Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Ғинуар 2022, 07:00

Сер

Иртә уяна ул. Бөгөн дә күҙҙәрен асыуға стеналағы сәғәт таңғы бишенсе яртыны күрһәтә ине. Ни ҡылмаҡ кәрәк иртә менән, тип уйлаһа ла, ятҡан урынынан ипләп кенә торҙо.

 Яйламай ҙа булмай шул, туҡһанды ҡыуа бит хәҙер. Күрше-тирәләге әбей-бабайҙар йәшләй китеп бөттө, Матур ғына йөрәгенә туплаған бар урам тарихы менән тороп ҡалды. «Һе, үҙ йәнеңде үҙең алаңмы, бирелгәс йәшәйһең, панимайыш», тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә бит-яурындарын бә­лә­кәс кенә йылы устары менән ышҡып, «бисмилла»һын уҡый-уҡый әкренләп кенә ҡыбырлап китте. Түрбашына сығып, газ плитәһенә сәйнүген ҡуйҙы ла, ҡомғанын алып, урамға йүнәлде. Бәҙрәфе өйҙә лә бар, һеңлеһенең балалары өҙмәй-ҡуймай эшләтте, рәхмәт яуғырҙары. Мынау сама йәйге таңды еҫкәмәгәс ни, тип тыштағыһына йөрөй әбей. Һа-а-а-а-ай, донъяның матурлығы, бигерәк инде ер өҫтөндә йөрөүе, тип ихлас ҡыуанып эштәрен бөтөрөп инеүгә сәйнүге әсе һыҙғырып та ултыра ине. “Үә-әт шәп бит ул, гел шулайтып тор”, – тип йылмайҙы Матур әбей. Һинд сәйенә мәтрүшкә, ҡарағат япрағы ҡушып, йәнә күпертеп алды ла ҡаты булмаған сәйҙе сылтырлатып ҡына бәләкәс кәсәһенә ҡойҙо. Хәҙергеләр һымаҡ оло бокалдан эсергә бер ҙә күңеле ятмайсы. Һорполдатып бокалдан һемереү түгел бит ул бәләкәс кенә кәсәнән тәмләп тороп эсеү! Һәр бер йотомонда тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт бар был сәйҙең! Шулай уйҙарға бирелеп, ике кәсәне түңкәреп тә ҡуйҙы. Нишләптер электән үк ошолайта: торғас та ләззәтләнеп сәй тәмләй, шунан ғына иртәнге мәшәҡәттәренә сума. Ғәҙәт такуй, ти торғайны ире йәш саҡта. Күп тә үтмәй үҙенә лә йоҡто – Матуры сәй әҙерләү менән йылп итеп килеп тә сығыр ине. Ана, кәртишкәһенән ихлас йылмайып ҡарап ултыра. Үлгәненә быйыл, туҡтале, ун йыл да булып киттеме ни? Аҡмай тигән ғүмерҙе, ә, үтмәй тигән шунан. Әле генә һымаҡ ине лә бит.... Ҡапыл китте шул бабайы. Ауырыйым, тимәне, һыҙланғанын белдермәне. Етмеш бишенә бер ай ҡалғанда ятҡайны, аҙна – ун көндә йәнен дә бирҙе. Үҙем һыҙланам тимәй, һаман да Матурын ҡайғыртты. Хәл белешергә килгән күмәк кеше араһында әбейенең ризалығын алып, һуңғы тапҡыр иркен итеп һуланы ла...

Хәтирәләргә бирелер ваҡыт хәҙер: эшем юҡ, ошолай тик ултырам уйға уйылып, тип көлә Матурҡай. Малын тотоноп бөттө, ҡош-ҡортто быйыл тәүгә алманы. Әлдә баҡсаһы бар, шунда сығып ҡыбырлап инә былай. Әле лә шунда йүнәлде. Түтәлдәрҙә кишере, ҡыҙыл сөгөлдөрө, тәмләткестәре йәп-йәшел булып сыҡҡан, баҡса ситләтеп ултыртҡан сәскәләре гөлтләп күҙҙең яуын алып ултыра, сөбханалла. Ҡояш ҡыҙҙыра башламаҫ элек һыу һибәйем, тип эшкә йәбеште. Оло кеше өсөн бөтә уңайлыҡ булдырылған бында – түтәлдәр тигеҙ итеп бүленгән, араларына таҡта түшәлгән, һыу тултырылған оло мискәгә шланг һуҙылған. Һеңлеһенең оло ейәне күрше йәшәй, шул баға. Матурҡай инәй, тип үҙе лә, ҡатыны ла, балалары ла өҙөлөп тора. Уйлап ҡараһаң, эргә-тирәлә уларҙан да яҡын бер кеме юҡ әбекәйҙең.

Балалары булманы уларҙың. Тәүге ике-өс йыл был һорау йәш парҙы бөтөнләй борсоманы. Әммә артабан Матур дауахана тупһаһын тапай башланы. Ярты йыллап тикшерелгәс, табиптар уға, һин һауһың, ирең килһен, тине. Был хәбәрҙе ишеткән йәш ҡатын баҙап ҡалды. Сығып барған еренән кире боролдо. Йәнә һөйләште табип менән. Уныһы, ҡулына оло китаптай йыйылған анализдарын алып, ҡатынға ҡабатлап аңлатты – ул һау, бала табыу мөмкинлеге һаҡланған, бының өсөн һау ир генә кәрәк, тине, һәм ирҙәрҙең түлһеҙлеге ниҙән килеп сығыуына тиклем төшөндөрҙө. Йышыраҡ тән температураһының юғары булыуы сәбәпсе, һорашығыҙ, бәлки, ирегеҙ берәй ҡасан ауырығандыр, тине оло йәштәге ханым. Шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙмай дауаханаға килергә кәңәш итте. Ошоға тиклем балалары булмауҙа үҙен ғәйепле тип уйлап йөрөгән ҡатын шаҡ ҡатып ҡайтырға сыҡты. Күңелендә хистәр даръяһы ярһыны: берҙән, үҙенең һау булыуына шатланһа, икенсенән, иренә был турала нисек әйтергә белмәй аптыраны. Юҡ, бала таба алмайһың, фәлән-төгән, тип ҡатынының бер ҙә генә битен йыртҡаны булманы һөйгәненең, шулай ҙа... Ул бит Матур бала таба алмай, тигәнгә күптән инанған! Бер түгел, ике ажғырып торған айғырҙы тотоп менерҙәй шаҡтай һау ир бит ул! Баҫҡан ерендә кем ут сығара, йыл да һабан туйында көрәшеп, яурынына тәкә һалып, кем ҡайта? Ире лә баһа! Уф-ф-ф... Матур табиптарҙың һүҙен иренә нисегерәк итеп еткереүен күҙ алдына килтерҙе лә ҡото алынды, ҡобараһы осто, тамағына төйөр килеп тығылды. Иҫләй Матур, үҙе дауаханаға йөрөй башлағас та, һиңә лә тикшерелергә кә­рәктер ул, тигәнен. Ул ваҡытта яратҡаны шарҡылдап көлөп, бисәкәй, мин һаумын, шикләнмә лә, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр бала саҡта ғына ауырыным, тип яуапланы. Аһ, белә ул иренең холҡон. Яндырайланһа, туҡтатырмын тимә. Ул бит үҙенең шаҡтай һау икәненә бөтөн­ләй ҙә шикләнмәй! Ә был ҡот осҡос яңылыҡ уны ни хәлгә алып барып еткерер? Нисек инде  уның ире эшкинмәй? Йә Алла, нишләргә.... Ошондай уйҙар менән йортоноң тупһаһын аша атлап үтте Матур. Түрбашта ниҙер йүнәтеп йөрөгән ире ҡатынының ҡобараһы осҡан ап-аҡ йөҙөн күреү менән ниҙер һиҙенеп, янына килде. Ипле генә итеп уны ҡосаҡлаған килеш ултырғысҡа ултырҙы. Ипләп кенә арҡаһынан һыйпаны. “Сеү, Матурым, сеү. Тыныслан. Мин һине ныҡ яратам. Аңлайым хәлеңде. Булмаһа булмай инде бәпесебеҙ, беҙ генәме ни был донъяла балаһыҙ ғүмер иткәндәр? Тик һин тыныслан, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр”, – тип йыуата ла башланы хәлде үҙенсә аңлаған ир. Һөйгәненең тубығында бәләкәс балалай ултырған ҡатын һығылып төштө лә ҡуйҙы. Оҙаҡ иланы ул. Ире ҡатыны тынысланғансы арҡаһынан һыйпап, тубығында бәүел­дереп ултырҙы. “Бер ҡасан да был турала өндәшмәҫкә кәрәк. Белмәгәне яҡшы. Ә мин... “түлһеҙ”, “эшкинмәгән”, “буш ҡы­уыҡ” булып өйрәндем инде. Әйт­мәйем”,– тигән уйҙар менән ауыр йоҡоға талды ул.

Өмөтләнеп дауахана тупһаһын тапа­ған ҡатынының нурһыҙ күҙҙәрен күреү иренә лә тәьҫир итмәй ҡалманы. Эшенә сығып киткән еренән, Матуры һөт айырта башлауға ҡайтып та инде. Етәкләшеп тигәндәй бар эште лә атҡарғас, һыу буйына төшөп килергә булдылар. Тәбиғәттең үҙ ҡануны – тормош гөрләй: ҡаҙҙар себештәрен йөҙөргә өйрәтә, балыҡтар сиртә, селбәрәләр ҡара көтөү булып йөрөй. Ауыл халҡы иртәсел бит, ана, кемдер мунсаһын да тоҡан­дырҙы. Мин дә кисен елпетермен, тип уйлап ҡуйҙы ҡатын. Ошо мәлдә иренең: “Бәләкәсем, хәлеңде аңлайым, тик нисек ярҙам итергә белмәйем. Үтенәм, бирешмә, йәме. Тормошта мөғжизәгә ышанып йәшәргә кәрәктер, тием. Табиптар ҙа кеше, яңылышыуҙары бар. Был – бер. Шулай ҙа һиңә бер үтенесем бар, Матурым, әгәр ҙә үҙебеҙҙең уртаҡ ба­лабыҙ булмаһа, уллыҡҡа алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатма, зинһар”, – тигән һүҙҙәрен ишетте. Матур күкрәгенән сығып килгән иңрәүҙе ирендәрен ҡанатҡансы тешләне лә, ризалығын белдереп, башын ҡаҡты.

Мәшәҡәттәргә тулы тормош гөрләне генә – шәфҡәт туташы Матурҙың да, бригадир иренең дә эше тәүлек әйләнәһенә эшләһәләр ҙә бөтмәҫлек ине. Ҡырҡҡа еткән ҡатын үҙенә тынғы тапмай, көнө-төнө эштә йөрөнө. Улай тиһәң, өс ауылға бер туташ – ҡалайтһа ла шулай эшләргә тура килгәндер, әммә тап быйыл...Ниҙер өйкәй, нимәлер ярһыта уның күңелен! Инде егерме йыл бергә йәшәгән ирен, күршелә генә йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһен, тупһаға саң ҡун­дырмай тапаған туғандарының береһен дә күргеһе килмәгән саҡтары йышайҙы. Мейеһендә “Ялҡтым, ялҡтым, ялҡтым”, – тигән уй өйөрөлһә, йөрәге, а-ры-ным, тип типкәндәй. Туйып һикерәһең, тип үҙен әрләп тә ҡараны. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан төштө. Иренең биргән һорауҙарын ишетте – аңламаны. Баҡса­һына, мал-тыуарына, ҡош-ҡортона иғтибар бермә-бер кәмене. Уй, һеҙҙең ҡайғымы ни миндә, тиһә лә, үҙенә ни булғанын аңлата алманы. Һурып алдылармы ни – Матурҙың донъя йөгөн тартырға хәле бөттө лә ҡуйҙы. Ысын, алйот кеше һымаҡ, бер сәбәпһеҙгә донъяңдан ваз кисеп ятсәле!

Иғтибарлы иренән бер ни йәшереп буламы ни? Оҙаҡ уйлап торманы уныһы ла, ҡәҙерлеһенә Сочиға юллама бүләк итте. Хәтирәләренең ошо урынына еткәс, биттәре алланып китте Матур әбейҙең. Булды, иренән йәшерер икенсе сере булып ошо сәйәхәттәге мажара ҡалды. Улай уҡ әйтеү бигүк дөрөҫ тә түгелдер, әммә... Йөрәге алҡымына ки­леп тығылғансы ярһыу хистәрҙе ул бынан ары кисермәне. Осрашыуҙары ла бит ябай танышыу түгел, ә бәрелешеү булды! Арып-талып саҡ килеп еткән ҡатын ял йорто буйлап китеп барғанда мөйөштән килеп сыҡҡан өҫтәлде төкөнө. Күҙҙәрен асһа, иҙәндә торған дүрт тояҡлы өҫтәл янында аунап ята. Тағы ла иғтибарлыраҡ ҡараһа, русса вата-емерә хәлен һорашып, тубыҡлан­ған бер ир ултыра. “Уф, нимә булды ул?” – тип торорға ынтылған Матурға баяғы әҙәм ярҙамға ташланды. Үҙе: “О, һеҙ ҙә баш­ҡорт икән! Мин бик шатмын! Ней, ҡолат­ҡаныма шатланмайым, ғәфү итегеҙ, башҡорт булғанығыҙға ҡыуанам. Мин һеҙҙе бөтөнләй күрмәнем, зинһар, ғәфү итегеҙ. Ҡайһы ерегеҙ ауырта, бында медпункт бар, әйҙәгеҙ, алып барам”, – тип тәтелдәп сат йәбеште. Үҙе ҡатындың өндәшмәгәнен күргәс, туҙырап ятҡан әйберҙәрен сумкаһына тултырышты, өҫтәлде ситкә шылдырҙы, бер туҡтауһыҙ ғәфү үтенде. Шул арала исеме Зариф, күрше райондан өс аҙнаға килгәнен дә еткерҙе. Матур әллә шаңҡыған, әллә был тәмле еҫ килгән ирҙең күп хәбә­ре­нән, әллә инде уның йәм-йәшел күҙ­ҙәренән албырғаны, ни әйтергә белмәй, ыҡ-мыҡ килеп әйберен йыя бирҙе. Иллалла менән сумка-сумаҙанына әйбер­ҙәрен тығып бөткәс, Зариф: “Күрһәтегеҙ, матур ханым, бүлмәгеҙҙе, үҙем илтәм. Тағы ла берәйһе бәреп йыҡмаҫ элек. Әйткәндәй, исемегеҙҙе әйтмәнегеҙ”, – тип йылмай­ҙы. “Матурмын”, – тине Матур. “Матур­һығыҙ. Бик!” – тине За­риф. Был нимә һөйләй тағы, тигән уй менән ҡатын иргә күҙ ташланы ла, аңлағас: “Исемем. Матур – минең исемем”, – тип ҡулын һондо. Йәшелгүҙ унан ҡараштарын алмай бәләкәс кенә усын ҡыҫты ла, киске етеләрҙә киске ашҡа бергәләп барырбыҙ, тип йүгереп китеп тә барҙы. Һм, был ни булды әле ул, күңелле башланмаҡсы ял тигәндәре, тигән уйҙар менән Матур бүлмәһенә инеп китте.

“Ҡасан, ҡайһы мәлдә иң ҙур хатамды эшләнем һуң мин? Үҙемдең ҡурҡы­уымды еңһәм, оялыуымды тапап үтһәм, бәлки, ошо көндә япа-яңғыҙым ултыр­маҫ инем? Иренең тоғро ҡатыны, тигән исем ҡәҙерле инеме? Иремде бергәләп тикшерелергә лә алып барырға күндерә алманым – яратыуым шулай булдымы? Дөрөҫөн белгәс, тағы ла телемде тыйҙым. Имеш, йәлләнем уны. Зарифтан ауырға ҡалғас, өндәшмәнем. Мең ғазап аша үтеп, баламды алдырҙым. Кеше һүҙенән бер ҡурҡһам, ирһеҙ ҡалырмын, тип тағы дерелдәнем. Бабай теге донъяға кит­кәнсе Зариф тураһында белеп ҡалма­ғайы, тип ҡалтыраным. Эй, ғүмер... Бәлки, ваҡытында дөрөҫлөктө асып һал­һам, алдарға, ялағайланырға, ғазапла­нырға тура килмәҫ ине, ә?”

Был турала күп уйланырға яратмай Матур әбей. Хәтирәләренең тап ошо урынына килеп етеүе була – шунда уҡ ниндәйҙер шөғөлгә тотона. Сөнки үҙе­нең өнһөҙ һорауҙарына аныҡ ҡына яуаптары һаман да юҡ. Үткән эшкә – салауат, бөгөнгөһөнән ҡәнәғәт булыу зарурҙыр, тип йыуата үҙен ихлас әбекәй. Шулай ҙа, күңеленең иң төпкөлөндә, бер кем дә белмәгән, һиҙмәгән һәм күрмәгән бер төйөр генә: “Үҙең теләгәнсә йәшәмәнең һин”, – тип һулҡылдап ҡуя.

 

Әлмира ИСХАҠОВА.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: