Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Ғинуар 2022, 07:00

Дегәнәк (Хикәйә)

Йылы июль төнө.

Бала саҡтағы ғәҙәтемсә, мин соланда йоҡлайым. Ситтә оҙаҡ йөрөп ҡайтһаң, бик ҡыҙыҡ икән ул: тыуған ерҙең төнгө тауыштары ла һағындырған, мин уларҙы ҡолаҡ һалып бик оҙаҡ тыңлап яттым. Бала саҡта уға әллә ни иғтибар биреп тыңламағанмындыр инде, әммә күңелгә һеңеп ҡалғандар. Хәҙер был тауыштарҙы таныйым, уларҙың һис бер үҙгәрмәй, тап мин малай саҡтағы кеүек яңғырауына ғәжәпләнеп, иҫке дуҫтарымды осратҡан кеүек, ҡыуанып тыңлайым. Ана,  Йәнгилде бүләктә Саҡ менән Суҡ моңлана. Һаман шул төйәкте ташлап китмәгәндәр икән. Батима инәй беҙгә, ҡошҡа әүерелгән ике бер туған малай бер-береһен шулай эҙләй, тип һөйләй торғайны. Әле булһа эҙләйҙәр икән... Мин бының әкиәт икәнлеген беләм, шулай ҙа Саҡ менән Суҡтың ҡауышыуға өмөт өҙмәй, һаман бер-береһенә тауыш биреүҙәре, уларҙың мәңге арымауы мине һоҡландыра.

Саҡ менән Суҡ тауышы тынған арала ҡаршылағы ялбыр өйәңкенең япраҡтары һиләҫ кенә иҫкән елгә шыптырлауын, Кесе Эйек буйындағы тирәклектәрҙә һандуғас сутылдауын, көндөҙ кипкән тиҙәк аҫтында ятҡан ҙур ҡыҙыл ҡуңыҙҙың дурылдап осоуын ишетәм.

Кемдер, ана, оҙаҡ ҡына ҡапҡаны аса алмай ыҙаланды. Был бит беҙҙең аҡ һыйыр! Көтөүҙән ҡайтҡас, һөтөн һауҙыртып, тағы емһәнергә сығып киткәйне, туйынып ҡайтҡан да мөгөҙө менән ҡапҡаны үҙе аса. Һаман шул ғәҙәте икән, ишек алдына ингәс тә, мыш-мыш еҫкәнеп, бер аҙ йөрөй бирҙе. Уның шулай эҙләнерен әсәйем белеп, урам уртаһындағы ағас ялғашҡа йыуынты һыу ҡойоп ҡалдыра. Бөгөн тик йыуынты һыу әҙерәк булған, ахырыһы, аҡ һыйыр уны бер-ике һемереүҙә эсеп бөттө лә шыраулы теле менән тамсыһын да ҡалдырмай яларға тотондо. Ахыры, асыуланып, тояғы менән ялғашты түңкәрә баҫып китте.

Бына шул тауыштар аҫтында йоҡоға талып күпме ятҡанмындыр, таң алдынан ниндәйҙер шыптырлауға уянып киттем. Инде Саҡ менән Суҡ тауышы ла, өйәңке япраҡтарының хәбәрләшеүе лә, Эйек буйындағы һандуғастарҙың сутылдауы ла тынған. Бөтә ерҙә тик шул ғәжәп шыптырлау ишетелә. Мин, уның ҡайҙан икәнен аңлай алмай, ҡолаҡ һалып оҙаҡ ҡына тыңлап яттым. Асыҡ ишектән танауға ямғыр еҫе килеп бәрелгәс кенә иҫемә төштө. Был бит кәртәләү буйында үҫкән дегәнәк япраҡтарында ямғыр тамсылары шулай тупырлай! Кистән аяҙ ине, ҡайһы арала болото ҡуйырып өлгөргән тиерһең!

Малай саҡта ла мине шулай ямғыр уята ине. Уянам да  киренән рәхәтләнеп, ямғыр тауышына бәүелеп йоҡлап китә инем. Ә был юлы уяндым да күҙемә ҡабат йоҡо ҡунманы. Шып-шым ғына килеп яуып торған ямғыр аҫтында шыптырлаған дегәнәк япраҡтары миңә ниҙер һөйләй, ялбара төҫлө тойолдо. Эйе, эйе! Иртән торғас та был дегәнәктәрҙе сабып ташламаҡсы булып, үткер көрәк әҙерләп ҡуйғайным бит. Иртәгә һәләк булырҙарын һиҙгән кеүек борсолалар, минең аяуһыҙлығыма үпкәләйҙәр төҫлө был йәбешкәктәр.

Кисә килеп төшкәс тә, кәләшем яратманы уларҙы.

– Ауылда иң яратмағаным – дегәнәк. Ниңә күптән шуның тамырын ҡоротмай йорт тирәһендә үҫтерәләр икән? – тип, кәртәләү буйында дегәнәк үҫкәнгә мине ғәйепләгән төҫлө, һөйөклөм күҙҙәремә һораулы ҡараны. – Уның ҡылсығы күҙгә төшә, тиҙәр бит!

“Иртәгә үк сабып ташларға кәрәк ул һөмһөҙ дегәнәктәрҙе, кәләшемдең эсен бошороп, япырайып ултырмаһындар”, – тип ҡарар иттем эсемдән генә, иртүк тороп был уйымды тормошҡа ашырыу өсөн, көрәк тә әҙерләп яттым.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әллә бала саҡтан шул дегәнәктәрҙе күреп үҫкәнгәме, ситтә йөрөгәндә уларҙы ла һағына торғайным.

Әле бына иртә таңдан уятып, дегәнәктәр миңә үҙҙәренең файҙаһы тейгән саҡтар тураһында һөйләй төҫлө. “Малай сағыңда беҙҙең иң яҫы япраҡтарыбыҙҙан кәләпүш ябып уйнағаныңды оноттоңмо ни? Ә балыҡҡа барғанда селәүсәнде, сиңерткәне нимәгә төрөп йөрөтә инең? Әсәйең бесәндән ҡайтҡанда еләктең иң эреләрен дегәнәк япрағына тиреп, һиңә алып ҡайтып ашата ине. Уны ла оноттоңмо?”

Мин уйға ҡалдым, күҙ алдымдан төрлө күренеш үтте...

...Әллә бал яратҡанға, дегәнәк сәскә атҡанды айырыуса түҙемһеҙлек менән көтә инем. Әллә ни иҫ киткес матурлығы ла, тәмле еҫе лә юҡ уларҙың. “Дегәнәк сәскә атһа, бал бешә”, – тип атайымдың әйткәне күңелгә һеңеп ҡалған да, әйҙә мин, йәбешкәк тумалсайҙарҙан күҙ алмай, ҡасан уларҙың ҡап уртаһында ғына көрән ҡыҙыл сәскә ишараты моронлар икән, тип ашҡынып көт тә йөрө! Атайым түмәр умарталарҙы асып, кәрәҙле балды алырға бик ашыҡмай: “Ҡорттар бал ташый әле, уларҙы эштән туҡтатырға ярамай”, – ти.

Бына көткән көн дә килеп етә. Атайым лапаҫ түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйған сөрөктө аласыҡтан төтәтеп алып сыға, әсәйем ҙур ағас ашлауҙы, баллы кәрәҙ ҡырҡа торған оҙон бысаҡты әҙерләп, мине дегәнәк япраҡтары өҙөп алырға ебәрә. Ҡапҡасты бик һаҡлыҡ менән генә асырҙан алда, атайым мин алып килгән япраҡтарҙы һәйбәтләп умарта төбөнә түшәй. Сөрөктән осҡон-фәлән төшөп, ерҙәге ҡоро-һары тоҡанып китмәһен, бысаҡ осонан төшөп китә ҡалһа, бал тупраҡҡа буялмаһын тип, япраҡ түшәгәнде беләм, шуға күрә уларҙың иң яҫыларын, ҡарышлауыҡтар тишкеләп бөтмәгәнен алып киләм. Бал ҡорттарын зәңгәр төтөн менән өшкөртөп умарта эсенә ҡыуалаған атайым да япраҡтарҙың ҙурлығына аптырап ҡуя хатта.

Беҙҙең ҡорт ҡарағанды әллә ҡайҙан белеп, ишек алдына бала-саға йыйылып китә. Батырыраҡтары кәртәләүгә атланып, умарта эсендә һалабаштан һыҙырылған аҡ йүкә кеүек өҫтән аҫҡа тәңк-тәңк булып һуҙылған һәлмәк кәрәҙҙәрҙе атайымдың үткер бысаҡ осо менән ҡырҡҡанын, ашлауҙың өймәләм булып бал менән тулғанын ҡарап ултыра. Әсәйем мин алып килгән япраҡтар өҫтөнә ҙур-ҙур киҫәк кәрәҙле бал һалып, бөтәһенә лә өләшеп сыға. Иптәштәрем ыңғайына мин дә япраҡҡа бал һалдырып алам. Шулай сикһеҙ тәмле күренә.

Ямғыр көсәйә төштө, ахырыһы, дегәнәк япраҡтары ярһыбыраҡ шауларға тотондо, ә минең күҙ алдыма икенсе бер иҫтәлек килеп баҫты.

... Мин армиянан һуғыш бөтөүгә бер йыл тулып килгәндә, апрель айында ҡайтып төштөм. Ер ҡарҙан әрселгән, кипшенгән тау битләүҙәрен һөрә башлағандар. Ағастар япраҡ ярып өлгөрмәгәнгә, беҙҙең ауылды уратып алған тауҙар өҫтөндәге урмандар үтә күренмәле булып, шәп-шәрә ултыра. Ағас төптәрендә, түшәлеп ятҡан былтырғы япраҡты ҡалҡытып, йәш үлән саҡ моронлап килә. Ҡарға бик ябығып аяҡ баҫҡан малдың теленә эләгерлек түгел әле ул.

Ауыр килде ул яҙ. Һуғыш йылдарында халыҡты асыҡтырмай күтәреп килгән  картуф уңмайынса, инде тыныс тормошта иркенләп тын алам тигәндә, шулай бәкәлгә һуға.

Минең Берлиндан әйләнеп ҡайтҡан һалдат тоҡсайымдың төбөндә лә күстәнәс һай ине. Ҡайҙандыр алған ике әсмүхә цейлон сәйе менән паекка тейгән шәкәрҙән башҡа әсәйемә сығарып бирерлек бер нәмәм дә юҡ. Уңайһыҙланғанымды күреп, әсәйем:

– Һалдат – үҙе күстәнәс. Һинән күстәнәс өмөт итеү ҡайҙа, әллә кәсептә йөрөгән кешеһеңме һин! Шул тиклем ҡырылыштан алты ағзаң теүәл ҡайтып күҙебеҙгә күренеүең – үҙе тауҙай шатлыҡ! – тип, ҡыуанысынан албырғап, нимә эшләргә белмәне.

Самауырҙы борхотоп ҡайнатып алып инеп, ҡыҙыл ашъяулыҡ өҫтөндәге батмусҡа сынаяҡтарҙы теҙгәс, әсәйем бик ауырһынып:

– Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ шул сәй янына ҡуйырға, өҙөк саҡта ҡайттың. Атайың баҙарға барһа, он табыу хәстәрен күрә торғайны ла ул, был аҙнала Кесе Эйек ебәрмәне, ярҙан ярға ятты, – тип атайыма һораулы ҡараны. Күстәнәс шәкәрҙе бармаҡ бите менән теленә һалып, татын ауыҙында оҙаҡ тәмләп өндәшмәй тыңлаған атайым уның һорауын аңланы булһа кәрәк.

– Нимә оялаһың, бар алып ин һыйыңды, – тине.

Әсәйем сығып киткәс, ул, минең алда ғәйепле кеше һымаҡ, күҙҙәремә оҙаҡ ҡараны.

– Былар гел шулай ризыҡһыҙ йәшәгән, тип уйлама. Икмәкте шаҡара тешләп ашамаһаҡ та, картуфтан өҙөлмәнек. Һыйыр ағы булғас, картуф менән дә бирешмәй килә инек әле. Былтыр картуфты монар һуғып харап итте.

Беҙ элек умартанан кәрәҙле бал алғанда ғына тотона торған ағас ашлауҙа әсәйем ниҙер боһоратып алып инде. Картуф тиһәм, оҙонса, сөгөлдөр тиһәм – йыуан түгел. Мин күҙемде алмай оҙаҡ текләп ултырғанмындыр, ахырыһы, атайым ауыҙын мөйтөлдәтеп:

– Аша, улым, аша, бер-ике ҡапҡансы ғына ят тойола, хәҙер беҙ өйрәнгәс, үтеп ултыра! – тип мине ҡыҫтаны.

– “Үлмәҫкә – үле балыҡ” тигәндәй, өҙөккә ялғау булды әле. Ҡаҙырға көс күп кәрәк түлке, – тип әсәйем, ғәҙәтенсә, ашлауҙағы ят ашамлыҡтың иң һәйбәтерәген ҡалаҡ менән минең алдыма шылдырҙы...

...Аҙаҡ йылдар имен булып киткәс, атайым да, әсәйем дә, мин дә шул яҙ дегәнәк тамыры ашағанды бер ваҡытта ла иҫкә алып һөйләмәй торғайныҡ. Әле таң алдынан килеп яуып торған ямғыр аҫтында телгә килгән дегәнәктәр һис кемгә һөйләмәй йөрөткән серемде иҫемә төшөрҙө. Әйтерһең дә, улар: “Беҙҙең дә иң ауыр саҡтарҙа таяныс булғаныбыҙҙы оноттоңмо? Оноттоңмо?! Оноттоңмо?!” – тиҙәр ине.

Мин ҡурғаш шикелле ауыр йоҡоға талғанмын, иртәгәһенә һуң уяндым. Кәләшем минең уянғанды көтөп тормаған, беҙҙең картуф баҡсаһы артынан ғына аҡҡан Кесе Эйеккә барып йыуынып ҡайтҡан, мине “йоҡо сүлмәге” тип ирештерә-ирештерә көҙгө алдында сәсен тарай. Әсәйемдең аласыҡта шажлатып ҡоймаҡ майлағанын ишетәм.

Был ни ғәжәп! Күк йөҙөндә бер генә болотто ла тапмаҫһың. Әллә ямғырҙы мин төшөмдә генә күрҙемме. Юҡ, төш түгел. Ана, кәртәләү буйындағы дегәнәктәрҙең япрағы еүеш бит. Мин, кәртәләүгә түшем менән һөйәлеп, иртәнге ҡояш йылыһы япраҡтарындағы һуңғы тамсыларҙы ялаған дегәнәктәргә текәлеп торам.

Эргәмә атайым килеп баҫты.

– Ниндәй урман үҫтергәнһегеҙ, тип аптырап ҡарап тораһыңмы әллә, улым? Мин сабып ташларға йыйынғас, әсәйең тыйып ҡуйҙы. Ни өсөн тиһәң, тауыҡ себештәрен ҡарауылларға бала-сағаһыҙ беҙҙең кеүек ҡарттарға ярай әле улар. Яуыз ҡош-ҡорт күрендеме, шунда ҡасып-боҫоп ҡала мәхлүктәр, себештәрҙе әйтәм...

Атайым минең ни уйлап баҫып торғанымды белдеме икән?!

Эйе, көнгә күренмәй ер аҫтынан аҡҡан йылғалар кеүек, бер ваҡытта ла тышҡа сыҡмаған уйҙар була кеше күңелендә. Таң алдынан күңелемдә дегәнәктәр ҡуҙғалтҡан уйҙарым да тап шул ер аҫтынан аҡҡан йылғалар төҫлө. Онотмайым мин уларҙы. Онотһам, бөгөнгө тормоштоң йәме, ҡәҙере кәмер төҫлө күренә.Шакир ЯНБАЕВ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: