Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Ғинуар 2022, 07:00

Мең шөкөр!

– Юл фажиғәләре темаһына ҡағы­лышлы беҙҙең дә һөйләр һүҙ бар, – тип мессенджер аша видеонан шылты­ратҡан Вилә* янында ҡунаҡҡа килгән әхирәте Рәүилә лә бар ине.

 Бер-береһен бүлә-бүлә уҙышмаҡтан хәбәрен теҙгән ҡатындар ҡарамаҡҡа минән күпкә йәшерәк, йөҙгә бер-береһенә оҡша­ма­һалар ҙа, икеһе лә берҙәй көләс, ихлас, алсаҡ.

– Ауылда торған Рәүилә беҙҙе йыл да ҡунаҡҡа саҡырһа ла, бер ҙә бара алманыҡ, – тип һөйләй башланы Вилә. – Ҡулдан булһа ла “иномарка” алғас, балаларҙы тейәп, ниһайәт, әхирәтемә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Рәүилә беҙҙе ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алды, рәхәтләнеп күңел астыҡ. Ирҙәребеҙ ҙә уртаҡ тел тапҡас, ныҡ ҡыуандыҡ. Икенсе көндө әхирәтем иртә менән мунса яғып ебәрҙе, ҡоймаҡ ҡойоп, сәй эсергә саҡырҙы.  Рәүиләнең ире Әхтәм, баш төҙәтергә ине, берәй запас яртың ултыралыр, сығар, тип ҡатынына өндәшкәс, минең Шамил һикереп төштө. Йәнәһе лә, хәҙер ма­газинға машинала һыпырта һуғып барып, эсергә алып килә.

– Ә минең, ысынлап, запас бар ине (ауылда унһыҙ булмай), өҫтәлгә сы­ғарып ултырттым, – тип һүҙгә Рәүилә ҡушылды. – Шуның менән баш төҙә­терҙәр ҙә, туҡтарҙар, тип уйланым. Әммә улар, ауыҙҙарына бер эләккәс, киреһенсә, ҡыҙҙы ла китте – балыҡҡа барырға йыйындылар. Әхтәм Шамилға, беҙҙең йылғала балыҡ мыжғып тора, пашти үҙе ярға һикереп сыға, тип шаштырып маҡтана.

– Ә Шамил ата балыҡсы бит инде, – Вилә көлә. – Уға етә ҡалды. Араҡыны икәү эсеп ултыралар, барабыҙ ҙа, елле-елле балыҡтарҙы вис тотоп алып ҡайтабыҙ, тип дәртләнәләр.

– Бер ҡайҙа ла бармайһығыҙ, өйҙә ултыраһығыҙ, тип ҡаты ғына әйтеп, былар сығып китмәһен тип, маши­наларҙың асҡыстарын, телефондарын аристауайт итеп, Вилә менән мунсаға инеп киттек, – Рәүилә һораулы ҡара­шын әхирәтенә текләй. – Берәй сәғәт булғанбыҙҙыр ул?

– Саҡ ҡына оҙағыраҡ шикелле. Үҙебеҙ ҡапҡа яғына ҡарап-ҡарап алабыҙ, былар сығып таймаһын, тип. Миндекте туҙҙырғансы сабынып, йыуынып килеп сыҡтыҡ та, ирҙәрҙе мунсаға ебәрәйек  тип өйгә инһәк – улар юҡ! Балалар ғына йәнһүрәт ҡарап ултыра. Һырттан, картуф баҡсаһы яғынан һыпыртҡандар. Урамға сыҡҡайныҡ, беҙҙең машина тора, Рәүиләләрҙеке юҡ. Ә асҡыс беҙҙә! Аҙаҡ белдек: Әхтәм менән Шамил һырттан ҡасып урап, урам яғынан килгәндәр ҙә, бикләнмәгән  машинаны ситкә этеп барып, һуңынан сымдарын тоташтырып ҡабыҙып, тайғандар. Шул тиклем ашыҡҡандар, хатта үҙҙәре менән бергә алып сыҡҡан ҡармаҡ­тарын төшөрөп ҡалдырғандар. Беҙ Рәүилә менән зыҡ ҡубып, алкаштар, туймаҫ тамаҡтар, тип уларҙың кү­ләгәһен әрләп йөрөһәк, бер заман алпан-толпан баҫып, өҫтө бысранған Шамил килеп инде. Йөҙө ап-аҡ. Инде әрләшергә тип асҡан ауыҙымды ябып, ни булды, тип кенә һорай алдым. Күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп, беҙ түңкәрелдек, тине: “Унда Әхтәм...”

– Минең ҡот осоп, торған ерҙән быуынһыҙ булып, ултырҙым да ҡуй­ҙым, – Рәүилә, шул мәлде иҫләп, тул­ҡынланған кеүек тойола. – Әхтәм үлгәндер, тип уйланым. Шамил, шуны аңлап, юҡ-юҡ, ул тере, машинанан сыға алмай ята, аяғы һынған шикелле, “Тиҙ ярҙам” саҡырығыҙ, ти. Баҡ­тиһәң, беҙҙең яңы урам яғы­нан таш юлға елдереп килеп тә менгәндәр, машина зыр әй­ләнеп китеп, осҡандар ҙа ҡуйғандар. Ҡырсынташ шулай алып бәрә икән.

– Рәүилә ҡалтырана-бәл­терәнә “Тиҙ ярҙам”ды са­ҡыртҡан арала, мин Шамилға, бар мунсаға, бәрейгә оҡшап йөрөйһөң, тип асыуланып ҡысҡырҙым да, Рәүилә менән Әхтәм янына йүгерҙек. Барып етеүгә унда байтаҡ машина туҡтап, ир-егеттәр ВАЗ-ды тәгәрмәсенә баҫтырғайны. Яра­ланған Әхтәм шунда ерҙә ҡысҡырып ята. Ауыртыуҙан ҡыс­ҡы­ралыр, тиһәм, машинаны ипләп, емереп ҡуймағыҙ, тип ҡысҡыра, имеш.

– Үҙе машинабыҙҙы остаған да, – Рәүилә асыуын иҫкә төшөрә. – Уй, ҡуй инде, иҫәр ҙә ул шулай. Ишшу, беҙ барып еткәс, бына, Рәүилә, һинең арҡала ниндәй хәлгә ҡалдыҡ, аяҡ һынғанға, баш ярылғанға һин минауат, тисе. Тәүҙә шаярталыр, тип уйланым, ә ул миңә асыуланып тороп, ерле-юҡтан, нимә сыға, шул бисәләрҙән сыға инде ул, тигәс, йәнем көйҙө лә, әй, сәсрәп китмәйһеңме, с..а алмаһаң да, мин ғәйепле инде ул, тип, “Тиҙ ярҙам” килгәнен дә көтмәй, әйҙә, теләһә нимә эшләһен, тип Виләне ҡултыҡланым да, ҡайттым да киттем. Ҡайтҡайныҡ, Шамил мунсанан сығып тора. Шуты баш ауырта, ти.

– Күберәк эсергә кәрәк ине, бәлки, ауыртмаҫ ине, артығыҙға мажара эҙләп, ҡасып тайҙығыҙ, тип мин уға көйҙөм, – Вилә көрһөнә. – Хәле ауырҙыр, тип башыма ла индермәнем, сөнки үҙ аяғында йөрөй, яра-фәләне күренмәй. Әле айнымаған Шамил көлөп ҡуйҙы ла, бер-ике аҙым атлағас, сайҡалды. Йығылмаҫ өсөн болдорҙоң ситенә һөйәлеп өлгөрҙө. Ҡунаҡ булыу ҡайғыһы китте. Рәүилә ҡат-ҡат, ҡалығыҙ, тип өгөтләһә лә, ҡайтырға йыйындыҡ. Рәүилә Әхтәмдең кәрәк-ярағын, документын пакетҡа тултырып, авария булған ергә килдек. Әхтәмде тейәп алған “Тиҙ ярҙам”ды туҡтатып, Рәүилә пакетты фельдшерға тотторҙо. Еме­релгән ВАЗ-дарын һөйрәтеп алып килер инек, фаркоп булмағас, ярҙам итә алманыҡ. Рәүиләне кире өйҙәренә килтереп, ул төшөп ҡалды, беҙ ҡайт­тыҡ. Ауыртҡан муйынын ҡыбыр­латырға, тәрән итеп тын алырға ҡурҡ­ҡан, башына зарланған ирем ҡайтыу менән диванға тәгәрәне. Ҡоҫто. Кәрәкмәй, саҡыртма, тиһә лә, былай бармай, тип, “Тиҙ ярҙам” саҡырттым. Үҙ аяғы менән машинаға сығып ултырҙы, рентген үтте. Травмпункттың коридорында ултыра инек, табип килеп сыҡты ла, ҡысҡырып ебәрҙе: “Һеҙ нимә ҡарап ултыраһығыҙ! Срочно ятырға!” Рентген Шамилдың ҡабырғалары һынғанын, муйын һөйәктәре сатнағанын күр­һәткән... Бер генә ибәтәйһеҙ, һаҡһыҙ хәрәкәт – һәм уны фалиж һуғыуы, бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалыуы ихтимал булған. Саҡ ҡына муйыны һынмай ҡалған. Шамилды яртылаш гипсҡа урап, һалып ҡуйҙылар... Илауым... Ирең әле йәш, һа­уығыр, тип шәфҡәт туташы йыуатты. “Балаларығыҙ бар­мы?” – тип һорағайны, тағы ла нығыраҡ иланым, иремдең хәле үтә ауырҙыр, минән йә­шерәләрҙер, тип ҡурҡтым. Шамил бик оҙаҡ – тәүҙә дауаханала, аҙаҡ өйҙә гипс­та ятты. Беҙ балалар менән уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалдыҡ. Уға торорға ярамай бит, тәне боҙолоп китмәһен, мускулдарына атрофия булмаһын өсөн бер туҡтауһыҙ массаж яһаныҡ, тәнен махсус ҡатнашма менән һөртөп таҙартып торҙоҡ. Таң менән тороп, балаларҙы балалар баҡсаһына алып барып, ҡарауылсыға тапшырам да, дауаханаға елдерәм. Шамилды тәрбиәләп, массаж яһап, тәнен һөртөп, балғалаҡ осонда ғына әҙләп-әҙләп ашатып, эшемә осам. Төш ваҡытында үҙемдең тамаҡ ҡайғыһы юҡ, тағы ирем янына барып, уны ҡарайым. Эштән сыҡҡас, балаларҙы барып алам да, йәнә дауаханаға ашығабыҙ. Бәләкәстәребеҙ атайҙарының аяҡтарын, бармаҡтарын ыуғылап, массаж яһарға ярҙам итешкән була, ҡарап тормаһаң, уның өҫтөнә менеп яратырға-яратылырға ынтыла. Түшәктә  ятҡан әзмәүерҙәй ирҙе ҡа­рауы еңел түгел ине. Артыҡ ҡыбыр­латырға ла ярамағас, ҡулдарҙы һаҡ ҡына аҫтына тығып, билен, боттарын еүеш сепрәк менән һөртәм, шунан ҡоро таҫтамал менән ҡоротам, ҡаны йө­рөһөн өсөн ышҡылайым. Массажист ҡатын өйрәткәнсә массаж яһайым. Сәғәт туғыҙҙа саҡ өйгә ҡайтып етеп, ашарға бешерәм, кер йыуам, балаларға садиктан ҡушылған ваҡ-төйәк эштәр менән булышабыҙ... Мин өй – эш – балалар баҡсаһы – дауахана араһында йүгереп йөрөп, оло көсөргәнеш кисереп, бер айҙа ун ике килограмға ябыҡтым. Аҡсаға ҡытлыҡ кисереп (дарыуҙарға аҡса күп китте), ирем өсөн борсолоп көйөп, ашауымдың рәте юҡ ине. Машина йөрөтә белмәгәс, аҡсаға ла экономия булһын өсөн күпселеген йәйәү йөрөргә тура килде. Ирем дә бер торошта ғына һыҙланып ятып, ябығып, ҡарайып китте. Минең алда һыр бирмәҫкә тырыша, шаярта-көлә, ләкин һыҙланғаны йөҙөнә сыға. Уға кис һайын көслө уколдар ҡаҙайҙар. Ярау итергә уңайһыҙланып, бөтөнләй ашамай башлағайны, табип уға, аша­маһағыҙ,  йүнәлмәйәсәкһегеҙ, тип иҫ­кәртеү яһаны. Уй, хәҙер иҫләһәң дә, ҡыйын булып китә. Ундай хәл ҡабатлана күрмәһен, үҙәккә үтте!

– Ҡуй инде, – Рәүилә лә уфтана. – Ә мин Әхтәмде улайтып ҡараманым. Уның янбаш һөйәктәре, аяғы һын­ғайны, башы ярылғайны, операция яһанылар. Мин уның янына нисек йыш барып йөрөйөм? Яҡын ара ла түгел, балаларҙы, мал-тыуарҙы ла ҡал­дырырға кеше юҡ. Асыуым да көслө ине. Этем ҡушҡанмы уларға ҡасып тороп эскән килеш балыҡҡа сабырға?! Эскәнһең икән – өйҙә ултыр! К...ң ҡысып йөрөмә! Минең принцип шундай!           

– Дөрөҫ принцип, – тип ҡеүәтләйем Рәүиләне. – Һабаҡ булдымы һуң уларға был авария?

– Булды, булмай әллә, – тип хор менән әйтте лә, әхирәттәр бер-бере­һенә ҡарап көлөшөп ҡуйҙы.

– Әхтәм кодировкаға барып, эсеүен ташланы, – ти Рәүилә. – Яңы машина алырға дәртләнә. Мин уға, машина алһаҡ та, һиңә – шиш, йөрөмәйһең, тинем. Үҙем “право”ға уҡып сығам да, үҙем генә хужа булам. Әхтәмде бит авариянан һуң йыл ярымға водитель танытмаһынан мәхрүм иткәйнеләр. Шул да уға һабаҡ булды.

– Әй, иң ҡурҡынысын һөйләмәй онотоп ултырабыҙ, – Вилә “аһ” итте. – Был икәү ҡасып сығыр саҡта, балаларҙы ла, әйҙәгеҙ, беҙҙең менән балыҡҡа, тип ҡотортҡан. Әлдә балалар бармаған. Ә бит ҡыҙығып, атайҙарына эйәреп, машинаға ултырып сығып китеүҙәре лә мөмкин ине. Шуны күҙ алдына килте­рәбеҙ ҙә, ҡотобоҙ алына.

– Әлдә генә беҙҙе Хоҙай аралаған... – ти Рәүилә шым ғына.

Һүҙ ҙә юҡ. Эскән ата-әсәһенә ышанып эйәргән бихисап баланың ғүмере аварияларҙа фажиғәле өҙөлә, бик күптәр ғәрип ҡала. Улар тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә... Был уйҙарымды үҙемдә ҡалдырып, Вилә менән Рәүиләгә рәхмәт әйтеп хушлаштым. Хоҙайға мең шөкөр – ирҙәре аварияға тарығанда, балалары машинала булмаған.

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* Исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: