Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Ғинуар 2022, 12:21

Ҡарт ҡыҙ? Юҡ, йәш кәләш!

Бер көндө “Бәйләнештә” шундай йәтеш кенә ҡатын менән таныштым. Көлә-көлә уның хәбәрен тыңлап, һеҙҙең турала мотлаҡ яҙырға кәрәк, тип унан рөхсәт һорағайным, әң­гәмәләшемдең иҫе лә китмәне:

– Яҙ, әйҙә, уның йәшерен-батырын бер ние лә юҡ. Мине һуңғы йылдарҙа гел дә, ҡарт ҡыҙ, тип әйтә торғайнылар. Хәҙер, күкрәк киреп, юҡ, мин ҡарт ҡыҙ түгел, йәш кәләш, тип көләм.

44 йәшендә тәүгә кейәүгә сыҡҡан Әлфиә* тиҙҙән бала табырға йыйына ине:

– Әҙерәк ҡурҡыта, әлбиттә. Йәш түгелһең, тип табиптар ҙа утҡа май һирпә, бер туҡтауһыҙ тикшереүҙәргә йөрөтә, анализдар бирҙертә. Кем уйлаһын ошо йәштә ауырға ҡалырмын  тип?! Башыма ла индермәнем. Ҡайҙан, кейәүгә сығырмын тип уйламаным.

Минең поезд күптән “тү-тү” икән, ярай, яңғыҙ башым – тыныс ҡолағым, һеңлемдең бала-сағаһы күп, ҡартайғас, шуларҙың береһе, моғайын, ҡарар әле, тип рәхәтләнеп кенә йәшәп ятҡанда аварияға тарыным: светофорҙа борола ғына башлағайным, алдағы машина кинәт туҡтаны ла, мин уға “даңҡ” итеп килеп бәрелмәйемме! Аяҡ-ҡулдар ҡалтырап китте! Машинанан сыҡ­ҡайным, теге машинанан ир һикереп сығып, миңә ҡысҡырҙы:

– Нимә, күҙегеҙ тонғанмы әллә?!

Тәүҙә ыҡ-мыҡ итеп юғалып ҡалдым:

– Ғәфү итегеҙ...

Ә ул машинаһын ҡарап, тағы ла нығыраҡ асыуланды:

– Машина йөрөтә белмәйҙәр, ултыралар шунда руль ҡосаҡлап йоҡлап... Кәзә!

Был йәш ирҙең миңә шулай ҡысҡырыуына, кәмһетеүенә һарыуым ҡайнап китмәһенме!

– Минең ғәйебем юҡ! Үҙегеҙ нимә кинәт туҡтайһығыҙ?!

– Унда йәйәүле сығып бара ине! Ә һеҙҙең күҙегеҙ күрмәйме? Кешене лә күрмәйһегеҙ икән, юлда нимә эшләйһегеҙ?!

Икәүләп шар ҙа шор ирешәбеҙ! Кешеләр беҙгә ҡыҙыҡһынып ҡарап үтеп китә. Ир мине һүгеп йөрөй, үҙе өсмөйөш билдәне ҡуя:

– Өр-яңы машинамды ҡалайтып ҡуйҙы... Саҡырығыҙ авария комиссарын! Һеҙ ғәйепле был юл-транспорт ваҡиғаһына.

– Үҙегеҙ саҡырығыҙ, – тим, үсегеп. – Минең ғәйеп юҡ бында. Кинәт туҡтамаһағыҙ, мин һеҙгә бәрелмәҫ инем.

– Дистанцияны һаҡларға өйрәтмә­неләрме? Дис-тан-ци-я! Был һүҙ һеҙгә таныштыр бит?

Ҡулым ҡалтырай-ҡалтырай таныш иргә шылтыраттым. Ә ул, хәйерсегә юл ҡаршы, телефонын алманы. Иланым да ебәрҙем:

– Ниндәй көн булды һуң бөгөн?!

– Үәт-үәт, ана шул! – тип ир минең һүҙҙе эләктереп алды. – Әллә ниндәй көн!

Һәм битем буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен күреп, аптыраны: 

– Ниңә илайһығыҙ?

Һәм миңә, иламағыҙ, тип бойорҙо! Ып-ысын бына!

– Хәҙер үк илауҙан туҡтағыҙ! – тип бойорҙо командир тауышы менән. – Бында мин иларға тейеш, һеҙ түгел!

– Һуң, мин һеҙҙең машинаға барып бәрелдем бит, – тип һулҡылданым. – Хәҙер түләргә тура килә инде...

– ОСАГО-ғыҙ юҡмы әллә?

– Ба-аар...

– Шулай булғас, нимә күҙ шәмәр­тәһегеҙ?! Страховка ҡаплай бит ремонтты, – тауышы йомшарғандай булды.

– Барыбер илайым... Һеҙ миңә ҡысҡыраһығыҙ...

– Хәҙер һәр кем ҡысҡырған һайын илай башлаһаң, – ул тамам йомшарҙы. – Миңә лә әле генә эштә ҡысҡырҙылар. Ауыҙҙы ҡайырғансы әрләнеләр. Шунан нимә, мин дә һеҙгә ҡушылып илайыммы?

– Һеҙ иламаһағыҙ ҙа, миңә ҡысҡыраһығыҙ, асыуығыҙҙы миңә төшөрәһегеҙ, – тим, танауҙы һемгереп.

– Ҡыҙып кителгән... Былай мин улайтып гөлтләп ҡабынмайым, бөгөн иртәнән бирле бөтә нәмә арты менән килә, әллә ниндәй уңышһыҙ, арҡыры көн...

Шулайтып танышып киттек беҙ Әлфир менән. Ике-өс көндән ул “Бәйләнештә” сайтында мине эҙләп табып, дуҫтарға ҡушылды. “Шунан, илаҡ ҡыҙ, ни хәлдәрҙә?” – тип яҙып ебәргәйне. “Илатыусы юҡ, шөкөр, шуға минән көләс кеше юҡ”, – тип яуапланым. Ауыҙ йырған йылмайсыҡ ебәрҙе лә, ирең асыуланманымы машинаны бәрҙергәнең өсөн, тип һораны. “Юҡ. Булһа, бәлки, асыуланыр ине”, – тигәс, нисек шундай һылыу ҡыҙ яңғыҙ булыуы мөмкин, тигән. “Миңә буйы еткән ир-егет тыумағанғалыр”, – тип көлдөм (үҙемә ҡалһа, оҙон буйлы булыуыма ишараланым).

Әйткәндәй, минең арттан йөрөгән егеттәр булды ул, булманы түгел, әммә үҙем һәр ваҡыт мөнәсәбәттәрҙән ҡаса торғайным. Быға атай-әсәйемдең яҙмышы сәбәпсе. Хәҙер һөйләһәм дә булалыр... Улар яратышмай өйлә­нешкән. Атайым күрше ауылдан икенсе ҡыҙҙы яратып йөрөгән булған, тик бер байрамдан һуң эскән килеш әсәйем менән эш боҙғандар ҙа, уҫал олатайым уны әсәйемә өйләнергә мәжбүр иткән. Мин шулайтып зина ҡылыу һөҙөмтәһе, мөхәббәтһеҙ һөйөшөү емеше булып сығам. Насар йәшәгән улар. Миңә ике йәш булғанда, әсәйем икенсегә ауырға ҡалған. Инде бала табыр көнө килеп етер саҡта, октябрь аҙаҡтарында, мине өләсәйҙәргә ебәргәндәр. Ҡурҡыныс хәл шаһиты түгелмен, өйҙә булманым. Шуға ла ни булғанын өлкәнәйгәс, туғандарҙан ғына ишетеп беләм. Хәйер, өйҙә булһам да, берәй нәмә аңлар инемме лә, иҫләр инемме ни?! Атайым эштән һуң эсеп ҡайтып ингән дә, әсәйемә бәйләнгән, енси яҡынлыҡҡа инергә маташҡан. Әсәйем тыуасаҡ сабыйы өсөн борсолоп, уны яҡынлатмаҫҡа тырышҡан. Ләкин атайым уны бәреп йыҡҡан да, өҫтөнә ятҡан икән, әсәйем көс-хәлгә аҫтынан һурылып сығып, ҡулына бысаҡ эләктереп, ике-өс тапҡыр сәнскән. Шул ваҡытта көслө стресс кисереп, көсөргәнештән тулғағы тота башлаған. Телефон ауылда бер нисә генә кешелә булған. Әсәйем эсен тотоп, күршеләргә ярҙам һорап барған. Улар уянып, ҡапҡаны асҡансы байтаҡ ваҡыт үткән. Әсәйем ауыртыныуҙан иҫен юғалтып йығылған. Ҡапҡа төбөндә йыйылған бысраҡ күләүеккә... Ҡанға батҡан йәш ҡа­тынды күреп, күршеләрҙең ҡото осҡан... Күрше ауылдан фельдшерҙы саҡыртып, ул машина яллап килеп еткәнсе, әсәйем, биса­раҡайым, мең үлеп, мең терелгән... Ир бала, минең ҡустым, бер ай ҙа йәшәмәй, йән бирҙе. Ә әсәйемде, атайымды үлтергәне өсөн, хөкөмгә тарттырып, ултырттылар. Үҙен яҡлауын, тыумаған сабыйын һаҡларға тырышыуын иҫәпкә алмағандар.

Әсәйем байтаҡ йыл ултырып сыҡты. Мине өләсәйҙәр тәрбиәләне. Туғандар, әсәйең йәш сағында шаталаҡ, тиктормаҫ, шаян, шуҡ ине, тип һөйләй. Ә мин белгән әсәйем тормоштан төңөлгән, күҙҙәре һүнгән, сирле ят бер ҡатын ине. Ул төрмәлә ултырғанда уны онотҡайным. Йөҙөн дә иҫләмәҫ инем, фотоһы булмаһа. Бына был әсәйең, ул һине ярата, тип өләсәй фотоны күрһәтә, район үҙәгенә барһа, тәм­лекәстәр ала ла, әсәйең ебәрҙе, тип әйтә. Мин ышанам, әсәйемдең ҡайтыуын көтәм. Мине төрмәгә, бик һирәк рөхсәт ителгән осрашыуҙарға алып барманылар, өләсәй үҙе генә барып ҡайта торғайны. Ысынын әйткәндә, әсәйемдән бөтөнләй һы­уынғайным. Һәм бер көндө ябыҡ ҡына, кәкрәйеп кенә атлаған ҡатын өйгә килеп ингәс, ҡурҡтым. Шулай ҙа янына барып, ҡосаҡларға иттем дә, ярты юлда туҡтаным – был ҡатындың еҫе лә ят ине. Ул да миңә вайымһыҙ ғына ҡараш ташланы ла, һаумы, ҡыҙым, тип тә әйтмәне, баш ҡына ҡағып, иренен ҡымтыны. Шул саҡта мине үҙенә тартһа, аралағы һалҡынлыҡ юҡҡа сығыр ине, моғайын. Әммә әсәйем өләсәйемә, уның миңә эҫенмәүе яҡшыраҡ, тигән. Был турала өләсәйем илап тороп үҙенең килененә, йәғни әбейемә әйткән, әбейем һуңынан миңә еткерҙе. Әсәйем беҙҙең янда үҙенә толҡа таба алмай, тегеләй-былай һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, башын алып сығып китеп олаҡты. Йылына бер-ике сәләме килеп етә ине, аҙаҡ бөтөнләй яҙмай башланы, эскегә һалышып, әрәм булды.

Ауылдаштарыбыҙ һәйбәт ине, миңә бармаҡ төртөп, ауыр һүҙ әйткән кеше булманы. Киреһенсә, йәлләй тор­ғайнылар. Атайымдың ата-әсәһе миңә ҡарата һыуыҡ булды, яҡын юлатманылар. Әйтерһең дә, мин улдарының үлемендә ғәйепле. Уйлап ҡараһаң, улар миңә ҡарағанда күберәк ғәйепле бит. Көсләшеп улдарын өйләндермәһәләр, атайым яратҡан ҡыҙын алып, йәшәр ҙә ятыр ине. Өләсәйемдәр әсәйемә мине үҫтерешергә ярҙам итер ине. Илдә сәпсек үлмәй ҙәһә. Аҙаҡ әсәйем үҙ ишен табып, бәлки, бәхетле булыр ине... Юҡ, мотлаҡ ҡыҫылырға, яҙ­мыштарҙы селпәрәмә килтерергә кәрәк булған. Ә, бәлки, заманы шулай булғандыр, ҡыҫылмайынса булдыра алмағандарҙыр. Һәр хәлдә уларҙың береһенә лә үпкә һаҡламайым, кенә тотмайым. Әсә­йемдең шаталаҡлығы, шуҡлығы миңә күскән, яңғыҙ булһам да, күңелле итеп йәшәргә тырыштым, бойоғоп, аһ, минең егетем юҡ, оһ, минең балаларым юҡ, тип яҙмышҡа зарланып ултырманым. Ҙур ҡалала йәшәүҙең шул яҡшы яғы бар бит ул: һиндә бер кемдең дә эше юҡ, һин дә башҡаларҙың тормошо менән ҡы­ҙыҡһынмайһың, үҙ алдыңа йәшәп тик ятаһың. Синыфташтарҙың ҡайһы берҙәре олатай-өләсәй булып бөткән, ә мин саҡ әсәй булырға әҙерләнәм... Әлфир бик ныҡыш ир булып сыҡты. Мин уны ситкә эткән һайын, ул һаман килә торғайны. Ир кеше һине яратһа, уны бер ни ҙә туҡтата алмай, тигәндәре раҫ. Ай-вайыма ҡарамай, ЗАГС-ҡа алып барҙы. Туй ҙа үткәрәйек, тип ныҡышҡайны ла, үҙем баш тарттым. Ундай ялтыр-йолтор, шау-шыуға битарафмын. Йәшәһәк – йәшәрбеҙ, йәшәй алмаһаҡ – айыры­лышырбыҙ, тинем. Әлегә беҙ ике йыл бергә, сөкөрләшеп кенә йәшәгән булабыҙ, артабан ни булыр – ваҡыт күрһәтер. Әлфир тәүге ҡатыны менән айырылышҡан, ике балаһы бар. Мин бала таба алмайым, тигәс, ярай, мин һиңә бала таптырыр өсөн өйләнмәйем, тине. Нисек йөккә ҡалыуымды аңламай ҙа ҡалдым. Ҡырҡты уҙып, менопауза үҙен белдерә башлағас, ыжламай тик йөрөнөм. Ҡорһағым былай ҙа бүлтәйеп торғас, Әлфир ҙә аңламаған. Бер заман эсемдә бала әйләнеп-тулғана башламаһынмы! Үәт, исмаһам, миңә шок булды! Түңкәрелеп китә яҙҙым! Тест-фәлән алып тормай, тура УЗИ-ға һыпырттым. УЗИ эшләгән оло табип эсемә гель һөртөп, ҡорһағым буйлап приборын йөрөтөп: “Срок яҡынса егерме аҙна”, – тип әйтә башлағайны, һикереп килеп торҙом: “Нимәкәй?! Ниндәй срок?!” “Ятығыҙ! Ауырығыҙға”, – ти. Башым әйләнде... Ҡыуанырға ҡурҡтым.

Бына бит ул нисек әйләнеп ҡуя тормош! Һин инде яҙмыштан бер ни ҙә көтмәйһең, ә ул һиңә, сюрпри-ииз, тип алдыңа иреңде лә сығарып ҡуя, балаға ла уҙҙыра! Бәхетле итә! Инде нимәнелер көтөүҙән төңөлөп бөткәндә генә донъяңды ҡапыл бөтәйтә. Ә бит ирем менән беҙҙең хатта исемдәр ҙә оҡшаш! Ғәжәп бит?!

Әлбиттә, ғәжәп! Донъяла бәхетле кешеләр күбәйгән һайын – ҡыуаныс, тинем Әлфиәгә.

P.S. Мәҡәлә яҙылғандан һуң күп тә үтмәне, Әлфиә һөйөнсө алды: “Ҡотлағыҙ мине: улыбыҙ бар!” Әле уларҙы уйлап, ауыҙым йырылып ултырам. Бәхетле йәшәһендәр! Балалары һау-сәләмәт үҫһен, аталы-инәле булһын! Ошо юлдарҙы уҡыған һәр кем үҙ бәхетен тапһын!   

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

 

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: