Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Ғинуар 2022, 07:00

Олоғайған көнөңдә аҡылыңды юғалтма!

“Йәшлек” тип аталһа ла, был гәзитте олораҡтар, хатта ҡарттар ҙа ифрат яратып уҡый.

 Оҙон ғына ғүмер юлы үткән кешеләрҙең тормошонда булған төрлө хәл хаҡында авторҙарыбыҙҙың йыш ҡына һөй­ләүе баҫманы тағы ла уҡымлыраҡ итә, тип уйлайым. “Тормош юлдары ҡатмарлы” тигән рубрикала әҙәм балалары менән булған ҡыҙыҡлы, ә күп кенә осраҡта  ҡыҙғаныслы ваҡиғалар менән танышаһың. Ғәҙәттә, берәй ғаиләләге оло йәштәге ир менән ҡатындың үҙ-ара йә уларҙың бала-сағаһы менән булған мөнәсәбәттәре бәйән ителә унда. Ана шундай мәҡәләләр менән танышып, төп геройҙарҙың тормошон үҙеңдеке йә тирә-йүнеңдәгеләрҙеке менән са­ғыштырып, уларҙан фәһем йә ғибрәт тә алаһың.

Гәзиттең тәүге битендә фәлән ҡала йә ауылыбыҙҙа мутлашыусыларға кемдер бер нисә йөҙ мең, хатта миллион һумын күсергәнлеге хаҡындағы  хәбәрҙәр ҙә йышайҙы һуңғы осорҙа. Шундай енәйәтселәрҙең телефон тоҙағына башлыса әлеге меҫкен әбей-бабайҙар эләгә. Кешенең аҡсаһын уның өйөнә инеп, урлап йә талап алып китеүсе бурҙарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек бындай әҙәм аҡтыҡтары. Тик әлеге ҡорбанына ҡарата физик көс кенә ҡулланмай улар. Кешеләр бындайҙарға аҡсаһын “үҙ теләге менән” бирә. Ошондай хәлдәргә лә хәҙер күнегеп бөтөп барабыҙ шул, йәмәғәт.

Һуңғы осорҙа еңел аҡса эшләүселәрҙең тағы ла бер төрө хаҡында унда-бында ишетелгеләй башланы. Юҡ, улар  енәйәтсе түгел! Ундайҙар һис кенә лә законды аша атламай, уларға кешеләр үҙҙәренең матди байлығын үҙ теләге менән генә түгел, ә урыҫтар әйтмешләй, хатта “с удовольствием” бирәләр, тиеү дөрөҫөрәк булыр. Эйе, эйе, ысынлап та бирәләр, әммә һуңынан, “эш үткәс кенә” үкенә башлайҙар. Күптән түгел бер яҡташым үҙенең танышының мөшкөл хәлен һөйләгәйне. Ундай тормошто дошманына ла теләүсе табылмаҫ, моғайын. Мине генә түгел, ошо мәҡәләне уҡып ултырыусы күптәрҙе тетрәндерер был хикәйәт.

Йыл башында, был яҡташыбыҙҙың бер хеҙмәттәше алтмыш ике йәшен тултырып, хаҡлы ялға сығып, “ниһайәт, ял итәм икән” тип өмөтләнеп йөрөгән. Үҙ эшенә һәр саҡ намыҫ менән ҡараған, тырыш кешеләрҙең шул осоро, ысынлап та, һөйөнөслө ваҡиға бит. (Ә бәғзе берәүҙәр ғүмер буйы ҡайҙалыр эшләп, пенсия фондына иғәнә түләп йөрөп тә, үҙҙәре өмөт иткән пенсия аҡсаһын күрмәй ҙә үлеп китә. Айырыуса ир-ат халҡы.) Инде етмеште ҡыуып барғаныңда, һау-сәләмәт көйө пенсияға сығыу бәхетенә иреш­кәнһең икән, ғүмерең ахырынаса, үҙенән-үҙе ай һайын килеп тора торған шул аҡсаға ҡыуанып, йәшә лә йәшә инде! Көнкүрешеңә, ашарыңа тулыһынса аҡсаң етеп торһа, оло кешегә башҡа нимә кәрәк?.. Ул ғына ла түгел, аҙнаһына бер булһа ла ейән-ейәнсәрҙәреңә бер аҙ кәнфит-мәнфит алып биреп, уларҙы шатландырып тороуға ла етә бит… Тик әлеге ир-уҙаман оҙаҡламай шул уҡ эшенә ҡабаттан урынлашҡан икән. “Ярай, эшләрлек рәте, һаулығы булғас, әйҙә, эшләһен. Күберәк аҡса, моғайын, ҡамасауламаҫ”, – тип уйлай бит инде һәр кеше бындай эшһөйәр кеше хаҡында. Әммә был оло кешенең эшләй башлау сәбәбе бөтөнләйгә башҡа булып сыҡҡан: миллион һумға яҡын кредит алып, бурысын түләп йөрөгән икән. Ә нимәгә уға шунса аҡса кәрәк булған һуң? Балалары күптән инде башҡа сығып, айырым йәшәй. Бәлки, шул ғәзиздәренең береһенең шундай суммаға мохтажлығы барлыҡҡа килгәндер…

Әҙәм балаһы менән бергә шатлыҡ та, ҡайғы ла йәнәш йөрөү ихтималлығы бар. Был кешенең хаҡлы ялға сығыр мәле яҡынлашыуға, уның электән бер хроник сир менән яфаланған ҡатыны, артабан да хәле ауырайып, түшәккә ята.  Шул саҡ, икенсе бер гүзәл зат (ҡарттың йәшерәк сағындағы “яҡын танышы”, тип әйтәйек), ҡатындың хәле насарланғанын ишеткәс тә, ошо ғаиләнең хәле менән ҡыҙыҡһына башлай… Оҙаҡламай хужабикә баҡый­лыҡҡа күсә. Шул осорҙан алып, әлеге гүзәлдең йөрәгендә был ир-егеткә ҡарата “тәрән һөйөү хистәре” ҡабаттан уяна, хатта артабан да “көсәйә бара”. Ошо хаҡтағы эс серҙәрен әкренләп белдерә-белдерә, был ҡатын тол ҡалған ир менән әүҙем аралашырға тотона. Ғүмер буйы бергә йәшәгән хәләл ефетен юғалтҡан бабайҙың “ҡайғыһын уртаҡлашырға” хатта ҡыҙҙары менән бергәләп тә килгеләй. Үҙе бер нисә йыл элегерәк ирен ерләгән булған икән. Һәүетемсә тиҙ арала бабайҙың да күңелендә нескә хистәр уятыуға өлгәшеп, бер ай тирәһенән, ир йортона күсенеп, уның менән бергә тора башлай. “Йәш кәләш” иргә ҡарата элекке сирле ҡатынына ҡарағанда ла күпкә яғымлыраҡ, алсағыраҡ булып сыға, уға тейешенсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Ҡатын тарафынан шундай йылы ҡараш тойған был ирҙең уй-кисерештәрен, хис-тойғо­ларын күҙ алдына килтереү ауыр түгел. “Һин – минең мөғжизәм! Инде нисәмә йыл һин тик минең хыялымда ғына булдың! Һин – минең бәхетем!” – тигән һымаҡ йәш сағында ла ишетмәгән матур, “тылсымлы” һүҙҙәрҙе ишеткәс, олоғайып барған йөрәк “йәшәреп”, хатта “иреп” тә китә икән ул. Ҡатындың әллә ҡасан уҡ бәлиғ булған ҡыҙҙары ла үҙҙәренең атайҙары урынына ҡалған был оло кешене ихтирам итә, өрмәгән ергә ултыртмай. Кемдер берәү ошо мәлдә: “Әйҙә, артабан да шулай бәхеткә күмелеп, рәхәтләнеп йәшәй бирһендәр. Бындай тормош кемгә эләгә әле!” – тип уйлай ҙа башлағандыр. Был ир-уҙамандың элекке хеҙмәттәшенән ошо хаҡта ишеткәс, миндә лә баштараҡ бына шундай фекер тыуғайны…

Ирҙең банкта ятҡан ярты миллион һум аҡсаһы хаҡында ла хәбәрҙар булған был гүзәл зат оҙаҡламай “һөйөклөһөнә” фатирын тотоноп, өр-яңы өй һатып алырға тәҡдим яһай. Тик квартира һатҡан аҡсаға әлеге биш йөҙ мең һумды ҡушҡас, яҡшы өй һатып алыр өсөн тағы “ни бары миллион тирәһе генә” өҫтәргә кәрәк. Ирҙең пенсияһына банктан  кредит алһаң, “бер нисә йыл эсендә генә” уны түләп тә бөтөрөп була икән… Ҡыҫҡаһы, әлеге ҡатын ирҙең күңелен артабан иретеп, үҙенең планын тормошҡа ашырып та ҡуя. Ә һатып алынған ҙур өйгә кем хужа, тип уйлайһығыҙ? “Әлбиттә, ир”, – тип уйлар бәғзе берәү. Хужа булыу түгел, хатта ул, урыҫтар әйтмешләй, “дольщик” булып та тормай… Артабан нисек тә йәшәргә кәрәк бит: инде быуындары шығыр­ҙауын да яҡшы тоя башлаған ир, баштараҡ әйтмешләй, ҡабаттан элекке яратҡан эшенә ҡайтырға мәжбүр була. Ул ғына ла түгел, төп эшенән тыш, “өҫтәмә калым” тигән нәмә менән дә булыша башлай. Сөнки, кредитты ай һайын түләүҙәрҙән тыш, көн һайын ашарға ла кәрәк … Өйҙәге “йәнкиҫәге” һәм уның яратҡан ҡыҙҙары өсөн нимә генә эшләмәҫһең!.. Үҙен ислам динендә тип һанаған булһа, бәлки, “риба” (процентҡа аҡса биреү йәиһә алыу) гонаһынан ҡурҡып, кредит тигән нәмәгә хатта яҡын да бармаҫ ине лә бит. Әммә, бер ҡатлы, алсаҡ, эшсән, тик дини яҡтан бөтөнләй наҙан булған был кешенең ул турала ишеткәне лә юҡтыр, күрәһең.

 Ҡайһы берҙә бабай шулай үҙенең эске кисерештәрен әлеге хеҙмәттәше менән бүлешә икән. Уның һүҙе буйынса, бөгөн был байғош ирҙә мөхәббәт ҡайғыһы юҡ. Яңы ҡатынына ҡарата булған нескә тойғолары үҙенең “елкәһендә эленеп” торған миллион һум бурысты нисек түләп бөтөү хаҡындағы уйҙар аҫтында күмелеп ҡалған. Ҡатын да, һуңғы осорҙа, башлыса ирҙең күпме “калым” аҡсаһы алып ҡайтыуы менән генә ҡыҙыҡһына башлаған… Бына шундай оло кешене йәлләүҙән йөрәк өшөй, әммә “ҡай­ғырма, үтер” тип йыуатыуҙан башҡа уға бер нисек тә ярҙам итеү мөмкин түгелдер. Хатта хоҡуҡ һаҡлау орган­дарының да уның хәлен еңеләйтә алыуы икеле. Сөнки бында законға ҡаршы бер ни ҙә ҡылынмаған. Хәҙер, кемдер әйтмешләй, ер тырнап илаһаң да, нисек кенә үкенһәң дә, терһәкте тешләп булмай.

Бабайҙың үҙенең балалары был хаҡта, моғайын, беләлер ҙә инде. Ғәзиз атай­ҙарының олоғайған көнөндә ана шулай “ярыҡ кәмәлә” ултырып ҡалыуы хаҡында хәбәрҙарҙыр, тип уйлайым. Шул яҡын­дарының күҙенә нисек ҡарайҙыр был атай кеше? Үҙ атаһына ҡарата ғәзиз­дәренең хәҙер ниндәй мөнәсәбәттә булыуы хаҡында төрлөсә фаразларға ғына ҡала. Ә иртәме-һуңмы, төрлө ҡартлыҡ сире баҫып китһә, тик үҙенең бала­ларының ғына ярҙамына мохтаж була башлауы ла бар бит уның…

Әлеге телефон аша мутлашыусыларға ҡабаттан әйләнеп ҡайтайыҡ. Уларҙы берәй ҡасан тапҡан, тотҡан осраҡтар хаҡында ишеткәнем юҡ. Әммә ундай кешеләрҙе, исмаһам, “енәйәтсе” тип  атап була. Ә йөрәк хистәре менән уйнап, башҡаларға шундай ауыр йөк тейәү­селәрҙе ҡайһылайыраҡ атарға? Һеҙ нисектер, әммә мин улар хаҡында тик “зирәк кешеләр” тиеүҙән уҙа алманым. Ҡыҙыҡ, улар үҙҙәрен нисегерәк тоя икән... Ә шулай ҙа бына ошо күңелһеҙ хәл өсөн кемде ғәйепләргә? Үҙенең яратҡан ҡыҙҙарының тормошон ҡайғыртыусы “яңы кәләште”ме? Бәлки, кемдәргәлер сәйер ҙә тойолор, әммә, минең уйымса, был бәләлә әлеге зыян күреүсе “башһыҙ” кеше тик үҙе генә ғәйепле. Нисек кенә уны йәлләһәм дә, бына шундай ина­ныуҙамын  мин. Ә бына инде үҫеп, үҙаллы йәшәп ятыуҙарына ла ҡара­маҫтан, уның ғәзиз балаларын ысынлап та йәлләйем. Оло йәштәрҙәге бәғзе берәүҙәрҙе ошо хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип таптым. Йәш ваҡытта ғәҙәттә “тиле йәшлек” тип тә атайҙар. Шул саҡта ебәргән хаталарҙы “йәшлек хатаһы” тигәндәрен дә ишеткеләгәнем бар. Быларҙың барыһы ла аңлашыла. Тик бына инде олоғайған көнөндә кешеләр аҡылын юғалтмаһын ине.

 

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: