Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Ғинуар 2022, 07:00

Юл фажиғәләре: авариянан һуң ғәрип ҡалған Вадимды йыуатырлыҡ һүҙ табып булмай...

Сәйәхәт иткәндә осраҡлы мәсеткә инеп, хәйер бирергә булдым.

 Бирге бүлмәләге эскәмйәлә ултырған ҡатын башы менән генә ҡағып сәләмемде алды. Сират көтөп, ишек төбөндәге яңғыҙ ултырғысҡа терәлдем. Ҡалын быяла менән бүленгән икенсе бүлмәлә икәү: өҫтәл артында башына түбәтәй кейгән, иңенә елән һалған йәш ир һәм уның ҡаршыһында ҡалын кәүҙәле ҡатын. Ул беҙгә арты менән ултырғас, йөҙө күренмәй. Мин аяҡ кейемен сисергә эйелдем. Еткерә ябылмаған ишек аша ирҙең тауышы ишетелде:

– Тәҡдир... Үҙегеҙҙе язаламағыҙ, уны ла ғәфү итегеҙ.

– Ятһам да, торһам да, рәнйейем... Уф-ф, ҡалайтып ҡына ҡарайым икән... – ҡатындың әрнеүле тауышынан тәнем зымбырлап китте, башымды ҡалҡыттым. Эскәмйәләге ҡатын миңә ҡараны, күҙҙәре тулы йәш ине:

– Апайымдың берҙән-бер улы аварияла һәләк булды. Һөлөктәй ҡустыбыҙҙы иптәше әрәм итте.

Минең иғтибар менән тыңлағанды күреп, йәһәт кенә икенсе бүлмәгә күҙ йүгертте лә, зарын артабан түкте:

– Ишшу килгән булған. Зыяратҡа, тим. Яҡын килмәне килеүгә. Ғәйебен белә.

Башҡаһын һөйләй алманы, апаһы килеп сыҡҡас, уға ашыҡты, ҡултыҡлап алды, аяҡ кейемен кейҙереште. Ғәзиз балаһын юғалтҡан ҡатындың йөҙөнә күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәнем. Мулла янына инеп, йәшниккә аҡса тыҡтым да, фатихаһын һораным. Әммә уны йүнләп тыңлай алманым, таныш апайҙарҙы иҫләнем. Береһенең улы тыуған көнөн ҙурҙан ҡубып байрам иткәндең икенсе көнөнә таң менән машинала өҫтәмә араҡы артынан күрше ауылға юлланып, ҡаршы килгән автомобилгә бәрелеп һәләк булғайны. Ҡаршы маши­налағы ир ҙә “Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем йән биргән. Үҙ һыҙатынан ҡыумай ғына килгән был ир ялын әсәһе менән бергә үткәреп, шәмбе көндө ҡутарғансы утын ярып, шуны өйөп, болдорҙо йүнәтеп, йәкшәмбе иртә менән ҡайтырға сыҡҡан булған, тип һөйләнеләр һуңынан. Икенсе апайҙың улы егерме генә йәшендә яҡты донъя менән хушлашты – аварияла ғүмере өҙөлдө. Водитель иптәше ныҡ ҡыуып, боролошта машинаны түңкәреп, атай-әсәйҙең ҡояшын һүндерҙе... 

Вадим* да – ирекһеҙҙән кеше үлтереүсегә әйләнгән егет. Мәсеттән сыҡҡас та, уға шылтыратып, авария тураһында һөйләүен үтендем. Оҙаҡ өгөтләргә тура килер, тип уйлағайным, әммә ул бер аҙ уйланып торғандан һуң ризалашты: “Минең хатаны ҡабатламаһындар өсөн һөйләйем”.

