Тыуған ерем: паспортымда Эльвира Туймазы ҡалаһында тыуғанмын, тип яҙылған, әммә Федоровка районының Юлдаш ауылы, бала сағым, мәктәп йылдарым үткән, әле лә һағынып ҡайтҡан тыуған ерем.
Белемем буйынса мин: Башҡорт дәүләт университетын тамамланым.
Радиола нисек эш башланым: БДУ-ла уҡыған ваҡытта уҡ тәүҙә башҡа радиостанцияларҙа диджей һәм алып барыусы булып үҙемде һынап ҡараным. Псевдонимым Эльвира Янбулатова ине. БДУ-ны тамамлағас, "Юлдаш" радиоһына эшкә урынлаштым. Эш стажым 22 йыл.
Эшемдә иң оҡшағаны: Һәр ваҡыт көнүҙәк ваҡиғалар менән мәғлүмәтле булыу, республика һулышын тойоу, ижади эш менән шөғөлләнеү.
Рәхмәтлемен: әсәйем, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсәсәк Хәмит ҡыҙы һәм атайым, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Кәрим Кәрәмәт улына, һеңлем Венераға, шатлыҡта ла, ауыр саҡта ла бер ғаилә булып йәшәүсе берҙәм хеҙмәттәштәремә.
Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: «Юлдаш» радиоһында эшләгән тәүге йылдарҙа төшөмә музыкаль дисктар инә ине, хәҙер иһә эфирҙа эшләгән ваҡытта компьютер йә пульт ватылған икән, тип һаташам. Был төш кенә түгел, ысынбарлыҡта фобияға әйләнде , буғай.
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: мин бар даими тыңлаусыны тауыштарынан, телефон номерҙарынан танып торам, исем-шәрифтәре, йәшәгән ерҙәре лә хәтерҙә. Бүздәктә йәшәүсе Клара апай Фәрхетдинова менән дуҫлығыбыҙға 15 йылдан артты.
Яратҡан йырым: халыҡ йырҙары күңелемә яҡын, Азат Айытҡолов, Мөхәммәт Тулыбаев башҡарыуында ҡурай моңон яратам.
Китабым: һаман яҙылып бөтмәгән, ҡараламала. Шиғырҙар китабы сығарырға хыялым.
Фильм: донья киносәнғәтендә шедеврҙар ижад итеүсе кинорежиссерҙар Мартин Скорсезе, Стивен Спилбергтың фильмдары.
Эштән арып киткән саҡтарҙа: улым Ибраһимдың яңынан-яңы һөнәрҙәре артыуын күреү, телмәр үҫешен ишетеү күңелемә ял бирә, ҡала театрҙарында балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәргә, концерттарға йөрөргә яратабыҙ.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: тәүге хикәйәмде яҙыу, проза әҫәрҙәр яҙырға әҙер булыуымды аңлау.