда. Бер нисә ай эшләгәс, ауылға ҡайтып никах уҡыттыҡ. Атай-әсәйем, туй үткәрәйек, тип өгөтләһә лә, Айраттың мөмкинлеге юҡ, тип баш тарттым. Никахтан һуң иремдең туғанының фатирында, аҙаҡ бер бәләкәй генә бүлмәне ҡуртымға алып торҙоҡ. Йәшәү шарттары шәптән булмаһа ла, бәхетебеҙҙең сиге юҡ ине, иң мөһиме – беҙ бергә. Барыһы ла яйға һалыныр.
Тиҙҙән улыбыҙ донъяға килде. Ирем һәр яҡлап миңә ярҙам итә, татлы һүҙҙәр менән наҙлай. Минән күпкә оло булғанғамы, бар мәшәҡәтте үҙ өҫтөнә алып, эшен һыпырып эшләп йөрөнө. Һәр саҡ шулай булһын ине лә... Бер мәл Айрат ҡапыл үҙгәрә башланы. Тимер юлында эшләп йөрөй. Эшенән һуң ҡайта башланы, ҡайтһа ла, минең менән һалҡын ғына һөйләшә, иҙәндә уйнап йөрөгән малайын да күрмәй, уны аша атлап үтеп китә. Төндәрен дә ҡайҙалыр юғала. «Ҡайҙа йөрөнөң?» – тигән һорауға яуабы әҙер: «Ҡайҙа булһын, эштә, арыным...» Ошо арҡала өйҙә иреш-талаш йышайҙы. Мин дә әсе теллемен шул, ишектән килеп инеү менән иремә ябырылам. Айрат ҡулын да «уйнатҡыланы». Тәүҙә ҡул күтәреүендә үҙемде ғәйепләһәм, аҙаҡ был хәл йышыраҡ ҡабатлана башланы. Бер көн Айрат тағы «эштә» һуңлап ҡалды. Тәҙрәнән ҡарап көтәүелләйем тегене. Бер мәл ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, минең һөйөклө ирем ниндәйҙер бер ҡыҙ менән һөйләшеп тора. Шылтыратҡайным, трубканы алды ла:
– Мин эштәмен. Хәҙер ҡайтам, – ти.
Баламды алып, тегеләрҙең артынан йүгереп сыҡтым. Тик өлгөрмәнем, күп ҡатлы йорттар араһына инеп юғалдылар. Аҡырып илап, ергә сүгәләнем, ашыҡ-бошоҡ йүргәккә төрөлгән балам асынып, миңә ҡушылып шарылдарға тотондо. Етмәһә, ҡойоп ямғыр яуа. Бүлмәгә кире инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Иремдең еңгәһенә шылтыратып, барлыҡ хәлде аңлатып бирҙем. Ярай әле, ул тиҙ генә килеп етте.
– Йәш башың менән улайтып илап ултырма, әйберҙәреңде йый ҙа, ҡайт та кит. Ошонда шылтырат, мебель-фәләнеңде килеп тейәп алып китерҙәр, үҙеңә юллыҡ аҡса ла булыр, – тип миңә бер гәзит киҫәге тотторҙо.
Гәзиттә комиссион магазиндың телефон номеры күрһәтелгәйне. Шуға шылтыратып, булған ғына йыһаздарҙы арзан хаҡҡа һатып ебәрҙем. Сөнки мин бер тинһеҙ ултыра инем, ә үҙемдең районыма ҡайтыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк.
Ул ваҡиғаларҙы томан эсендә кеүек кенә хәтерләйем. Атай-әсәйгә ниҙер һөйләү түгел, уларҙың күҙенә лә ҡарай алманым. Ауыр депрессияға бирелдем: ирҙән айырылып ҡайттым, яҡындарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерҙем. Ә ирем миңә бер-ике тапҡыр шылтыратты ла, аҙаҡ бөтөнләйгә онотто. Һуңынан ғына таныштарҙан ишетеп белдем: ул беҙҙең бүлмәлә шул 15 йәшлек ҡыҙ менән йәшәп алып киткән. Уҡыусының әсәһе йортона иҫкәрмә яһарға килгән мәктәп коллективын, ҡыҙым ни эшләргә кәрәклеген үҙе белә, тип әрләп сығарған.
Мин өс йыл тирәһе бер ҡайҙа ла сыҡманым, баламды ҡарап тик ултырҙым. Ярай, әсәйем янымдан китмәне, ейәнен дә ҡарашты, мораль яҡтан да терәк булды. Оҙаҡламай балалар баҡсаһына эшкә сыҡтым. Дөрөҫөн әйткәндә, иремде онота алманым, был ваҡытҡа ул бәлиғ булғас, ҡыҙын кәләш итеп алғайны. Йәшлегем шулай йәрһеҙ үтте, ә балам «атай» тигән һүҙҙең ни икәнен дә белмәй буй еткерҙе.
Әммә яҙмыш миңә тағы бер һынау әҙерләгән булған икән. Улым мәктәпкә барыу йәшендә ине, тиҙҙән юлымда тағы бер ирҙе осраттым. Матур һүҙҙәре менән ышандырып, вәғәҙәләр биреп, мине үҙенә ҡаратып алды ул.
Бер нисә тапҡыр осрашып өлгөрҙөк. Күп тә үтмәй, үҙемдең ауырлы икәнемде белдем. Быны әйткәндән һуң, ир башҡа килеп тә күренмәне. Әсәйемә өндәшкәс, ул, үҙем көтөшөрмөн, баланы төшөртәһе булма, тип ҡырт киҫте. Дауаханаға барып та ҡараным, әммә ваҡыты уҙғайны инде. Бөгөн үкенмәйем, үҙемә генә оҡшап торған ҡыҙ табып алдым, Хоҙайға шөкөр итеп йәшәйем. Бынан һуң атай йортонда урын юҡ ине миңә, йәндәй күргән ағайҙарым да мине эшкә һанаманы. Улар менән интегеп йәшәй биргәс, үҙемә йорт һатып алып сыҡтым, дини китаптар уҡып, иртәле-кисле намаҙ уҡый башланым. Эшкә урынлаштым, йортомдо матур йыһаз менән тултырҙым. Тәүге ирем ара-тирә ярҙам итеп тора. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, уны күңелемдән ебәрә алмайым.
Интернетта ғибрәтле яҙмаларҙан үҙем кеүек ҡатындар тураһында уҡыйым да йәнем әсенә... Күп уйланам. 20 йәшлек сағымда иремде урлаған ҡыҙҙы табып, кәрәген биреп аҡылға ултыртырға, күтәрә һуғып сығып китмәҫкә кәрәк булғандыр, тип үкенәм... Шул 15 йәшлек ҡыҙ арҡаһында йәшлегем заяға үтте. Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар ҙа, ә минең өлөшөмә төшкән көмөшөм шулдыр, күрәһең... Күптәр психологҡа барырға кәңәш бирә, ни эшләргә миңә? – тип күҙ йәштәренә быуылды апай.
Был тарихта мине ир-егеттәрҙең аҙымы шаҡ ҡатырҙы. Ҙур вәғәҙәләр биреп өйләнгән хәләлең, яңы тыуған сабыйың намыҫына бысраҡ яғыу, уларҙы яҙмыш ҡосағына ташлау өсөн ниндәй кеше булырға кәрәктер? Юҡ-юҡ, бер кемде лә хөкөм итергә йыйынмайым, бары тик аңларға һәм төшөнөргә маташам. Дуҫтар, һеҙҙең фекерегеҙ нисек булыр?
М. ЙӘНГИЛДИН.