Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
31 Ғинуар 2022, 11:43

Биҙәүескә күңел биҙәген һалып...

Көн һайын алтын, платина, көмөш кеүек ҡиммәтле металдар, гәүһәр, сапфир кеүек аҫылташтар, малахит, аҡыҡ кеүек ярым ҡиммәтле таштар менән эш итеү үҙе үк күңелгә матурлыҡ, зауыҡ өҫтәйҙер.

 Ә уларҙан эшләнгән биҙә­үестәргә ювелир күҙ нурын, ҡул оҫ­талығын, күңел биҙәген һала. Сөнки улар кешенең тышҡы ҡиәфәтен генә билдәләп ҡал­май, асылын, эске донъяһын аса.Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Ҡарлуғас Йәр­миеваның ювелир һөнәрен һайлауына өс йылдан ашыу ваҡыт үткән. Был арауыҡта уға йөҙҙән ашыу биҙәүес менән эш итергә тура килгән. Күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр эшләүҙән тыш, һыңары юғалып, ишһеҙ ҡалған алҡаны кулон йәки йөҙөккә лә әйләндерә, һынған, өҙөлгән сылбыр-беләҙектәрҙе ялғап, яңы һулыш өрә. Бындай һөнәрҙе һайларға ҡыҙҙы нимә этәргән һуң?

Ҡарлуғас бәләкәйҙән башҡорт ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, кейеме менән ҡыҙыҡһынып үҫә. Өләсәһе Мәрүәр ауылда һаҡал, ҡашмау кеүек биҙә­үестәрҙе тергеҙеүсе беренсе оҫта булып таныла, әхирәттәренә өҙөлгән мун­саҡтарын өр-яңы дизайн уйлап сығарып теҙеп бирә. Башҡорт тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белгән әсәһе Рәйлә лә боронғо биҙәүестәрҙе хәҙерге заманға яраҡлаштырып, тағып йөрөү яҡлы. Мәктәптә яҡшы уҡыған, әүҙем ҡыҙҙы төрлө кластан тыш сараларға йәлеп итергә генә торалар. Шулай итеп, Ҡарлуғас башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ район буйынса ғилми эҙләнеүҙәр конкурстарында ҡатнаша, еңеүселәр рәтендә йөрөй. Эҙләнеү темаһы, әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейем-биҙәүестәре буйынса була. 10-сы синыфта биҙәүестәрҙе эшҡыуарлыҡ йүнәлеше булараҡ өйрәнеп, бизнес-план төҙөп, “Мин – хужа” республика конкурсында ҡат­нашып, икенсе урынға лайыҡ була. Бала саҡтан уҡ сәйләндән алҡа, мунсаҡ, тәтәй үреп ултырыу өсөн ваҡытын да, сабырлығын да йәлләмәй. 11-се класты тамамлағанда ҡыҙҙа тап шундай түҙемлек, иғтибар, зауыҡ талап иткән һөнәр – ювелир булыу теләге ныҡлап уяна. Шуға күрә  Ҡарлуғас Өфө гуманитар-художество колледжының ювелир эше бүлегенә документтарын тапшыра һәм студент булып китә.

Өфөләге данлыҡлы ювелирҙар нәҫеленән булған Туҡбаевтар уҡыу йортона ярҙамсы һорап мөрәжәғәт итә. 2-се курста уҡыған ҡыҙҙың эшкә бик яуаплы ҡарауын иҫәпкә алып, уҡы­тыусылар оҫтаға Ҡарлуғасты тәҡдим итә. Шулай итеп, ҡыҙ уҡып та, эшләп тә йөрөй. Был уға уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамларға ҡама­сауламай, бер үк ваҡытта тәжрибә лә туплай. Ә “Һомай” тип аталған диплом эше – колье шул уҡ йылда “Территория фэшн Уфа – 2019” халыҡ-ара йәш дизай­нерҙар фестивалендә 2-се урынға лайыҡ була. “Һөнәрсе – 2020” республика оҫталар ярышында ла ҡатнаша. Үҙ шөғөлөнә ғүмерен бағышлаған 200-ҙән ашыу атаҡлы оҫта ҡатнашҡан бәйгелә лә һынатманы: финалсы булыуға һәм ВДНХ-Экспо кеүек ҙур майҙандағы  күргәҙмәлә эштәрен ҡуйыуға өлгәште. Шулай уҡ “Тамға – 2021” фестивалендә лә эше жюри тарафынан айырым билдәләнде.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан биҙәүестәргә битараф бул­маған. Был зауыҡ бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килә. Шуға ла Ҡарлуғас Йәрмиеваның һөнәре бик кәрәкле һәм файҙалы. Матурлыҡҡа ынтылыш булғанда, ювелирҙар һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: