-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Декабрь 2021, 11:36

Иркәкәйем, һиңә әйтер һүҙем

(Асыҡ хат)

Арыумы, иркәкәйем! Борон хат яҙғанда ғаиләлә кемдәр бар, шуларҙың һәр береһенән, туған-тыумасанан,  күрше-тирәнән, олоһонан кесеһенә тиклем, исем  атап, сәләм еткерә торған булғандар. Мин дә шулай һанай башлаһам, яҙған битемдең яртыһы тулыр ҙа ҡуйыр ине, балаларым да күп, туғандарым да ярты ауыл, күрше-тирәм дә бик ҡәҙерле генә, береһен дә төшөрөп ҡалдырғым килмәҫ ине. Һәр кеше ҡәҙерле, һәр кешенең был донъяла үҙ урыны бар, бөтәһе тураһында ла түгел, ә һәр береһе хаҡында яҙыр инем.

Тик беҙ ашығыс заманда йәшәйбеҙ, шуға һүҙҙе һинең турала ғына һәм һиңә атап ҡына башлайым.

Кейәү менән арағыҙ боҙолғанын ишеткәс, мин һиңә шылтыраттым, тик һин эштә булып ҡалдың. Аҙаҡ көйөп тик йөрөнөм, һәм бына һин инәйеңә, нисә көн көтәм, апайым башҡа шылтыратманы, һеңлеһенә әйтер һүҙе юҡмы икән, тигәнһең.

Һиңә, иркәкәйем, әйтер һүҙем бик күп тә ул, тик уларҙы телефон аша ғына еткереп булмаҫ, тип ҡурҡам.

Һинең ауырға ҡалғаныңды ишеткәс, иң шатланған кеше мин булғанмындыр. Ошо хәбәрҙән күңелемдә дәрт үҫеп, көндәрҙе һанап, осоп ҡына йөрөйөм.  Хәлеңде ишеткәс, магазиндарҙы ҡыҙырғанда һәр ваҡыт балалар әйберҙәре бүлегенә инә башланым. Бала әйберҙәре – улар шундай матур, мин үҙем дә бала шикелле, иҫем китеп, һәр береһен тотоп-тотоп ҡарайым. Мин балалар үҫтергәндә был әйберҙәр ҡайҙа булды икән, тим.

Ҡайҙа ниндәй кейемдәр оҡшағанын яҙып барам,   һин имен-аман ғына ҡотолорһоң да, мотлаҡ шул адрестар менән йөрөп сығырмын.

Быға минең иманым камил. Йөрәгеңде нисек өшөтһәләр ҙә, һин бер ҡасан да ундай насар аҙым яһамаҫһың. Беҙҙең нәҫелдә бала – иман, бала – бәхет, бала − киләсәк...   Ғүмерҙең ике мәртәбә сирек быуатын аша атлаған кешенән – минән ишет,  ҡатын-ҡыҙҙан бер ҡасан да: “Әхирәткәйҙәрем, бына мин ниндәй маладис булғанмын, шул-шул йылда ярай  больницаға барғанмын”, – тип маҡтанғанын түгел, ә киреһенсә: “Бөгөн шул балама – ун йәш йә егерме йәш тулған булыр ине...”– тигән   үкенеү һүҙҙәре генә ишеттем. Был ваҡытта зар илаған ҡатындың битенән субыр-субыр тамған йәштәре генә был һүҙҙәрҙең нисек йөрәген ярып сыҡҡанын   үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.

Ә бергә эшләгән бер апайҙың (ул хәҙер бик ҙур урында ултыра) хатта: “Шул тыумаған сабыйҙарым һәр ваҡыт күбәләк шикелле, эргәмдә генә осоп йөрөй, һәм ҡайһы ваҡыт миңә уйламаҫтан “Инәй!” тип өндәшә,”− тип әсенеп илағанына шаһит булдым.

Иманым камил, йөрөйҙәрҙер, осаларҙыр гонаһһыҙ сабыйҙар, өндәшәләрҙер шулай.

Һин бит беҙ тәрбиәләгән бала, инәйемдең иң яратҡан, дүрт күҙ менән көтөп алған тәүге ейәнсәре − сәсәге, Гөлсәсәге. Был донъяға шатлыҡ ҡына өләшә торған ҡыҙ балабыҙ.

Ышан, шулай шатланған кеше бер мин генә түгел. Алла бирһә, имен-аман ҡотолһаң, йәй башы менән беҙҙең нәҫелгә бәхетле бер Әҙәм балаһы ҡушыласаҡ.

Бәхетле, ул бала бик бәхетле буласаҡ. Сөнки күҙҙәрен асыу менән ул тәҙрә аша бүлмәгә таралған ҡояш нурҙарын күрер, тышта йөрөгәндә, йомшаҡ ел уның битен һыйпар, уның өсөн өҙөлөп торған яҡын кешеләренең тауышын ишетер.

Бәхетле, ул бала бик бәхетле буласаҡ. Сөнки иң беренсе уның өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кеше − инәһе, ул һин бар.

Һәр ваҡыт һиңә һоҡландым. Хатта аптыраным. Шундай ҙа бөхтәлек, һәр нәмәлә саманы белеү  һиңә ҡайҙан килгәндер? Кем һиңә үҙ йәшеңде бирер? Ҡырҡ йәштә мин ундай булманым. Егерме йәштә булғанмындыр, ә ҡырҡта юҡ. Сибәрлекте ҡырҡҡа тиклем сайпылтмай ғына һаҡлаған ҡатын маҡтауға лайыҡ.

Бәпесең үҫкәс, балалар баҡсаһына йөрөй башлар, шундай ҙа матур инәһе булған ул һиңә ҡарар ҙа ғорурланыр.

Балалар иҫ белә башлағандан,  кемдең инәһе матурыраҡ, ниндәй урында эшләй, матур кейенә беләме, иҫ китерлек әйберҙәре бармы, тип инәһен  башҡаларҙыҡы менән сағыштыра.

Һин май ҡояшы кеүек балҡып ҡыҙың йә улың янына килеп инеү менән, ул һине күреп, тиңдәштәренә:“Бына – минең инәйем, ул донъяла иң матуры!” – тиәсәк.

Бала – ҡатын-ҡыҙ бәхете. Тәүге тапҡыр күкрәк һөтө биреүең, бары сабыйыңдың йөҙөн генә күреп йәшәүең ғүмереңдең иң гүзәл сәғәттәре булыр. Балаларың үҫеп еткәс тә, ошо мәлдәрҙе иҫкә төшөрөү күңелеңә шатлыҡ, тормошоңа мәғәнә өҫтәр, артабан ниндәй ауыр саҡтарҙа ла йәшәргә көс бирер.

Еңел булыр, тип әйтмәйем, ауыр, бик ауыр булыр, балаң сирләп китһә, йоҡоһоҙ үткән төндәрең, үкереп илаған саҡтарың да күп булыр.

Бәхетле, ул бала бик бәхетле буласаҡ. Сөнки уны түҙемһеҙлек менән  бер туған апаһы, һинең оло ҡыҙың, көтә. Һеҙҙе белмәгән кеше икегеҙҙе бергә күрһә, былар әхирәттәр, тип уйлайҙыр.

Имеш, йәш араһы ҙур булһа, балалар бер-береһенә яҡын булмай?! Буш хәбәр. Бер туғандар яҡын булмаймы? Бына күрерһең, бер-береһе өсөн өҙөлөп торорҙар. Туған – ул тормошта таяныс, ауыр саҡта күҙ терәп барыр кешең. Арала ниндәй генә хәлдәр булмай, һыуынышып киткән сағың да була, барыбер, ҡартинәйең әйтмешләй, ике бармаҡ араһына ит үҫмәй.  Танау төртөп кемгә киләһең? Әлбиттә, туғаныңа.

Бәхетле, ул бала бик бәхетле буласаҡ. Сөнки һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып балаңдың ҡартинәһе, һинең инәйең, эргәңдә буласаҡ. Бына күрерһең, ул хатта төҫкә лә йәшәреп китәсәк, сөнки баланың балаһы йөрәккә бигерәк тә яҡын. Был мөхәббәт уның өсөн һулып барған гөлгә һыу һибеп ебәргәндәй булыр. Күрерһең, ҡулынан да төшөрмәҫ, һәр ваҡыт, кәрәкһә, кәрәкмәһә лә, ҡосағына алыр ҙа йөрөр, был ваҡыт ул сабый йылыға иҙерәп, рәхәтләнеп йоҡлар.

Өмөтһөҙ–шайтан, бәлки, атай ҙа уйланыр-уйланыр ҙа, был донъяла минең өсөн баламдан да яҡын кемем бар, уның инәһенән дә изге зат башҡа осрамаҫ  тип, эргәгеҙгә осоп килеп етер.

Ул шундай, ул бындай тип, һөйләгән кешеләрҙе тыңлама. Әҙәм балаһы төрлө бапҡа инә, ағына– аҡ, ҡараһына – ҡара, гел бер ҡыйлы ғына булып тормай. Ул бит тормош, ҡартинәйең, тормош – ағыу, уның ағыуын йотһаң ғына йәшәйһең, ти торғайны. Түҙерһең, һин бит беҙҙең зат­тан, сабырлылар тоҡомонан.

Ҡартинәйең  тағы нимә тип әйтә торғайны әле? Кеше күңеле – һуғыш яланы, унда һәр ваҡыт яҡшылыҡ менән яманлыҡ алыша. Алышалыр, ышанам, еңел булһа, әҙәм балаһы үлгәнсе бер ҙә үҙгәрмәҫ, сәстәре лә ағармаҫ, тештәре лә ҡойолмаҫ ине.

Был донъяла,  бына шуның ире бар яҡтан да килгән, тигәнде ишеткәнең бармы? Юҡ ундайҙар. Берәүҙең холҡо һәйбәт, әммә мал тапмай, ҡатыны үҙе егелә лә төп йөктө тарта, ә икенсеһе бик ауыр кеше, әммә ғаиләм тип, көнө-төнө эшләй.     

Хатта Хоҙай Тәғәлә  үҙе лә тәпәй башлап, һуңғы сәғәтенә еткәнсе әҙәм балаһын хөкөм итмәй. Һин дә хөкөм итмә, бары ҡабул ит.

Ул шылтыратҡан, ә һин телефонды алмағанһың икән. Был матур ғына булып үҫеп килгән ағасҡа үткер балта менән һуғыу, тип аңлатам. Япраҡ ярырға ултырған ағас – уның яңы тойғолары, ә икенсеһе– һинең был ҡылығың.

Балта, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ҡоралы түгел. Беҙҙең ҡорал – бер төрлө лә ҡоралың булмау. Наҙлы ғына, ярҙамға мохтаж зат бул. Ул сағында эргәңдәге кешегә лә эш табылыр. Әһә, тиер ул кеше, минһеҙ − эш һанһыҙ, һәм стена булып һине ел-ямғырҙан һаҡлар.

Бары шуны ғына әйтәм дә хатымды тамамлайым. Беҙ, ҡатындар, бик шәпбеҙ, ай-һай шәпбеҙ, ҡулыбыҙҙан бар нәмә килә, тибеҙ. Ә был бит бик үк һәйбәт түгел. Ярҙамға мохтажыраҡ булһаҡ, ярҙам итергә теләүсе лә булыр ине. 

Шунан иң әһәмиәтле бер әйберҙе әйтергә онота яҙғанмын: һин үҙеңде, әлеге лә баяғы, бик шәпкә һанап, буласаҡ балаңдың атаһын  ситкә тибеп,  сабыйыңды бер ҡанатһыҙ итәһең, ә бер ҡанат менән осоуы мөмкин түгел, ике ҡанат булып та береһе саҡ ҡына яраланһа ла, ул ҡошсоҡ оса алмай. Һин уның ҡанаттарын киҫмәҫһеңдер?

 М. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:AdminQ Admin