– Бер кем дә, ҡайҙа, кеше үлтерәйем әле, тип руль артына ултырмай, – тине ул, көрһөнөп. – Бәләкәйҙән машина йөрөтөргә  хыялландым, шуға ла, һатып алғас, ҡыуанысымдың иге-сиге булманы. Үҙемде ирекле ҡош кеүек хис иттем. Машиналы егеттең абруйы бермә-бер арта ул. Иптәштәрҙең йомошо гел төшөп тора. Бөтә ҡыҙҙар минеке кеүек ине! Егеттәр менән ҡайҙа теләйбеҙ, шунда елдереп сығып китәбеҙ. Бензинға аҡсаң ғына булһын. Ә ул көндө башым ауыртып, ғәләмәт йоҡо баҫты. Көпә-көндөҙ яттым да йоҡланым. Ғайса килде, тип әсәй уятты: “Нимә һуйҙайып ятаһың, бар, ана, Ғайсаң килгән”. Күҙҙе тырнап, иҫнәй-иҫнәй килеп сыҡтым. Гөлназ автобустан тороп ҡалған, әйҙә, алып барайыҡ, тине:

– Бензинға түләйем.

Гөлназ – уның йөрөгән ҡыҙы (өләсәһе беҙҙең ауылда йәшәй). Башҡа ваҡытта булһа, һикереп төшөр инем, миңә ни, тегеләй-былай йөрөүе үҙе бер ҡыуаныс бит, етмәһә, бензинға түләйем, тип тора. Ләкин үлтереп баш ауыртты.

– Иртәгә ҡайтыр, – тинем. – Хәл юҡ, баш тубалдай.

– Бөгөн ҡайтырға кәрәк шул.

– Ныҡ кәрәк булғас, автобустан ятып ҡалмаҫҡа ине, – тип кире инә башланым.

– Ярай-ярай, – Ғайса үпкәләне. – Көнөм төшкәнгә танау сөймә. Машинаһы булғас, эреләнгән икән берәү.

Ризалашырға тура килде.

Өйгә ингәс, арлы-бирле ҡапҡыланым да, сығып, машинаны ҡабыҙҙым. Әсәй һөйләнеп тороп ҡалды:

– Эш менән буламы, тиһәң, һәр кемдең “айт” тигәненә “тайт” тип һикерәнләргә генә әҙер. Эт саба тип, бет саба. Һиңә шул эшһеҙ сабырға ғына ҡуш...

Уның ирешкәнен Ғайса менән Гөлназ да ишетте, улар алдында уңайһыҙ булды.

Йәшенле ямғыр килә ине...

Гөлназды өйҙәренә алып барып еткергәс, Ғайса унан айырыла алмай, ярты сәғәттәй торҙолар. Йәшенле ямғыр беҙҙе ҡыуып етте. Йәшен ялт-йолт итте. Ғайса салонға һыу сәсрәтеп килеп инде:

– Ҡоя ғына, малай! Вис һыу булдым!

– Эштәр былай барһа, күп тә тормай, был ҡыҙый һине үҙенә өйләндерә икән, – тип ыржайҙым.

– Шулайта икән, – Ғайса музыканы аҡыртты. – Киттек!

Мин тиҙлек педаленә баҫтым. Әллә ни шәп тә килгәндәй түгел һымаҡ инек. Бер ваҡыт машина ҡапыл сығынлап, руль тыңлауҙан туҡтаны – беҙ юлдан остоҡ. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәйнек. Машина ут бағанаһына барып бәрелгәндә күҙҙән осҡондар сәсрәне, бар тәнгә бысаҡтар ҡаҙалғандай тойолдо, мин ҡайҙалыр остом. Ергә ҡаты бәрелеүҙән, ауыртыуҙан аңымды юйҙым. 

Кемдеңдер, Вадим, Вадим, тип ыңғырашҡанына күҙҙәрҙе астым. Ҡойоп ямғыр яуа. Бындай ямғырҙа бер тауышты ишетерлек түгел, кем миңә өндәшә, тип аңҡы-тиңке килеп тороп ултырҙым, һул ҡулымдың һөйәктәре ағарып күренә ине – аптыраным, заңҡыған башты уң ҡулым менән һәрмәп ҡараным – бармаҡтарымдағы ҡанды шунда уҡ ямғыр йыуҙы. Хәтәр остоҡ, Ғайса, тип көлөргә иттем. Ғайса! Ғайсаны иҫләү менән ҡотом алынды, металлолом өйөмөнә әйләнгән машинама ҡараным – Ғайса машина аҫтында ҡыҫылып ҡалғайны, башы ғына күренә. Тороп баҫырға иткәйнем, башым зырлап әйләнде, аяҡтар тотманы, кире тәнтерәкләп барып төштөм, һул ҡулымдың ауыртыуынан ток һуҡҡан кеүек булды. Машина янына көс-хәлгә шыуышып барҙым. Ғайса тере ине. Ҡарамаҡҡа бер ере лә имгәнмәгән, былай ғына түңкәрелгән авто аҫтына инеп ятҡан тиерһең.

– Һин мине саҡырҙыңмы ул?

– Эйе, мин һине үлгәнһеңдер тип ҡурҡтым, – Ғайса саҡ-саҡ тын алды. – Шуға ҡысҡырҙым да ҡысҡырҙым.

– Сыға алаһыңмы? – тинем.

– Сығырға ине. Эсем ауырта, Вадим. Тын ала алмайым. Домкратың бармы?

– Бар. Хәҙер, эҙләп тапһам, ала алһам.

Таба торғаным бармы... Ни машиналар күренмәй! Ҡабат Ғайса янына шыуыштым.

– Вадим, үлгем килмәй, ҡотҡар мине, – Ғайса өҙөп-өҙөп һөйләште. Һәм кинәт аҡтыҡ көсөнә илап ҡысҡырғандай итте:

 – Ҡотҡарығыҙ мине, зинһар, ҡотҡарығыҙ!

Уның был тауышы... Мин машинаны ятҡан килеш бер ҡул, иңбаш менән күтәреп маташтым, көсәнеүҙән аңды юйҙым.

Реанимацияла иҫемә килдем. Миңә операция яһағайнылар. Эргәмә ағайымды индерҙеләр. Ағай ағай инде, сөсөләнеп торманы, Ғайса үлде, тине:

– Ошонда эргәңдә ятты ул. Иҫенә килмәне. Эсендә бөтә органдары ла иҙелеп, бутҡаға әйләнгән, тиҙәр.

Үкереп илағы килде...

Мине икенсе көндө иртән дөйөм палатаға күсерҙеләр. Тағы ағайым килде:

– Ғайсаны бөгөн ерләйҙәр.

– Оҙатырға барам, – тинем.

– Шуға килгәйнем... Алып барайым, тип.

Ул үҙе табип менән һөйләшеп килешеп, мине ике сәғәткә һорап, зыяратҡа алып китте.

Ғайса янына яҡын барманым. Бара алманым. Үҙемде ғәйепле тойҙом. Алыҫтан ғына бәхилләштем. Әсәһенең беҙҙең яҡҡа йүнәлгәнен күреп, хәҙер ҡарғай инде, тигән уйҙан, ҡурҡыуҙан быуынһыҙ була яҙҙым, ауыҙ эсем кипте, башым әйләнде. Ағайым терһәгемдән тотмаһа, йығылыр инем. Ныҡ бул, тине ағайым. Шул мәлдә, Ғайсаның әсәһе ни эшләһә лә риза булып, яҙмышыма күндем. Ә ул килеп еткәс, ағайым менән ике ҡуллап күреште, мине арҡамдан ҡаҡты:

– Нишләп ситтә тораһығыҙ?

– Кисерегеҙ мине, – телемде саҡ әйләндереп шыбырланым.

– Ҡуй, Вадим, язалама үҙеңде. Тәҡдир... Үҙең иҫән ҡалғанға шөкөр ит. Аят ашына инерһегеҙ.

– Беҙгә кире дауаханаға барырға кәрәк, – тине ағайым. – Шуға инеп тормайбыҙ.

– Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт, – Ғайсаның әсәһе ауыр һулап китеп барҙы.

Әсәһе мине кисерҙе лә, мин үҙемде кисерә алмай  һаман язалайым. Ғүмерлек яза булды. Шунда Ғайсаның үтенесен кире ҡағып, Гөлназды алып барыуҙан баш тартһам, юлға сыҡмаһаҡ, был хәл булмаҫ, Ғайса тере ҡалыр ине бит, тип ҡат-ҡат уйлайым. Гөлназ автобусҡа сығып, үҙ яйы менән ҡайтҡан булһасы... Тик бер нәмәне лә кире ҡайтарып, үҙгәртеп булмай.

Авариянан һуң ғәрип ҡалған Вадимды йыуатырлыҡ һүҙ ҙә табып булмай.

 

Баныу Ҡаһарманова.

* Исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: