Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Декабрь 2021, 06:00

Таныш булығыҙ: "Юлдаштар" - Зөһрә Арсаева

Тыуған көнөм: 29 апрель.

Тыуған ерем: Асҡын ра­йонының Башҡортостан ауылы.

Белемем буйынса мин: журналист, БДУ-ның башҡорт фи­лологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым.

Радиола нисек эш башланым: 1 апрелдә радиола эш­ләгән курсташтарға килгәйнем. Шунан задание бирҙеләр, уны уңышлы үтәнем. Бер аҙҙан эшкә алдылар.

Эшемдә иң оҡшағаны: кешеләр менән аралашыу, ха­лыҡҡа иң беренселәрҙән булып оператив мәғлүмәт еткереү.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: Миңлеғәле Шаймо­ратовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү, уның Алтын Йондоҙон республикаға килтереү һәм Милли музейға тапшырыу. Иң иҫтә ҡалған герой – “Дахау” концлагеры тотҡоно, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Вәли Бикташев.

Рәхмәтлемен: һәр көнгә! 

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: Өфөлә янғын сыҡҡан. Ҡунаҡ итеп саҡырылған эксперт янғын һүндереүҙә ҡатнаша. Ул тура эфирға килә алмауы тураһында хәбәр итте. Эфирға 30 минут самаһы ваҡыт ҡалған. Ошо ваҡытта икенсе ҡунаҡ табырға һәм саҡырырға тура килде. 

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы:  Иглин районынан водитель ха­ным Флорида Ғатауллина.

Яратҡан йырым: “Етегән шишмә”, мотлаҡ Фәрит Бикбулатов башҡарыуында. 

Китабым:  Эрих Мария Ремарк,  “Три товарища”.

Фильм: Владимир Меньшов­тың “Москва слезам не верит” картинаһы.

Эштән арып киткән саҡ­тарҙа: тауға артылам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙа­нышым: балаларым Мортаза һәм Фатима. Иҫән-һау була күрһендәр.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: