Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Ғинуар 2022, 15:37

Йөрәк түрендәге серем ул…

– Көндәлек тормоштан тамам ғарҡ булғас, сит илгә барырға путевка алдым, – тип башланы һүҙен был ханым. – Эйе, маҡсатым берәү генә ине – ун-ун биш көн булһа ла иҫерек иремде күрмәй тороу, тынысланыу, хәл йыйыу. Һуңғы ваҡытта күңелгә ҡурҡыу инеп ояланы – бөтәһен дә уйлап аҡылымдан шашырмын кеүек ине.Б

– Көндәлек тормоштан тамам ғарҡ булғас, сит илгә барырға путевка алдым, – тип башланы һүҙен был ханым. – Эйе, маҡсатым берәү генә ине – ун-ун биш көн булһа ла иҫерек иремде күрмәй тороу, тынысланыу, хәл йыйыу. Һуңғы ваҡытта күңелгә ҡурҡыу инеп ояланы – бөтәһен дә уйлап аҡылымдан шашырмын кеүек ине.Беҙ бит үҙебеҙҙә булмағанға ҡыҙабыҙ. Төркиә ханымдары ирҙәренең алиһәләре икән. Баҡтиһәң, беҙҙән барғандарҙың да күпселеге ирҙәре (һөйәркәләре түгел!) менән бергә шау-гөр килеп, иркә ханымдар булып рәхәтләнеп ял итеп ята.Кәйефемде төшөрөргә ярамай ине миңә. Быларҙың барыһын да ҡарап, иң мөһиме, ҡәҙерле кешем – ғәзиз балам эргәмдә, һау-сәләмәт, тип уйланым. Миңә тағы нимә кәрәк?!

Тормошта барыһын да күрҙем, һөйләп тормайым инде, аңлаған­һығыҙҙыр эскесе ир менән үткәргән ғүмер­ҙе. Әсә өсөн баланан ҙурыраҡ йыуаныс, уның иҫән-аман булыуынан да оло бәхет юҡ. Диңгеҙҙе тәүгә күреүем. Мин уға күптән ғашиҡ. Ҙурлығы, тәрәнлеге менән ҡурҡыта, шул уҡ ваҡытта серлелеге менән үҙенә тарта, әллә ниндәй хистәр менән ымһындыра. Әҙәм балаларының бер тамсы һыуҙан яратылыуы уларҙы һыуға тартамы икән әллә?

Онотолоп йөҙҙөм диңгеҙҙә. Хәсрәт­тәрем, иремә булған үпкә-рәнйештәремдән арынырға теләп йөҙҙөм дә йөҙҙөм. Яр ситендә генә сыпырҙаусы кешеләрҙән эскәрәк инеп, тулҡындарҙа яңғыҙым ғына тирбәлеп, үҙ уйҙарым менән генә ҡалып, хыялый донъяла хозурланып кинәндем. Бөтә кәүҙәмә таралған рәхәт талсығыу менән ярға табан атлағанда башыма килгән уйҙан хатта туҡтап ҡалдым. Мин быға тиклем үҙ-үҙемде ярата белмәгәнмен икән. Һаман кемдәргәлер ярҙам итәм. Ә ни эшләп мине берәү ҙә йәлләмәй һуң, тигән ваҡыттар ҙа булды ла баһа. Бала менән бер тинһеҙ декрет ялында ултырғанда, ҡоро көйөккә ҡалһам-ҡалдым, әммә зарланманым, иремдән ярҙам көтөүҙең бушҡа икәнен аңлағас, һатыу өсөн төндәр буйы ойоҡбаш, бейәләй бәйләнем. Нисек тә осон-осҡа ялғарға тырыштым.

Миңә лә ғүмеремдә бер булһа ла үҙемде яратырға, ҡәҙерләргә ярайҙыр бит! Аҡсамды ҡыҙғанманым: тәнемә – массаж, битемә битлектәр яһаттым, саунала сихәт алдым. Унан, ҡатын-ҡыҙ өсөн әҙергә хәҙер булып ҡына табын артына килеп ултырыу, аш-һыу, плита тирәһенән арынып тороу үҙе бер ял, үҙе байрам икән дә баһа. Әсәйем гүр эйәһе булғандан башлап, инде ун йыл әҙер табынға инеп, ҡайнар сәйгә лә уянғаным юҡ.

Теләгемә ирештем – ярһыған күңел даръя­ларыма ял бирә алдым. Ә бәхетле икәнеңде йәшереп булмай, ул ошонда уҡ йөҙгә, күҙҙәргә сыға. Үҙ-үҙен яратҡандарҙы башҡалар ҙа ярата, тип әйтеүҙәре дөрөҫ икән. Ир-аттың үҙемә иғтибар иткәнен күптән һиҙгәнем юҡ ине. Ә уны тойоу ҡатын-ҡыҙға барыбер кәрәк. Юҡ, юҡ, кем менәндер танышыу уйыма ла инмәне. Мин ундай теләктән алыҫ инем. Алыҫлыҡҡа алыҫ инем дә. Аҙаҡҡы көндәрҙә мине бер күҙ күҙләй башланы. Уның мине күҙәткәнен әллә ҡайҙан һиҙеп алам, ниңәлер ҡаушай башлайым, ҡапҡан ризығымды йота алмай торам. Күҙҙәремде йәшереү өсөн тиҙерәк ҡара күҙлегемде кейәм. Күҙҙәремде бер йәшерҙем, ике, һуңғараҡ ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы еңде, әлеге ҡараштың хужаһына күтәрелеп ҡарамайынса булдыра алманым һәм үҙемә һоҡланып текләгән күҙҙәр менән осраштым. Отелдең коменданты ине ул. Ошо уҡ киске аштан һуң улым менән ял итеп ултырғанда беҙҙең ҡараштар тағы осрашты. Үҙем дә һиҙмәйерәк ҡалып, йылмайып ҡуйҙым. Ә ул беҙҙән ситкәрәк китеп, аптыраған ҡиәфәт менән нимәлер уйлап баҫып торҙо. Аҙаҡ бер ҡарарға килде, буғай, һүҙһеҙ генә алдыма ҡағыҙ ҡуйҙы ла, ҡабаланып китеп барҙы. Ҡағыҙҙа русса: «Һеҙ бик матурһығыҙ. Мин һеҙгә ҡаланы күрһәтергә теләйем», – тип яҙылғайны. Уйларға, башҡа халәткә инергә әҙер түгел инем. Ҡулдарым үҙенән-үҙе: «Минең балам бар», – тип яҙҙы. Русса, әлбиттә.

Яуап яҙғанды ҡарап, күҙәтеп торған, ахыры – шунда уҡ алдымдағы ҡағыҙымды килеп тә алды. Һанаулы секундтар уҙыуға ҡабат ҡаршыма килеп баҫты.

– Булһын! Бала осрашыуға ҡамасауламай. Мин һеҙҙе икегеҙҙе саҡырам, киске сәғәт унға риза булһағыҙ.

– Ярай!

Аҡылым йөрәгемә: «Һин нишләйһең?» – тиергә лә өлгөрмәне.

Инде был хаҡта бүлмәләш дуҫ ҡыҙыма әйтергә кәрәк ине. Белеп торам, ул ҡаршы төшәсәк, дөрөҫөрәге, аңламаясаҡ, минең турала насар уйлаясаҡ. Исемен дә белмәгән кешегә биргән вәғәҙәмдән баш тартырға һуң ине инде. Дөрөҫөрәге, баш тартырға йыйынмай инем. Мин күҙаллағанса булды, әхирәтем осрашыуға барыуыма риза булманы. «Бер белмәгән кешегә нисек ризалыҡ бирә алдың? Үҙең ишетеп тораһың нимәләр булғанын. Сит ил бит, өҫтәүенә, балаңды эйәртәһең. Бер аҙ уйлайһыңмы?» – тип әрләп ташланы. Шулай килештек: ул беҙ ултырған машинаның номерын яҙып ала, ә мин «Нисәлә ҡайтабыҙ?» тигән һорауға яуап алмайынса машина ишеген япмайым. «Нисәлә тип әйтһәгеҙ, тап шул ваҡыт­ҡа ҡайтарырмын».

Ул ҡысҡырып әйтмәһә лә, мин уға ышана инем. Күңел ептәре, хис-тойғолар юҡҡа бирелмәгән! Носрат исемле икән. Ысынлап та, беҙ ял иткән отелдә эшләй. Мин уға үҙемдең тормошом тураһында дөрөҫөн һөйләп бирҙем. Ул: «Ишеткәнем бар Рәсәй ирҙәренең араҡы эсеүҙе алға ҡуйғанын», – тине. «Һинең кеүек сибәр ханыма Алла ҙур яза биргән, и-эх», – тип көрһөнөп ҡуйҙы һәм үҙенең ғаиләһе тураһында һөйләне. Һөйөклөһө ҡыҙын тәрбиәләү менән мәшғүл икән.

Носрат беҙҙе күңел асыу урынына алып килде. Унда улым Илгизәр менән төрлө аттракциондарҙа рәхәтләнеп күңел астыҡ. Унан ҡаланы күрһәтеп йөрөгәндән һуң, ул бормалы юлдар буйлап ҡаланың иң бейек нөктәһенә алып менеп китте. Иҫ киткес матур хозур күренеш асылды. Ҡаланы төрлө яҡлап тауҙар уратып алған. Урыны менән тауҙар күк менән тоташ­ҡан һымаҡ тойола. Бөтә яҡта емелдәшеп уттар балҡый, түбәндә диңгеҙ шаулай, ә ҡала өҫтөндә Шәреҡ көйҙәре хакимлыҡ итә…

Отелгә кире ҡайтҡанда диңгеҙ буйында туҡтаныҡ. Улым һыуға таш атып уйнай. Ә мин Носратты тыңлайым. Ул мине бер күреүҙә үк оҡшатыуын, үткән-һүткән һайын гел беҙҙе күҙәтеүен, диңгеҙҙә алыҫҡа китеп, оҫта итеп йөҙөүемде ҡарап тороуын, алтын сәстәремдең тулҡындар өҫтөндә йондоҙҙай балҡыуы үҙенә тартыуын, улымды нисек итеп яратыуыма һоҡланыуын һөйләй. «Ғаиләмде яратам, ниңәлер һин ғүмергә онотолмаҫлыҡ булып йөрәгемдә урын алдың», – ти. Был һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат әйтте. Ошо минуттарҙа, йәшермәйем, башымды юйып, уның ҡосағына сумырға ла әҙер инем. Тик Носрат миңә бәйләнмәне, дуҫтарса етәкләп кенә йөрөнө.Бер нисә көндән беҙ инде ҡайтып китергә тейеш инек. Носрат: «Иртәгә ял итәм, бәлки, осрашырбыҙ», – тине. Иртәгәһен диңгеҙҙә йөҙгәндә, таныш ҡарашты һиҙеп, тау өҫтөнә күтәрелеп ҡараным. Унда, ысынлап та, ул баҫып тора. Күҙҙәре менән ишаралап, үҙе эргәһенә саҡырҙы. «Керпеккә-керпек ҡаҡмайынса төн уҙғарҙым, һин ҡояшҡайҙы күрмәй ҡала алмағанға эшкә сыҡтым», – тине. Һөйләшмәнек, өндәшмәйенсә генә бер-беребеҙҙе ҡосаҡлап тороу беҙгә бик рәхәт ине.Уянғанда уҡ моңһоу, яманһыу, һағышлы инем. Бөгөн ҡайтып китәбеҙ, ә йәнемә яҡын берәү бында ҡала. Ут менән һыу бергә була алмаған кеүек, беҙгә лә яҡынайыу ярамай. Мин китәм, ул ҡала һәм беҙ башҡаса бер ваҡытта ла осрашмаясаҡбыҙ…

Бүлмәне бушаттыҡ та, автобус көтәбеҙ. Һиҙәм, уның йылы ҡарашы миңә төбәлгән. Ләкин үҙе яҡын килмәй, тып-тын тора. Мин дә күҙҙәремде, исмаһам, уға төбәмәйем. Носраттың үҙ-үҙенә урын таба алмай йөрөүен ҡаш аҫтынан ғына күҙәтәм. Бына беҙҙе алырға килгән автобус күренде. Багажымды урынлаштырғанда Носрат минән бер аҙым ситтә генә тәмәке тарта (беҙҙең менән осрашҡанда тартмай ине). Отель ҡапҡалары асылып, автобус урынынан ҡуҙғалды. Ул мин ултырған тәҙрә яғынан атланы. Башын эйеп ҡалды. Ниһайәт, Носратҡа бүлмәләш ҡыҙым да иғтибар иткән: «Ҡара әле, һине кемдер оҙатып бара!» Күңелемдә хис тулҡындары тауҙар бейеклеге булып күтәрелһә лә, тыштан тыныс инем. Ҡыҙыҡайҙың: «Ул бит һиңә ысынлап ғашиҡ!» – тиеүе алыҫта, томандар артында яңғырағандай булды.

Автобус ҡуҙғалып китте. Артыма боролоп ҡараным. Донъялағы иң яғымлы, иң яҡын күҙҙәр эйәһенең һаман шул ерҙә баҫып тороуын күрҙем. Унан һуң, теләмәһәм дә, күҙ йәштәрем бәреп сыҡты.Өйгә ҡайтҡас, иремә туранан-тура: «Икенең берен һайла – йә беҙ, йә араҡы», – тинем. Аңлаһа – аңлар, аңламаһа – юҡ. Тамам туйғайным унан – айырылышам.

Собханалла, ирем аңланы, айныны. Инде күптән эсмәй. Быға ышанғы ла килмәй хатта. Иң һөйөнгәне улыбыҙ булды. Хәҙер нимәгә юрарға ла белмәйем. Хәйерлегә генә булһын инде, Хоҙайҡайым.

«Бик һағынған саҡтарымда номерыңды йыйырмын, һинең хаҡта уйлағанды шул ваҡыт аңларһың, белерһең», – тигәйне Носрат. Телефонымда уның номеры күренеп киткәндә көндәр ҡояшлыға әйләнә. Йөрәк түремә үк йәшергән серем – Носрат. Мине ҡатын-ҡыҙ итеп яңынан тыуҙырған серем…

Читайте нас в