Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
27 Ғинуар 2022, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Йәмил Ишмөхәмәтов

Тыуған көнөм: 1988 йылдың 22 марты.

Тыуған ерем: Ейән­сура райо­ны­ның Урта Муйнаҡ ауылы.

Белемем буйынса мин: театр һәм кино актеры. Заһир Исмәғилев исе­мендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамланым.

Радиола нисек эш башланым: Театрҙа эшләй инем. Сираттағы ижад миҙгелен ябып, ауылға ҡайтырға йыйынғанда, әсәйем шылтыратып, радиола алып барыусыларға конкурс үткәре­леүе хаҡында хәбәр итте. Ейәнсураға ҡайтыуҙы бер аҙға кисектереп, тәүге ике турҙа ҡатнаштым. Бесән мәлендә саҡыртып алып, тағы ла һынау үткәрҙеләр һәм эшкә алдылар. Бына шулай башланды минең юл.

Эшемдә иң оҡшағаны: татыу коллектив, бер ғаилә кеүекбеҙ.

Бер мәл эфирҙа: микрофонды һүндерергә онотоп, тыңлау­сыларҙы тәнҡитләп ултырһам, ватсапҡа: "Йәмил, микрофоның һүнмәгән!" – тип борсолоп яҙа башланылар. 

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой:  10 йыл элек август айында радиолағы тәүге эфирым уҙҙы. Наил Юнысов менән киске "Аулаҡ"ты алып барабыҙ. Ике туған ағайымдың, тура эфирға шылтыратып: "Йәмил ҡустым, һине "Юлдаш"та береһе лә үпкәләт­мәйме, бәйләнһәләр, миңә әйтерһең",– тип ысын күңелдән борсолоуы хәтерҙә ҡалған.

Рәхмәтлемен: Аллаһы Тәғәләгә, яҙмышыма, әсәй-атайыма, кәлә­шемә.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: иртәнге эфирҙа эшләгәс, йоҡо үҙе төш кеүек. Таңдан уяныуға ла күнегеп бөтөлгән. Хатта ял көндәрендә лә, эфирға һуңланым икән тип, ҡара тиргә батып уянған мәлдәр бар. 

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: яңыраҡ ҡына атаһы Анатолий Карпов  менән шахмат уйнаған тыңлаусы менән таныштыҡ. Пешкалар менән генә өс тапҡыр мат ҡуйҙы, тип һөйләгәйне ул.

Яратҡан йырым: моңо, һүҙҙәренең мәғәнәһе булған барлыҡ йырҙар. Бигерәк тә ретро йырҙарҙы тыңларға яратам.

Китабым: Талха Ғиниәтуллин­дың бар әҫәрен яратып уҡыйым.

Фильм: кәйефкә һәм теләккә ҡарап, балалар менән йығылып ятып йәнһүрәттәр ҙә ҡарай алам.

Эштән арып киткән саҡтарҙа: балыҡҡа йөрөйөм, ғаилә менән ял итәм һәм рәхәтләнеп йоҡо туйҙырам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙаны­шым: "Хәйерле иртә, республика!" тип өс мең ярымдан ашыу тапҡыр әйтеп ташлағанмын икән.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: