Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
17 Ғинуар 2022, 10:54

Ғүмерҙе орсоҡ кеүек зыр итеп әйләндерергә лә, йәшлегеңә урап ҡайт ине...

Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ зары... Кемдер яҙмыштың зәһәр бурандарында аҙашмай, һәр саҡ алға барһа, бәғзеләр уның иләҫ-миләҫ еленә лә бирешеп, юғалып ҡала. Бер танышымдың тетрәндергес яҙмышы тураһында һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым. Был күптәр өсөн ғибрәт булыр, ә, бә

– Ғаиләлә көтөп алынған төпсөк бала булғас, атай-әсәйем яратып, иркәләтеп кенә үҫтерҙе мине. Ағай-апайҙар менән йәш айырмам ҙур ғына. Айырыуса ғәҙел, кешелекле, етди булған атайым йәне кеүек күрҙе. Бала саҡта уның яңы тыуған ҡолондо тәҙрә төбөнә алып килеп, миңә күрһәтеп йөрөүен хәтерләйем. Үтә лә нескә күңелле, миһырбанлы, ярҙамсыл булыуым ана шул тәрбиәнәндер, тим. Бәлки, кешеләргә артыҡ тиҙ ышаныусан да булғанмындыр... Бөгөн күпме генә теләһәң дә, йәшлек хаталарын төҙәтерлек түгел. Кем әйтмешләй, ғүмерҙе орсоҡ кеүек зыр итеп әйләндерергә лә, йәшлегеңә урап ҡайт ине лә ул. Эх...

90-сы йылдар... Район-ҡалаларҙа завод-фабрикаларҙың гөрләп торған сағы. Мин ауылыбыҙҙан алыҫ түгел Салауат ҡалаһындағы техникумды тамамлап, «швейка»ла эшләп йөрөйөм. Әлеге лә баяғы теләгем – күберәк аҡса туплап, атай-әсәйгә ярҙам итеү, шунан үҙемде аяҡҡа баҫтырыу. Икенсеһе тиҙерәк бойомға ашты – тәүге йылда уҡ үҙемә ятаҡтан бүлмә биреп ҡуйҙылар. Бәхеттең етенсе ҡатында инем. Унан һуң тәүге мөхәббәт, онотолмаҫлыҡ хистәр...

Көн дә эштән һуң ҡыҙҙар менән киноға йә концертҡа йөрөйбөҙ. Егеттәр бер тотам да артыбыҙҙан ҡалмай. Шул саҡта минең юлымда Хәсән осраны. Ҡаланан алыҫ түгел ауылдан, Себерҙә эшләп йөрөй. Яҡындан танышып алғас, ярты айлыҡ ялында көн дә тиерлек миңә бүләктәр тотоп килә башланы: сәскәһен, ул саҡта һирәк осраған тәм-томон да ҡалдырмай. Миңә күҙе төшөп, башкөллө ғашиҡ булып йөрөй инде. Хәсәнгә артыҡ иғтибар бирмәһәм дә, уның яғымлы, тыйнаҡ, үҙ-үҙенә талапсан булыуын оҡшаттым. Ул саҡта, хәҙерге йәштәр кеүек, артыҡ ғишыҡ тотоу, унан да бигерәк, никахҡа инмәйенсә бергә йәшәү юҡ ине. Интернет, телефондың ни икәнлеген дә белмәнек... Хәсән мине эштән ҡаршы ала, оҙатып ҡуя. Бар дуҫлығыбыҙ шул булды. Шулай ҙа ул хистәрен йәшермәне, бер көндө:

– Һөйәм һине... Киләһе вахтаны нисек йөрөп ҡайтырмын? Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – ҡаҡмаҫмын-һуҡмаҫмын, миңә кейәүгә сыҡ! Иртәгә үк әсәйеңдәргә һоратырға барабыҙ, – тип һалды.

– Яңы егермең тулғанда ғаилә ҡороу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел! Ата-әсәм ишетеп ҡалмаһын, әлегә әҙер түгелмен, – тип уның тәҡдимен кире ҡаҡтым.

Мөхәббәт утында артыҡ янманым, тиһәм дә, Хәсәндең эшкә китеүен ауыр кисерҙем. Ә ул шул киткәненән ҡайтманы... Уны һағына башланым. Тыуған ауылына барырға уҡталып, автостанцияға сыҡҡан ерҙән, ярты юлдан кире боролған мәлдәр ҙә булғыланы. Исмаһам, фоторәсемен дә һорап алмағанмын, тип үкендем...

Йыл самаһы ваҡыт үткәс, Хәсән тыуған ауылы Сәлихҡа ҡайтып, эшкә кире киткән, тигән хәбәр ишеттем. Мине онотҡандыр, тип уйланым. Оҙаҡламай әлеге Илнур артымдан ҡалмай йөрөй башланы. Ҙур гөлләмә тотоп, пинжәк-салбар, ялтырап торған туфли кейеп, фабрикаға йүгереп инһә, эштәге ҡыҙҙар «аһ» итеп ҡала ине. Милиционер ине ул. Ҡайһы саҡта үҙен донъя тотҡаһылай тойоп, үтә тәкәббер ҡыланһа ла, уға башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Үҙемсә бәхетле булғанмындыр, уның «сәмәй» менән мауығыуына ла иғтибар итмәгәнмен. Хәйер, ул заманда был модала ине. Оҙаҡ та дуҫлашып йөрөмәнек, Илнурға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем. Үтә ышаныслы, үҙ һүҙен һәр саҡ һүҙ итеүе, эшлекле булыуы оҡшанымы, әллә Хәсәнгә үс иттемме? Үҙем дә аңламай ҡалдым...

Йәшәй башлағандың тәүге көнөндә үк ул ныҡ ҡына эсеп, дуҫтары менән ҡаңғырып, һуғышып бөттө. Шул саҡта ҡара көндәремдең башланып тороуын һиҙмәгәнмен... Бәхетле көндәрем дә күп булды: оҙаҡламай ҡыҙыбыҙ тыуҙы, миңә эшемдән бер бүлмәле фатир бирҙеләр, машина алдыҡ. Әммә Илнурҙың байрам итеп боларыуы, эш боҙоуы йышая башланы. Миңә ҡул күтәрергә лә күп һораманы. Ауылға ҡайтҡанда ла был ҡылыҡтарын ташламаны, ҡайҙалыр сығып олаға ла юғала. Ҡайны-ҡәйнәм миңә екереп, үҙемде эҙләргә сығарып ебәрә ине.

– Бар, алып ҡайт шуны!

Яңы тыуған сабыйымды ҡалдырып, өй беренсә йөрөп, иремде эҙләйем. Барып тапҡас, Илнур бөтөн табындаштары алдында әшәке һүҙҙәр ташлап, нахаҡҡа рәнйетергә тотона...

Һуңынан айнығып, тәүбәгә килә. Тубыҡланып ғәфү үтенә. Барыһын да яңынан башларға, уны был юлдан йолоп алып ҡалырға ынтылам. Һәм шул хәл тағы ҡабатлана. Ә бер көндө һыу эскеһеҙ итеп туҡманы... Атай-әсәйгә телеграмма һуғыу ҡайҙа? Ул милиционер, йәнәһе, бөтә донъя уларҙың ҡулында. Ошондай иҙеп туҡмауҙары йышайҙы... Шуның арҡаһында ай һайын тиерлек күҙлегемде алмаштыра инем, «фонарҙар» менән эшкә йөрөүем йыш ҡабатланды.

Бер көн Салауатта инек. Илнур төшкө ашҡа ҡайтып, өҫтәл артына ултырғас, берәү ишек шаҡыны. Асып ебәрһәк, Хәсән тора. Шул саҡта ҡойолоп төшөүем... Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Ярай әле быны Илнур һиҙмәне. Ашҡа саҡырыуыбыҙҙан Хәсән әҙәпле генә баш тартһа ла, бер аҙ ултырырға баҙнат итте. Илнур донъя хәлдәрен, «текә» милицияһы тураһында һөйләргә тотондо. Мин сабыйҙы ҡарау һылтауы менән йоҡо бүлмәһенә сығып ултырҙым. Хәҙер ирем берәй нәмә әйтеп ысҡындырыр, һуғыш ҡуптарыр, тип ҡурҡһам да, элекке таныштар булғанғамы, тыныс ҡына әңгәмәләшеп, тәмәке көйрәттеләр. Илнур эшкә ашығып алдан сыҡҡайны, оҙатҡан саҡта Хәсән: «Тормошоңда ниндәй генә хәл булмаһын, мин һине ташламаясаҡмын», – тине. Минең бәхетһеҙ булыуымды һиҙеп килгәндер, тип уйланым... Һуңынан ғына иремдең беренсе ҡатҡа төшкәс, Хәсәнгә йоҙроҡ менән янағанын, башҡа килмәҫкә ҡушҡанын белдем.

Был ваҡиғанан һуң Илнур көн дә ҡыҙмаса ҡайта башланы. Ҡыҙыбыҙға алама һүҙҙәр өндәшеүҙән дә тартынманы. Айырылышам, тигән саҡтарҙа ғәфү үтенеп, бер аҙ айнығып тора ла, тағы шул хәл ҡабатлана ине. Ә айныҡһа, һин дә мин, бик тә һәйбәт кеше... Ниндәй генә дауаханаға, муллаға йөрөп ҡараманыҡ, бер ни ҙә ярҙам итмәне.

Эшенән ана ҡыуылам, бына ҡыуылам тип йөрөгәндә өйөбөҙгә оло ҡайғы килде – Илнурҙы төрмәгә ултырттылар. Уны ауыр енәйәт өсөн биш йылға хөкөм иттеләр. Ниндәй генә булһа ла, баламдың атаһы бит. Мин бынан һуң да уны ташламаным, ҡыҙым бигерәк ныҡ һағынды. Сумка-сумка аҙыҡ-түлек ташып, һәр «сви­дание»һына ашҡынып барҙым. Ул  яңылыш төрмәгә эләгеүен, эшендә кемеһелер аяҡ салыуын, ваҡытынан алда сығарасаҡтарын һөйләп, аҡ­ланды. Үҙгәреп сығырға һүҙ бирҙе. Һөҙөмтәлә Илнур дүрт йыл ултырып, тағы ла насарыраҡ әҙәмгә әйләнеп сыҡты. Күк талаҡҡа ҡалдырғансы туҡмауҙары, «сәмәй» ҡыуам тип, тәнен бешереүе үҙәгемә үтте. Аҙнаның бер-ике көнөндә беҙ мотлаҡ күршеләрҙә ҡуна инек. Етмәһә, «швейка»ны яптылар, эшһеҙ ҡалдым.

Таныштар аша белешеп, оҙаҡламай автобусҡа кондуктор булып сыҡтым. Шул саҡта бер йәш кенә шофер яныма йүгереп килде лә:

– Апай, мин һеҙҙе таныйым да ул! Һеҙҙең фотоғыҙ беҙҙең йоҡо бүлмәһендә эленеп тора, – тине. Был егет Хәсәндең ҡустыһы булып сыҡты. Шаҡ ҡатып тороп ҡалдым. Хәсән минең айырылыуымды көткән, күрәһең... Ысынлап яратҡан...

Бер-ике йыл Салауатта йәшәгәндән һуң, фатирҙы һатып, ҡыҙым менән Өфөгә күсеп киттек. Иремде эскелек бөтөргәйне инде, законлы рәүештә айырылышымды. Ә Хәсән был ваҡытҡа өйләнгәйне...

Тормош юлдары ҡатмарлы шул. Ә әлеге танышымдың бөгөн тормошо көйлө, үҙ бәхетен тапты: ҡаланан үҙенә ҙур фатир алды, ә ҡыҙына йорт төҙөп бирҙе, аяҡҡа баҫтырҙы. Себергә йөрөп эшләне, хәҙер инде хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә. Был, ауыр яҙмыш һынауҙарын йырып сығып, бөгөн тормошта үҙ урынын тапҡан уңышлы ҡатындың тарихы булды.

 

М. ЙӘНГИЛДИН.

 

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: