-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Декабрь 2021, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Динар Дәүләтбаев

Тыуған көнөм: 11 ғинуар.

Тыуған ерем: Башҡортостан – Өфө  –  Белорет.

Белемем буйынса мин: коммерция өлкәһе белгесе, урта профессиональ белем тураһындағы дипломым бар. БДУ-ла документ һәм архив эштәре буйынса белем алдым.

Радиола нисек эш башланым: башта БЮТ-та тауыш режиссеры булып ярты йыл эшләнем. “Юл­даш” радиоһына 2005 йылда килдем. Бала саҡта өләсәйем ауылда радионы ҡысҡыртып ҡуйып тың­лай торғайны, башҡорт йырҙарына, мәҙәниәтенә һөйөүем шунандыр, тим.

Эшемдә иң оҡшағаны: төрлө өлкә кешеләре менән танышыу, ара­лашыу һәм, әлбиттә, тың­лаусы­ларҙы матур йырҙар менән ҡыуан­дырыу, яҡшы кәйеф бүләк итеү, уларҙан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү.

Бер мәл эфирҙа: ғәҙәттәгесә, эшләп ултырам. “Тамыр” студия­һынан коллегам Рәзилә Салауатова тура эфирға ҡунағы менән килеп инде. Медицина тураһындағы әң­гәмәгә йәш табип ҡыҙ саҡы­рылғайны. Уға тәү күреүҙә ғашиҡ булып, һуңынан телефон номерын һорап алып, ҡәһүә эсергә саҡырҙым. Хәҙер ул – минең кәләшем.

Рәхмәтлемен: элекке директо­рыбыҙ Фәнүр Йәғәфәровҡа, миңә ышаныс белдергән Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева менән Миләүшә Ҡасим ҡыҙына рәхмәтем сикһеҙ. Янис Рамазанов менән Риф Арыҫлан да – яратҡан эшемә алыныуыма сәбәпсе кешеләр. Бер ҡасан да онотмаясаҡмын.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш:  эшкә һуңлауым менән бәйле. Бер нисек тә эшкә килеп етеп булмай ҙа ҡуя. Оҙаҡ атлаған һымаҡ булдым. Ә иртән һине эфирҙа алмашты­рыр­лыҡ кеше юҡ, тигән уй ҡотто ала.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: Ҡыйғы районының Йосоп ауылында коллегабыҙ Фәрүәз Урман­шиндың концерты бара. Мин унда тауыш режиссеры булып эшләйем. Концерттан һуң гримеркаға бер инәй килеп инде.  “Фәрүәзде былай ҙа күргән бар. Радионы гел тың­лайым. Пульт артында күренмәй генә ултырған егетте ҡарарға килдем”, – тине ул. Шулай итеп, бер тың­лаусымдың минең менән шу­лай махсус танышып китеүе хәтерҙә ҡалды.

Яратҡан йырым: йырҙарҙың барыһын да яратып тыңлайым. Элеккеләрен дә, сөнки улар мине бала саҡҡа алып ҡайта. Ауылда олатайым һәм өләсәйем менән радио тыңлай-тыңлай сәй эскән саҡтар хәтергә төшә. Күңелгә үтһә, йәш башҡарыусыларҙың да йырҙарын яратып тыңлайым.

Китабым: уларҙың төрлөһөн уҡырға яратам.

Фильм: тарихи ваҡиғалар менән бәйле картиналарҙы үҙ итәм.

Эштән арып киткән саҡтарҙа: ял итергә юлланам. Ауылғамы, сит илгәме... Кәләшем менән Башҡор­тостандың  төрлө  районын йөрөп сыҡтыҡ.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙа­ны­шым: эштән Почет грамотаһы алыуым. Быны эшемә баһа тип ҡабул итәм. Әле әсәйем менән, туған телдәрҙе һаҡлауға йү­нәлтелгән “Ер һүҙе. Онлайн” проектына ярашлы, фильм әҙерләйбеҙ. Тиҙҙән тамашасы иғтибарына тәҡдим итербеҙ, тим. Ул башҡорт телен пропагандалау темаһына арнала.

Автор:AdminQ Admin