Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Февраль 2022, 16:26

Кино (Хикәйә)

Беҙҙең ауыл клубы әүәлге мәсет түңендә урынлашҡайны. Һүтелеп, яңынан ҡоролған бинаның һылауһыҙ бүрәнәләре ҡарағас ағасынан булғанға әллә, ныҡ шыңғырап торалар ине.

 Сходтар, йыйылыштар, байрамдарҙа концерт күрһәтелгән мәҙәни-ағартыу учреждениеһын таратып ебәреп яңынан мәсет ҡорорға ине лә, дин ул заманда ҡыйырһытылғанға күрә был мөмкин булмаған, тормошҡа ашмаҫ хыялдай күренде. Ә мулла иһә шул клубҡа терәлеп тиерлек урынлашҡан тауыҡ кетәгендәй генә өйөндә йәшәп, дин ғәмәлдәрен шунда үтәй, атҡара ине. Әйткәндәй, шул әүәлге клуб урынына бөгөн яңынан иман йорто күтәреп ҡуйып, Салауат исемле ауылдашыбыҙ үтә лә сауаплы ғәмәл атҡарҙы.

Шулай итеп клуб. Унда аҙнаһына ике тапҡыр кино ла күрһәтәләр ине. Бәләкәй генә движокты тоҡандырып, “Украина” киноустановкаһы ярҙа­мында. Киноустановка, тип ҙурҙан һалдырһам да, ул ике башында ике кескәй ленталы тәгәрмәсе булған, ҡул менән әйләндермәле теген маши­наһынан ары китмәгәйне.  Киноны аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе, кесе йома көнө, күрһәтәләр. Ошо хаҡтағы афишаны Васильевканан килеп-китеп йөрөгән Петро исемле сеп-сей һары егет шыр хата итеп яҙып элә. Ул саҡтағы хаталарҙы тикшерер белемем минең дә әлепте таяҡтан айырыр кимәлдә генә, мәгәр шул ваҡыттағы ике кинофильм хәтерҙә ҡалған: “Те­шена”, шунан “Браненосис  “Патум­кин”. Һуңынан, үҫә төшкәс,  “Тишина”, “Броненосец “Потемкин” киноларын яңынан ҡарарға тура килде.

Киноға инеү хаҡы  балаларға – 5, өлкәндәргә 20 тин. Балалар сеансы һарыҡ көтөүенән һуң күрһәтелә, өлкәндәрҙеке һыйырҙар ҡайтып, киске һауындан һуң. Шул балалар сеансына ла инә алмай күҙҙәребеҙ тона, сөнки ул заманда биш тин дә ҙур аҡса иҫәпләнә ине. Петро ла, зирәк кеше булараҡ, хәлебеҙҙе аңлап, хаҡты үҙенсә ҡуя, баҡыр тәңкәң юҡ икән, уның урынына ике йомортҡа килтерергә мөмкин. Көнөбөҙ шулай итеп килем сығанағы – тауыҡтарға тороп ҡала. Беҙҙең ике тауыҡ, тәпәйҙәре өшөп туңғанлыҡтан тупыс тояҡлы әтәсебеҙ бар. Бер тауығыбыҙ ҡартайғанға күрә ҡыҫырға ҡалған, икенсе мөстәне ҡасып, йомортҡаһын картуфлыҡ буйында үҫкән кесерткән араһына һала. Ярай әле йәшертен ояһын беләм, шуныһы яҡшы.

Һарыҡ көтөүе Ҡаулан түңенән күтәрелеп ауыл осонда күренер мәлдә күршелә йәшәгән Батырйән дуҫ миңә һуғыла. Картуфлыҡ осонда суҡайған мине эҙләп таба. Кәйефе китеңкерәп торһа ла, тауышына өмөтлө кү­тәреңкелек өҫтәп һорап ҡуйған була:

– Барабыҙмы?

Ҡайҙа икәнлекте һүҙһеҙ аңлаһам да белмәмешкә һалышам:

–Ҡайҙа?

– Ҡайҙа булһын, кинаға! Петро килгән, белдереү ҙә яҙып элгән…

– Көтәм әле… Һинең эштәр көй­лөлөр инде.

– Ҡайҙан көйлө булһын, өләсәйемә хәйер йома көн төштән һуң ғына төшә, ә бөгөн – кесаҙна…

– Ҡайһылайтаһың, әләйгәс?

– Бына… – Ул усындағы йоморт­ҡаны күрһәтә. – Ошоноң менән барам… Петроның түләүең етмәгән осраҡта өҫтәмә хаҡты нисек алғанын беләм мин! Киттек!

– Киттек, тиһең, ә мин көтәм тинем дә баһа!

– Нимәне?

Кесерткән араһына ымланым:

– Теге мөстәндең йомортҡа һал­ғанын!

– Һәләтлә, улайһа!

– Нимәһен һәләтләргә, мин тауыҡ түгел дә баһа!

Апаруҡ ултырып ташланыҡ, теге тауыҡ йораты шыпа ла ҡытҡылдарға йыйынмай, шымып тик ята. Са­бырһыҙ Батырйән урынынан ҡалҡты:

– Был тауығың йомортҡаһын һалырға түгел, көҙгә саҡлы баҫырға ятҡандыр, шай.

– Нимә эшләйбеҙ, нимә тәҡдим итәһең?

– Уның юлы ябай, хәҙер тауыҡты тотоп алабыҙ ҙа эсен һығабыҙ, шул саҡта йомортҡаһын төшөрмәй хәле юҡ!

– Анһат һиңә, күҙ терәп торғаным ул, әгәр имгәндереп ҡуйһаҡ?

– Нимә булһын, тауыҡ та булдымы мал! Уны ҡазаландырып ҡуйһаҡ, бер яйын табырбыҙ әле, юҡ тигәндә Петронан киноны йома көнөнә күсереүҙе үтенербеҙ, ул сағында киноға мин өләсәйҙең хәйерлеге менән инермен, ә һин беҙҙең йомортҡа менән!

– Анһат һиңә, беҙҙең йомортҡа менән тисе, уны ҡайһылайтып кире ҡайтарырмын?

– Уны ҡабаландырып һорамайым да баһа! Ҡайтарырһың бер килеп, Армиянан ҡайтып калхузға эшкә төшкәс. Әлегә һәр бирелгән йоморт­ҡаны һарай бүрәнәһенә ҡаҙау менән сыйып тамғалап барырмын, бер йомортҡаның аҡсаға әйлән­дерелгән баҙар хаҡы –  биш тин! Ҡиммәт түгел.

Кәрәк тирәкте йыҡтыра, ризалашмай ҡайҙа ғына бараһың инде!

Шулай итеп аныҡ ҡарарға килеп, һаҡ ҡына кесерткән өйкөмөнә яҡынланыҡ. Беҙҙең хаслыҡты һиҙеп ҡалған тауыҡ ҡытҡылдап сығып та ҡасты. Аптыранып, Батырйәнгә өндәштем:

– Нимә эшләйбеҙ?

– Баҫтырып хәлдән тайҙырабыҙ, барыбер иртәме-һуңмы йомортҡаһын төшөрмәй хәле юҡ.

Зыҡ ҡубып тауыҡты баҫтырырға тотондоҡ. Ә ул йылғыр, йә кәртә аҫтына инеп ҡаса, йә баҫыу буйлатып йүгерә, унан ҡалһа, картуфлыҡ араһына инеп боҫа. Күп этләндек, тамам хәлдән тайҙыҡ, ҡош түгел, йөнлө ен икән, хәйерһеҙ. Бер аҙ тын алғас, яңынан абайлап ҡалып ҡыуырға тотонғайныҡ, теге унан нимә таптырғаныбыҙҙы төшөндө, ниһайәт, кәртә буйындағы һалам өҫтөнә алтынға бәрәбәр йомортҡаһын тө­шөрөп китте.

– Ура! Булды! – Йылы ғына йоморт­ҡаны ҡулыма алып оло байлыҡҡа юлыҡҡандай һөрәнләнем.

Киттек эләгә-йығыла клубҡа. Сеанс яңы ғына башланырға тора икән. Ишек төбөн һаҡлаған Петро ҡулын һондо:

– Яйца сюда, сопляки!

– У нас яйцо один штук… у мене и у ниго.

– Что будем делать тогда? – тип һораны киномеханик.

Яйын белгән Батырйән телгә килде:

– Один яйца, астальное кулаком в луб даш, и дастаточно!

– Нет, сопляки, я вам подзатылник не дам, а с большим удовольствием съежу под зад, чтоб знали, долг платежом красен! – Шул һүҙҙәрҙе әйт­кәндән һуң йомортҡаларыбыҙҙы алды ла ишекте шар асып ебәреп елкәһенән эләктереп, әпәй шүрлегенә менеп, Батырйән дуҫты эс яҡҡа оҙатты, артынан шул уҡ юл менән мин остом. Иң алға йөгөнөкләп барып төштөк тә иҙәнгә ултырып, мауығып кино ҡарарға тотондоҡ.

Латвияның баш ҡалаһы Ригала совет осоронда “Комсомолец” кинотеатры бар ине. Таныш егетем менән шунда кино ҡарарға барҙыҡ. Ул алдан барып билеттар алған да күтәрмәгә үк сығып мине көтөп тора.

– Бындағы киноға нисә йомортҡаға индерәләр ул? – Үҙем дә абай­ламаҫтан шул һорауҙы бирҙем дә телемде тешләнем. Танышым да миңә аптырай биреп ҡараны, сөнки ул икенсе мөхиттә үҫкән кеше ине шул.

Бөгөн дә хаталы афишаны, Петро­ны, йомортҡа һалырға телә­мәгән тауыҡты һағынам. Әгәр бөгөн ауылдан “Украина” киноустановка­һында кинофильм күрһәтәләр, сеанстың хаҡы ике тауыҡ йоморт­ҡаһы, тигән хәбәр ебәрһәләр, ҡайтыр инем, арт һыныма алған малайҙай осоп ҡайтыр инем… 

 

 Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: