Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Ғинуар 2022, 07:00

Парлы тормош яҙһын һәр кемгә...

Дамира әбей һуңғы арала һәр намаҙы һайын ҡыҙы Нурзиә менән ейәнсәре Сәлимәгә бәхет, һаулыҡ, тиң йәр һорап доғалар ҡыла. Ейәнсәре өсөн бигерәк үҙәге өҙөлә: 30 йәшен тултырған сибәр, аҡыллы, изгелекле ҡыҙ һаман үҙ парын таба алмай.

– Үҙемә насип йәр булһа, табылыр. Ҡайғырма, өләсәй, – тип йыуата ла ул, тик уның күңелендә ниндәй ҡурҡыу, шом йәшәгәнен иң яҡын кешеләре – әсәһе менән өләсәһе аңламай буламы инде... Үҙе лә медицина колледжын тамамланы ла, ауылға эшкә ҡайтты. Күпме генә ҡалала ҡалырға өгөт­ләмәһендәр, ризалашманы. “Ҡаланың шау-шыуынан биш йыл буйы былай ҙа арыным. Тыныс ҡына итеп, һеҙҙең менән йәшәгем килә”, – тине лә ҡуйҙы. Бына инде туғыҙ йыл көн тимәй, төн тимәй ауыл ауырыуҙары менән мәж килә. Эшен дә, үҙен дә яраталар, ихтирам итәләр, байрам һайын күстәнәс-бүләктәрен тотоп килгәндәр бар: кемеһе үлемдән ҡалған, кемеһенә бала тапҡанда ярҙам иткән, кемеһенә өйөнә барып укол һалған... Һанай китһәң, күп инде.

Дамира үҙе 42 йәшендә ҡосаҡ тулы балалары менән тол ҡалды. Ер емертеп йөрөгән Салауаты яланда эшләп йөрөгән ерҙән йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат булды. Аяманы шул үҙен, илке-һалҡы йөрөүҙе белмәне. Баш­ҡалар аяҡтарын һөйрәп яңы эшкә ҡуҙғалғанда ул тракторына ултырып, яланға юллана торғайны. Ә кис ҡайтҡас, төн уртаһына тиклем өй тирәһендәге эштәрҙе башҡарҙы. Көс тә төшкәндер инде. Тик һис кенә ҡәҙере булманы: башҡарған эше буйынса алдынғы булһа ла, маҡтау, бүләкләү эләкмәне. Вафатынан һуң да дүрт балаһына ашатырға еткерә алмағас, колхоз рәйесенә бер тоҡ он менән 2 – 3 бешерерлек ит һорап барҙы.

– Колхозда эшләмәгәндәргә бир­мәйбеҙ! – рәйес уның мәктәптә иҙән йыуыуына төрттөрҙө.

– Һуң, Салауат колхозник ине бит! Эш өҫтөндә үлде...

– Уның өсөн хөкүмәт балаларыңа пенсия түләй. Магазиндан һатып алырға ла мөмкинлегең юҡмы ни?!

– Икенсе ай китте, он килгәне юҡ. Район үҙәгенән алып ҡайтырға ылау тура килмәй. Колхозға түләрмен, складтан бирегеҙ.

– Колхозниктар өсөн генә иҫәпләп алып ҡайттыҡ!

Дамира йән әрнеүенән сеңләп илап ҡайтты. Йәшләй яратып ҡауышҡан Салауатын юғалтҡас, йәшәй алмаҫ төҫлө ине. Тик ҡайғырып ултырырға форсат булманы: дүрт баланы уҡытырға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Осон осҡа ялғап йылдар үтте лә китте. Ярай, балалары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй генә йәшәп ята. Тик бына икенсе ҡыҙы Нурзиә генә уның яҙмышын ҡабатлап, йәшләй тол ҡалды. Руслан кейәүе эсеүгә битараф булмаһа ла, эшкә шәп, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора ине. Әллә эстән яндырған ҡайғыһы булған, әллә эскелек бөтөргән: кистән йоҡларға ятҡан ир иртәнсәк уянманы. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. 35 йәш  ҡатын­дарҙың сәскә мәле генә бит. Тик баҡсалағы яңғыҙ гөл кеүек шул: тормошоноң йәме, тәме юҡ. “Бергә йәшәүҙәре еңел булыр, балаларыңа күҙ-ҡолаҡ булһам да файҙа...” – тип Дамира кесе улы өйләнеп, Өфөгә күсеп киткәс, Нурзиәһен үҙе янына саҡырғайны. Шул саҡта яңылышты шикелле. Яңғыҙ йәшәһә, иш табыр ине, моғайын. Ә ул үҙенә күсереп алып ҡайтыуы ғына етмәне, даның сыҡмаһын, балам, кеше һүҙенә ҡала күрмә, тип туҡтауһыҙ тыйҙы, аҡыл өйрәтте. Эскегә тартылыуынан, аҙып-туҙыуынан ҡурҡып, яңғыҙаҡ ҡатындар менән аралаштырманы. Ә парлылар үҙҙәре үк ирҙәрен ҡыҙғанып, сибәр Нурзиәне йорттарына яҡынайтманы.

Эшкә йомолған ҡыҙына ҡарай ҙа, ҡайһы саҡта, уйҙарын уҡырға теләгәндәй, уға текәлә. Әсәйҙәргә һөйләй алмаған серҙәр ҙә була бит. Эстән һыҙып,  янып көн итәлер инде. 15 йылдан ашыу яңғыҙы, бәлки, яратҡан, күңел һалған кешеһе лә барҙыр. Тик өндәшмәй шул... Их-х, яңылышты Дамира әбей, их яңылышты! Үҙенең яңғыҙлығын биҙәйем, тип ҡыҙының тормошон боҙған түгелме?! Үлеп-маҙар китһә, Нурзиәһе кемгә һыйыныр ҙа кем менән аралашыр икән? Башҡа балалары ҡырҙа йәшәй. Бәлки, Сәлимә шул турала уйланып, ауылда төпләнергә ҡарар иткәндер. 50 йәш әллә ни оло ла түгел, бәлки ҡыҙына берәйһен димләп ҡарарғалыр? Ә ейәнсәрен кисекмәҫтән ҡалаға йәки район үҙәгенә эшкә ебәрергә кәрәк. Ҡарт-ҡоро ҡалған ауылда күпме ятмаҡ кәрәк? Ҙур ерҙә, бәлки, берәй егет менән танышып, ғаилә ҡорор...

...Көнө-төнө тигәндәй ҡырға эшкә китергә, кейәүгә сығырға өгөтләгән өләсәһенә Сәлимә күңелен аса алмай бик оҙаҡ йөрөнө. Шаяртыуға борҙо, өндәшмәй үткәрҙе, бер нисә тапҡыр ҡаты ғына итеп тә яуап бирҙе. Тик әбей кеше алдына алғанын ҡуйырға уйламаны. Яҡындары йөрәгенә борсоу һалырға теләмәһә лә, ҡыҙ йылдар буйы һаҡлап йөрөгән серен бөгөн һөйләргә булды. Киске эште тамамлап, сәй табыны артына ултырғас, өләсәһе ғәҙәттәгесә һүҙ башланы:

– Телевизорҙы асҡан һайын ковид-госпиталгә шәфҡәт туташтары кәрәк, тип иғлан ҡуялар. Сәлимә балаҡайым, шунда документтарыңды ебәреп ҡара әле. Эше ауыр булһа ла, аҡсаһы сыға, льготалары бар. Йыйынтығым бар, ипотекаға булһа ла фатир алып ебәрерһең...

– Өләсәй, минең бит ауылда йәшәгем килә. Ошонда, һеҙҙең менән. Әллә минән туйҙығыҙмы?

– Бында нимә бар һуң? Берәй ун йылдан, минең кеүек ҡарт-ҡоро үлеп бөтһә, ФАП-ҡа йөрөргә кеше лә ҡалмаҫ. Эшһеҙ ҡалһаң, белерһең әле!

– 10 түгел, 15 йыл йәшәһәгеҙ, минең пенсияға сығыр ваҡытым етәсәк. Стаж буйынса. Шуға күрә һис борсолма.

– Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәмәк­се­һеңме? Ҡалаға барһаң, кейәүгә сығыр инең.

– Ҡала тулы – яңғыҙ ҡартайған ҡарт ҡыҙҙар. Тимәк, кейәүгә сығырға мөмкинлек ауылда ҙурыраҡ...

– Арыу егеттәр ҡырға эшкә китеп бөттө бит инде. Бында ни, эскеселәр ҙә 50-не үткән ауырыуҙар ҡалды.

– Уларға ла ҡатын кәрәк бит...

– Тәүбә, әстәғәфирулла, тиген! Алйот! Әйҙә теләһә нимә һөйләмәй, һүҙҙе ситкә бормай ғына һөйләшеп алайыҡ. Нурзиә, һин бит әсәй кеше, әйт үҙ фекереңде.

– Күңеленә оҡшағас, ауылда йәшәй инде...

– Һиңә әйткән мин алйот!..

– Өләсәй, әсәй! Тынысланығыҙ, – Сәлимә бер аҙ шым ултырҙы ла, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. – Дөрөҫлөктө йәшерергә тырышһам да килеп сыҡмай инде. Беҙгә, күрәһең, ҡая таштай ныҡлы ир-егеткә һыйынып ғүмер кисереү яҙмағандыр. Студент саҡта уҡ ҡыҙҙарға эйәреп, бер күрәҙәсегә барғайным. Ышанмай ҙа инем... Әммә барып киләсәк юраттым инде. “Һөйгәнеңде юғалтаһың, мәңгелеккә күңел яраһы менән яңғыҙ ҡалаһың. Һеҙгә яңғыҙлыҡ әсә һөтө менән күскән,” – тине. Ҡыҙҙар менән көлә-көлә сыҡтыҡ та оноттоҡ. Тик аҙаҡтан  уның дөрөҫ әйткәненә ышандым...

– Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа, балаҡайым, – Дамира әбей бер аҙ шаңҡып ултырҙы ла, ейәнсәрен йыуатырға һүҙҙәр эҙләй башланы. – Ниндәйҙер бер шарлатандың һүҙ­ҙәренә ышанып ултырырға ярамай. Бәхетеңде һынап ҡарарға кәрәк...

– Ә мин һынамағанмы ни!? Тап ул әйткәнсә булды. Бер курс алда уҡыған Ислам исемле егет менән тәүге йылда уҡ дуҫлашып йөрөй башлағайныҡ. Ул һуңғы курста уҡый ине, класташын әрме хеҙмәтенә оҙатырға була ауылына ҡайтып китте. Көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуып тора ине, кискә табан ноябрь үҙенекен иткән: һыуытып ебәргәс, ер өҫтө боҙ менән ҡапланған. Машина менән клубҡа сығып барған йәштәр юлдан ситкә сығып осҡан. Янындағы дүрт егеткә бер ни ҙә булмаған, ә Ислам башы менән бәрелеп, йән биргән. Иң үкенеслеһе – уның үлемен миңә бер кем дә хәбәр итмәне. Туғандар белмәһә лә, уның класташтары, дуҫтары минең бар­лыҡты, беҙҙең дуҫлашҡанды  белә ине бит! Әллә һанға һуҡманылар, әллә ҡайғылы мәлдә иҫтәренә алманылармы, белмәйем. Хушлашырға бара алманым. Аҙаҡ, диплом алғас ҡына, ауылына барып, ҡәберен күреп ҡайттым. Тик барыбер күңелем ышанмай: минең өсөн ул тере кеүек.

– Ә ни өсөн беҙгә уның тураһында һөйләмәнең?

– Дуҫлашҡан саҡта оялдым. Ә аҙаҡ һеҙҙе ҡайғыға һалғым килмәне. Яңғыҙым булһа ла үткәреп ебәрә алдым бит. Ә теге күрәҙәсенең һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Исламды юғалттым, яңғыҙ ҡалдым...

– Ваҡыт кәрәк. Үҙең гел әйтәһең бит: насип йәр булһа...

– Эйе, бәлки, булыр. Тик әлегә тиклем Исламды онотторорҙай, бик тә булмаһа уға бер аҙ оҡшағандай бер егетте лә осратманым.

– Ә ауылда ятып кемде осратаһың һуң?!

– Өләсәй, пластинкаң сыйылған: һөйләшеү ҡабат шул уҡ йүнәлешкә төртә түгелме? Мин һеҙгә серемде аңларһығыҙ, тип астым... – Сәлимә өҫтәл артынан тороп, тышҡа сығып китте. Ике ҡатын үҙ хәсрәте өҫтөнә тағы ла ҡыҙҙары яҙмышына әрнеү, борсолоу алып, һүҙһеҙ ултырып ҡалды.

“Йә, Раббым, балаҡайыма тиң йәр насип ит! Парланып, наҙланып, ир ҡуйынында йәшәр мәлен зая уҙғарма! Ҡайғы һауыттарын бушат, күңелен өмөт менән һуғар. Минең намаҙ­ҙарымдың сауабын, шифа эҙләп килгән ауырыуҙарҙың рәхмәте уға тәғәйен булып, ҡатын-ҡыҙ бәхеттәре асылһын!” – хәҙер инде Дамира әбей һәр аҙымы һайын ошо теләктәр, доғалар менән булһа ла ейәнсәренә парлы тормош юрарға тырыша.

 

     Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: