-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Декабрь 2021, 07:00

Телеңде йоторлоҡ!

(Персиклы-сәтләүекле торт, эремсек менән тоҙло балыҡтан салат)

Персиклы-сәтләүекле торт

Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 1 cтакан шәкәр, 1 cтакан ҡаймаҡ, 1 банка ҡуйыр­тыл­ған һөт, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он алына. барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр эшләргә. Барлыҡҡа килгән массаны икегә  бүлеп, береһенә персиктар, икен­сеһенә ваҡланған сәтләүек һалырға ла ҡыҙыу мейестә 30 – 35 минут бешерергә. Консерваланған персикты йәки башҡа емештәрҙе ҡулланырға мөмкин. Бешеп сыҡҡас, һыуытып, йәймәгә сироп йәки ҡайнатма, крем яғырға. Шоколадты аҡ май, бер аҙ һөт ҡушып иретергә лә торттың өҫтөнә  һыларға.

Крем түбәндәгесә әҙерлә­нә: 750 г ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр һалып болғатырға.

 

Эремсек менән тоҙло балыҡтан салат

200 г тоҙло балыҡ, 350 г ауыл эремсеге, 150 г сыр, укроп, тәменсә ҡаймаҡ кәрәк.

Эремсекте, ваҡлап турал­ған балыҡты, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һәм укропты бер һауытҡа һалырға һәм ҡаймаҡ һалып бутарға. Табынға бешкән картуф менән бирергә.

Салатты икмәккә һылап, бутербродтар эшләргә лә була.

Автор:AdminQ Admin