Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Ғинуар 2022, 11:21

Гармун (Хикәйә)

Кемгә лә булһа ошоғаса былай ныҡ үпкәләгәнен Нәфисә хәтерлә­мәй. Бәлки, булғандыр ҙа, тик онотолғандыр. Ә бына бөгөн иртән егерме йыл бергә ғүмер кисергән иренә бик ныҡ хәтере ҡалды. Хәтере генәме икән? Иң үкенеслеһе лә шунда: бер ҙә юҡтан, тик торғанда килеп сыҡты был хәл.

Ял көндәре булғас, бер ҡайҙа ла ашыҡмай, өйөндәге эштәре менән булышты. Ҡустыһы ҡунаҡ­ҡа килгәйне: ашыҡ­май ғына тегеһен-быныһын әҙерләп, ҡунағын һыйланы. Йоҡо бүлмәһенә инһә, гармуны өҫтөндә гаражында булашып ҡайтҡан ире­нең бысранған кейеме ятҡанын күрҙе. Бының өсөн уға ризаһыҙ­лығын белдерҙе. Артыҡ әллә ни әйтмәне лә, шикелле.  Ә бына ире ҡапыл тоҡанды ла киттесе! Гар­мунды күтәреп алды ла йән асыуына бырғатып ебәрҙе.  көтмәгәндә Нәфисәнең күкрәгенә ҡаты итеп килтереп һуҡтылармы ни! Йөрәге нисектер бәләкәй генә булып, ҡорошоп ҡалғандай булды. Их, ире үҙе аңланымы икән ни эшләгәнен?! Күпмелер ваҡыт бер һүҙ ҡуша алмай иҫәңгерәп торған Нәфисә, ниһайәт, һушына килеп:

– Мин… мин… мин һине бының өсөн бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк­мен!  Бер ҡасан да! Ишетә­һеңме?! – тип, көс-хәл менән саҡ әйтә алды.

Ире үҙенең йомошо менән сығып киткәс тә, тыныслана алмай, оҙаҡ мышҡылданы. Бер аҙҙан ул гармунды ҡәҙерләп кенә шкаф эсенә йәшереп ҡуйҙы ла аш-һыу бүлмә­һенә йүнәлде. Бәлеш бешерергә йыйына ине бит.   Ҡустыһы ла, ни бул­ғанын аңлай алмай, аптырап бөткәндер. Телевизор янында мыштым ғына ултырған була.

Бына шулай, тик торғанда йөрәгенә уңалмаҫлыҡ яра һалды күпме йылдар тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә татышҡан ире. Шунса ғүмер бергә йәшәп ошо музыка ҡоралының ҡатыны өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңларға тейеш ине бит ул!  Бәлки, шуғалыр ҙа, икеләтә ҡыйын Нәфисәгә.

Их, гармуны… Бала сағынан бер ҡасан да айы­рыл­маған иң яҡын, иң  ҡәҙерле дуҫы бит ул Нәфисәнең!

… Нәфисә ул саҡта алтынсы класты тамамла­ғайны. Каникулдары башланыуға ҡыуанышып, әхирәттәре менән Инйәр буйынан ҡайтмайҙар тиерлек. Өйҙә әсәһенә ваҡ-төйәк эш менән ярҙам итә, әлбиттә. Күберәген ауырыраҡ  эштәрҙе Нәфисәнән өлкәнерәк ағайҙары башҡара. Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ бала булғас, иркәләтәләр шул үҙен. Ҡустыһы ла эшкә яраған инде. Өфөлә медицина институтында уҡып йөрөгән ағалары ялға ҡайтып төштө.

Ғаиләлә иң ҙуры Айтуғанды барыһы ла ныҡ ярата. Яратмаҫлыҡ та түгел шул! Бер ваҡытта ла йөҙөнән йылмайыу китмәгән, йор һүҙле, сибәр егетте кем генә яратмаҫ икән? Буш ваҡыттарында гармунын ҡу­лына алып, өҙҙөрөп уйнап ебәреүе була, аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре ты­пырҙарға тотона. Бигерәк матур уйнай бит ул! Был кисте лә Айтуғандың ҡайтып төшкәнен ишетеп өлгөргән йәштәр, уның артынан күмәкләшеп килеп, клубҡа китте. Нәфисә лә әхирәттәре менән уларға эйәрҙе. Ағаһының ул кистә гармунында нисек өҙҙөргәне әле лә ҡолағында тора. Инәлтеп тә тормай бит үҙе, гармунына ҡушылып йә йырлап ебәрә, йә табандарынан ут сәсрәтеп бейергә төшөп китә! Ғорур­ланып, һоҡланып, ағаһынан күҙ ҙә алманы Нәфисә ул кисте. Үҙе ара-тирә әхирәттәренә күҙ ташлай, күрә­ләрме икән, йәнәһе. Өйгә ҡайтҡас, күмәк­ләшеп оҙаҡ ҡына өҫтәл артында ултырҙылар. Айтуған ағалары стройотряд менән  эшкә китә икән,  ата-әсәһе юлға әҙерләне. “Имен генә йөрө инде, балам!” Әсәләре әйләнгән һайын шул һүҙ­ҙәрҙе ҡабатлай.

Нәфисә уянғанда ағаһы юлда ине инде. Шулай көндәр үтә торҙо.

Бер кис уларҙың өйөнә телеграмма килтерҙеләр. Ул ҡағыҙҙы уҡығас, әсәләре йөрәк өҙгөс итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә һушһыҙ ауҙы… Ул көндө йөк машинаһында төҙөлөшкә эшкә китеп барған Ай­туған һәләк булған. Машина йөрөтөүсе эскән ки­леш  руль артына ултырып, юл ҡағиҙәләрен боҙған, тинеләр. Айтуғандан тыш, тағы бер нисә егет һәләк булған, яраланыусылар ҙа бар икән. Шулай өҙөлдө йәш, талантлы егеттәрҙең ғүмере, йәшәргә лә өлгөрмәй ҡалдылар.

Эсе тулы моң булған Айтуғандың етемһерәп ҡалған гармуны оҙаҡ ҡына мөйөштә ябыулы торҙо. Бына бер саҡ Нәфисә уны ҡулына алып, һаҡ ҡына төймәләренә баҫҡылап ҡарай башланы. Ағаһының уйнағандары ҡолағында ғына торғас, тик шул көйҙәрҙе эҙләне. Тәки өйрәнеп алды бит ул! Бынан ары, кис еттеме, ата-әсәһе үҙҙәре үк гармуны менән ултыртып ҡуйыр ине. Һыҙлаған йөрәктәрен ошолайтып еңеләйткәндәрҙер инде ҡәҙерлеләре…

Нәфисә лә гармунда уйнарға апаруҡ оҫтарып алды. Айтуған ағаһындай уҡ булдырмаһа ла, матур ғына һыҙҙырҙы.

Ағаһынан ҡалған музыка ҡоралын Нәфисә, яҡын кешеһенең ҡомартҡыһы итеп, күҙ ҡараһындай һаҡлай.  Ауыр саҡтарында ла, шатлыҡлы, бәхетле көн­дәрендә лә һәр ваҡыт ҡулына гармунын ала. Уныһы ла хужаһының хәлен аңлап ҡына тора, тиерһең. Нәфисә һағышлы саҡта ул да моңая, шатлыҡлы минуттарында  иһә көйҙәрҙе лә дәртле, күңелле итеп сығара. Йәне юҡ гармундың,  тип әйтеп ҡара инде шунан һуң! Ҡайһы саҡта дуҫҡайы, ни сәбәптәндер, көйһөҙләнеп тә ала, көйҙө теләр-теләмәҫ кенә һығып сығара. Йә нотала бөтөнләй булмаған тауыштар менән уйнаған йырҙың йәмен ебәреп ҡуя. Хужаһы уның кәйефһеҙ сағын күптән аңлап бөткән. Шуға ла дуҫын ипләп кенә урынына ҡуя ла күпмелер ваҡытҡа ял бирә. Бер нисә көн үтеүгә, гармуны ла көйгә килә, шат тауыштар яңғырата башлай. Ул сағында инде Нәфисә уны ҡулынан да төшөрмәй. Бигерәк ярата шул ул үҙенең моңло серҙәш дуҫҡайын!

Бына шулай хәлдәр… Хәҙер шкаф төпкөлөндә моңайып ҡына ултырған гармунын йәлләп, Нәфисәнең йөрәге әрнепме-әрней. Осоп барып төшкәс тә  уның “сы-й-й-й!” итеп ҡалыуы иҫенә төшә лә тора. Ул әрнеүҙәре үтерме икән бер ҡасан? Ай-һай, үтмәҫтер шул…

…Ишек асылғаны ишетелде. Башҡа ваҡытта ишектән инеү менән үк үҙенең яңылыҡтары менән бүлешә башлаған ире тауышланмай ғына йыуыныу бүлмәһенә уҙҙы. Бына ул бәлеш бешереү менән мәшғүл Нәфисә  янына килеп баҫты. Үпкәләүе йөҙөнә үк сыҡҡан ҡатынына ҡарап тора бирҙе лә,  яурындарынан һаҡ ҡына ҡосаҡлап, һүҙ ҡушты:

– Кисер, кәләш, рәнйемә! Яңылыш килеп сыҡты…

 

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА.

(Сәлиә Ғатауллина – Белорет районы Бирҙеғол ауылы ҡыҙы. Татлы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Хәҙерге ваҡытта Учалыла йәшәй, хаҡлы ялда. Ире Әхмәт ағай менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. Әҫәрҙәре, шиғырҙары республика баҫмаларында, Белорет, Учалы район гәзиттәрендә баҫылып тора. “Үтмә әле, ғүмер”, “Һин китәһең, мин ҡалам” китаптары донъя күрҙе.)                    

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: