Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Ғинуар 2022, 07:00

Тәпән

Драматург, яҙыусы, журналист Мөҙәрис Басир улы БАГАЕВҠА – 70 йәш

Мөҙәрис Басир улы Багаев 1951 йылдың 2 ноябрендә Федоровка районының Батыр ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай.

Башҡортостандың төрлө колхоз һәм совхозында иҡтисадсы, агроном, прораб булып эшләй. Ғаиләһе менән Ишембай ҡалаһына күсә. Ҡатыны Рәшиҙә менән ике ул тәрбиәләп үҫтерә.

Мөҙәрис Багаев бар ғүмерен әҙәбиәткә арнай. Салауат башҡорт драма театры Мөҙәрис Басир улының тәүге пьесаһын сәхнәләштерә. «Ҡатындар болаһы» комедияһы (режиссеры – Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова) тиҫтә йылдар дауамында театр сәхнәһенән төшмәй, һәр саҡ аншлаг менән күрһәтелә. Ошонан бирле Салауат башҡорт дәүләт театры яҙыусы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Балалар өсөн «Боронғо ваҡыттарҙа» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыла. Ул 2011 йылда Ҡазанда гастролдә тамашасылар күңелен яулай.

2010 йылда Мөҙәрис Багаевтың «Ҡартайғанда тыртайған» комедияһы (режиссеры – Олег Ханов) сәхнәгә сығарыла. 2012 йылда «Мөхәббәт күле» (режиссеры – Азат Йыһаншин) комедияһы тамашасыға тәҡдим ителә. Мөҙәрис Багаевтың был әҫәрен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ла сәхнәләштерә.

2015 йылда Мөҙәрис Басир улының Бөйөк Ватан һуғышы емергән яҙмыштар, йәшәү һәм мәңгелек хаҡында «Ике төш» пьесаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Күренекле актриса Гөлли Мөбәрәкова билдәләүенсә, пьесала ҡыҙыҡлы һүрәтләү ысулы табылған — героиня ваҡиғаларҙы төштәге кеүек күрә һәм был уға артабан йәшәргә, уның өлөшөнә төшкән ауыр юғалтыуҙарҙа үҙен һаҡларға көс бирә.

2015 йылдың авгусында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мөҙәрис Багаевтың пьесаһы буйынса «Аҡса булһа бер муҡса» мюзиклын ҡуя.

Былтыр «Нур» татар дәүләт театрында драматургтың «Бер мәл ҡалала» спектакленең премьераһы үтте. Әлеге мәлдә Салауат башҡорт театры уның «Ҡарт менән ҡарсыҡ» комедияһын ҡуйырға әҙерләнә.

Ижадсының әҫәрҙәрен республикабыҙҙың халыҡ театрҙары ла ҙур теләк менән тамашасыларға күрһәтә.

Ауылдарындағы мәктәптең бер бүлмәһендә музей асылғанын Ғәйшә инәй ишетеп белә ине инде. Әммә тиҫтә йылдан ашыу ситтә, “Рощинский” совхозында төпләнгән ҡыҙы менән кейәүендә йәшәгәс, был музейҙы ҡайтып күреү уға насип булмайыраҡ торҙо. Инде тыуған төйәгенә юл төшөү менән ул ошо ауылда йәшәгән һеңлеһе оҙатыуында мәктәпкә йүнәлде.

Башлыса ауыл халҡының элекке тормошон һүрәтләгән һәм көнкүреш әйберҙәренән торған музейға килеп инеү менән инәй үҙен ҡапыл бала сағына, йәшлегенә ҡайтҡандай хис итте. Әйтерһең дә, ул утыҙынсы йылдарҙа, үҙҙәренең таш келәтендә йөрөй.

Бындағы әйберҙәрҙең күбеһе уға таныш һәм ҡасандыр улар Ғәйшә инәйҙең атаһы Шәйәхмәт мулланыҡы ине. Уларҙың барыһы ла ана шул ҡәһәрле утыҙынсы йылда, үҙҙәрен талаған саҡта, юҡҡа сыҡты. Кем­дәрҙеңдер ҡулында үҙ бурыстарын үтәгәс һәм инде кәрәктәре бөткәс, уларҙы шул бәндәләрҙең ейән-ейән­сәрҙәре бында килтереп тапшырған. Ҡағылырға бик ҡушмаһалар ҙа, инәй боронғо үтек, еҙ самауыр, батмус-ҡомғандарҙы ҡулына алып, һый­паштырғылап ҡуйҙы һәм еҫкәп тә алды. Уларҙан һаман шул уҡ элекке, утыҙынсы йылдарҙағы еҫ сыҡҡан һымаҡ ине. Бер мөйөштәрәк ултырған ҡул тирмәнен күреп, һабынан тотоп әйләндерергә лә маташып ҡараны хатта. Ошо һапта инәйҙең ҡул эҙҙәре ҡалған, әсәһе ҡушыуы буйынса ул тирмәндә әллә күпме ярма үткәрҙе. Уның танауына ҡапыл ҡаҙанда бешерелгән бик тә тәмле талҡан еҫе килеп бәрелгәндәй булды. Инәй башын борғолап шул ҡаҙандарҙы эҙләй башланы. Ләкин улары булмай сыҡты. Күрәһең, кемдер ҡаҙандарҙы һаман ҡуллана йәиһә тимер-томорға тапшырып та өлгөргән.

Хөршиҙә еңенән тартып, апаһын Бөйөк Ватан һуғышы осоро сағыл­дырылған әйберҙәр ҡуйылған мө­йөшкә алып килде.

– Таныйһыңмы, ана, Ғәбделәхәт ағайыбыҙҙың ордендары ята. Музей асылғас, күрһендәр, белһендәр, тип ошонда килтереп тапшырҙыҡ, – тине ул. Танымай буламы һуң инде. Бына I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, быныһы – бер тармағы кителгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. “Ошо орден мине үлемдән һаҡлап алып ҡалды. Тәнемә ҡаҙалырға тейешле дошман пуляһын ул кире ҡаҡты”, – тип һөйләй торғайны ҡустыһы.

Ауылдан һуғышта ҡатнашҡан йөҙҙән ашыу кешенән ни бары Ғәбделәхәт – өс, ике туған ҡустыһы Әбделғата биш орден тағып ҡайтҡайны. Ҡалғандарында миҙалдар ғына булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ордендарҙың хужалары был яҡты донъяла юҡ инде. Ҡустыһын йәшен атып үлтерҙе, ә Әбделғата күрше райондағы Мотал ауылына күсеп китеп, шунда вафат булды. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ хис-тойғоларға бирелеп сыҡҡайны ул саҡта инәй музейҙан. Бер йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтып, тағы ла шунда барырға тура килде. Был юлы уны мәктәп директоры үҙе ҡаршы алды.

– Ғәфү итегеҙ инде, тәҙрәне ватып инеп, орден-миҙалдарҙы урлап алып сыҡҡандар. Ҡустығыҙҙың наградаларын һаҡлай алманыҡ, – тине ул, үтә лә йылғыр күҙҙәрен йәшерә биреп. Музейға төшкәндәрен һәм ҡус­тыһының ордендары юғалыуын инәй һеңлеһе аша ишетеп белә ине инде. Әммә быны үҙ күҙҙәре менән күрергә ынтылып килгәйне ул бында. Ордендар урынында кемдәрҙеңдер яңыраҡ ҡына табылып килтерелгән өс­мөйөшлө хаттары ята ине. Уларға ҡарап уйланыбыраҡ торғанда Ғәйшә инәйҙең күҙҙәре ҡапыл һөйәндән соҡоп эшләнгән тәпәнгә төштө. Аҙыраҡ ҡына ҡарая бирһә лә, бигерәк тә таныш тәпән! Үткән килгәнендә ул бында юҡ ине. Булһа, шунда уҡ күҙенә  салыныр ине. Кемдер табып алып, яңыраҡ ҡына килтереп ҡуйған, күрәһең.

Ғәйшә инәй йүгерә-атлап тигәндәй уның янына барҙы ла ҡытыршы ҡулдары менән ситтәрен һыйпай башланы. Бына “Ш” тип соҡоп яҙылған   атаһының тамғаһы ла тора. Мулла бабай күп кенә әйберенә билдә һалыусан ине. Инәй бәләкәй саҡта уҡ ул тәпәнде Стәрле баҙарынан алып ҡайтып, тамғалап ҡуйғайны. Тик әле тәпәндәге “Ш” яҙмаһының аҫтына тағы бер һыҙыҡ уйып, уны һәнәккә, йәғни юрматыларҙың тамғаһына әйлән­дергәндәр ҙә ҡуйғандар. Ләкин тәпәнде ныҡлы күреп-белеп, уны байтаҡ файҙаланғандарҙы бының менән генә алдап булмай шул. Ситендәге ботаҡ эҙҙәренең ҡайһы тирәләрәк булыуын инәй уларҙы күрмәйенсә лә әйтеп бирә ала.

Үткән килгәнендә лә ул бик тә таныш әйберҙәрен күреп, күңелен хәтирәләр биләп алғайны. Был юлы тәпән тәүге мөхәббәте менән осраштырған һымаҡ булды. Йөрәге түренә үк үтеп инеп, тәрән эҙ ҡалдырғайны шул ул беренсе мөхәббәт тигәндәре.

...Бала сағында иҫләмәһә лә, үҫеп еткәс, Ғәйшә шуға иғтибар иткәйне: атаһы ыҡсым кәүҙәле, төҫкә бик сибәр, йыуаш холоҡло кеше булды. Әсәһе, киреһенсә, ямаҡ йөҙлө, аттай таҙа кәүҙәле ине. Лап-лоп баҫып, ер емерерҙәй булып йөрөй торғайны. Үҙе яман уҫал булды. Шуға ла атаһы нисек әсәһен алды икән, тип аптырап ҡуя ине. Үҙен, әлдә әсәйемә тартмай, атайыма оҡшап матур булып тыуғанмын, тип ҡыуанды. Бер һеңлеһе ҡойоп ҡуйған әсәһе булды. Был бахырҡайға кейәү сыҡмаҫ инде, тиеберәк ҡайғыра ла торғайны Ғәйшә. Аптыратып, һыу һөлөгө кеүек егеткә кейәүгә сыҡты ла китте. Ауылдарында Айытбай тигән бик тә ямаҡ әҙәм йәшәне. Шул егет сағында Бөрйән яғынан ифрат һылыу ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайтты. Ауыл халҡы: “Нисек уны әүрәтә алдың?” – тип һорағас, Айытбай: “Мөхәббәткә маңҡа мишәйт итмәй ул”, – тип әйткән, ти. Ысынлап та, бер яманға – бер яҡшы, бер ямаҡҡа  бер матур, тигәндәре дөрөҫкә сығалыр. Быны үҙе менән Хисам миҫалындараҡ иҫенә алды ул.

 

(Аҙағы бар).

 

Ун алты йәше тулғанда Ғәйшәнең артынан Хисам йөрөй башланы. Тәүҙә ҡыҙ өсөн ул Хисаметдин ине, аҙаҡ ҡына Хисамға әйләнде. Йөрөй тигәне шул инде – кис ултырған ерҙән сыҡҡанды ҡапҡа төбөндө көтөп тора ла, оҙатып ҡуя. Шунда бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшәләр ҙә ҡыҙ өйгә инеп китә. Ул ваҡытта “Яратам, өҙөлөп һөйәм һине”, – тип бер-береңдең ҡосағына атылыу юҡ. Уларҙы яныңдағы кешенең тын алышы, күҙ ҡарашы аша ғына тояһың. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ килеп, мөхәббәткә һыуһаған сағы. Һөйөү хисен дөрләтеп ҡабыҙып ебәрергә бер генә осҡон да етә. Яҡыныңдың ишетелер-ишетелмәҫлек әйткән бер һүҙе йәки тылсымлы бер күҙ ҡарашы үҙе бер осҡон. Артабан үҙең дә һиҙмәй йөрәгеңдә ҡабынған һөйөү утында дөрләп яна башлайһың. Ғәйшәгә лә Хисамдың ҡара күҙҙәренән һирпелгән бер нур етте. Ятһа ла, торһа ла күҙ алдында уның буй-һыны, бик үк матур булмаған, аҙыраҡ шаҙрараҡ ҡоңғорт йөҙө торҙо. Осрашыр ваҡыттарҙы көтөп алып, оҙатып килгәнендә әкренрәк атларға, уны янында оҙағыраҡ тоторға тырыша ине. Хисамдың: “Инмәйерәк тор, бер аҙ һөйләшеп торайыҡ”, - тип әйтмәүенә асыуы килеп: “Һей, быҙау!”, – тип үпкәләп тә ҡуйғыланы.

Ғәйшә бәләкәйҙән йыр сығарыуға әүәҫ булды, көйө лә үҙенән-үҙе ҡолағы төбөндә яңғырап тороп, гел шуларҙы шым ғына көйләп-йырлап йөрөй торғайны. Аулаҡ өйҙә кис ултырғанда ла ҡыҙҙарға шуларҙы өйрәтеп, бергәләп йырлар булдылар. Береһе былайыраҡ ине, шикелле: «Ҡара ла ғына бөҙрә сәстәремде Алтын тараҡ менән тарайым. Таң алдынан күргән төшкәйемде Һин килергә тиеп юрайым. Ҡара ла ғына бөҙрә сәстәремде Еҫле майҙар һөртөп тарайым. Килер юлдарыңа йүгереп сығып Талдырғансы күҙем ҡарайым. Еҫле майҙың еҫе, ай, иҫерткес Әйләнәлер унан башҡынам. Осрашмай ҙа булмаҫ, осрашырбыҙ, Күңелкәйем һиҙеп ашҡына». Йырлап алғас, Ғәйшә иптәш ҡыҙҙарына төртмә таҡмаҡтар сығарып, шуны әйтеп бейешергә тотоналар. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫендә ҡыҙҙың.

Гөлбикәнең бейәләйе

Йөндән түгел, тиренән.

 Бер калушһыҙ ҡайтып ингән

 Һыуға барған еренән.

 Таңһылыуҙың беләҙеге

 Алтын түгел, көмөштән.

 Ғәлимйәнен төштә күреп

 Мендәр менән үбешкән.

Инде ғашиҡ булғас, Ғәйшәнең күңеленән мөхәббәт, һөйөү хаҡындағы йырҙар урғыла башланы. Шуларҙы көйләп йөрөр булып китте.

Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡ бит ул. Берәү менән ғишыҡ тота башлаһа, өйләнешеп, бала табып, уны бағыу, донъя көтөү тураһында уйланырға тотона. Уйына шулар килеп инһә лә, Хисам менән йәшәп алып китеүҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмай ине ҡыҙ. Ул саҡта заманы ла башҡараҡ, донъяға булған ҡараштары ла икенсерәк ине шул. Ғәйшәләр хәллеләр рәтендә, мул ғына тормошта йәшәне. Тиҫтәнән ашыу һыйырҙары, егермеләп аттары, башҡа ваҡ-төйәк малдары булды. Өйҙәре лә ҡарағастан һалынған, ҙур, алты мөйөшлө ине. Ҡышын мал бағып, йәйен көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтмай күпләп иген үҫтерҙеләр, бесән саптылар. Атаһы, мулламын тип тормай, аттай егелеп, ҡара

эште лә башҡарҙы. Таҙа кәүҙәле әсәһе бер үҙе ике-өс кеше эшләр эште эшләне. Ҡустылары ла бәләкәйҙән һәнәк-көрәккә, һабан-тырмаға йәбеште. Эштәре лә, аштары ла булды ул заманда. Ә бына Хисамдарҙың тормошо әҙәм көлкөһө ине, тиһәң дә була. Ергә һеңеп бөткән генә өйҙә тиҫтәнән ашыу кеше йәшәй. Күрһә, нисек уға һыялар икән, тип аптырай торғайны Ғәйшә. Ике-өс кәзәнән башҡа малдары ла юҡ ине. Эшкә ашҡандары хәллерәктәргә йә булмаһа күрше ауылдағы урыҫтарға ялланып эшләштергән булды. Хәйер, ундайҙар ул саҡ ауыл тулы ине, тиһәң дә ярай.

Ярты йыллап йөрөшкәс, Хисам өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы. Ғәйшәнең дә һөйгән кешеһе менән ҡауышып йәшәгеһе килә ине, әлбиттә. Шулай ҙа күңелен ҡырған нәмәне әйтмәй булдыра алманы. Бер көн Хисам, яусы ебәрәм, тигәс, тотто ла күҙҙәренә ҡарап: “Өйләнешәйек, тиһең – мине шул тауыҡ кетәгегеҙгә алып ҡайтмаҡсы булаһыңмы?! Унда нисек, нимә ашап йәшәрбеҙ?”– тине. Егет: “Ниңә, атайың бай бит! Берәй өй һалып бирер, ат-һыйырынан да өлөш сығарыр әле”, – тип яуапламаһынмы! Ҡыҙ, бер нәмә өндәшмәй, боролоп өйгә инеп китте лә, ятып, мендәренә әсе күҙ йәштәрен түгә башланы. “Мин түгел, беҙҙең байлыҡ ҡына кәрәк икән уға”, – тигән уй ғына ине ул саҡ башында. Оҙаҡ та үтмәй колхозлашыу башланып китте. Йәй урталары ине. Ғәйшәләрҙең өйөнә, милиционерҙар эйәртеп, уполномоченный тигән кеше килеп инде. Кулак мөһөрө тағып, ҡулға алып, инде алтмышын тултырып килгән мулла бабайҙы арбаға сығарып ултырттылар ҙа, алып та киттеләр. Ул арала халыҡ йыйылып киткәйне. Уполномоченный улар алдына сығып, йорт-ҡуралары, малдары колхозға тартып алына, ваҡ-төйәк әйберҙәрен бүлешеп алһағыҙ ҙа була, тигәс, бар халыҡ, Ҡырым сиреүе һымаҡ ябырылып, талаша-тартыша йорттан, аҙбар-келәттәрҙән Ғәйшәләрҙең әйбер-ҡараһын ташый башланы. Өс айлыҡ һеңлеһен күтәргән әсәһе ҡаршы төшөп маташҡайны, хатта бер-икеһенә уҫлаптай йоҙроҡтары менән тондороп та алғайны, шикелле, әммә – ҡайҙа ул!

Шунда ҡыҙҙың күҙенә бер ҡулына төргәк, икенсеһенә икмәк тәпәнен тотоп, ҡабаланып сығып барған Хисам салынды. Ғәйшә ҡаршыһына баҫты ла, уға асыулы күҙҙәрен төбәп: “Ни эшләйһең ул?!” – тип ҡысҡырҙы. Хисам ҡыҙҙы урап уҙырға тырышып: “Ниңә, башҡалар ташығанда мин ҡарап торайыммы?” - тине. “Ул төргәктә, бәлки, минең бирнәләремдер. Уларҙы эләктергәс мине лә үҙең менән алып китерһең, бәлки?! Оятһыҙ!” – тип Ғәйшә егеттең битенә төкөрҙө лә, сабыйын күкрәгенә ҡыҫып, ярым һушһыҙ, тыштағы һикелә ултырған әсәһен ҡосаҡлап, күңеленән һағышлы ла, ғазаплы ла булып ҡапыл урғылып сыҡҡан йырын шым ғына йырлай башланы.

Ашҡаҙарҡай буйы бик тә йәмле, Ярҙарында үҫә аҡ тирәк. Ҡайғы-хәсрәт быуа йөрәгемде, Таянырға юҡтыр һис терәк. Йүгереп тә төштөм Ашҡаҙарға, Ҡурҡышып та ҡасты ҡаҙ-өйрәк. Ҡара болот сорнай күк йөҙкәйен, Аяҙ көнкәйҙәре бик һирәк. Бормаланып аға Ашҡаҙарҡай, Саф көмөштәй уның һыуҡайы. Ниңә яҙмыш шулай әсе икән, Башҡынама һыймай уйҡайым. Үҙе йырлай, үҙенең күҙҙәренән мөлдөрәп йәш аға. Әсәһе лә бер нөктәгә төбәлеп, ҡатып ҡалған. Күрше-күлән, башҡалары, былар бер төрлөгә әйләнде, буғай, тигән һымағыраҡ, ҡурҡа биреберәк уларға ҡарап әйберҙәрен ташый. Беренсе мөхәббәте менән бына шунда, шулай хушлашты ҡыҙ. Мөхәббәт нәфрәткә әйләнде тиһәң дә ярай.

Бер нәмәһеҙ урамға ҡыуып сығарғас, ауыл ситендәрәк буш ятҡан урында самандан аласыҡ һымаҡ нәмә ҡороп, шунда йәшәй башланы Ғәйшәләр. Әйберҙәрҙән теге саҡ һикегә йәйелгән кейеҙ генә тороп ҡалғайны. Уны ла алып китерҙәр ине әсәһе менән ҡыҙҙарын ҡуҙғатырға батырсылыҡ итмәгәндәрҙер, күрәһең. Шуны ҡаҡ иҙәнгә түшәп, шуға ятып йоҡлай торғайны ғаиләләре. Бар мөлкәтен, хатта сәскән игендәрен дә колхозға тартып алһалар ҙа, уларҙы уға яҡын да ебәрмәнеләр. Хатта, кулак ҡалдыҡтары тип, клубҡа ла индермәнеләр. Күрше урыҫ ауылына йөрөп, ялланып эшләүҙән башҡа сара ҡалмағайны. Хәллерәк әҙәмдәренә утауын да утанылар, таш сығарып, балсыҡ баҫып, һарай келәттәр ҙә һалды, көтөүен дә көттө мулла балалары. Әсәләренең ҡулы эшкә ифрат оҫта ине. Тире иләп, тун да текте, мейес тә сығарҙы, быйма ла баҫты, балаҫ та һуҡты. Күмәкләп эшләп, үҙ тамаҡтарын үҙҙәре туйҙырырлыҡ хәлдә булды улар. Әсәләре ҡаты холоҡло, тигәйне бит. Бына шул холҡо файҙаға булып, ул балаларының береһен дә, үҙен дә ҡыйырһытырға ирек бирмәне. Ә ул саҡ уларға йәбешергә, эттәй таларға әҙер тороусылар күп ине. Атаһына килгәндә инде, уны бер аҙ Стәрле төрмәһендә тотоп, Белорет яҡтарына ағас ҡырҡырға ебәргәндәр икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Алты йылдан һуң ғына, ҡаҡ һөйәккә ҡалып, кәкерәйгән ҡарт бабайға әйләнеп ҡайтып ингәнде. Бер аҙ хәл алып, шул урыҫ ауылындағы умарталыҡта эшләй башлағайны.

Былары аҙ ғына һуңыраҡ. Ә Хисам менән һуңғы тапҡыр үҙҙәрен талағандан һуң ярты йыллап ваҡыт үткәс күрешеп һөйләшкәйне Ғәйшә һәм был ваҡиға ла тәпәнгә бәйле ине. Әсәһе, Степан ҡарт менән әбейе Марфаға быйма баҫып биреп, Михайловканан байтаҡ ҡына он күтәреп ҡайтҡайны. Балаларын әсе икмәк менән һыйларға теләптер инде, ул Ғәйшәне янына саҡырып алды ла, туған тейешерәк кешеләренә икмәк тәпәне алырға ебәрҙе. Шунда ҡыҙҙың башына, туҡта, Хисамдарға барып үҙебеҙҙең тәпәнде һорайым әле, бәлки, бөтөнләйгә биреп ҡуйырҙар, ондары таҡы-тоҡо ғына булғас, үҙҙәре көлсә генә бешереп ашайҙар, ә икмәк тәпәне барыбер буш тора, тигән уй килде лә, ул шунда йүнәлде.

Уны бала-саға уратыуында тупһала ағастан һыбыҙғы юнып ултырған Хисам ҡаршы алды һәм үҙҙәренә килеүенә аптырабыраҡ ҡалып, ҡыҙҙың сәләмен дә алмай, сылт-сылт итеп күҙҙәрен генә йомғоланы. Ғәйшә ни йомош менән килеүен әйткәс, Хисам: “Хәҙер әсәйемдән һорайым”, – тип өйгә инеп китте лә, бер аҙҙан тәпәнде күтәреп сыҡты. “Икмәк һалғас та килтереп бир штубы! Әсәйем шулай ҡушты”, - тине егет ҡулындағы әйберҙе ҡыҙға һоноп. Бындай яуапты бик үк көтмәгән Ғәйшә инде үҙе аптырабыраҡ ҡалды һәм тәпәнде күтәргән килеш үҙҙәренә йүнәлде.

– Ҡайҙан алдың? Әллә кире бирҙеләр?! – тип әсәһе сабый баланы ҡулына алғандай ипләп кенә һыйпаштырғылап ҡуйҙы. Нисек булғанын белеү менән әсәһе икмәк тәпәнен ҡыҙының ҡулына тотторҙо ла: “Бар, хәҙер үк илтеп бир! Ҡабат уны һоранып йөрөйһө булма!” – тип ҡысҡырҙы йән асыуы менән.

Бына шуларҙы Ғәйшә инәйҙең иҫенә төшөрҙө инде килеп музейҙа урын алған икмәк тәпәне. Ауыр уйҙарға бирелеп, ауыр уфтанып сыҡты ул был юлы мәктәп музейынан һәм үҙ вафатына тиклем ауылына бер нисә тапҡыр ҡайтһа ла унда ҡабат аяҡ баҫманы.

Мөҙәрис БАГАЕВ

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: