Был билдә аҫтында тыуған кешеләр тирә-йүнде шаҡ ҡатырырлыҡ эштәр башҡара ала. Нимәлер алдына алған икән, уларҙы тыйып булмай: аҙағына тиклем алып барып еткерәләр. Ә инде, кәрәкмәй, тип һанаһа, Юлбарыҫты өгөт-нәсихәт менән генә алға әйҙәп булмай. Юлбарыҫ – дәрткә тулы, энергиялы, намыҫлы, ҡыйыу, һәр эштә уңышҡа өлгәшә алған лидер. Шул уҡ ваҡытта хискә бай нескә күңелле, тәбиғәт һөйгән кеше лә ул. Сәйәхәт итергә ярата. Көсһөҙҙәргә ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Тиҙ ҡыҙып китеүсән, шул уҡ ваҡытта тиҙ һүнә лә.
Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, йыл хужаларының үҙҙәренә һүҙ бирәйек: улар үҙ йылына ниндәй өмөттәр бағлай? Йондоҙнамәгә ышаналармы икән? Яңы йылға ниндәй теләктәре бар?
Вадим ҠЫЛЫСОВ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры:
– Йондоҙнамәгә ышанам, әммә фанаттарса түгел. Һәр хәлдә көнөмдө фараздарҙан башлап ебәрмәйем. Характерым да төрлө: яҡшы яҡтарым да, насарҙары ла бар. Ә йылға килгәндә, йәштәштәремә, һабаҡташтарыма ҡарап, шуны әйтә алам: Юлбарыҫ йылы ырыҫлы, уңышлы була. Беҙ һәр ваҡыт күп булдыҡ: класта ла, курста ла.
2021 йылды: “Ҡасан ғына был афәт үтер ҙә ҡасан ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтырбыҙ?” – тигән өмөт менән башлап ебәрҙем. Һәм, нисек кенә насар яңғырамаһын, тора-бара был хәлгә күнектек шикелле. Һәр хәлдә миңә пандемия ғәҙәти күренеш кеүек тойола башланы. Шулай ҙа Яңы йыл һәр кемгә һаулыҡ, матур тормош алып килһен, тип теләйем. Үҙ йылыма ҙур өмөттәр бағлайым. Ап-аҡ ҡарҙар яуған матур мәлдә мөғжизәгә тиң байрам бит ул – Яңы йыл. Әллә тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан бәләкәй генә төпкөл ауылда үҫкәнгәме, бала саҡта уның тылсымына, Ҡыш бабайҙың барлығына бигерәк ныҡ ышана инем. Йылдың-йылы тап ошо байрамды көтөп үткәргәнем иҫемдә. Хәҙер инде үҙемдең ҡыҙым өсөн Ҡыш бабай ролен уйнарға тура килә: йыл һайын шыршы аҫтына бүләктәр һалам. Уның да күңелендә мөғжизәгә ышаныс оҙағыраҡ һаҡланһын, тип тырышам.
Рауил ҒӘЛИН, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҙыусы, Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе актеры:
– Минең тыуған көнөм – 25, ҡыҙымдыҡы 26 декабрь. Шуға күрә ғаиләбеҙҙә йыл һайын тиерлек Яңы йыл байрамы, ошо ике датаны ла ҡушып, ҙур табын йыйып билдәләнә. Элегерәк Ҡыш бабай ролен йыш уйнарға тура килә ине. Хатта байрам төнөндә сәғәт 12, 1-гә тиклем уйнап йөрөп, әҙер табынға ҡайтып ингән ваҡыттар ҙа булды. Хәҙер инде миңә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, артыҡ эш ҡушмайҙар. Бәхетле ҡартлыҡ тап шулай булалыр ул.
Быйыл матур мәлдәр күп булды, Аллаға шөкөр. Рафиға еңгәйегеҙ менән ғаилә ҡороуыбыҙға 50 йыл тулды. Шул айҡанлы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләндек. Әлбиттә, театрҙа яңы ролдәр сығарырға тура килмәне. Шулай ҙа һаулыҡ һәм ғүмер булып, быға тиклем репертуарҙағы ролдәремде матур итеп уйнарға ине. Үҙ йылымды шундай өмөт менән ҡаршы алам.
Ата-әсәйем һуғыш мәхшәрен күргән кешеләр ине. Уларҙың күҙ йәштәре аша шул йылдарҙы һөйләгәнен тыңлап, аңлап үҫтем. Шуға ла барлыҡ донъяға, кешелеккә Яңы йылда тыныслыҡ, именлек теләгем килә.
Ильяс САФИН, музыкант, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
– Йондоҙнамәгә ышанырға дин әһелдәре ҡушмай, әлбиттә. Беҙ тик Аллаға ышанабыҙ! Ләкин иртәнсәк астрологик фараздарҙы тыңлап, үҙеңде барыбер ниндәйҙер ыңғай йүнәлештә тоторға тырышаһың. Мәҫәлән, “юлда һаҡ булығыҙ!” йәки “саф һауала күберәк йөрөгөҙ” тиһәләр, шуны үтәргә тырышабыҙ. Юлбарыҫ йылында тыуғандар – киң күңелле, үҙҙәренең көсөнә ышанған, ғәҙеллекте яҡлау юлында торған кешеләр. Һәм был һыҙаттар миңә лә хас.
2021 йыл ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы булды. Ғинуарҙа коронавирус менән ауырып, йылды башланым. Ул саҡта ситтә эшләп йөрөй инем. Отпуск алып, өйҙә көс туплап һәм яңы эшкә саҡырыу алғас, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы. Ошо осорҙа осраған кешеләргә, ярҙам ҡулын һуҙған оло ағайҙарға ҙур рәхмәт! Алдағы йылда ла мөмкинлек булғанса кешеләргә, халҡыбыҙға хеҙмәт итербеҙ, Алла бойорһа. Пландар ҙур, ярҙамсылар бар, командабыҙ – әүҙем! Яңы йыл, тигәндә күңелдә бер хәтирә һаҡлана: интернатта уҡығанда, студент йылдарында былау әҙерләп ашай инек. Туҡлыҡлы, тәмле, әҙерләүе лә мәшәҡәтле түгел – тап байрам табыны өсөн. Хәҙер ҙә йыш ҡына шул ризыҡты шәхсән үҙем әҙерләйем.
Зөлфиә ӘҮБӘКИРОВА, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе солисы:
– Быйылғы йыл шул тиклем ауыр булды. Күп туғанды, яҡын кешене юғалттым, тетрәнеү кисерҙек. Иртәгәһе көндөң нисек килерен белмәгән ниндәйҙер билдәһеҙлек мәлендә йәшәйбеҙ. Шуғалыр, түҙемһеҙлек менән Яңы йыл байрамын көтәм. Сөнки ул ниндәйҙер тылсымлы, матур көскә эйә кеүек. Бер төн эсендә хәлдәр яҡшырмаҫ, әлбиттә, әммә аҙ ғына яҡшы яҡҡа боролош алыр, тигән өмөт бар. Сөнки Юлбарыҫ – ҡырҡа боролоштарға эйә, изге күңелле йәнлек. Әлбиттә, асыуландырһаң, изгелек көтмә. Шуға ла “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға, алдағы йылда дуҫ, татыу, изге эштәр менән йәшәйек, тип әйткем килә. Ҡалған ғүмеребеҙҙе һаулыҡта, именлектә үткәрергә насип булһын!
Яңы йыл минең өсөн һәр ваҡыт ғаилә байрамы булды. 2022 йылды ла иң яҡын кешеләрем – ирем, балаларым, ейәндәрем менән ҡаршы аласаҡбыҙ. Алла бирһә, алдағы йыл ирем Рәмилдең 50 йәшлек матур юбилейын билдәләп үтергә ине. Унан һуң, бәлки, үҙемдең дә концертты эшләргә батырсылыҡ итермен.
Илсур БАЙЫМОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры:
– Мин, әлбиттә, бер ҡасан да йондоҙнамәгә ышанманым, уны уҡыманым да, тыңламай ҙа инем. Минеңсә, кешегә тыумыштан Хоҙай тарафынан ниндәй булмыш бирелә, ул шул булмыш менән йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр ҙур эшен йәки берәй маҡсатын йондоҙнамәгә ҡарап башҡарырға тотона. Ыңғай килеп сыҡһа, “бына йондоҙнамә ярҙам итте” тиҙәр, миңә ҡалһа, был – осраҡлы ғына хәл. Әммә ҡатыным ҡапма-ҡаршы уйҙа! Беҙҙең 20 йыл бәхетле йәшәүебеҙҙе тик йондоҙнамәләребеҙ тап килеүҙә, тип һанай. Әлбиттә, быға үҙемсә юмор аша ҡарайым. Мин – Юлбарыҫ, тормош иптәшем Аждаһа йылында тыуған.
Юлбарыҫ йылында тыуғандар (дөрөҫөн әйткәндә, төрлөһө бар) ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән була. Ҡот осҡос эшһөйәр, пунктуаль, ижад тип янып торған, шул уҡ ваҡытта ғаилә усағын һаҡлаусы. Минең өсөн дә ғаилә беренсе урында тора. Сер итеп кенә әйтәм, холоҡтарыбыҙ инде көн торошо һымаҡ – үҙгәреп тора.
Йәшерен-батырыны юҡ, пандемия булыу сәбәпле, быйыл әллә ни ҙур эштәр ҡыйратып булманы. Быға тиклем беҙ бөтә Рәсәй буйлап гастролдәргә йөрөй инек, хәҙер улар һирәгәйҙе. Шәхси тормошто алғанда, быйыл ҡыҙыбыҙ мәктәпте уңышлы тамамлап, үҙе һайлаған һөнәр буйынса Ҡазан ҡалаһының юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Үҙ йылымда үҙемә иң беренсе, әлбиттә, һаулыҡ, ғаилә бәхете, туғандарым иҫәнлеген, минең холоҡ-фиғелемә тап килгән матур ролдәр, ижади үҫеш теләйем. Башҡортостан халҡына ла рухи байлыҡ, көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, ғаилә именлеге, бәрәкәтле тормош насип булһын!
Илгиз ИШБУЛАТОВ, шағир, журналист, “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе:
– Һәр кемдең тормошонда яҙмышын ҡырҡа бороп ебәрерлек ваҡиғалар була. Шул мәлдә кеше үҙендә ниндәй һыҙаттар өҫтөнлөк иткәнен тоя ала. Йондоҙнамәгә ышанмайым, шуға күрә үҙемдәге ҡайһы бер һыҙаттарҙы тап юлбарыҫтарға хас сифат тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, мин тура һүҙле кешемен. Ә таныштарым араһында төрлө билдә аҫтында тыуғандар шул сифатҡа эйә. Быға йондоҙҙар булышлыҡ итә, тип уйламайым.
2021 йыл минең өсөн тетрәндергес булды. Үҙгәрештәр ваҡытына тура килеү үҙе үк бер ваҡиға бит инде. Ҡыуаныстарға килгәндә, март айында икенсегә атай булдым. Айсулпан ҡыҙыбыҙ янына Илнар исемле малай алып ҡайттыҡ. Октябрь айында Үзбәкстандың Хиуа ҡалаһында төрки донъяһы шағирҙары ҡатнашлығындағы үткән сараға барыу бәхете тейҙе. Был бер аҙналыҡ сәйәхәт ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, үҙемдә ниндәйҙер яңырыу тоям. Үҙ йылыма ғына түгел, ғөмүмән, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлайым, уй-ниәттәрем дә күп. Тик ул турала алдан һөйләп йөрөү килешмәҫ. Ә гәзит уҡыусыларға байрам кәйефен шиғри юлдар аша таратҡым килә:
Сихри моңдар ишетелә,
Тулҡынландырғыс, һил мәл.
Төнгө күктә ҡуҙҙар яна,
Ергә ябылған аҡ шәл.
Элек шаулап торған урман
Ойоған, шымып ҡалған.
Ҡара төн дә яҡтырғандай –
Гүйә, аҡ нур яралған.
Кисә ажар буран ине,
Ниңә ел бөгөн тымған?
Әйтерһең дә, бар тирә-яҡ
Ял итә, уйға талған.
Тәбиғәт баһалай кеүек
Үтеп барған был йылды:
“Шатлыҡтар күп булды, күңел...
Күңел, күңел ҡыйылды”.
Сәғәт теле тек-тек күсә,
Килә ергә Яңы йыл –
Күңелдә һорау ярала:
“Ни әҙерләй яңы йыл?”
Һау булайыҡ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.