Тыуған ерем: Салауат Юлаев тоҡомонанмын. Салауат районының Урмансы ауылында яҡты донъяға килгәнмен.
Белемем буйынса мин: Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым.
Радиола нисек эш башланым: 5-се курста уҡығанда. Бала саҡтан Башҡортостан радиоһын тыңлап, сәнғәткә ғашиҡ булып үҫтем. Шуға ла милли рух тәрбиәләүсе "Юлдаш" радиоһында эшләүем осраҡлы түгелдер.
Эшемдә иң оҡшағаны: байрам көндәрендә тура репортаждар алып барыу, йәнле эфир.
Бер мәл эфирҙа: ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс мәлдәр тура эфирҙа күп булды. Сөнки мин һәр саҡ яуаплы көндәрҙә, яуаплы сараларҙа эшләйем.
Рәхмәтлемен: радиола эшләүем өсөн музыкаль мөхәрриребеҙ Риф Арыҫланға. Мине телеүҙәккә ул алып килде.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: төш күрергә ваҡыт юҡ.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: Өфө ҡалаһында йәшәүсе Вәжиһә апай, ул мине, улым, тип йөрөтә. Тағы ла Учалынан байрам һайын миңә ҡотлау открыткаһы һалыусы бер һылыу.
Яратҡан йырым: һүҙҙәре лә, көйө лә, башҡарыусыһы ла камил булған, еренә еткереп эшләнгән йырҙарҙы тыңларға яратам.
Китабым: Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев әҫәрҙәре.
Фильм: "Побег из Шоушенка".
Эштән арып киткән саҡта: тыуған яҡтарыма ашҡынам. Унда ғына үҙемә көс-ғәйрәт туплай алам.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: барыһы ла алда булһын әле...