-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
26 Декабрь 2021, 21:00

Йондоҙнамә (27 декабрь – 2 ғинуар)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Уҙып барған йыл һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһарға форсатығыҙ булыр. Ғөмүмән, күпселек ваҡыт файҙалы һәм мөһим эш менән булыштығыҙ. Ҡайсаҡ үҙегеҙ ҡәнәғәт булмаһағыҙ ҙа, башҡалар һеҙҙең һәләттәрҙе күрҙе һәм дөрөҫ баһаланы, шикелле. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, барыбер алға табан етди аҙым яһанығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

2021 йыл һеҙҙең өсөн төрлө ваҡиғаға бай булды. Үҙегеҙ ҙә арыу ғына тәжрибә тупла­нығыҙ. Элек күрмәгән йәки иғтибар бирмәгән нәмәләрҙе нығыраҡ аңлай башланығыҙ кеүек. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Ҡайһы бер бәйләнеште тергеҙә алдығыҙ, бер нисә кисәге дошманығыҙ ышаныслы кешегә әйләнде.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Йылды һәйбәт кәйеф менән оҙатаһығыҙ. Төрлө ваҡиғаны ла кисерҙегеҙ. Ышаныслы дуҫтарығыҙ ҙа күбәйҙе, кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлай башланығыҙ. Юғалтыуҙарһыҙ ҙа булманы, уларҙы тыныс ҡабул иттегеҙ. Иң ауыр саҡта ла күңелегеҙҙә булғанды башҡаларға күрһәтмәнегеҙ. Төп эшегеҙҙә йәки уҡыған ерегеҙҙә лә абруйығыҙ күҙгә күренеп артҡанын иҫбатларға мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Үтеп барған йылда һеҙ күп көрәштегеҙ, йыш ҡына үҙегеҙҙең кире ғәҙәттәрегеҙ менән. Әйткәндәй, был көрәштә уңыштарға ла өлгәштегеҙ. Быны башҡалар ҙа күрмәй ҡалмағандыр, моғайын. Ғөмүмән, тормош тәжрибәгеҙ күпкә артҡанын үҙегеҙ ҙә тойомлайһығыҙҙыр. Белем-тәжрибәгеҙҙе лә тулыландыра алдығыҙ. Киләсәктә уларҙың кәрәге тейәсәк.

Буға (21.04 – 21.05)

Ҡәнәғәтлек кисереү өсөн сәбәптәр бар һымаҡ. Бөтөн өлкәлә лә ыңғай яҡҡа үҙгә­реш­тәрҙе күрергә мөмкиндер. Быға өлгәшеү һеҙгә еңел булмағандыр. Бигерәк тә йылдың тәүге яртыһы ауырыраҡ уҙҙы. Хаталар ҙа яһанығыҙ, уларҙы төҙәтеү өсөн күп көс һалдығыҙ. Хәҙер инде киләсәккә ышаныс менән ҡарай алаһығыҙ.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ғөмүмән, йыл күптәр өсөн уңышлы булды. Кемдер уҡыуын тамамланы, бәғзеләр яңы вазифаға үрләне. Ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармаһа ла (ундай хәлдәр аҙ булманы), юғалып ҡалманығыҙ һәм бирешмәнегеҙ. Быны хупларға мөмкин. Ошо көндәрҙә киләһе йылға маҡсаттарҙы билдәләү өсөн ваҡыт табығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һуңғы айҙарҙа бик ҡыҙыу эшләнегеҙ, шуға үҙегеҙгә бер аҙ ял бирегеҙ. Һәр саҡ ихлас күңел менән эшләнегеҙ, быны хупларға ғына мөмкин. Ҡаршылыҡтар ҙа булманы түгел, уларҙы хәлегеҙ­ҙән килгәнсә еңергә тырыштығыҙ. Күптәр үҙендә элек беленмәгән һәләттәрҙе лә асты. Уларҙың һәр саҡ кәрәге тейер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Йыл башында һеҙҙең тирәлә һәм үҙегеҙҙә лә үҙгәрештәр күп булды. Улар тәү ҡарашҡа күҙгә салынмаһа ла, тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһаны. Яңы ышаныслы дуҫтарығыҙ ҙа барлыҡҡа килде, элеккеләренең бәғзеләре ҡайҙалыр юғалды – быныңөсөн ҡайғырырға ла кәрәкмәйҙер. Киләсәккә хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡланығыҙ, буғай, хәҙер ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Үткән ваҡиғаларҙы байҡағанда, кире хәлдәрҙе лә күрергә мөмкин. Бигерәк тә йылдың тәүге яртыһы әллә ни файҙаһыҙ үтте, буғай. Йыш ҡына хәле­геҙҙән килмәҫлек эш менән булыштығыҙ, көсө­гөҙҙән килгәнде шәйләмәнегеҙ, ҡайһы бер мөм­кинлектәрегеҙҙе күрмәй ҡалдығыҙ һымаҡ. Хәйер, хата­ларығыҙҙы ваҡытында күреп, ҡайһыларын төҙәтергә форсатығыҙ булды.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Һеҙҙе маҡтарға мөмкин. Йыл буйы баш күтәрмәй эшләнегеҙ. Күп кенә уңышҡа ла өлгәштегеҙ. Тырышлығығыҙ арҡаһында ҡайсаҡ башҡалар булдыра алмағанды ла булдырҙығыҙ. Кәрәк саҡта һөжүм иттегеҙ, икенсе осраҡта сигенеү юлдарын да таба алдығыҙ. Киләсәк өсөн көс йыйығыҙ, алда һеҙҙе ҙур эштәр көтә.

Саян (24.10 – 22.11) 

Ҡайһы бер әллә ни ҙур булмаған уңышҡа өлгәш­тегеҙ, шикелле. Күберәк тә булдырыр инегеҙ, төрлө кире сәбәп ҡамасауланы һымаҡ. Бында үҙ ғәйебегеҙ ҙә барҙыр, моғайын. Был турала ет­дирәк уйланырға кәрәктер. Әйткәндәй, осраған мөмкинлектәрҙең яртыһын да файҙалана алма­нығыҙ. Быға йә ялҡауланыуығыҙ, йә һүлпәнлегегеҙ, иғтибар етмәүе сәбәп булды.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Арыу ғына эшләнегеҙ, хәҙер үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә була. Мәшәҡәттәр ҙә күп осраны, нисектер барыһына ла ваҡыт еткерҙегеҙ. Башҡа кешеләрҙең йомоштарын да хәл итергә тура килде, бының файҙаһы мотлаҡ тейер. Айырым әйтергә кәрәктер – йыл  буйына тәжрибә тупланығыҙ, күпкә өйрәндегеҙ. Был хуплауға лайыҡ.

Автор:AdminQ Admin