Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Ғинуар 2022, 10:39

«Тик ялҡау Золушкалар ғына принцһыҙ ҡала»

Бына тағы сессия мәле етте. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем алыу ҡыҙыҡ бит ул. Төркөмдәштәр менән ярты йылға бер тапҡыр һағынышып ҡына күрешәһең. Тәүге аҙнала дәрес тыңлау ҡайғыһы юҡ, хәл-әхүәл белешәбеҙ, һөйләр һүҙебеҙ бөтмәгәнлектән, дәрестәрҙән һуң ка­феға йүнәләбеҙ. Әлбиттә, йәш ҡыҙҙар­ҙың уйы

Бына тағы сессия мәле етте. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем алыу ҡыҙыҡ бит ул. Төркөмдәштәр менән ярты йылға бер тапҡыр һағынышып ҡына күрешәһең. Тәүге аҙнала дәрес тыңлау ҡайғыһы юҡ, хәл-әхүәл белешәбеҙ, һөйләр һүҙебеҙ бөтмәгәнлектән, дәрестәрҙән һуң ка­феға йүнәләбеҙ. Әлбиттә, йәш ҡыҙҙар­ҙың уйында – егет, һәр береһе тиерлек үҙенең ғишыҡ тотоуы, мөхәббәт тарихы менән уртаҡлаша.Был юлы Түбәнге Каманан Әлфиәбеҙ кейәүгә сығып килгән. Мут күҙҙәрен ҡыҫа биреп, уң ҡулын өҫтәлгә ҡуя һәм сығанаҡ бармағындағы алтын балдағын өйрөлтә башлай. Йәнәһе, күрегеҙ, мин хәҙер тормошта! Етем ҡыҙ үҙенең үткерлеге, һәр хәлдән сығыу юлын табыуы, йәшләй генә тормошто яҡшы белеүе, ҡатын-ҡыҙҙарса хәйләкәр булырға өйрәткән кәңәштәре менән беҙҙе бер аҙ аптырата. Беҙ Әлфиәнән кемуҙарҙан кейәүе, туйы хаҡында һөйләүен үтендек. Ул аудиторияла ғына эс-серҙәре менән бүлешеп ултырырға түбәнһенде, ахыры. Кискеһен туған тейешле инәһенең фатирына саҡырҙы, бер юлы туйҙың видеоһын да күрһәтергә вәғәҙә итте. – Хужалар өйҙә булмаясаҡ! Ҙур әбейем бына тигән итеп өй шарабы яһаны, ауыҙ итербеҙ. Иртәнсәк пицца ла бешереп ҡалғайны. Дәрестәрҙән һуң күмәкләшеп Сипайлово биҫтәһенә юл тоттоҡ. Йылғыр Әлфиә тиҙ генә табын ҡороп ебәрҙе. Беҙ ҙә килтергән күстәнәстәрҙе өҫтәлгә теҙҙек. Теҙелешеп ултырыуыбыҙға түҙемһеҙ Лариса:– Йә, тиҙерәк башла! Ну, шартына килтереп инәлтергә тиһәң, һине генә ҡуш! – тип мыжырға онотманы.Хужабикә ролен уйнаған әхирәтебеҙ, ашыҡмай ғына гәлсәр бокалдарға ҡуйы шарапты һалып сыҡҡас, һүҙ башланы.Әлфиәнең әсәһе яман сирҙән вафат була. Ә аталары бәләкәй саҡтарында ташлап киткән. Оҙаҡ ауырыған ҡатын улын һәм ҡыҙын үлеменә алдан уҡ әҙерләй. “Мин киткәнгә артыҡ ҡайғырмағыҙ, артабан лайыҡлы йәшәргә тырышығыҙ, ышаныслы туғандарығыҙ юҡ, шуға күрә мотлаҡ бай кәләш-кейәү һайлағыҙ”, – тип өйрәтә әсә. Улы әрмегә киткән йылды яҡты донъя менән хушлаша, һуңғы төндә Әлфиә әсәһенең янына ятырға рөхсәт һорай. Ҡәҙерле кешеһе уның ҡосағында йән бирә. Үҫмер ҡыҙ нисек быны күтәргәндер, йылдар үтеү менән был хаҡта тып-тыныс һөйләй ала, хатта күҙҙәре йәшләнһәсе.Тиҙҙән ул, әсәһенең әйткәндәрен иҫтә тотоп, етеш ғаиләнән егет эҙләй башлай. Шаҙрараҡ битле, тупыс танаулы, һәр саҡ һытҡыларҙан йонсоған ҡыҙға, әлбиттә, егеттәр темаһы еңел генә бирелмәй. Шуға күрә ул өҫ-башын яҡшы ҡарай, ҡытай баҙарынан булһа ла иң модалы күлдәктәрҙе һайлай, сәсенә һәр саҡ прическалар яһай.Тәүҙә Әлфиә бер туған ағаһының таныштарын ситтән генә күҙәтә башлай. Юҡ шул, ябай кешенең дуҫтары ла ғәҙәти егеттәр, машина ремонтлаусы автомеханиктар ғына. Аҡсаны насар эшләмәй улар, тик эштән һуң, мәңгегә ҡара майланып ҡатҡан ҡулдарын да йыумайынса, һыра эсергә яраталар. Етмәһә, телдәрен тимер йыуғыс менән йыуһаң да таҙармаҫ – һөйләм һайын ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенәләр. Тора-бара эшендә (ҡыҙ яҡшы ресторанда официантка булып аҡса таба), клиенттарға күҙ атырға ҡәтғи тыйылһа ла, ҡиммәтле машиналарҙа ашап-эсергә килгән көслө зат вәкилдәрен һынай башлай. Ир-егетте үҙеңә ҡаратыу серҙәре тураһында бик күп китап уҡыған, фильм ҡараған Әлфиәгә серле йылмайыу, һаҡһыҙ ҡағылыу, асыҡ күкрәк, ҡыҫҡа итәк кеүек баш әйләндергес алымдар менән эш итеү бер ни тормай. Тик, бына ғәжәп, көнө буйы аҡса эше, һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр менән арыған бай кеҫәлеләргә түшәк кенә кәрәк. Етди мөнәсәбәттәр хаҡында улар уйлап та бирмәй, әрһеҙ­ләш­һәң, юл уртаһында машинаһынан ҡыуып төшөрөргә лә күп һорамай. Бер төнлөк кенә булырға теләмәгән Әлфиәгә тиҙҙән бәхет йылмая. Ресторан хужаһының дуҫының улы ҡыҙға күҙ ата, әлбиттә, бының өсөн официанткаға бик күп көс түгергә тура килә. Ата-әсәһе талапсан егеттең тәүҙә иң яҡын дуҫына әйләнеп, барлыҡ эс-серҙәрен һөйләтеп, һәр саҡ уны аңлаған, хәленә ингән булып ҡылана. Яйлап ҡына бар яҡлап һөйөү, хәстәрлек менән уратып ала һәм егеттең тормошонда иң ҡәҙерле гүзәл затҡа әүерелә.Ләкин уларҙың сәғәҙәте оҙаҡҡа бармай. Ажғырып торған әсә берҙән-бер балаһының ярлы ҡыҙға әүрәгәнен ишетеп, сит илдәге ялын бүлеп килеп етә. – Хәйерсе, беҙҙең байлыҡҡа хужа булырмын тип хыялландыңмы?! Улымды мин һинең кеүек шаҙра табаҡ бит өсөн әпәүләп үҫтергән тиһеңме? Уның буласаҡ кәләше – модель буй-һынлы олигарх ҡыҙы! Танауыңа кертеп ҡуй: байҙар байҙарҙы эҙләй! Хәҙер барыһы менән дә аҡса идара итә, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, капиталдар ҡушыла, тимәк, мал-мөлкәт тағы ла арта! Ә һин йолҡош, етмәһә, татар ҡыҙыһың! – Урыҫ ҡатынына Әлфиәнең милләте һис тә оҡшамай. Туҙыныуҙан туҡтап, хис-тойғолары бер аҙ һүрелгәс, ул ҡыҙҙы тикшерә башлай. – Ә һиңә дөрөҫөн әйтәм, “һоро сысҡан” башың менән улымды үҙеңә ҡарата алғас, һин был тормошта күпкә ирешерһең. Эшлекле сифаттарың, булдыҡлылығың күренеп тора. Ләкин минең кәңәшемде тыңла – буласаҡ иреңде байҙар араһынан эҙләмә, ә аҡса эшләгәндәй, күтәрелеп китә алғандай үҙең сама кешене тап. Барыһы ла Золушка бәхетенә ирешә алһа, был донъя күптән баштүбән әйләнгән булыр ине. Ҡатын йәшен йәшнәтеп, күк күкрәтеп сығып киткәндәй була. Үҙе менән һөйөклө улын да сит илгә алып китә ул.Был хәлдән һуң Әлфиәне эштән ҡыуалар. Шулай ҙа мөхәббәтте түгел, ә матди хәлде беренсе урынға ҡуйған ҡыҙ һис тә төшөнкөлөккә бирелмәй. “Тик ялҡау Золушкалар ғына принцһыҙ ҡала” – ”ҡәйнә”һенең һүҙҙәрен үҙенсә үҙгәртә һәм кәңәшен тотоп, принц­ты үҙе яһап алырға ҡарар итә.Сиратта – үҙе йәшәгән кварталдағы егеттәр. Рәмилде ул ағаһы менән подъезд алдында күрешеп торғанда күрә. Ике метрлыҡ мыҡты кәүҙәле, мускулдары ташып торған тельняшкалағы һылыу егеткә барыһы ла һоҡланып ҡала. Бөгөн генә әрменән ҡайтып төшкән, бынан өс йорт аша ғына йәшәгән егетте күргәне булһа ла, быға тиклем тыныс типкән йөрәге ниңәлер шашынып-шашып һуға. Ата-әсәһе ябай кешеләр, бер ере лә кешенән кәм дә, артыҡ та түгел, тигәндәй. “Бөттө баш! Һин барыбер минеке буласаҡһың!” – Әлфиә быға тиклем булған кейәүгә сығыу принциптарын онота һәм башкөллө Рәмилгә ғашиҡ була.Тик, таныш булып та, һис аралашмаған егетте нисек ҡаратырға? Бында ир-егеттең йөрәген яулау буйынса тәжрибәһе һәм ҡыйыулығы ярҙамға килә. Икенсе көнөнә үк Әлфиә Рәмилдең фатирын һорашып таба һәм тышҡа һөйләшергә саҡыра. “Һине бер һылыуҡай күрергә теләй”, – ти ул серле генә итеп һәм ҡараңғы төшөү менән егеткә Кама йылғаһы пристаненә барырға тәҡдим итә. Күҙҙәренән йылылыҡ бөркөп торған, ”тартынып” ҡына һөйләшкән, йомшаҡ бармаҡ остары менән һаҡ ҡына беләгенә ҡағылып ҡуйған ҡыҙҙың тәҡдименә, уның ниндәйҙер тылсымлы көсөнә бирелеп, егет бер һүҙһеҙ ризалаша. Әлфиә кискә тиклем үҙен тәртипкә килтерә. Хуш еҫле майҙар менән ваннала йыуына, сәсен ҡабартып прическа эшләй, иң матур күлдәген һайлай, магазинға барып кәрәк-яраҡтарын ала.Кис төшөүгә атаһының машинаһында килеп туҡтаған Рәмилгә йүгереп сығып ултыра һәм йәш йөрәктәр пристангә йүнәлә. Кеше йөрөмәгән, мең уты менән балҡыған ҡала күренгән матур урынды һайлай улар. “Теге ҡыҙ бына-бына килеп етәсәк”, – тип ышандыра Рәмилде отҡор ҡыҙ. Тик серле матурҡай килеүгә һин артыңа боролоп тор һәм күҙеңде йом, тип үтенә ул. Рәмил ҡыҙҙың үтенесен тыңлай. Әлфиә был мәлдә тиҙ генә килтергән әйберҙәрен сығара һәм хәтфә үләнгә ап-аҡ йәймә түшәй. Артабан шампан шарабы, нәҙек аяҡлы бокал­дар, эре-эре еләкле вазаһын ултырта. Эргә-тирәләй, сихрилек өҫтәп, тиҫтәләгән май шәмен тоҡандыра һәм үҙе купальникка тиклем сисенеп ҡабырғаһына ята. Саҡырыуҙы ишетеп, артына боролған егет көтөлмәгән сюрприздан һыҙғырып ебәрә. “Рәмил бындай романтик ҡылыҡты көтмәгән. Мин ойошторған осрашыу уға оло бүләк булды, уны дөрөҫ баһаланы, бергә булырға теләүемде аңланы һәм ҡаршы килмәне. Был төндө беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ”, – Әлфиә ҡатын-ҡыҙ наҙына һыуһап ҡайтҡан егетте бер тәүлек эсендә “арҡанлауын” һис тә йәшермәй. Ике айҙан улар гөрләтеп туй уҙғара. …Мөхәббәтнамәне барыһы ла ауыҙын асып тыңлай ине. Барлыҡ егеттәрҙе тупаҫ, ҡәҙерләй белмәгән, кешелекһеҙ затҡа тиңләгән Лариса:– Фу-у, мин ғүмерҙә улай ҡыланмаҫ инем. Ни тиклем һылыу ир булһа ла, – тигән фекерен йәшермәне.– Мин дә бындай “батырлыҡ”ты үтәй алмаҫ инем, – тип килештем. – Стенаға терәп атып үлтерәбеҙ, тиһәләр ҙә! – Мин һеҙҙе һис аңламайым, – Әлфиә үпкәләгәндәй булды. – Һеҙҙе әсәйҙәрегеҙ ғаилә тормошона әҙерләмәйме ни? Беҙҙең халыҡта бала саҡтан уҡ әсәй-өләсәйҙәр нисек итеп иргә ярарға, уның күңелен күрергә, мутлыҡ менән ирҙе еңеп алырға, ҡатын-ҡыҙ хәйләһен дөрөҫ ҡулланырға аҡыл өйрәтә! Ир-аттың йөрәгенә юл ашҡаҙаны аша, тиһәләр ҙә, өҫтәлгә шап иттереп тәмле аш ултырттың һәм вәссәләм, шулай буламы ни? Күрешкәндә, йәнем, тип ҡосағына һырылыр­ға, һин донъялағы иң батыр, күркәм ир, тип аҙым һайын маҡтарға, эше менән һоҡланыр­ға, арып-талыуҙарға ҡарамай, түшәктә ҡәнәғәтләндерергә һәм башҡа мең төрлө ҡылыҡ-фиғелгә эйә булырға кәрәк. Был саҡта ғаилә тормошоң да уңасаҡ, ирең, ғаиләһе өсөн тауҙар аҡтарырға әҙер буласаҡ.– Бына әсәйең һиңә, байға сыҡ, тип һабаҡ бирһә лә, тыңламағанһың бит әле… – Лариса һис тә бирешергә теләмәй.– Күп тә үтмәй, Рәмилде ЮХХДИ-ға хеҙмәткә урынлаштырҙым. Бының өсөн ресторанда эшләгән ваҡыттағы таныш-тоношлоҡ ярҙам итте. Әрһеҙләшеп үҙем шылтыраттым да, кәрәкле кешеләр менән осраштым. Хәйер, ниндәй юл менән уның инспектор булып китеүе мөһим түгел. Үҙегеҙ беләһегеҙ, был һөнәр эйәләре һис тә ярлы йәшәмәй, ҡайһы бер мәлдә аҡсаһы тамып ҡына ҡалмай, хатта аға. Был кистә гәпләшеп, туй видеоһын ҡарап, хәтһеҙ ваҡыт ултырып ташланыҡ. ...Видеояҙмала алпамыша кәүҙәле Рәмилдең бәләкәй, тумалаҡ ҡына Әлфиәне зыр әйләндереп күтәреп алғаны хәтерҙә. Бөгөн инде был тарихҡа ғаиләнең нисек тәүге улдарын бала табыу йортонан алып сығыуҙары, яңы фатир туйлауҙары, сит илгә сәйәхәттәргә барыу мәлдәре өҫтәлгәндер…

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Читайте нас: