Тыуған ерем: Бөрйән районының Байназар ауылы.
Белемем буйынса мин: география белгесе.
Радиола нисек эш башланым: 2019 йылдың 12 декабрендә һалҡын ҡышта күңелемә ҡояш йылыһы эҙләп “Юлдаш”ҡа эшкә килдем һәм...яңылышманым.
Эшемдә иң оҡшағаны: әлбиттә, эш процесы.
Бер мәл эфирҙа: мин иҫемде юғалттым.
Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: беренсе эфир.
Рәхмәтлемен: үҙ юлымды дөрөҫ тапҡаныма үҙемә рәхмәтлемен, юл күрһәткәндәргә һәм күтәремләп алып, ышаныс күрһәткәндәргә, бәлки, берәй ваҡыт, тормошто ныҡлап аңлағас, үҫмер максимализмы уҙғас, рәхмәт әйтермен...
Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: үҙ ауылымдан шылтыратҡан Рәилә инәйҙең мине хуплағаны.
Яратҡан йырым: МС Инсандың “Тормош китабы” йыры.
Китабым: “Әлифба”.
Фильм: “Интерстеллар”.
Эштән арып киткән саҡтарҙа: ҡолаҡсындарымды тағып, хеви-металл тыңлайым, мәҫәлән, “ЭйСиДиСи”, йәки “Нирвана”.
Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: серфбордта оҫта йөрөргә өйрәнеүем.